Архив рубрики: Дин

Ҡатындың иренә ҡарата бурыстары

ПОСЛОВИЦЫ
     Ҡатындың иренә ҡарата бурыстары

     Халыҡ араһында исламда никах ҡоллоҡҡа бәрәбәр: ҡатын ҡолбикә кеүек иренә гел бойһонорға, уның бойороҡтарын үтәп, йәшәргә тейеш, тигән фекер йәшәй. Бының менән, әлбиттә, килешеп булмай, ләкин шулай ҙа, ирҙең хатынына ҡарата хаҡтары күп. Был турала беҙгә күп, хәҙис шәрифтәрҙә хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә хәбәр итә.

     Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм әйтте: «Һәр бер ҡатын үлгәндә, ире унан разый булып ҡалһа, ул ҡатын йәннәткә керәсәк». Читать далее

Ҡәберҙәге тормош

могилы        Ҡәберҙәге тормош

     Әҙәм балаһы ошо донъянан үтеп, мәрхүм булғас, ҡәбер һорауы алынғас ҡайҙа эләгә һуң? Үлгәндән һуң кеше тура Ожмағҡа, йә Тамуҡҡа инмәй әле. Ҡиәмәт көнөнә саҡлы әрүахтәрҙең урыны Бәрзәхтә. Шул хаҡта Сәләх Суҡбаев һәм Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт хәҙрәттең «Дин ул – нәсихәт» китабынан алынған өлөштө уҡып үтегеҙ...

     Бәндәләргә Ҡөрьән үҙен уҡып ҡына тороу, аңлау, Аллаһтың бойорғандары һәм тыйғандары тураһында уйлана белеү өсөн индерелгән.

     Ҡөръән өйрәтә: "Уларҙан — динһеҙҙәрҙән — кем дә булһа берәүгә әжәле етеп, гүр эйәһе булһа, Аллаһы Тәғәләгә ул: ”Эй, Раббым! Мине тормошома кире ҡайтар. Шул саҡта мин дә, бәлки, йәшәгән йылдарымда эшләп өлгөрмәгән игелектәрҙе эшләп ҡалыр инем, — тип ялыныр.

     Юҡ иңде. Былар бөтәһе лә буш һүҙ. Улар төйәк иткән серле донъяла — Бәрзәхтә — артына тотҡарлыҡтар ҡороп ҡуйылған. Тәндәре яңынан ҡубарылыр көнгә тиклем улар шуңда ҡаласаҡ”. "Мөьминдәр” сүрәһе, 99-106 — нсе аяттар. Читать далее

Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре

мавлид     Мәүлид кисәһенең өҫтөнлөктәре

      Хәҙрәти Хәсән Әл-Басрый: «Ни ҡәҙәр теләр инем мин үҙемдә Өхөд Тауы ҙурлығындағы алтын булыуҙы: ул алтынды бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, — уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, мәүлиден уҡытырға тотар инем», — тип әйткән.

     Хәҙрәти Йүнәйед, Әл-Бағдадий, уға Аллаһы риза булһын, былай тип әйткән: ''Кем дә булһа Мөхәммәд бәйғәмбәр, -уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһың, мәүлиденә ҡатнашһа һәм хәленән килгәнсә, ул мәүлидте хөрмәтләһә; иманға ирешкән шикелле булыр.'' Читать далее

Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид

                             Рабиғүл әүүәл һәм мәүлид

     Рабиғүл әүүәл – ғәрәп теленән «Яҙ башы» тигәнде аңлата. Боронғо исеме «Хуан».
Рабиғүл әүүәл айының 12-се көнө Ислам донъяһында оло байрам көнө. Бөтә донъя мосолмандарының ҙур байрамы. Был көндө һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм Рабиғүл әүүәл айынын 12-се көнөндә тыуған (Миләди йыл менән 571-се йылдың 27 апрелендә). Был көн бөтә донъя мосолмандарының донъя үә әхирәт сәғәҙәттәренә сәбәп булған пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең тыуған көнө булыу сәбәпле мөбәрәктер. Ошо көндән башлап донъяға Ислам нуры йәйелгән. Бик күп мөғжизәләр пәйҙә булған.

     Мәүлид — ғәрәб һүҙе, тыуыу тигән һүҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәссәлләм донъяға килгән көнө була. Читать далее

Ожмаҡмы әллә тамуҡ?

                                    Ожмаҡмы әллә тамуҡ?
   

   Әҙәм балаһы гөнаһ эшләһә лә, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә: шул кешене ризығынан яҙырмай, һаулығын алмай, гөнаһларын үҙенә күрһәтмәй, кисекмәҫтән шунда уҡ язаға тартырмай. Ваҡыт бирә: кемгәлер оҙон ғүмер, мал-байлыҡ, матур ғәилә һәм бала-саға... Ә кеше уйлап та бирмәй кемдең донъяһында йәшәгәнен.

   - Әгәр нәфсеңә, шайтанға эйәреп, бер-бер артлы гөнаһ ҡыла ҡалһан, төшөнкелеккә бирелмә, шунда уҡ кисекмәҫтән тәүбә ит, тәүфиҡҡа ҡайт, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә.
                 

                       Шағир Әбү Нәүүәстән:
         

          Фекер йөрөтһәм, гөнаһым күп донъяла тип,
          Рәхмәте Раббымдың гөнаһымдан иркенерәк.
          Изгелектә ғәмәл ҡылыу бер теләгем,
          Алланың рәхмәтенә өмөтләнеү – шул күберәк
          Был донъяға яратты Раббым мине,
          Мин – ҡол Уға, йән-тән менән буйһоноуса;
          Ярлыҡауға ирешә алһам, рәхмәте киң,
          Һин һуңғыһы була ҡалһаң, нишләр инем? Читать далее

Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

                            Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйткән: «Беҙ инде һиңә ҡәҙәр пәйғәмбәрҙәр ебәргән инек. Улар араһында Беҙ һиңә улар тураһында һөйләгәндәре дә, һөйләмәгәндәр ҙә бар».

     Әлеге өҫтәге аят Ҡөръән китабында яҙылған. Бик күп пәйғәмбәрҙәр ер йөҙөнә һуңғы пәйғәмбәр киләсәген белгәндәр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнө алдынан бар халыҡҡа хаҡты еткереү өсөн ебәрелгән рәсүл. Халыҡ бит иң башта пәйғәмбәрҙәргә эйәреп йәшәй торғас биргәс, быуындар алмашына килә, аҙа башлай. Ниндәй генә көслө илдәр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемдең байлыҡҡа батып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәү арҡаһында ер өҫтөнән һөрөләләр. Бына һеҙгә ниндәй ҙур ҡалалар, ныҡ үҫешкән цивилизациялар тураһында көнө-төнө бар мәғлүмәт һөйләй. Ҡайҙа һуң улар? Бар хаҡ Ҡөръәндә яҙылған. Шуға ла кем генә булыуынан ҡарамаҫтан, раса һәм милләтенә, енесенә һәм башҡаһы, уға иман килтереү һәм уның бойороҡтарын үтәү — һәр кешенең бурысы.

     Аллаһ Рәсүле: «Мөхәммәдтең йәне Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм! Был өммәттән кем генә булһала, йәһүд йәки насара (христианин) булһа ла, минең турала ишетеп һәм мин ебәрелгән нәмәгә иман килтермәйсә вафат булһа, ул һис шикһеҙ Ут әһеленән буласаҡ», — тип әйткән. Читать далее

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!

                           

 

 

                          Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҡаты яза!

 

женщины ада
      Әбү Сәғит әйтте: Бер мәл, пәйғәмбәребеҙ ғәйет көнөндә намаҙ уҡый торған урынға сыҡты һәм ҡатын-ҡыҙҙар эргәһенән үтеп барғанда, туҡтап уларға: Әй ҡатын-ҡыҙҙар! Саҙаҡа бирегеҙ! Дөрөҫөн әйткәндә миңә, Ут әһелдәренән иң күпселеге һеҙ икәнлеге күрһәтелде", — тине. Улар: «Ни өсөн, әй Аллаһының илсеһе?», — тип һораны.      Пәйғәмбәребеҙ, әйтте: «Сөнки, һеҙ күп ләғнәт ҡылағыҙ һәм ирҙәрегеҙгә көфөрлек итәһегеҙ. Ҡәҙерҙәрен белмәйһегеҙ, рәхмәтле түгелһегеҙ. Мин, аҡыллы ир-атты аҡылдан яҙҙырырлыҡ, аҡылға һәм дингә кәмселекле булғандарҙан һеҙҙән дә хәтәрерәктер күрмәнем».

     Бер ваҡыт Мөхәмәд ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе Ғәли ҡатыны Фатима (пәйғәмбәрҙең ҡыҙы) менән, хәл белешергә тип киләләр. Шул саҡ пәйғәмбәрҙең ғәләйһиссәләмдең илап ултырғанын күрәләр. Читать далее

Ҡәберҙән ҡубарылыу

                                   Ҡәберҙән ҡубарылыу

2016-10-24_0-32-32_mini

судный день

   

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында: “Әәмәңтү билләәһи үә мәләәәәикәтиһиии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл йәүмил әәхыйри үәл ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минәллааһи тәғәәләә үәлбәғси бәғдәл мәүти“. — Ышандым мин Аллаһ Тәғәлә барлығына һәм берлегенә, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ҡыйәмәт көнөнә, тәҡдирҙең яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһ Тәғәләнән булыуҙан, үлгәндән һуң терелеүгә — тип әйтә. Әйҙәгеҙ ҡәберҙән ҡубарылыу хаҡында уҡыйыҡ.
    Читать далее

мосолман ҡәрҙәштәр!

                                         Эй — мосолман ҡәрҙәштәр!
   Белегеҙ үә аҡыллы булығыҙ! Аҡыл булғандан һуң Аллаһы Тәғәлә фарыз иткән иманды. Бынан һуң биш ваҡыт намаҙҙы фарыз иткән; йән тәндә булып, аҡыл булған мөддәттә (ваҡытта) һис бер кемгәлә намаҙҙы ҡуймак хәлдәр булмаһын, тине.

   Әгәр бер кеше биш ваҡыт намаҙҙы уҡымайса ҡазаға ҡалдырһа, тамуҡта һикһән хоҡыб яныр; бер хоҡыб — һикһән йылдыр, һикһән хоҡыб — алты меңдә дүрт йөҙ ҡырҡ йылдыр.

   Әүәлдәге ғалимдар әйткәндәр: бер кеше биш ваҡыт намаҙға даимсылыҡ ҡылһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә биш төрлө яҡшылыҡ бирермен, тигән. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән

                             Пәйғәмбәребеҙ әйткәндәренән
   Һөйөкле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһиссәлләм әйткән: «Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Гонаһлы эштәрҙән тәүбә ҡылығыҙ. Әҙәмдәрҙең ике фәрештәләре бар — береһе ун яғында, береһе һул яғында. Уң яғындағы ҡылған яҡшылыҡты яҙыр, һул яғындағы насарлыҡты яҙыр, — тигән. Ун яғындағы фәрештә әйтер, һул яҡтағы фәрештәгә, — сабыр ит, яҙмай тор, ете сәғәт көтәйек, бәлки тәүбә итер, гонаһларҙан ҡайтыр, — тип. Фани донъяла иҫән-һау сағында, әжәл фәрештәһе яғаңдан тотҡансы мәңгелеккә китә торған эштәрегеҙҙе ҡылығыҙ, был донъяны баҡый (мәңгелек) тип һанап йөрөмәгеҙ. Зинһар, Әжәл ( ошонда баҫ) килмәҫтән элек тәүбә итегеҙ, гонаһларҙан ҡайтығыҙ. Донъя ҡәбер кеүектер, мәшәҡәттәр күптер, был нәсихәт һүҙҙәрен ҡолаҡҡа һалығыҙ, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе үҙенән айырмаһын. Әмин». Читать далее