Архив рубрики: Пдф (pdf) китаптар

Мөжәүир хәҙрәт

                                                               Мөжәүир хәҙрәт
     Урал аръяғы халҡы араһында киң танылған, оло абруй яулаған арҙаҡлы шәхес-әүлиә, табип, хәҙрәт Сиражетдин Мөжәүир Уйылдан улына (1876—1967) арнала. Баймаҡ ере изгеһе, Манһыр әүлиәһе, арҙаҡлы олуғ шәхесебеҙҙең ғүмере һәм тормошо уны күреп-ишетеп белгән кешеләрҙә һаман да ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу тойғоһо уята. Читать далее

Бәрей

                                                              Бәрей

     Диалекттарҙа бире, бәре, пәре, пәрей, мосолман пәрейе, мосолман бәреләре кеүек атамалар менән дә йөрөй. Башҡорт мифологияһында бәрейҙәр ғаилә ҡороп, ырыу менән йәшәйҙәр. Уларҙың кешенеке кеүек туйҙары (бәрей туйы), балалары (бәре балаһы) була. Балалары йәмһеҙ булғанға уны кеше балаһына алмаштырыу осраҡтары ла бар.
     Аҡылға зәғиф, ауырыу баланы башҡорттар бәре, ен алмаштырған бала тиҙәр. Бәрейҙәр башҡорттарҙың үҙҙәре кеүек йәйләүгә лә күсә икән. Улар күскән саҡта һыйырҙары мөңрәй, кәзәләре баҡыра, бала-сағаһы илаша икән. Үҙҙәре лә, малы ла, йорт-тирмәләре лә бәрейҙәрҙең күҙгә күренмәй, эҙҙәре лә ҡалмай, тиҙәр.
     Бәрейҙәр ғәҙәттә кешегә күренмәҫкә, осрамаҫҡа тырыша. Осрағанда улар ир, ҡатын-ҡыҙ, бик һирәк кәзә йәки башҡа хайуан ҡиәфәтенә инә. Бәрей осраған кеше ғәҙәттә ауырый, хатта үлеүе лә ихтимал икән. Читать далее

Ислам һәм музыка

                                                      Ислам һәм музыка
     Музыка адəмнəрнең фикерен кузгата вə хəрəкəткə китерə, үткəн вə килəчəк эшлəрне вə баштан кичкəн хəллəрне искə төшерə, инсанның бөтен гомерен бер минутта күңеленнəн кичерə, моңлы вə хəрəкəтле инсаннарның күзеннəн яшьлəр түктерə, йоклаганнарны уята, йокысызлык илə мөбтəля булганнарны йоклата, итагатьлəндерə, ерткычлыкны азайтадыр. Бишеклəрендə егълап яткан балалар күркəм тавышка туктарлар, булганган канлары тынар, нервалары тынычланыр. Нəни вə бишек истигъмаленең сəбəбе дə будыр. Музыка вə күркəм тавышларның хайваннарга кадəр тəэсире тəҗрибəлəр илə исбатлангандыр. Табигате ялкау дөялəр хəдди (колокол. Һ.К. ) тавышына вə гарəплəрнең шигырьлəренə дəртлəнеп кəмал-нəшат берлə озак юл алырлар, вəхши филлəрне сахра халкы уен тавышлары илə тотарлар. Азия вə Америка сахраларындагы зур вə дəһшəтле еланнарның һөҗүменнəн уен кораллары илə генə хəлас улырлар...

     Был китапта музыканың тыйылмаған икәнен иҫбат итеүсе ғалимдәрҙең яҙмалары. Был бәхәстә кемдәр ғалимдәрҙән өҫтөн булғыһы килә, уҡымаһындар, үҙҙәренсә шәйехтар булып, диндә иң белемле әҙәм булып ҡалһындар. Читать далее

Атайсал

                                                               Атайсал
     Был китап АТАЙСАЛ тип исемләнде.
     Атайсал — «ата-олаталар йәшәгән ер, ил» тигән киң мәғәнәлә ҡулланыла. Ошо мәғәнәлә ҡулланылыуына, күрәһең, уның нигеҙенә атай тигән һүҙҙең һалыныуы сәбәп булғандыр. Яңы барлыҡҡа килгән һүҙ борон-борондан телебеҙҙә ҡулланылған атай һәм сал морфемаларынан тора. Атай һүҙенең мәғәнәһе билдәле булһа ла, сал морфемаһының мәғәнәһе әлегә тулыһынса асыҡланмаған. Сал морфемаһы «ҡарт, иҫке, боронғо; сал сәсле, хөрмәтле ҡарт кеше» мәғәнәһен йөрөтөүе ихтимал. Сал һүҙе сал, сул, чул «таш, ҡаты, ныҡ» тигән боронғо болғар морфемалары менән дә бәйле булырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ул боронғо башҡорт шәжәрәләрендә батырҙар исеме араһында йыш ҡына осрай. Мәҫәлән, беҙгә бөрйән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән шәжәрәләрендә Атайсал, Байсал, Ҡаҙаҡсил, Сапсал, Ялпаҡсал тигән антропонимдар булыуы билдәле. Читать далее

Арҙаҡлы башҡорттар

                                                     Арҙаҡлы башҡорттар

     Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Рәшит Шәкүр, Өфө: Китап, 2005.
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш. Был йыйынтыҡҡа илаһи башҡорт донъяһы күгендә балҡып торған аҫыл заттарыбыҙ — атаҡлы тарихи шәхестәр, мәшһүр дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби уҙамандар, хеҙмәт, фән һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ ижады өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, рухи һәм матди донъябыҙға оло мәртәбә килтергән милләттәштәребеҙ хаҡында ғилми-биографик очерктар тупланды. Ул, әлбиттә, һис кенә лә, хатта яҡынса булһа ла, тулылыҡҡа дәғүә итә алмай. Бында әлегә ни бары дүрт тиҫтәнән артыҡ биография индерелде. Ә беҙҙең ошо махсус рубрика аҫтында сығарырға ниәтләнгән исемдәр әле хәҙер үк йөҙ илленән артып китә. Был оҙаҡ йылдар буйы ең һыҙғанып эшләүҙе талап иткән ғилми-ижади бурыс. Читать далее

Ҡөръәнде нисек уҡырға

учить Коран (Куран)                       Ҡөръәнде нисек уҡырға
     Ҡөръәнде нисек уҡырға (Фән-Тәджүид)
     Халҡыбыҙҙың бер нисә быуыны мосолмандарҙың изге Китабы Ҡөръән-Кәримде уҡыу мөмкинлегенән айырылып торҙо. Һуңғы йылдарҙа дәүләт сәйәсәтендә булған үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә дингә ҡараш ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе һәм халыҡ араһында Ҡөръән менән танышыу, уны күңелгә һеңдереү дәрте көсәйҙе.
     Ҡөръән Аллаһы Тәғәлә тарафынан Мөхәммәд Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә ғәрәп телендә бирелгән һәм ул ғәрәп телендә дөрөҫ уҡылырға тейеш. Ошо хеҙмәт был маҡсатҡа ирешеүҙә һеҙҙең яҡын ярамсығыҙ булыр.
     Ошо хеҙмәтте башҡарған Д.Д.Мәһәҙиевкә. Н.Ә. Сөйәрғоловҡа һәм нәшер иткән Хәйҙәр Хызыр улы Шаһиевҡа Аллаһ Тәғәләнең ризалығы булһын. Әмин. Читать далее

 Ислам юлдарында

                                                             Ислам юлдарында

     1942 йылда Диниә назаратында сираттан тыш кәңәшмә уҙа һәм унда «Советтар Союзы мосолмандарына мөрәжәғәт» ҡабул ителә. Был мөрәжәғәттә Совет хөкүмәтенең мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлау сәйәсәтенән баш тартыуы, мәсеттәр төҙөүе һәм ирекле рәүештә дини йолаларҙы уҙғарыуы тураһында әйтелә. Мөрәжәғәт башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә баҫтырылып, мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә таратыла. Мәсеттәрҙә, заводтарҙа һәм фабрика¬ларҙа уны халыҡҡа уҡып ишеттерәләр.
     1942 йылдың майында мөфтөй-хәҙрәт Ғәбдрәхман Рәсүлев әҙерләгән мөрәжәғәт «Труд» газетаһында баҫыла: Читать далее

Зәйнулла Рәсүлев һәм ваһабиттар

                                           Зәйнулла Рәсүлев һәм ваһабиттар.
     Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Был аҫта килтерелгән китапта Зәйнулла Рәсүлев ишандың «Божественные истины» тигән яҙмалары менән таныша алаһығыҙ. Беҙҙең тирә яҡта вахаббиттәр юҡ тип әйтергә тырышһаларҙа, үткән быуатта уҡ Зәйнулла ишан шуларға ҡаршы ҡаты көрәш алып барған. Ибн Тәймийә тигән әҙәмдең Аллаһ кешегә (әстәғфируллаһи) оҡшаған тигән догматикаһына эйәреп әл-Ваххаб тигән кеше үҙенең тәғлимәтен төҙөй. Ошо тәғлимәткә эйәргән йәштәрҙе ваһабиттар тип әйтәләр инде. Тик улар был ҡушаматты (беҙ хәнәфи тигән ҡушаматтан оялмайбыҙ) ишетергә теләмәйҙәр.

ваххабит ВАҠЫТ!УРАЛ №15,2014 йыл, гәзитендә наҙан идеологтар бар халыҡты кафырҙарға тиңләгәндәр.  Һүрәттә ҡарағыҙ! Икенсе диндә булғандар, һәм христиандарҙың Ғайса пәйғәмбәре лә, еврейҙарҙың (йәһүдтәрҙең) Муса пәйғәмбәре лә һәм башҡалар — улар һеҙ инде! Кафыр һүҙҙең башҡаларға ҡулланғандар — уларҙаң башҡалар кафырҙар? Башҡалар — беҙме? Был әҙәмдәр исмаһам башҡортса Ҡөръән уҡый һәм хәҙистәр белә микән? Бик күп яҙылған бит Ҡөръән Кәримдә башҡа христиан һәм йәһүд пәйғәмбәрҙәре хаҡында, уларҙың дине хаҡында. Беҙ мосолмандар бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе лә таныйбыҙ — улар дөрөҫ диндәр алып килә, тик наҙандар ул диндәрҙе боҙоп бөтә. Беҙҙең динде лә боҙоп күрһәтеүҙең бер өлөшө бына күрһәтелгән. Пәйғәмбәребеҙҙең бер хәҙисендә:«Ожмаҡҡа йәһүд диненән 72 төркөмгә бүленгән бер төркөмө инер, христиандарҙың 72 төркөмгә бүленгәндәрҙең бер төркөмө һәм мосолмандарҙың 73 төркөмгә бүленгән бер төркөмө инер» тигән. Суфый һәм әүлиәләр бер Аллаһты таныған түгелме? Был гәзит сығарыусылыр Ҡөръән һәм хәҙистәргә ҡаршы сығып ваххабизм идеология тараталар түгелме? Әллә Аллаһ Тәғәләнең 124 мең пәйғәмбәре бер Аллалыҡҡа өндәмәгән ме әллә? Мосолман тигән кеше ул — бер Аллаһҡа ышаныусы кеше!

     Ҡөръән сүрәләренә һәм хәҙистәргә ҡаршы, башҡа мосолмандарға (бер Аллаһҡа ышаныусыларға) ҡаршы сығыусылар үҙҙәре кафырға әйләнә! Бер хәҙис кенә килтерәм: «Кем йөрәге менән Аллаһ Тәғәләгә ышанып, мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләй, шул үҙе көфөрлөккә төшә», тигәндәр. Быны тикшерер өсөн уларҙың суфыйҙарға ҡарата ни уйлағандарынан белеп була. Тәрикәт, суфыйҙар һәм башҡаһын аҙашҡандар тип, ғәйепләп берәй насар һүҙ ысҡындырһалар – улар кемдәр икәнен аңланығыҙмы? Ундай кешеләр имам булып намаҙҙа тора алалармы? (Фахруддин ибн Мансур аль-Фаргани аль-Ханафи сказал в «Фатава»: «Если человек совершил неверие языком добровольно, даже если он в душе был верующим, он становится кафиром и не будет верующим перед Аллахом»[9].) – бындай хәҙистәр күп.

Читать далее

Борһан тәүхид

                                                                Борһан тәүхид

                                        Аллаһының берлеген иҫбат итеү дәлиле
     Атеистик китаптарҙа, мәҫәлән Р.Р. Мәүлетовтың 1972 йылда сыҡҡан «Ислам дине», китабында: «динле кеше үҙ диненең килеп сығыуы тураһында әллә ни уйламай ҙа. Ул тәбиғи һәм зарури булып тойола. Дингә ышаныусы кеше фараз иткәненсә, алла үҙенең ғәҙҙәтән тыш мәрхәмәт күрһәтеүе менән уны «иң хаҡ һәм ысын дин» ҡосағында тыуырға лайыҡлы итеп тапҡан» – тип башлана. Совет осоронда бына шул һүҙҙәр менән дингә ҡаршы яҙылған ошо китап башлана. Яңылышҡан автор: Беҙ динһеҙлек осоронда тыуҙыҡ, был китап яҙылғанда миңә ете йәш ине әле. Читать далее

Инсан исемле Сер

                                            Инсан исемле Сер
     «Мин үлгәстен, күҙ-йәш түкмә! «Аһ, ҡайһылай йәл, ҡайһылай ҡыҙғаныс!» тип һамаҡлай күрмә. Тормош көткәндә, нәфесемә эйәреп, шайтан ҡапҡанына эләкһәм, был, ысынлап та, ҡайғы булыр ине».
     «Йәнем, ҡанат киреп, Раббыһына уҡталғанда, «Аһ-аһ, ул беҙҙе ташлап китте!» тип һыҡтама. Бел: был хушлашыу мәле түгел, ә был – Раббым менән ҡауышыу мәле!»
     «Мине ерләгәндә, ҡайғыға батып, «Хуш, хуш!» тип әйтмә. Ҡәбер – артында беҙҙе Йәннәт баҡсалары көтөп торған нескә генә ҡорған!».
     «Ҡояш батышын күрһән, тимәк һин ҡояш сығышын да күргәнһең. Улайһа, уйлап ҡара: батышы һәм сығышы араһында ҡояш тоноҡланамы әллә?»
      «Батышын юҡҡа сығыу, тип иҫәпләүең ихтимал, әммә киреһенсә: батышы – яңы тормош башы!»
     «Тәү ҡарамаҡҡа ҡәбер – ер ҡуйынындағы соҡор, төрмә, зиндан ғына. Асылда иһә, Раббыһына бөтә күңеле менән ынтылғандар өсөн. Ҡәбер – донъя ығы-зығыһынан ҡотолоп, тыныслыҡ табыу урыны!»
     «Ергә ташланған орлоҡ, шытып сығып, баш ҡалҡытмай ҡалырмы? Улайһа, ер ҡуйынына тапшырылған кешенең йәнә унан баш ҡалҡытып сығыуына ни өсөн шигең бар?»
Читать далее