Архив рубрики: Дин

Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре

                                 Ғәйет көнөнең сауаплы ғәмәлдәре
     Ғәйет намаҙына сәхәрҙән һуң ураҙалағы кеүек эсмәй-ашамай барыу – бик күркәм эштер, ваҡыты шул – ураҙалағы кеүек , ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алдан (иртәнге намаҙға ун минут ваҡыт ҡалғансы, ә инде аҙан ишетһәгеҙ – ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп, ашап ҡуйығыҙ). Ғәйет намаҙы уҡылғас, ризыҡ ҡабыу сауаплы.

     Ғәрәфә көнө төнөндә намаҙын уҡып, көнө ураҙала үткәргән кешегә Аллаһы Тәғәлә мәғфүр дәрәжәһен бирер һәм хажиҙар сауабын насыйп итәр. Быға фәрештәләр шаһит булырҙар һәм шатлыҡтарынан ул кешегә доға ҡылып торорҙар. Читать далее

Ҡорбан салыу тәртибе

                                           Ҡорбан салыу тәртибе

     Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: "Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда ҡорбан (ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа «Кәүҫәр» (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ.

     Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар — ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”, — тип әйтелгән. Читать далее

Ҡорбан малы

                                               Ҡорбан малы

     Пәйғәмбәребеҙҙең Мөхәммәд ғәләйһиссәләм; «Матди хәле яҡшы булған хәлдә лә ҡорбан салмаған (кеше) мәсетебеҙгә яҡын килмәһен» тигән һүҙе лә бар. Тағы ла бер хәҙистә әйтелә: «Ҡорбанға эрерәк хайуанды боғаҙлағыҙ. Ысынында, уларға атланып сират (күперенән) сығарһығыҙ».
     Ниндәй хайуандар ҡорбанға салына? Ҡорбанға (ошонда баҫ) мөмкин булған тиклем яҡшыраҡ, һимеҙерәк хайуанды салыу хәйерлерәк һәм сауаплыраҡтыр. Ислам тәғлимәте буйынса ҡорбанлыҡҡа түбәндәге хайуандар яҡшы:
Читать далее

Ҡорбан

                                                 Ҡорбан.

     Ҡорбан — Аллаһ Тәғәләгә билгеле бер ваҡытта йөрәк күңеллебеҙ менән яҡынайыу ниәте менән салынған мал-тыуар. Ул билгеле ваҡыт – Ҡорбан байрамы көндәре. Ҡайһы бер ғибәҙҙәтәр тән менән булһа, был ғибәҙҙәт мал менән үтәлә торған ғибәҙҙәттән булып һанала.
     Ҡорбан барыһынан да алда Аллаһ әмер иткәне өсөн салына. «Хаж» сүрәһендә әйтелә: «Беҙ һәр өммәткә Аллаһ тарафынан ризыҡ булараҡ бирелгән хайуандарҙы салғанда, Аллаһ исемен иҫкә алһындар тип, үҙен ҡорбан үтәү ғибәҙәте ҡуйҙыҡ (билдәләнек)...» («Хаж», 22/34).
     Беҙҙең Әбү Хәнифә мәҙһәбендә ҡорбан салыу вәжеп ғәмәл (үтәлергә тейеш, үтәмәһән гонаһлы булаһын). Дәлиле; Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә «Кәүҫәр» сүрәһендә Ҡорбан салығыҙ тип әмер иткән; Читать далее

Бәйғәмбәребеҙ васыятнәмәһе

                              Бәйғәмбәребеҙ васыятнәмәһе
   

   Ошо бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, васыятнәмәһенә битараф булмағыҙ, уҡығыҙ һәм башҡаларға еткерегеҙ. Бынан башҡа интернеттә ошондайыраҡ темалар килеп сыға, унда күпләп таратығыҙ, шунса сама тип, (штук), шуны эшләмәһәгеҙ гонаһ булырһығыҙ тип, тамуҡҡа эләгерһегеҙ тип. Былары шул кешеләрҙең артыҡ ҡыланыуы, ундай нәмә беҙгә көсләп йөкмәтелмәгән, динебеҙҙә көсләү юҡ. Беҙҙең гонабыҙ — Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡанын үтәмәүҙә һәм тыйғанынан тыйылмауҙа, шулай уҡ хәбәрҙә булып — Уның Ҡөръәненән, шуны башҡаларға еткермәүҙә, балаларыбыҙҙы динһеҙ үҫтереүҙә...

   Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Мәҙинә ҡалаһынан Мәккә ҡалаһына килгәс, рухтарға бағышлап Ҡөръән уҡып ултырғанда Малик хәҙрәт сәләм бирә. Рәсүлебеҙ, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, Малик хәҙрәткә: Читать далее

«Бисмилләһи» хикмәте

                             "Бисмилләһи" хикмәте

   “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ Тәғәлә исеме менән тигәнде аңлата. Мосолман кешегә һәр эштең, һәм башҡа ниәттең башында «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахим» де әйтер кәрәк. Щәфҡәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым, Аллаһ Тәғәлә бер һәм бар тип белеп, Уның көс-ҡөҙрәтенә инанып, Унан ярҙам һорап. Аллаһ Тәғәләғә һыйынып башҡарыу күркәм сифаттарҙан һанала, маҡтауғала лайыҡ булыр.

   Әбү Һөрәйрә һүҙҙәренән хәбәр ителгән хәҙистә Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ошолай тип әйткән: “Әгәр Аллаһ исеме менән башланмаһа, теләһә ниндәй мөһим эш хәйерле булмаҫ”. Сөнки бар нәмә беҙгә Аллаһ Тәғәләнәң бирелгән, һәр һулаған тыныбыҙға хәтле, һәр күргән бар нәмә, ашаған ризығы, эскән һыуы, йәшәгән еренә тиклем Уныҡы. Читать далее

Ҡөръән ҡушҡанса йәшәү

имам-мухтасиб Ахмат хазрат

     Һеҙҙең иғтибарға Әбйәлил районының Асҡар район-үҙәк мәсетенең имам – мөхтәсибе Әхмәт хажи Шәйәхмәтовтын “Йондоҙ” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен тәҡдим итәм.
                              Ҡөръән ҡушҡанса йәшәү
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәәләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһиссәләм үҙенең бер хәҙисендә: «Өйҙәрегеҙҙә Ҡөрьәнде мөмкин ҡәҙәр күберәк уҡығыҙ. Сөнки Ҡөръән уҡылмаған өйҙә яҡтылыҡ әҙ, яманлыҡ күп була һәм унда күңелһеҙ үә борсоулы йәшәйҙәр», — тигән. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнен аңлау өсөн, моғайын, ошо хәҙис тә етәлер. Читать далее

Йәсин сүрәһе тәфсире

                                       Йәсин сүрәһе тәфсире.

   Беҙҙең халыҡ Йәсин һүҙен ишетһә ҡурҡып, шомланып китә, хатта шул сүрәнең уҡыуын ишетмәҫ өсөн ҡайһы берәүҙәр Ҡөръән мәжлестәренә лә бармай. Нимә яҙылған һуң унда? Әйе, әйтелгән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм тарафынан үлеләргә уҡығыҙ тип. Ләкин Ҡөръән аяттарын мәрхүмдәр ишетәме? Юҡ, тик әжер-сауабтар ғына уларға барып етә. Был Йәсин сурәһендә тереләр уҡыһындар һәм фәһем алһындар тип, Аллаһ Тәғәлә тарафынан беҙгә Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ебәрелгән аяттар бит. Йәсин сүрәһе ул – Ҡөръәндең йөрәге, тип әйтәләр. Был сүрәлә бар донъя, ғәлләм, тарих, беҙҙән алда булған кеше ҡәүемдәре тураһында һүҙ бара. Уҡығыҙ, ишетегеҙ, белегеҙ һәм әҙер барығыҙ Аллаһ Тәғәлә янына, донъяға батып Хоҙайҙы онотмағыҙ – хәбәр шул хаҡта. Читать далее

Шәүүәл айы

                                                 Шәүүәл айы
     Рамаҙан айының һуңғы көндәре артынан Шәүүәл айы килә. Исеме ғәрәбтәрҙең илбашына бәйле. Бәни Ғайса ҡәбиләһенең Әнуш исемле шаһы булған. Ул ғүмеренең күберәк өлөшөн тәбиғәттә — сахраларҙа, урмандарҙа йөрөп төрлө бөжәк-ҡуңыҙҙарҙы эҙләп, уларҙың тән төҙөлөшөн, төрҙәрен өйрәнеп ваҡытын шуларға арнаған булған. Бер сәйерлеге, бар башҡа ғәлимдәргә хас — ул ғүмерен, диңгеҙ буйында йәшәргә тейешле кегәүен ҙурлығындағы йәшел себен эҙләй. Көндәрҙән бер көндө, ҡояш байығас, диңгеҙ буйында тап шул себендәрҙең өйөрөн күрә һәм ғәжәпләнеп ҡысҡырып ебәрә: «Мә һәҙәл шәүүәлә». «Бына ниндәй асыш!» мәғәнәһендә. Был — ул ваҡытта «Туван» тип аталған айҙың аҙағы көнө була һәм Әнуш шаһ был айҙы ошо асыу хөрмәтенә «Шәүүәл» тип атай.

     Шәүүәлдең айының беренсе көнө ғәрәптәрҙә (ҡайғы-хәсрәт, ҡурҡыныслыҡ, уңышһыҙлыҡ) көнө тип иҫәпләнә. Шуға күрә был көндө донъя менән мәшғүл булыуҙы ҡуйып, доға-ғибәҙҙәттә булыу сауаплы һанала. Читать далее

Ғәйет алдынан

                                          Ғәйет алдынан
   

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ғәйет байрамдын нисек үткәргән? Рамаҙан айы ураҙаһы тамамланғас ҡайһы бер кешеләр ғәйет намаҙы үткәнсе ашамай-эсмәй торалар. Ошо ғәйеттән һуң ауыҙ асалар. Был дөрөҫ түгел. Улар бит сәхәр ашағас, ниәттәре ураҙаға иртән таңдан киске аҡшамға тиклем бит. Ә ғәйет байрамы төштән алда бит, кис ҡояш байығас түгел. Нимә килеп сыға? Улар ниәтләнгән ураҙаларын боҙоп, көндөҙ ашап-эсәләр. Шулай килеп сыға. Пәйғәмбәребеҙ ғәйет көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән. Сөнки был байрам көндәре, ашау-эсеү мәжлестәре үткәрелә. Ғәйеттәр үткәс, тотоғоҙ, Рамаҙан айында тултырылмаған ураҙаларығыҙҙы ла ҡаза итеп тотоғоҙ. Ә кем инде ошо ғәйет көндәре таңдан ураҙаға ниәтләнеп, ғәйеттән һуң ауыҙ аса икән – ул яңылыша, ураҙаһы боҙола, шуның өсөн ошо көндөң ураҙаһын ҡаза ҡылып берәй көн тотор кәрәк. Нисә йыл яңылышып үткәргәнегеҙ икән шулайтып, шул ғәйет көндәре ураҙаларын ҡаза ҡылыр кәрәк. Читать далее