Албаҫты
Албаҫты ул – бик ауыр кәүҙәле, бик көслө, өндәшмәй-һөйләшмәй торған яуыз көс. Көндөҙ яҡтыла ул күренмәй, ҡайҙалыр ташландыҡ өйҙәрҙә, йорт харабаларында, иҫке лапаҫ баҙҙарында, ҡараңғы соҡорҙарҙа йәшәй. Кеше йәшәмәй торған һаҙ буйҙарында, юл буйындағы ҡыуаҡ арттарында, буш ерҙәрҙә була. Албаҫты кис ҡояш байып ҡараңғы төшә башлағас та, аҙбар, тыҡрыҡ арттарынан, тиреҫ түгелгән йылға баштарынан шым ғына ҡуҙғалып сыға, урамдарҙа йөрөй башлай. Эңер төшөп күҙ бәйләнә башлағас, ул урман, туғай юлдарында, баҫыу буйҙарында, йә ҡыуаҡ янында, күпер төптәрендә көтмәгәндә күҙгә күренә. Уның бигерәк тә ҡурҡыныслығы шунда: ул тауыш-тынһыҙ ғына йөрөй. Ул күҙгә кеше булып, ҡыуаҡ булып, йөк булып, ҙур ат булып, күбә йәки тиреҫ өйөмө булып, йә ҡаршыңда ҡуйы урман булып күренә. Башта ул күрер күҙгә ҙур булмай, тик һин уның юҡ урында кинәт кенә бар булып күренеүенә шикләнеп, был нимә икән тип ҡараһаң, ул да туҡтаған, ҡуҙғалмайса әйбер кеүек тик тора: «Һин, әй шундағы бер күбә икән, юҡҡа ҡурҡҡанмын», —тип китмәксе булып ҡуҙғалаһың, ул да ҡуҙғала. Һине ҡурҡыу ала, яңынан ҡарағансы, ул кинәт үҫә, ҙурая, һин ҡаушап йүгерә башлаһаң, албаҫты инде кәбән хәтле булған, ул бер тауышһыҙ килеп етә лә өҫтөңә ауып һине баҫа башлай. Ул баҫһа, кешене иҙә. Албаҫты баҫҡан кеше үҙенең йөрәге төшкәнен һиҙә, тын ала алмай, быуыла башлай. Читать далее


