Арҙаҡлы башҡорттар
Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Рәшит Шәкүр, Өфө: Китап, 2005.
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш. Был йыйынтыҡҡа илаһи башҡорт донъяһы күгендә балҡып торған аҫыл заттарыбыҙ — атаҡлы тарихи шәхестәр, мәшһүр дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хәрби уҙамандар, хеҙмәт, фән һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ ижады өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, рухи һәм матди донъябыҙға оло мәртәбә килтергән милләттәштәребеҙ хаҡында ғилми-биографик очерктар тупланды. Ул, әлбиттә, һис кенә лә, хатта яҡынса булһа ла, тулылыҡҡа дәғүә итә алмай. Бында әлегә ни бары дүрт тиҫтәнән артыҡ биография индерелде. Ә беҙҙең ошо махсус рубрика аҫтында сығарырға ниәтләнгән исемдәр әле хәҙер үк йөҙ илленән артып китә. Был оҙаҡ йылдар буйы ең һыҙғанып эшләүҙе талап иткән ғилми-ижади бурыс.