Архив метки: Гайет

Ғәйет алдынан

                                          Ғәйет алдынан
   

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ғәйет байрамдын нисек үткәргән? Рамаҙан айы ураҙаһы тамамланғас ҡайһы бер кешеләр ғәйет намаҙы үткәнсе ашамай-эсмәй торалар. Ошо ғәйеттән һуң ауыҙ асалар. Был дөрөҫ түгел. Улар бит сәхәр ашағас, ниәттәре ураҙаға иртән таңдан киске аҡшамға тиклем бит. Ә ғәйет байрамы төштән алда бит, кис ҡояш байығас түгел. Нимә килеп сыға? Улар ниәтләнгән ураҙаларын боҙоп, көндөҙ ашап-эсәләр. Шулай килеп сыға. Пәйғәмбәребеҙ ғәйет көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән. Сөнки был байрам көндәре, ашау-эсеү мәжлестәре үткәрелә. Ғәйеттәр үткәс, тотоғоҙ, Рамаҙан айында тултырылмаған ураҙаларығыҙҙы ла ҡаза итеп тотоғоҙ. Ә кем инде ошо ғәйет көндәре таңдан ураҙаға ниәтләнеп, ғәйеттән һуң ауыҙ аса икән – ул яңылыша, ураҙаһы боҙола, шуның өсөн ошо көндөң ураҙаһын ҡаза ҡылып берәй көн тотор кәрәк. Нисә йыл яңылышып үткәргәнегеҙ икән шулайтып, шул ғәйет көндәре ураҙаларын ҡаза ҡылыр кәрәк. Читать далее