Ислам юлдарында

     1942 йылда Диниә назаратында сираттан тыш кәңәшмә уҙа һәм унда «Советтар Союзы мосолмандарына мөрәжәғәт» ҡабул ителә. Был мөрәжәғәттә Совет хөкүмәтенең мосолмандарҙы ҡыҫырыҡлау сәйәсәтенән баш тартыуы, мәсеттәр төҙөүе һәм ирекле рәүештә дини йолаларҙы уҙғарыуы тураһында әйтелә. Мөрәжәғәт башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә баҫтырылып, мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә таратыла. Мәсеттәрҙә, заводтарҙа һәм фабрика¬ларҙа уны халыҡҡа уҡып ишеттерәләр.
     1942 йылдың майында мөфтөй-хәҙрәт Ғәбдрәхман Рәсүлев әҙерләгән мөрәжәғәт «Труд» газетаһында баҫыла: