Доға ҡылыу тәртибе

                                        Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим
   Һәр эштең әүәлендә “бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим “ әйтеүгә ғәҙәтләнеү кәрәктер.
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәлә иң башта Ләүхел Мәхфүз менән Ҡәләмде яратты. Һәр нәмә ( бар күктә һәм был донъяла) Ләүхүл-Мәхфүздә (күктәге китап) яҙылғандыр. Унда яҙылғандан тыш һис бер нәмә булмаҫ.
   Аллаһ Тәғәлә ҡәләмгә яҙырға ҡушты: “Ләүхел-Мәхфүҙгә яҙ!" — тине. Ҡәләм әйтте: “Әй, Раббым! Ниндәй һүҙҙәр менән башлайым, — тип һораны.
   Аллаһ Тәғәлә ҡәләмгә: “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим, тип яҙа башла “, — тине.
   Ҡәләм Ләүхүл-Мәхфүзгә “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим “ тигән һүҙҙе ете йөҙ йыл буйына яҙҙы.
   Аллаһ Тәбәрәкә үә Тәғәлә барыһына ла хәбәр итте: “Үҙемдең ғиззәтем һәм жәләлем менән ант итеп әйтәм, кем дә кем пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенән ихлас күңел менән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, уның күктәге ғәмәл дәфтәренә ете йөҙ йыллыҡ ғибәҙәт сауабын яҙырмын”. Әмин.

   Икенсе Аллаһ Тәғәләнән килгән хәбәрҙә: “Ҡиәмәт көнөндә пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең ғәмәле менән бәни Исраилдәге (Израил иле) пәйғәмбәрҙәрҙең өммәттәренең ғәмәлдәре тиңләштерелер”. Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙҙарының сауабы башҡа өммәттәрҙең (икенсе дин) 1000 рәҡәғәт намаҙы сауабына тиндер, бәлки артығыраҡ та булыр. Әмин.
   Башҡа дин өммәттәре әйттеләр: "Был пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләм өммәтенең ғәмәлендә ниндәй, хасыят барҙыр, уларҙың бер рәҡәғәт намаҙы беҙҙең мең рәҡәғәт намаҙыбыҙҙан артығыраҡтыр”, — тип.
   Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәттәренең намаҙҙарында “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”тигән һүҙ бар, һеҙҙең намаҙҙарығыҙҙа ул юҡ, шуның өсөн Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм өммәтенең бер рәҡәғәт намаҙы һеҙҙең мең рәҡәғәт намаҙҙарығыҙҙан артығыраҡтыр”.

   Кем дә кем ошо “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим”-ды һәр ваҡыт уҡыһа, ул кеше утта ла янмаҫ, һыуҙа ла батмаҫ, йылан да саҡмаҫ һәм ағыуҙар ҙа уға зарар бирмәҫ.
   Риүәйәт ҡылынды: Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдән һоранылар: “Иблис тоҡомо шайтан ниндәй бәндә менән бергә ашар?” — тип. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм яуап бирҙе: “Әгәр кеше тағам (тамаҡ) ашағанда “бисмилләһ» — не әйтмәһә, шайтан шул бәндә менән бергә ашар, “бисмилләһ”-не әйткән кешеләрҙән ситкә ҡасыр”.
   Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре менән тағам ашап ултыра ине. Шул ваҡыт сәхәбәләр пәйғәмбәрҙең (үҙ алдына) йылмайып ҡуйыуын күрҙеләр: «Эй, Аллаһ рәсүле, ниндәй күңелле нәмә күрҙең?” — тип һоранылар. Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм әйтте: “Һеҙҙең арағыҙҙан әле берегеҙ “бисмилләһ” -не әйтмәй тағам ашай ине, шайтан ләғин дә уның менән бергә ашай ине. Кинәт кенә был бәндә хатаһын иҫенә төшөрөп “бисмилләһ” не әйткәс, шайтан ләғин тиҙ генә уның арҡаһынан төшөп китеп барҙы, шуны күреп йылмайҙым”, — тине.
   Ғалимдар әйткәненән: “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим һүҙендә ун туғыҙ хәрефтер (ғәрәп грамматикаһы хәрефтәре менән), бында шундай файҙа барҙыр: Береһе шулдыр – ғазап фәрештәләренең ололары ун туғыҙҙыр. Кем дә кем һәр ваҡыт “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, ун туғыҙ ғазап фәрештәләренән имен булыр, ғазап ҡылынмаҫ.
Икенсе файҙаһы шулдыр — кис менән көн барыһы — 24 сәғәттер. Шул егерме дүрт сәғәттә биш ваҡыт намаҙ кешеләргә фарыздыр. Был ун туғыҙ хәрефле “бисмилләһ” сәғәт араларында булған гонаһтары кисерелеүгә сәбәптер.
   Кем дә кем ихласлыҡ менән ысын күңелдән “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тип әйтһә, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәнең ошо 24 сәғәт эсендә хаталыҡ (яңылышлыҡ) менән ҡылған гонаһтарын ғәфү итер (әгәр ул кеше хаталарҙы яңынан ҡабатламаһа). Әмин.
Эй, Аллаһ! Раббым! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең бөтөн өммәтенә тәүфиҡ биреп, һәр ваҡытта Аллаһ Тәғәлә исемен зикер ҡылып, гонаһтарын ярлыҡаһаң ине. Үҙең беҙгә бүләк итеп биргән биш ваҡыт фарыз намаҙҙарыбыҙҙы үҙ ваҡытында дөрөҫ итеп үтәргә насип ит. Әмин -доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡыл.
                          Доға өсөн кәрәкле нәмәләр
   Доға — “ялбарыу, һорау” тигән һүҙҙе аңлата.
   Доғаның ҡабул булыуы өсөн доға ҡылыусының ашаған һәм эскән бар нәмәһе, өҫтөнә кейгән кейемдәренә тиклем хәләл, пак (таҙа) булырға тейешле. Бының тураһында Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм: “Харамдан (харам — салғанда Аллаһ Тәғәлә исемен зикер ителмәйенсә салынған хайуан ите (“Бисмилләәһи, Аллааһү әкбәр” тип), маргарин майҙары, йыртҡыс хайуандарҙың ите, сусҡа ите һәм майҙары, араҡы, иҫерткес (хәмер) эсемлектәр һәм башҡалар) эсенә берәй нәмә кергән бәндәнең ҡырҡ көнгәсә доғаһы ҡабул булмаҫ”, — тигп әйткән.
   “Доға – ғибәҙәттең елегелер”.
   Доға ҡылыусы бәндә доғаһын ысын күңеле менән, һәм доғаһы ҡабул булыуына шик тотмайынса ҡылырға тейешлелер. Был хаҡта Ибн Ғәббәс хәҙрәттәре Рәсүлебеҙ Мөхәммәд ғәләйһис сәләмдән: “Доға ҡылаһығыҙ икән Аллаһ Тәғәләгә, доғағыҙҙың ҡабул, булыуында шик-шөбһәһеҙ булығыҙ, ысын ниәт (күңел) менән ышанып доға ҡылһағыҙ, доғағыҙ ҡабул булыр”.
   Белегеҙ: Аллаһ Тәғәләнән һоралған нәмәнән шик тотоусоноң доғаһы ҡабул ҡылынмаҫ. Һәр бер доға ҡылыусы доғаһының ҡабул булыуында шик тотмаҫҡа тейеш. Уның өсөн: доғаның, ҡабул булмауы Аллаһ Тәғәләнең доға ҡылыусының һораған нәмәһен бирергә көсө етмәүҙәме? Әлбиттә, түгел. Аллаһ Тәғәләнең бар нәмәгә көсө етә.
   Йә иһә: доғаның ҡабул булмауы Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәт, йомартлыҡ эйәһе булмауынанмы? Әлбиттә, түгел. Аллаһ Тәғәлә йомарт, ни һораһаң, шуны бирәлер.
   Йә иһә: доғаның ҡабул булмауы Аллаһ Тәғәләнең доға ҡылыусының доғаһын белмәүенәнме? Әлбиттә, түгел. Аллаһы Тәғәлә һәр бер нәмәне белеүселер.
Был өс нәмә, өсөһө лә мөмкин була торған эш булмаһа, доға ҡылыусы үҙенең доғаһының ҡабуллығында шик тотмаҫҡа тейеш, сөнки Аллаһ Тәғәләгә, шик ҡылһа, был бик оло, насар булған эштер. Доғаның ҡабул булыуында шик тотмаҫҡа тейешлелер.
                                        Доға ҡылыуҙың рәүеше
   Доға ҡылыусы иң тәүҙә Аллаһ Тәғәләгә хәмед әйтеп, Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтер. Мәҫәлән: “Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләмин, үәс-саләәтү уәс-сәләәмү ғәләә расүүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһин үә сахбиһии әджмәғиин”, — тиер. Бының һуңында ҡулдарын күтәреп теләгән' нәмәһен һорап доға ҡылыр. Доғаны ҡылып бөтөргәс, йәнә хәмед һәм салауат әйтер.
                                     Доға өсөн шәриф ваҡыттар
   Доға ҡылыусы доғаны шәриф ваҡыттарҙа ҡылыр. Шуны белергә кәрәк — һис бер көн дә һәм һис бер кис тә доғанан буш булмаҫ, ләкин ошо ваҡыттарҙа бигерәк тә ҡабул булыр.
   Мәҫәлән:
   Йома көнө аҙан ваҡыттары яҡынлашҡас, йома көнөнөң ҡояш байыуы алдындағы сәғәттә,   йома көнөңдә аҙан ваҡытында;
   Аҙан менән ҡәмәт араһыда;
   Намаҙ уҡырға торған ваҡытта;
   Һәр көн төш ваҡытында;
   Төндөң ахыры, өсөнсө өлөшөндә доға ҡылыр;
   Сәхәр ваҡытында;
   Рәжәб айының әүәлге кисәһендә;
   Шәғбән айының 15 кисәһендә, йәғни Бәрә,әт кисәһендә;
   Рамаҙан айының Ҡәҙер кисәһендә;
   Ғәрәфә көнөндә;
   Ике ғәйет кисәһендә;
   Ураҙала ауыҙ асҡан ваҡытта;
   Ҡалебе — (йөрәге) йомшарған ваҡыттарҙа, уның йөрәгенең йомшарғаны Аллаһ Тәғәләнең, рәхмәтеңдәндер;
   Йоҡонан уянған ваҡытта Аллаһ Тәғәләнең, ололоғон фекерләп доға ҡылыу ғәнимәт булыр.
   Ауырыған ваҡытта доға ҡылыу тейешле, быға дәлил хәҙрәти Ғүмәр радыяллаһү ғәнһү Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләмдән риүәйәт ҡылған: “Һәр ҡасан һин ауырыу кеше янына инһәң, үҙеңә доға ҡылырға ҡуш, сөнки ауырыу кешенең доғаһы фәрештәләрҙең доғаһы кеүек”.
   Өйҙән айырылған ваҡытта (ҡайҙа ла булһа барырға сығып киткәндә) доға ҡылыу тейешлелер (“Аятүл-Күрси’’-не уҡыу яҡшы булыр).
   Риүәйәт ҡылдылар: Аятүл Көрси ингәс, һынымдар (идолдар, тәреләр) батшалар йөҙҙәренә ауҙылар, таждары баштарынан төштө һәм шайтандар барып Иблискә хәбәр бирҙеләр. Иблис әйтте: “Мәдинәгә барып ҡарағыҙ”. Мәдинәгә барып ҡараһалар, “Аятүл Көрси” ингән. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: “Һәр кем намаҙ һуңында “Аятүл Көрси”-не һәр ваҡыт уҡыһа, ул кешене үлемдән башҡа нәмә йәннәткә инеүҙән тыймаҫ”, — тине. Әмин.
   Биш ваҡыт намаҙ уҡығандан һуң, һәр береһендә доға ҡылыу тейешлелер;
   Ҡөрьән хәтем иткән ваҡытта доға ҡылыу тейешлелер;
   “Ихлас” (“Ҡулһүүаллаһ”) сүрәһен уҡығандан һуң доға ҡабул булыр.
   Риүәйәттер: “Жәбраил фәрештәнең ҡанатында” * Ҡуль һүүәллааһү әхәд”, Исрафил фәрештәнең ҡанатында “Аллаһүс-сәмәд”, Микаил фәрештәнең ҡанатында “Ләм йәлиде үә ләм йүүләде”, Ғазраил фәрештәнең ҡанатында “Үә ләм йәкүл-ләәһүү күфүүән әхәд”, тип яҙылғандыр.
   Хәбәрҙә килә: “Бер кеше төшөндә 100 күгәрсендең 99-ын башһыҙ итеп, береһен генә башлы итеп күргән”. Ул төш юраусыға барған һәм төшөн һөйләгән. Төш юраусы әйткән: Һин “Ҡульһүүаллаһ” сүрәһен уҡығанда һәр бер “Ҡульһүүаллаһ” уҡыған һайын “бисмилләһ” әйтеп уҡымағанһың, береһен генә “бисмилләһ» әйтеп уҡығанһың”, — тигән.
   Мосолман йәмәғәттәре күп йыйылған урында доға ҡабул булыр (мәсеттә).
   Әнғәм сүрәһендә ике ләфҙәтуллаһ араһында доға ҡабул булыр (Ҡазан баҫмаһы Ҡөрьәнендә 131-се бит, 124-се аят, аҫтан 5 юл).
   Ямғыр яуған ваҡытта доға ҡабул булыр, уның өсөн ул ямғыр Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә биргән рәхмәтелер.
   Вәғәз, зикер мәжлестәрендә доға -ҡабул булыр.
   Әтәс ҡысҡырған ваҡытта доға ҡабул булыр.
   Сәхәбәләр әйттеләр: “Эй, рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм! Беҙ ҡасан доға ҡылһаҡ доғаларыбыҙ ҡабул булыр икән?” — тип.
   Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә был аятты индерҙе:
   “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим... үә иҙәә сә.әләкә ғибәәдии ғәннии фә иннии ҡарииб, үжиибү дәғүәтәддәәғии иҙәә дәғәән... (“Бәҡара” сүрәһе, 185 аят).
   Мәғәнәһе: “Эй, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм! Әгәр минең ҡолдарым һинән һораһа, доғаларын ҡабул итеүем хаҡында. Ҡабул ҡылырмын доға ҡылыусының доғаһың ҡайһы ваҡыт ҡылһа ла, ләкин: (... фәл-йәстәжиибүү лии...) яуап бирһендәр миңә мөьминдәр ғибәҙәт менән (биш ваҡыт намаҙ уҡыһындар, ураҙа тотһондар, зәкәттәрен бирһендәр).
                                                             Рисәләт гәзитенән 2012 йыл №9 “Дәғүәт” нәшриәте