Архив рубрики: Дин

Фитыр саҙаҡаһы

                                                     Фитыр саҙаҡаһы
      Фитыр саҙаҡаһы ла, зәкәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә.
     Байлығы булған һәр мосолманға фитыр биреү вәжиб. Балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирергә тейеш. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Фитыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһларҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешең өҫтөнән фитыр төшөрөлмәй, хатта үлгәс тә үтәлергә тейеш. Үҙе бирмәһә, уның вариҫтары бирә (гүр саҙаҡаһы). Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була.

     Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.) Читать далее

Ҡәҙер кисе

                                                      Ҡәҙер кисе

     26-сы рамаҙан көнө, 8 май (2021) — ҡояш байыу менән Аллаһ Тәғәлә бойорһа,   Ҡәҙер кисе – Ләйләтүл-Ҡадр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисе хаҡында – Ошо кисте изге Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнең бер таҡ кисендә эҙләгеҙ – тигән.

     «Рамаҙан — Ҡөрьән индерелгән ай...» Ҡөрьәндең инә башлаған ваҡыты — Ҡәҙер кисе. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минең өммәтемә Аллаһ уға тиклем йәшәгән бер халыҡҡа ла бирмәгән Ҡәҙер кисен индерҙе», — тигән.«Уны — Ҡөрьәнде — Беҙ мөбәрәк бер кистә индерҙек, — тиелә аяттарҙа, — һәм хикмәтле нәмәләрҙең бөтәһе лә ошо кистә хәл ителә». Бәндәләрҙең алдағы бер йылға тәғәйенләнгән ғәмәлдәре һәм яҙмыштары билдәләнә. «Әд-Духан» («Төтөн») сүрәһе, 3—4-се аяттар«Әл-Ҡәдр» йәки «Тәҡдир» сүрәһен уҡыу элек-электән бик сауаплы ғәмәлдәрҙән һаналған. «Был сүрәне уҡыған кеше, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — Рамаҙан айы дауамында ураҙа тотҡан һәм Ҡәҙер кисен ғибәҙәттә үткәргән кеше тиклем үк сауап ала».

       — Ә һуң доғаның был кистә ниндәйен уҡырға кәрәк? — тип пәйғәмбәребеҙҙән һорай хәҙрәте Ғәйшә. Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм уға ошо доғаны өйрәтә. Читать далее

Рамаҙан айы

                                                 Рамаҙан айы
     Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһү ғәләйһис-сәләм әйтте: Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә фарыз ҡылды Рамаҙан айында ураҙа тоторға, дәхи сөннәт ҡылды кистәрен уяу торып, тәрәүих намаҙы уҡырға. Әгәр бер кеше Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, һауаб өмөтөндә ураҙа тотһа үә ғибәҙәт ҡылһа, Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә ул кешенең барса гонаһларын ярлыҡар, әсәнән яңы тыуғандай булып ҡалыр үә тамуҡ утыннан ҡотолор. Әгәр был ай башланғаны өсөн ҡайғырһа Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәнен тамуҡ утына хәрәм ҡылыр.

     Был айҙағы бер фарыз намаҙ уҡыу башҡа айҙарҙа етмеш фарыз ҡылған кеүек булыр.
Был айҙа нәфел намаҙы уҡыу башҡа айҙарҙа фарыз намаҙы ҡылған кеүек булыр. Был ай шундай шәрәфәтле айҙыр, һигеҙ ожмах ишектәре асылыр, йәғни был айҙа вафат булған кеше ожмахлы булыр. Читать далее

Ифтар

                                                    Ифтар

     Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Тупаҡ ауылы халҡы ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы. Әлеге ошо биттә шул ифтар тураһында яҙып үтәйем. Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә.

     Бәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм йәшәгән заманда сәхәбәләренә ( шул ваҡытта йәшәгән һәм Мөхәмәд ғәләйһиссәләмде күргән, тыңлаған, аралашҡан кешеләр) Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше муйынын йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән. Читать далее

Тәрәуих намаҙын уҡыуҙың хасийәттәре

                      ТӘРӘҮИХ НАМАҘЫН УҠЫУҘЫҢ ХАСИЙӘТТӘРЕ

   Хәҙрәти Ғәли раҙиаллааһынан риүәйәттер: - Рамаҙан айында уҡылған тәрәүих намаҙының фазиләттәре:

БЕРЕНСЕ КИСТӘ бер мөъмин тәрәүих намаҙын уҡыһа — ярлыҡаныр уның барлыҡ гонаһтары. Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәлә һинең ғәмәлдәреңде ҡабул итеп, өмөт иткән дәүләткә ирештерер һәм гонаһтарыңды ярлыҡар.

ИКЕНСЕ КИСТӘ УҠЫҺА — Хаҡ тәғәлә хәҙрәттәре әсәһенең һәм атаһының гонаһтарын ярлыҡар.

ӨСӨНСӨ КИСТӘ УҠЫҺА — фәрештәләр әйтерҙәр: «Йә мөъмин! Аллаһ Тәғәлә һинең ғибәҙәтеңде ҡабул итеп, гонаһтарыңды ғәфү- мәғфирәт итте», -тип. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы

                          Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы
   

   Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙа тотоуҙары ирҙәрҙен ғибәҙҙәтенән бер аҙ айырыла.Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙҙы һәм ураҙаны нисек үтәргә икәнлеген әллә ни аңлап етмәй. Ҡайһы берҙәре намаҙҙы ҡартайғас (климакс) башланғас уҡыр кәрәк тип яңылыша һәм башҡа төрлө уйҙырма фекерҙәргә килә. Бәлиғ булған кешеләргә намаҙ һәм ураҙа тотоу фарыз (үтәлергә тейеш). Шәриғәт буйынса ир кешеләрҙен ун ике йәштәрендә ир-егетлек ғәләмәттәре беленһә, бәлиғ булалар, ҡыҙҙар әгәр ҡатын-ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленһә, туғыҙ йәштәрендә бәлиғ булалар. Әммә ирлек, ҡыҙлыҡ ғәләмәттәре беленмәһә, ир балаларҙа, ҡыҙ балаларҙа ун биш йәшкә етмәйенсә бәлиғ тип иҫәпләнмәйҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙын физиологик үҙенсәлектәренә ҡарап Ислам дине был хаҡта ни әйтә, шул турала бер аҙ хәбәрҙән булығыҙ. Читать далее

Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре

                                     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре
   

     Аллаһ Тәғәлә насыйп иткәс бына Рамаҙан айы етеп Ураҙа тотоу ваҡыты етте. Кемдәр иғтибар иткән үткән йылдарға — Рамаҙан айы ошо йәйге эҫе осорҙа гел һалҡын килә, Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға үҙенең рәхимлеген күрһәтә. Был ураҙа тотмаусыларға ишара, һиҙһендәр, аңлаһындар — тип. Аҙаҡ Аллаһ әйтер – бәндәм һин ураҙала булһын өсөн көндәрҙе һалҡын тотом, ни эшләп үтәмәнең, язаһын ал тиер. Ошо мәл, ошо йәйге ураҙа осоро, утыҙ йылдар тирәһе генә үткәс әйләнеп килә. Шуға көс-ҡеүәт бар саҡта, иң оҙон йәй көнө ваҡытында ураҙа тотоу үҙе бер бәхет. Ҙур һынауҙы үтеп, нәфсене тыйып Аллаһ Тәғәләғә һыйыныу. Кеше үҙенең нәфсеһен тыйып тороп тәрбиәләнһә ике донъя һөйөнөсөн алыр. Әгәр шул нәфсене тыймаһа, күп насарлыҡтарға тарыр. Шул нәфсе ришүәт алдыра, урлаштыра, кеше малын талауға этәрә. Күп йүнһеҙлектәрҙең башы — нәфсенән тыйыла алмай йәшәүҙә.

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: «Кешенең тәбиғәте шулай — әгәр бер соҡор алтын бирһәң туймаҫ, тағы ла бер соҡор теләр. Уның ауыҙың бары тик (ҡәбер, тупрағы ғына туйҙырыр). Һәр кешенең нәфсеһе туймаҫ, бер ҡасанда етте — тип әйтмәҫ...» Читать далее

Ураҙа

                                                     Ураҙа
     Ураҙа һүҙе — ғәрәбсәнән тыйылыу тигәнде аңлата, үҙ нәфсебеҙҙән Рамаҙан айында тыйылып тороуыбыҙҙы аңлата. Рамаҙан айы — рәхмәт, мәғфирәт, сабырлыҡ айы, ризыҡтың ҡәҙерен, меҫкен-йәтимдәрҙең хәлен белә торған ай. Сабыр итә торған, изгелектәрҙе күп ҡыла торған ай.

     Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй, иман килтергән бәндәләрем, сәләмәт, ғәйрәтле, көслө, ҡеуәтле, аҡыллы хәлегеҙҙә Рамаҙан айына ирешһәгеҙ, ураҙа тотоғоҙ». Ошо айҙа Аллаһ Тәғәлә беҙҙең имандарыбыҙҙын ныҡлығын, күңел ихластарыбыҙҙы һәм Уға булған мөхәббәтебеҙҙе ризыҡ һәм башҡа нәмәләрҙән тыйылыу менән һынай. Ҡайһы бер бәндәләр хәрәмдән тыйыла алмаған ваҡытта, беҙ хәләл булғандан тыйылып, бер Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, ураҙа тотабыҙ, ашау-эсеүҙән ваз кисәбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең тоғро бәндәләре икәндәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Элек әбей-бабайҙарыбыҙ йәйҙен иң эҫе, оҙон көндәрендә лә ураҙаларын ҡалдырмағандар. Астан үләбеҙ тип, ҡурҡмағандар, тәртипле, тәүфыҡлы, динле булғандар һәм бына ошо Ислам динен беҙгә килтереп еткергәндәр. Читать далее

Бәраәт кисе

                                               Бәраәт кисе

   Ошо Шағбан айынын ун бишенсе кисендә (Бәраәт кисе) Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмгә килде лә әйтте: “Йә, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм)! Ғафил булма, был кистә рәхмәт ишектәре асыла торған кистер. Ҡулдарынды күтәреп, доға ҡылып, изгелектәр теләгеҙ”, — тип әйтте.

   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Әй, Джәбрәил, Был ниндәй фазыйләтле кисәлер?” – тигән.

   Джәбрәил ғәләйһис-сәләм фәрештә: “Әй, Мөхәммәд (ғәләйһис-сәләм). Был кистә өс йөҙ рәхмәт ишеге асылыр. Аллаһ Тәғәлә һәр мосолман бәндәне, мәгәр ун төрлө төркөмдән башҡа, әгәр тәүбә ҡылмаһалар ярлыҡамаҫ: сихерсыны, күрәҙәлек ҡылыусыны, бер мосолман менән үпкәләшеп, һөйләшмәй йөрөгәнде, йәғни үпкә-асыу тотоусыны, иҫерткес эсеүҙе дауам итеүселәрҙе, зинаһы ҡылыусыны, әҙәмдәргә процент өсөн аҡса биреүсене, ата-әсәһен рәнйетеүсене, кеше үлтереүсене, үҙенең ҡәрҙәше менән талашҡан кешене. Әгәр, ошо кешеләр ысын күңелдән тәүбә ҡылып, был эштәренән ваз кисһәләр, уларҙы ярлыҡар”. Читать далее

Ҡөрйән викторинаһы

            Ҡөръән викторинаһы һорауҙары

Ҡөръән викторинаһы ярыштарына әҙер материал.

Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү. Ҡәҙерле уҡыусы, әгәр Ҡөръән ярыштары үткәрәбеҙ тиһәгеҙ – әҙер һорау-яуаптар динебеҙ буйынса

1. Һорау; Һин мосолманмы?
Яуап: Әлхәмдүлилләһ, мосолманмын!

2. һорау: Мосолманлыҡ нимәне аңлата?
Яуап: Аллаһты бар һәм бер тип белеү, Ҡөръән Кәримде һәм Мөхәммәт саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде таныу.

3. һорау: Раббың кем?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә. Читать далее