Доға
   

   Доға ҡылыу. Доға ҡылғанда ҡибла яғына боролоп, ҡулдарҙы өҫкә табан күтәреп, (күкрәк тәңгәленән өҫтәрәк, устарҙы бер береһенә яҡынайтып, уң ус һулаҡай устың өҫтөнә ҡуйыла) ҡарашты тура ҡибла яғына юнәлтеп, әкрен тауыш менән ҡылына. Берәй доға йә аят уҡып, үҙ телендә Аллаһ Тәғәләнән теләгән шифаны үә теләкте һорайбыҙ. Иң ҙур доға «Фатиха» (шуға баҫ) һәм «Аятүл Көрси»  ауырығанда, йә берәйһенә уҡығанда шифаһы сикһеҙ.

   «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим» тигәс ҡырҡ мәртәбә,ошо Әғүҙү-билләһи менән башлап уҡырға. Бар бәләләрҙән, ауырыуҙарҙан, ҡурҡыныстарҙан һаҡлар.

   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм әйткән: «Әгәр ҙә берегеҙ сирле кеше янына барһағыҙ, әжәле килеп етмәгән булһа, шул кеше янында ете тапҡыр ошо доғаны уҡығыҙ».

   «Әс-әлүлааһәл ғазыймә раббил ғәрши ғазыйми ән йәшфийәкә».
   Мәғәнәһе: Бөйөк тәхетең Раббыһы менән, Аллаһы Тәғәләнең исеме менән һине шифаландырыуынды һорайым.

   Әгәр берәй ағза ауыртһа, һыҙланһа, ҡулды шул ауыртҡан ергә ҡуйып өс мәртәбә  

   «Бисмилләһи»не әйтеп, ете тапҡыр ошо доға уҡылыр:

   «Әғүҙү билләәһи үә ҡудратиһи мин шәрри мәә әжидү үә ухәәҙиру».
Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә менән үә уның ҡөҙрәте менән һыйынамын мин ошо ауырлыҡтарҙан».

   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис сәләм әйткән:

   «Әгәр ҙә берәүгә бәлә төшһә, ошо доғаны уҡыһын»

   «Иннәә лилләәһи үә иннәә иләйһи раажиғүүн. Аллааһүммә джүрнии фии мусыйбәтии үәхълиф лии хайран минһәә».

   Хаҡиҡәттә, беҙ Аллаһ Раббыбыҙныҡыбыҙ һәм уға ҡайтасаҡбыҙ Йә Раббым Ошо хәсрәт урынына яҡшылыҡ бир, бүләкләндер мине».
Ошо доғаны уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә бәләһенә сабырлыҡ ҡылғаны өсөн әжер-һауаб бирер үә бынанда башҡа хәйерлеһен менән ниғмәтләндерер.

   Аллаһ Тәғәлә әйтер икән: «Әгәр ҙә Минем ҡолыма бәлә ебәргәндә сабырлыҡ үә әжер-сауабтарҙы хисаплап үткәрһә, ошо һынауҙар үтәгән өсөн уға йәннәт бүләк итәрмен».

   Ауырып киткәндә:

   «Бисмилләһ. Бисмилләһ. Бисмилләһ.
Әғүҙү биғиззәтил-ләһи үә ҡудратиһи мин шәрри мә әжидү үә үхәҙиру мин үәжғи һәҙә».

   Мәғәнәһе: «Аллаһ Тәғәлә исеме менән (өс тапҡыр Бисмилләһи). Үҙемә килеп юлыҡҡан яуызлыҡ һәм әрнеүҙәрҙән ҡасып, Аллаһ бөйөклегенә, көс-ҡөҙрәтенә һыйынам». Ауыртҡан ергә ҡулды ҡуйып, был доғаны ете тапҡыр уҡырға.