Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр

Хәтерҙә тотор хикмәттәр

                                                   Хәтерҙә генә тотор хикмәттәр

    «Файҙалы бер эшкә тотонһаң, ул дауамлы булһын, дауамлы ғәмәлдәр бәндәгә изге ниәттәрен бойомға ашырыу мөмкинлеге бирә».
   Ололар өйрәткән:
   «Ҡулдарығыҙ хәрәмгә ҡағылмаһың, ҡолаҡтарғыҙ, хәрәм тураһында, ишетмәһен, аяҡтарығыҙ хәрәмгә ҡағылышлы ерҙәргә баҫмаһын, ашҡаҙанығыҙға хәрәм инмәһен, телегеҙ юҡ-бар һүҙ һөйләмәһен, бөтә тәнегеҙҙе хәрәмдән һаҡлай күрегеҙ. Һаҡлай белмәһәгеҙ, харап булыуығыҙ бар. Әгәр ҙә күҙҙәрегеҙ, үҙегеҙ ҙә аңғармаҫтан, хәрәм нәмәләрҙе күреп ҡалһа, бында гонаһ юҡ. Әммә күргән нәмәгеҙгә ҡабат-ҡабат ҡарау – гонаһ. Хәрәм нәмә күреү менән ҡараштарығыҙҙы, ситкә йүңәлтегеҙ», — тигән.
   Хәрәмдәрҙән дә хәүефлерәк, нәмә Исламда — ата-әсә хаҡын танымау.
   Үҙенең хаҡ илсеһе Мусаға, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә әйтә: Читать далее →

Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                                Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа

                                      Хәйерхаҡлыҡ һәм саҙаҡа тураһында бер нисә аят
   «Тапҡан малын Аллаһ хаҡына тип тотона белгән кеше бер бөртөктән ете башаҡ үҫтереп, һәр башаҡта бөртөктәр һаны йөҙгә еткән орлоҡҡа оҡшаш: теләгән кешеһенә бит Аллаһ артығы менән ҡайтарып бирә. Аллаһтың бит Рәхмәте киң, Ғилеме оло».
   Хәйриә эштәрен хуплау — уҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыуҙың иң отошло алымы. Шуға ла Ҡөрьәндә риба менән саҙаҡа өләшеү тураһындағы хөкөмдәр һәр ваҡыт бергә, бер-бер артлы бирелә.
   «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Кәсеп итеп тапҡан малдарығыҙҙан йәки һеҙҙең өсөн тип Беҙ үҙебеҙ үҫтергәндәрҙән Аллаһ ризалығы өсөн яҡшыларын ғына бирегеҙ. Бер нимәгә ярамаған, үҙегеҙ алырға тура килгән саҡтарҙа ла ҡыйынһынып ҡына алыр нәмәне кешегә бирергә тырышмағыҙ. Аллаһ бит Ул бер нәмәгә мохтажлығы булмаған Маҡтаулы зат», — ти.
                                                                                           “Әл-Бәҡара” (“Һыйыр”) сүрәһе, 267-се аят
   Имам Садыҡтан ҡалған бер риүәйәттә был аяттың индерелеү сәбәбе яһилиәт заманында риба юлы менән мал тапҡан бер төркөмгә нисбәт ителеүе менән аңлатыла. Был кешеләр тапҡан малынан Аллаһ хаҡына тип хәйриә эштәренә лә өлөш сығара торған була.
   Хәйриә эштәренә ғәҙел юлдар менән табылған малдан ғына өлөш сығарылырға тейеш, тип, Раббылары уларҙы бынан тыя. Читать далее →

Сөләймән пәйғәмбәрҙең яуабы

                                                          Сөләймән пәйғәмбәрҙең яуабы

                                         Дауыт, ғәләйһис-сәләм, ҡиссаһынан бер хикәйәт
   Вафат булыр ваҡыты яҡынайғас, Дауыт, — ғәләйһис-сәләм, Бәғшука исемле улын үҙенең урынына ҡалдырырға теләй. Әммә Сөләймәндең әсәһе иренең был ҡарары менән риза булмай.
   «Был урынға Сөләймәндән дә лайыҡлырағы юҡ», — ти. Бәхәс ҡуба. Исрааил ҡәүеме ике тарафҡа бүленә. Ябраил, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә араға килеп ҡушыла:
   «Эй, Дауыт, Аллаһы Тәғәлә һиңә сәләм тапшыра һәм урыныңа ҡалыр кешенең ғалим, ғилемдә өҫтөнөрәге булырға тейешлеге тураһында хәбәр бирергә бойора», — ти. Бәни Исрааил ҡәүеменең ғалимдары бергә, йыйыла. Дауыт, ғәләйһис-сәләм, уларға, төрлө һорауҙар әҙерләргә бойорҙо һәм әйтте:
   «Кем шул һорауҙарға яуап табыр булһа — шул минең урыныма ҡалыр», — тине. Ғалимдар биш төрлө мәсьәлә буйынса биш һорау әҙерләп, ошо һорауҙар менән биш ирҙе Бәғшуҡаға ебәрҙеләр. Читать далее →

Хәҙрәттән нәсихәт

                                                                        Хәҙрәттән нәсихәт

                                  Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәренән ҡалған тағы ла бер нәсихәт
   Бер мулланың мөнбәрҙә ултырып, ерҙең үгеҙ, балыҡ өҫтөндә булыуы тураһында һөйләгәнен тыңлап торғандан һуң, мосолман бер студенттың: «Ислам дине ошо булһа, мин бынан сыҡтым», — тип тороп китеү хәбәрен ишеткәнем бар. Бында ғәйеп Ислам динендә түгел, студентта тип тә әйтеп булмай, бәлки ялған менән дөрөҫлөктө айыра белмәй үә урынын да тикшереп тормай һүҙ һөйләгән муллалалыр. Был мулла әгәр ҙә һүҙ һөйләмәй тик кенә торған булһа, үҙе лә ауыр хәлгә төшмәҫ, кешеләр ҙә сәләмәт ҡалыр ине. Мәсеттә халыҡтарға ерҙәрҙең, күктәрҙең ниндәй рәүештә булыуын һөйләргә, астрономия һәм география хаҡында (аҡылға һыймаҫ) мәғлүмәт бирергә ниндәй ихтыяж бар? Мәсеттәрҙәге хатиплыҡ урыны бит үл — бик оло һәм мөбәрәк урын.
   Мөнбәргә менгәндә, имам Рәсүлулла урынына баҫҡанын хәтерҙә тотоп, һәр һүҙен үлсәп һөйләргә тейеш.
Теләһә нимә һөйләп йөрөгәндәр мосолмандарҙың динһеҙләнеүенә сәбәп булған кеүек, һәр һүҙен үлсәп һөйләй белгән кешенең вәғәзе бәғзе ваҡыт динде ҡабул итеүгә лә сәбәп була.
   Бер мәжлестә олуғ һәм һүҙе үтемле, үҙенә ҡаршы һөйләү бик тә ситен булған бер морзаның ожмах һәм тамуҡ хаҡында булған хәбәрҙәргә әһәмиәт бирмәүен белдереп: «Мин фәлән кешеләр менән ожмахҡа инеүгә ҡарағанда актрисалар менән тамуҡҡа инеүҙе артығыраҡ күрәм, тамуҡҡа керермен дә уҫал мосолмандарҙы ғазаплап йөрөрмөн», — тип һөйләп көлә ине.
   Шунда бер дәрүиш унан:
   «Һеҙ әһәмиәт бирмәгән хәбәрҙәр ялған булһа, һис кемгә зарар юҡ, әммә дөрөҫ була күрһә һәм ул хәлдәр үҙ башыңа килһә, морҙалыҡ һәм түрәлектең бер тинлек мәғәнәһе күренмәһә, бына әле тирә-йүнеңдә булған әҙәмдәрҙең береһе лә булмаһа, шул ваҡытта нишләрһең?» — тип һорап ҡуйҙы. Төҫө боҙолған хәлдә морза урынынан торҙо һәм бик етди төҫ менән: «В самом деле, эш харап бит!» — тине һәм шунан һуң бындай һүҙ һөйләүҙәре ишетелмәне.
   Һүҙҙең бик әҫәрлеләре, мөләйемдәре була, ҡолаҡтан инеп улар күңелдәрҙең иң тәрән нөктәләренә барып етә. Рәсүлулланың хәҙиҫтәре лә шул йөмләнән. Шам үә Мысырҙа христиан ғәрәптәр төрлө мәҡәләләрҙе башлап ебәрәләр, төрлө дәлилдәргә миҫал итеп килтерәләр, күңелдәргә тәьҫир итерлек урындарҙа файҙаланалар, әммә уларҙың пәйғәмбәребеҙ һүҙҙәре булыуын йәшереп, ата-бабаларҙан ҡалған тапҡыр һүҙҙәр булараҡ ҡулланалар ине, әле лә ҡулланалар».
   Был календарҙарҙы яҙылғандарҙың күбеһен хәҙрәттәребеҙҙә уҡып тормағаның да беләм, уҡыр өсөн дә бит иң элек теләк, унан йәштән өйрәнеп алған бер ғәҙәт тә кәрәк. Шулай ҙа ҡабатлап әйтәм: «Был фекерҙәрҙе мин илдәге дин өсөн иң ауыр замандарҙа мөфтий вазифаһын башҡарған ғалим, яҙыусы, имам Ризаитдин бин Фәхретдин хәҙрәт әҫәрҙәренән алдым».
                                                                   Ризаитдин бине Фәхретдин, «Жәүәмиғүл кәлин-шәрхе»

Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

                                                 Ғәли хәҙрәттән ҡалған хикмәттәр

     «Мәрхәмәт-шәфкәт ике төрлө була. Уларҙың ҡайһыһы мине нығыраҡ һөйөндөргәнен аңлап бөтә алғаным ғына юҡ. Беренсеһе — берәр ярҙамы тейер әле тип, өмөт менән миңә килеп, кеше ярҙам һорағандамы, икенсеһе — килгәндең теләген үтәгәндәме? Әммә мосолмандарҙың төрлө ихтыяждарын яйға һалыуҙы мин бар донъяның алтын-көмөштәренә эйә булыуҙан да артығыраҡ күрәм».
                                                                       * * *
     «Ысын мәғәнәһендәге батыр ул көндәшен көрәштә еңгән кеше түгел, асыуы килгәндә асыуҙан тыйылып ҡала белгән кеше», — тип әйтә торған була Ғәли хәҙрәт.
                                                                        * * *
     Изге яуҙарҙың береһендә ул дошманды ергә йығып һала ла, ҡоралын күтәреп, уны бөтөнләй юҡ итергә әҙерләнеп торғанда дошманы уның битенә төкөрә. Шул саҡта Ғәли хәҙрәт кинәт кенә уйынан кире ҡайтып, дошманын үлтереүҙән баш тарта. Бындай хәл хатта мөшриктең үҙен дә аптырашта ҡалдыра. Ҡыҙыу алыш барғанда ҡанлы һуғыш тураһында ла онотоп, ул Ғәли хәҙрәттән бының сәбәбен белергә теләй.
     «Иман өсөн һуғыш ике төрлө була: береһе — бына һинең кеүек иманһыҙҙар менән һуғыш. Ул һуғыш Аллаһ ризалығы өсөн тип алып барыла. Икенсеһе — үҙеңдең шәхси теләктәреңде күҙ уңында тотоп, нәфсе ҡотҡоһона ҡаршы көрәш. Читать далее →

Хикмәтле һүҙ

                                                                  Хикмәтле һүҙ

                                                          Хикмәтле һүҙ күп булмай

                                                   Риф Мифтаховтың «Киске Өфө” гәзитенә яҙғандарынан

Нисек кенә донъя алдаһа ла
Ҡалһаң да һин бик йыш һемәйеп,
Хәлле көсөң түгеп йый ризыҡ,
Харам аҙыҡ ерҙә — ҙур ғәйеп.
* * *
Именлек булыр ереңдә –
Ғәҙеллек булһа илендә.
* * *
Хоҡуҡһыҙ ил — зәғиф, тарҡау, үсле
Закон көслө иллә — халыҡ көслө! Читать далее →

Аҡыл — ҡаҙна

                                                             Аҡыл — ҡаҙна

Баҙар барыһын да уҙ урынына ҡуйҙы, тик урын барыһына ла, етмәне.

Берәүҙәр үҙенең етешһеҙлеген йәшерергә тырыша, икенселәр... етешлеген.

Беҙҙә аҡсалар шул тиклем оҙон, улар илебеҙгә генә һыйып та бөтмәй.

Тоҡ менән йүгереү. Был хәҙер сит илгә аҡса алып сығыусылар уйыны.

Һандары күп, аҡсаһы аҙ икән — был федераль бюджет була.

Яҡлаусыларҙы яҡлауға, контролерҙарҙы контролләүгә, һаҡсыларҙы һаҡлауға бюджеттың яртыһы китә

Аҡса булғанда ла, булмағанда ла кешене боҙа.

Иҡтисади көрсөк... аҡыл көрсөгөнән башлана.

Тәрбиәле кешене әллә күпме тәрбиәләргә була — ул шуның менән яҡшы ла.

Ҡатыны ирен игәй ҙә игәй, ул шуның менән ғаилә усағына ут тоҡандырам тип уйлай.

Читать далее →

Нимә ул яҙмыш?

                                                             Нимә ул яҙмыш?

     Аллаһы Тәғәлә, мин кешене юҡтан бар ҡылдым, тигән.
     Тыуыу менән кеше үлемгә табан атлай. Кешенең ауыр тормош юлыңда тура юлдан тайпылып, аҙашыуы мөмкин, шуға Аллаһы Тәғәлә ғүмер юлын яҡтыртыусы нур итеп Әҙәм балаһына Ҡөрьән биргән. «Был — минең тура юлым: ошо юлдан барығыҙ, һеҙҙе Уның юлынан айырмаһындар өсөн, башҡа юлдарҙан китмәгеҙ». Ләкин тормошта көтөлмәгән ауырлыҡтар, һынауҙар килеп осрай. Мәҫәлән, бер кеше юлда дала буйлап бара, уның юлында йылға осрай, йылғаны аша сығырға кәрәк. Юлда йылғаның осрауы — тәҡдир, теләйме ул, теләмәйме, йылғаны аша сығырға тейеш. Эргәлә ярҙа кәмә тора, ләкин кәмәнең хужаһы бар. Һорарғамы — һорамаҫҡамы хужанан? Был ваҡытта кеше ирекле: һорала- һорамаһа ла — үҙ ихтыяры, яҙмышын үҙе яҙа, үҙе хәл итә. Ул ваҡытың бер ни тиклем тотҡарлап, кәмәнең хужаһынан рөхсәт һорап, йылға аша сыҡһа, ул инде артабанғы юлын тыныс күңел менән дауам итә. Ә инде һорамаһа, урлаһа, юлың гонаһ йөкмәп дауам итә, тимәк, ул тура юлдан тайпылды. Боронғолар әйтеүеңсе, кешенең уң яғында — фәрештә, һул яғында шайтан ултыра. Фәрештә кешегә йөрәк, күңел аша өндәшә, шайтан — нәфсе арҡылы. Нәфсе ҡоло булыу күңелде һүндерә, күңел һүнһә, кешенең өмөтһөҙлөккә бирелеүе бар. Өмөтһөҙ шайтан булыр, ти халыҡ. Өмөт һүнеү — ҡурҡыныс күренеш. Читать далее →

Ҡиәмәт көнө

                                                      Ҡиәмәт көнө

                                                 Вәғәҙә көнө – ул Ҡиәмәт көнө
     Аллаһ Тәғәлә әйтте: "Ии Мөхәммәд ғәләйһиссәләм! Һинән «Ҡиәмәт көнө ҡасан була»? — тип һорайҙар.
     Әйт: «Ҡиәмәттең ҡасан буласағын фәҡәт Аллаһ Үҙе генә белә, Ҡиәмәттең ваҡытын фаш итергә Алланан башҡа һис бер заттың көсө етмәҫ». Ер һәм күк мәхлүктәренә уны белеү бик ауыр, Ҡиәмәт һеҙгә бер нәмә лә аңламағанда ҡапыл килер, һине Ҡиәмәттән хәбәрдар тип белеп, был хаҡта һинән күп һорайҙар.
     Әйт: «Ҡиәмәт ваҡытын белеү Аллаға хас, ләкин күп кешеләр белмәйҙәр». («Пәрҙә» сүрәһе, 187-ҫе аят).
     Шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Һинән Ҡиәмәт көнө хаҡында: ҡасан була һуң ул? — тип һораһалар, һиңә ниңә был хаҡта иҫкә алырға? Был турала бары тик Аллаһ ғына белеүсе». («Һурыусылар» сүрәһе, 42-44 аяттар).
     Ғүмәр бин әл-Хаттаб һөйләй: "Бер ваҡыт беҙ Бәйғәмбәребеҙ, уға Алланың рәхмәте һәм сәләме булһын, эргәһендә ултыра инек. Щул саҡ эргәбеҙгә сөм, ҡара сәсле, аҡ кейем кейгән бер кеше килеп баҫты. Уға ҡарап мосафир тип әйтеп булмай, ләкин кем икәнлеге лә билдәһеҙ ине. Ул Бәйғәмбәрҙең, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, ҡаршыһына килеп, тубығын уның тубығына терәп, ә усын ботона ҡуйып ултырҙы һәм әйтте: «Ии, Мөхәммәд! Миңә ислам тураһында һөйлә әле».

Читать далее →

Кем йүләр?

                                                          Кем йүләр?

     Пәйғәмбәребеҙ заманында мөшриктәрҙән Ғукба менән Үбәй атлы ике дуҫ ғүмер кисерә, Ҡайҙан да булһа бер ерҙән йөрөп ҡайтҡан саҡтарында Ғуҡбә атлыһы ағай-энеләренән байыраҡтарҙы аш табынына саҡырып һый-хөрмәт күрһәтә торған була.
     Ислам динен ҡабул итеп өлгөрмәгән булһа ла, ул пәйғәмбәребеҙ менән дә аралашырға ярата.
     Бер ваҡыт ул һый-хөрмәт әҙерләп, табынға пәйғәмбәребеҙҙе лә, ғәләйһис-сәләм, саҡыра.
     Табынға аш-һыу ҡуйылғас, пәйғәмбәр: «Әгәр ҙә һин Аллаһтың Берлеген, минең пәйғәмбәрлек рисаләтемдең хаҡлығын танымаһаң, был ризыҡтарға мин ҡағылып та ҡарамам», — тип белдерә.
     Шул ваҡыт: «Лә Иләһә Илләл-лаһ! Мүхәммәдәр-рәсүлуллаһ! — тип Ғуҡбә иман кәлимәһен әйтә. Дуҫы Үбәй бының менән риза булмай: «Һин үҙ динеңә хыянат иттең», — ти.

Читать далее →