Архив рубрики: Пдф (pdf) китаптар

Минең гүзәл динем

                                              БАШКИРКА С КОРАНОМ

              Минең гүзәл динем

            Аллаһҡа шөкөр ҡылам
     Бына бер нисә көн инде Айгөл ауырый һәм тышҡа сыға алмай. Бер аҙ хәле яҡшырҙы яҡшырыуын, тик әсәһе ятҡан урынынан тороп йөрөргә рөхсәт бирмәй. Тамам йүнәлер өсөн, яҡшы ризыҡланып, күпмелер ваҡыт һаҡланырға, көс йыйырға кәрәк.
     Айгөлдөң карауаты тәҙрә янында тора. Көн дауамында ул үтеп йөрөүселәрҙе күҙәтә, китап уҡый, ата-әсәһе менән һөйләшә, ләкин уға күңелһеҙ. Ашағыһы ла килмәй, әхирәттәрен һағына. Шул көндө Айгөлдөң уҡытыусыһы хәлен белергә килде. Бындай көтөлмәгән хәлгә Айгөл бик ҡыуанды. Уҡытыусыһы, уның маңлайынан үбеп, эргәһенә ултырҙы ла хәлен һорашты. Айгөл тәмһеҙ дарыуҙарҙы эсеп, урында ғына ятыуҙың бөтөнләй оҡшамауын, тиҙерәк һауығыуына өмөтләнеүен белдерҙе. Читать далее

Мөххәбәт һәм мәғрифәт

                                 Мөххәбәт һәм мәғрифәт. Нуриман Мусин.

     ЙӨКМӘТКЕҺЕ
     Баш һүҙ 6
     1-СЕ БҮЛЕК:
     Илһам биреүсе һөйөү көсө 11
     Һөйөү кәүҙәләнеше – Шәйех Мәүләнә Руми 21
     Илаһи Мөхәббәт һәм Рухи Мәғрифәт 35
     2-СЕ БҮЛЕК:
     Аллаһ Илсеһенә (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ялҡынлы мөхәббәт 51
     Мөхәббәтебеҙ Уға көслөмө? 61
     Уны белә, Уны күрә һәм Уны тоя алыу 75
     Уның һағышы һәм шатлығы, күҙ йәше һәм йылмайыуы – һәммәһе беҙҙең өсөн 89
     Аллаһ Илсеһенең (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм)
     тиңе булмаған холҡо 103 Читать далее

Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы

     Пәйғәмбәрҙәрҙең йөҙөк ҡашы Мөхәммәт Мостафа ﷺ

     ЙӨКМƏТКЕ
     БАШ ҺҮҘ
     ҺҮҘЛЕК
     ЙӘҺИЛЛЕК ДӘҮЕРЕ
     Боронғо диндәр 20
     Ғәрәп ярымутрауы 21
     Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم ни өсөн Ғәрәп ярымутрауына ебәрелгән? 22
     МИССИЯ БАШЛАНҒАНҒА ТИКЛЕМ 24
     Мәккә ҡалаһы һәм Ҡурәйш ҡәбиләһе 24
     Мәккәлә һынташтарға табыныу нисек барлыҡҡа килгән? 25
     Фил ваҡиғаһы 26
     Ғабдуллаһ менән Әминә 28
     Пәйғәмбәрҙең صلى الله عليه وسلم тыуыуы 29
     Бәҙүәндәр араһында 29
     Әсәһе менән ҡартатаһының вафаты 30
     Бабаһы Әбү Талиб менән 30
     Илаһи тәрбиә 31
     Хәдиджәгә өйләнеү 32
     Кәғбәне төҙөкләндереү тарихы 32
     Намыҫ килешеүе 33 Читать далее

Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте

     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте. Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми.

     Хөрмәтле уҡыусылар! Бында беҙ шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Румиҙың хикмәтле тапҡыр һүҙҙәре һәм нәсихәттәренә тәфсирҙәребеҙҙе урынлаштырҙыҡ. Аллаһҡа һөйөү диңгеҙендә батып юғалған уның хикмәтле рухиәте төйәгенә инергә ынтылдыҡ, уның тәрән нәсихәттәре ярҙамында йөрәктәребеҙҙең тупаҫлығын юҡ итергә, әхүәле рухиәбеҙҙе гүзәл халәтебеҙ һәм ғәмәлдәребеҙ сағылған таҙа көҙгөгә әүерелдереү сараһы итергә тырыштыҡ.

Башҡорт сувенирҙәре

     Башҡорт сувенирҙәре. Башҡорт сувенире... Ул ниндәй булыр­ға тейеш? Алыҫтан килгән ҡунаҡ дала уләндәренең хуш еҫен тойһон, боронғо ат­тарҙың сихри кешнәүен ишетһен, алтын төҫлө башҡорт балының тәмен татыһын, халыҡ тарихе һәм культураһын һиҙеп бел­һен өсөн, ул ниндәй художестволы, тасуи­ри сифаттарға эйә булырға тейеш?

Орнамент счетной вышивки башкир

     Орнамент счетной вышивки башкир. Книга посвящена особому пласту декоративно-прикладного искусства башкир — вышивкам по счету нитей основы. В ней рассматриваются вопросы происхождения и развития орнаментальных мотивов башкирской счетной вышивки, их семантики. Башкирский орнамент исследуется в контексте широкого круга аналогий в искусстве народов Евразии. Рассчитана на этнологов, историков, художников, учителей и всех интересующихся историей культуры, народным искусством.

Башҡорт халыҡ сәнғәте

     Башҡорт халыҡ сәнғәте. Книга знакомит читателя с древнейшими видами народного искусства башкир: вышивкой, ткачеством, украшением металла, кожи, дерева. В очерках дается подробное описание башкирского орнамента, народного костюма, убранства коня, вооружения, декора жилища древних башкир. Издание позволяет проследить тесную связь современной культуры республики с национальными традициями, историей, традиционной обрядностью.

Книга адресована этнографам, историкам, искусствоведам, преподавателям и учащимся.

Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә

     Тыңла әле улар беҙҙең менән һөйләшә.

     Тимәк, был донъяға берәү ҙә буштан-бушҡа килмәгән, һәр бер мәхлүк ниндәйҙер маҡсат менән бар ҡылынған. Бына ни өсөн Раббыбыҙ беҙҙең был донъяға вайымһыҙ бағыуыбыҙҙы теләмәй. Ул уйлана, фекер йөрөтә, анализ яһай белеүебеҙҙе, донъяның бөтә нескәлектәрен аңлауыбыҙҙы теләй. Йәшел туғайҙарҙа утлап йөрөгән малдарҙы, төйәгенә ризыҡ ташыған ҡырмыҫҡаларҙы, ялтыр таҫма һымаҡ шыуышып йөрөгән йыландарҙы күреп, һабаҡ алыуыбыҙҙы, һығымталар яһарға өйрәнеүебеҙҙе теләй.
     Был әҫәрҙә бөтә барлыҡ үҙ телендә хәбәр һөйләйәсәк, һәммәһе беҙҙең менән әңгәмә ҡорасаҡ, һәммәһе беҙҙең менән үҙенсә һөйләшәсәк! Ғәләмәт ҙур ҡыҙған ҡояш, Ерҙе урап алған атмосфера, бейек ағастар, уларҙың ботаҡтарында сутылдашҡан ҡоштар, ерҙәге селәүсендәр һәм ҡуңыҙҙар, тик микроскоп аша ғына күренгән йән эйәләре — һәммәһе үҙе хаҡында һөйләйәсәк! Улар тәрән хикмәт йәшеренгән тормоштары хаҡында бәйән итәсәк, үҙҙәренең ғәжәйеп серҙәрен асып һаласаҡ! Читать далее

ИСЛАМ ТӘРБИЯСЕ

     ИСЛАМ ТӘРБИЯСЕ. «Ислам тәрбиясе» дәреслеге түбәндәге бүлекләрдән тора: Ислам дине, иман нигезләре, Коръән Кәрим, пәйгамбәрләр кыйссалары, Пәйгамбәребез Мөхәммәд нең тормышы, мөселманнарның күркәм холыклары, Ислам әдәпләре һәм догалары. Китап мәктәпнең башлангыч сыйныф укучылары өчен һәм мәчет-мәдрәсәләрдә дәреслек буларак тәкъдим ителә. Шулай ук, гаиләдә балаларга укыту өчен дә кулланырга мөмкин.

ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ

     ҒӨСӨЛ, ТӘҺӘРӘТ ҺӘМ НАМАҘҒА ӨЙРӘНӘМ. Асым Уйсал. Балалар һәм ололар өсөн китап. Был китап һеҙгә дөрөҫ итеп тәһәрәт алырға һәм намаҙ уҡырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, бында Иман, Ислам дине хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт тә бар. Читать далее