Архив метки: Йасин

Йәсин сүрәһе тәфсире

                                       Йәсин сүрәһе тәфсире.

   Беҙҙең халыҡ Йәсин һүҙен ишетһә ҡурҡып, шомланып китә, хатта шул сүрәнең уҡыуын ишетмәҫ өсөн ҡайһы берәүҙәр Ҡөръән мәжлестәренә лә бармай. Нимә яҙылған һуң унда? Әйе, әйтелгән пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм тарафынан үлеләргә уҡығыҙ тип. Ләкин Ҡөръән аяттарын мәрхүмдәр ишетәме? Юҡ, тик әжер-сауабтар ғына уларға барып етә. Был Йәсин сурәһендә тереләр уҡыһындар һәм фәһем алһындар тип, Аллаһ Тәғәлә тарафынан беҙгә Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ебәрелгән аяттар бит. Йәсин сүрәһе ул – Ҡөръәндең йөрәге, тип әйтәләр. Был сүрәлә бар донъя, ғәлләм, тарих, беҙҙән алда булған кеше ҡәүемдәре тураһында һүҙ бара. Уҡығыҙ, ишетегеҙ, белегеҙ һәм әҙер барығыҙ Аллаһ Тәғәлә янына, донъяға батып Хоҙайҙы онотмағыҙ – хәбәр шул хаҡта. Читать далее