Салауат (маҡтау)

   Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ҡөръән Кәрим китабында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә салауаттар әйтеү әмер ителгән: “Һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә һәм уның фәрештәләре пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Әй мөьминдәр! Һеҙҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы тәслимәт менән сәләм бирегеҙ”. (Әхзәб сүрәһе, 56 аят).
   Пәйғәмбәргә салауаттар әйтеүҙең бик сауаблы булыуы хәҙистәрҙәндә билгеле.
   Бер көндө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре янына көләс йөҙ менән килеп үҙенең шатлығын аңлатҡан: Джәбрәил фәрештә килеп: “Йә, Мөхәммәд! Өммәтеңдән бер кеше һиңә бер салауат килтергәнгә ун салауат, бер сәләм килтергәнгә ун сәләм килтереүемә риза булырһыңмы? – тине. Бына шул сәбәптән мин дә һөйөндөм” – тигән пәйғәмбәр.
   Пәйғәмбәребеҙ тағы бер хәҙисендә: “ Миңә бер салауат әйткән өсөн, фәрештәләр ун мәртәбә истиғфар итәрҙәр. Шулай булғас теләгән кеше салауатты аҙайтһын, теләгәне күбәйтһен”.
   Икенсе бер хәҙистәрендә: “Инсандарҙың миңә иң яҡыны – миңә күп салауат әйткәнелер", «Мин иҫкә алынғанда миңә салауат килтермәгән кеше – иң һаран кешелер”, “Миңә йома көндәрендә күп салауат әйтегеҙ”, “ Ер йөҙөндә әйләнеп йөрөгән фәрештәләр бар, улар өммәтемдең сәләмен миңә еткерерҙәр”.
   Салауат шәрифтәрҙе һәр кемгә күп уҡыу-әйтеү тейешлелер. Салауат шәрифте күп уҡыу әфәт үә бәләләрҙән һаҡлар, фәҡирлектән имен булыр өсөн үә хәйерле маҡсаттарға, шатлыҡтарға ирешеүгә оло сәбәп булыр.
   “Бәндәләрҙең Ҡиәмәт көнөндә миңә иң артығырағы – салауат шәрифте күберәк әйтеүселер” – тине пәйғәмбәребеҙ.
   Ошо аят һәм хәҙистәрҙән аңлашылғанса, берәй мәжлестә, йәки бер ерҙә Пәйғәмбәребеҙ исемен телгә алынғанда “Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә үә нәбиййинәә Мүхәммәд” тип, уны сәләмләргә кәрәк.
 

                                                          Салауаттар

   “Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә Әәдәмә үә Нүүхин үә Ибрааһиимә үә Мүүсә үә Ғыйсә үә мәә бәйнәһүм минән-нәбийиинә үәл мүрсәлиинә саләүәәтүллаһи үә сәләәмүһү ғәләйһим әждмәғыйнә”.
   Мәғәнәһе: Йә, Аллам! Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, Әҙәм, Нух, Ибраһим, Ғайса, Муса, ғәләйһис-сәләмдәр үә килеп киткән барса пәйғәмбәрҙәргә рәхмәт, ихсан әйлә.
   Ғәйшә (р.г) пәйғәмбәребеҙҙән риүәйәт ҡылды: Берәй кеше ошо салауатты йоҡоға ятыр алдынан уҡыһа, уға бөтөн пәйғәмбәрҙәр шәфәғәт итерҙәр. Ошо салауатты әйткән кешеләр барса пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешерҙәр, пәйғәмбәрҙәр шәфәғәтенә ирешкән кешенең бара торған урыны – йәннәтер.

  “Аллаһүммә салли үә сәллим ғәләә шәфииғинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә сахбиһи әждмәғыинә».
   Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Шәфәғәтсебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһленә үә сәхәбәләренә, йәмәғәтенә рәхмәттәр үә сәләмдәр әйлә.
   Был салауатты йома намаҙына тиклем уҡыған кеше йәннәттә үҙенә һанауһыҙ, сикһеҙ ниғмәттәр табыр.

   “Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсъхәәбиһи әфзалә саләүәәтикә ғәдәдә мәғълүүмәтикә үә бәәрик үә сәллим тәслиимән кәзәәликә.
   Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Һинең бөтөн һанауһыҙ ниғмәттәрең менән әфәндебеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә, әһленә үә сәхәбәләренә, өммәтенә рәхмәттәрендең иң өҫтөнлөгө менән рәхмәт әйлә. Шулай уҡ хәйерле бәрәкәттәр үә сәләм ихсан ит.
   Йәннәт әһеле булырға теләгән кеше был салауатты ахшам намаҙында 10 -ар мәртәбә үә иртәнге намаҙҙан һуң 10 мәртәбә уҡыһын.

   “Аллаһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә әнҙилһүл муҡғәдәл муҡаррабә ғиндәкә йәүмәл ҡыйәәмәти”.
   Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Хәбибең Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә салауат әйт үә уны Ҡиәмәт көнөндә Үҙенә яҡын урындан ҡыл.
   Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм: “Кем ошо салауатты уҡыһа уға шәфәғәтем вәжиб булыр” – тип әйтте. Был салауатты ятлап һәр көн көсө еткәнсә уҡыһын.

   “Аллаһүммә салли үә сәллим үә бәәрик ғәләә мәй-исмүһү сәййидүнәә...”.
   Мәғәнәһе: Аллам! Кемдең исеме әфәндебеҙ Мөхәммәд, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, уға салауаттарыңды, сәләмеңде еткер һәм уға бәрәкәт бир”.

   “Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә ғәләә әәлиһиии әджмәғиин. Сәләәтән дәәәъимәтән тәәммәтән иләәә йәүмид-диин. Үәлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәләмиин”.
   Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә уға (Бәйғәмбәребеҙгә) һәм уның ғаиләһенә Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр саҡ камиллашҡан салауаттар һәм сәләмдәр насип итһен. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға маҡтау.

   “Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинә Мүхәммәд үә ғәләә әәлиһи”.