«Ғаһеднамә» доғаһы
Сәхәбәләрҙән Ғабдуллаһ иби Мәсғүттән риүәйәт булып ҡалған бер хәҙис.
«Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, мин: «Бәндәләрҙән һәр кем көн дә бер тапҡыр «Ғаһеднамә» доғаһын уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә уны иман менән үткәрергә вәғәҙә бирә. Ҡиәмәт көнөндә ундай кешегә мин үҙем дә шәфәғәтсе булырмын», — тигән һүҙҙәрен ишеттем», — тигән.
Ибраһим бин Ғабдуллаһ иһә (уның менән Аллаһ Үҙе риза була күрһен) пәйғәмбәребеҙҙең: «Әҙәм балаһының тәнендә өс мең төрлө ауырыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ауырыуҙарҙың ике меңен бәндәләр үҙҙәре лә белер һәм уға шифа табыу сараһын күрерҙәр, бер меңен белеп тә бөтмәҫтәр, дарыуын да эҙләп йөрөмәҫтәр. Әгәр ҙә кеше «Ғаһеднамә» доғаһын үҙе менән йөрөтһә, Хаҡ Тәғәлә уға өс мең хасталыҡтан именлек бирер», — тигән һүҙҙәрен килтерә. Читать далее

