Ислам әҙәбенән өлгө

                                                                Ислам әҙәбенән өлгө

   Ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә пәйғәмбәребеҙҙең оло сәхәбәләренән булған берәү — Әбү Әд-Дарда кешеләрҙең гонаһ эшләгән бер бәндәне әрләп һәм һуҡҡылап торғанын күрә. Эргәләренә яҡыныраҡ килә.
   — Әгәр ҙә һеҙ ҡоҙоҡҡа барып төшкән берәр кеше күрһәгеҙ, нимә эшләр инегеҙ? Ҡоҙоҡтан уны тартып сығарыр инегеҙме? — ти.
   — Әлбиттә, сығарыр инек, — тиҙәр уға.
   — Улай булһа, был иптәшегеҙгә лә бик ҡаты ҡағылмағыҙ. Үҙегеҙҙе лә шундай түбәнлеккә төшөрмәгәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
   — Гонаһ эшләп йөрөгәндәргә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә асыуығыҙ килмәйме ни? — тиҙәр уға.
   — Уның үҙенә түгел, ә ул эшләп йөрөгән гонаһтарға асыуым килә. Әгәр ҙә ул шул гонаһтарҙы ташлап китер булһа, үҙе лә минең дин ҡәрҙәшемә әйләнер ине, — ти пәйғәмбәребеҙ өлгөһөндә тәрбиә алған был уҙаман.

   Сәхәбәләрҙең икенсеһе — Әхнәф бин Кайс ил ололарынан булған бер төркөм менән хәлифә Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб эргәһенә килә һәм уның еңдәрен һыҙғанып, сабыуҙарын күтәреп, ҡайҙалыр йүгереп барғанын күрә.
   — Әйҙә миңә ярҙам ит! — ти Ғүмәр. — Дәүләт ҡарамағында булған дөйәләр ҡасып китте, уларҙа бит күпме кешеләрҙең хаҡы бар.
Шул саҡта ғәрәптәрҙән берәү килеп:
   — Ниңә һин үҙең мәшәҡәтләнеп йөрөйһөң? Ҡолдарҙан берәрһен ялла ла, дөйәләрҙе ул ҡайтарыр, — тип кәңәш бирә.
   — Әллә ҡолдарҙың минән дә яҡшырағы бармы? — ти Ғүмәр.
Өммәттең ғалимдары һәм имамдары ла беҙгә тыйнаҡлыҡ һәм киң күңеллелектең сағыу өлгөләрен ҡалдыра.

  Бер ваҡыт хәлифәләрҙең тағы ла береһе — Һарун Әр- Рәшид ниндәйҙер сетерекле бер нәмә тураһында ҡыҙыҡһынып, имамдарҙан Әбү Йософҡа һорау бирә.
   — Быны мин белмәйем, — ти имам. — Әйтә алмайым.
   — Нисек һин «белмәйем» тип яуап бирә алаһың? Белһен тип бит һиңә эш хаҡы түләп торалар, — ти хәлифәнең ярҙамсыһы.
   — Мин алған эш хаҡы ғилемемә тап килерлек итеп бирелә, — ти имам. — Әгәр ҙә белмәгәндәрем өсөн дә түләһәләр, ҡаҙнаның малы етмәҫ ине.
   Заманында үҙенең ғилемдә тулы камиллыҡҡа етә алмауын танып, тыйнаҡлыҡ менән генә имам Ғазали ҙа-әйткән:
   — Әгәр ҙә белмәгәндәремде аяҡ аҫтына һалып барһалар, башым күктәргә тиклем күтәрелер ине, — тигән.
   

   Тыйнаҡтарҙың ғына бит ул, ғәҙәттә, тәбиғәте — үткер, күңеле — киң, аҡылы зирәк була.
   Тыйнаҡлыҡ иманлы бәндәнең әҙәбен дә, холҡон да бер тәртипкә һала.
   «Ер кеүек йомарт бул, — тигән Мәүләнә Джәләлетдин Руми, — Таштарҙа яҙ көндәрендә лә гөлдәр сәскә атмай, һин дә таш йөрәк булма. Гөлдәргә төрлө төҫтәге сәскә атырға мөмкинлек биргән ер кеүек тыйнаҡ бул».

   Пәйғәмбәребеҙ заманында йәшәгән Ғабдуллаһ атлы берәүҙең «ишәк» тигән ҡушаматы була.                           Пәйғәмбәребеҙҙең күңелен күтәрә белеүе менән дан тота ул. Әммә эсергә ярата. Эсеүе сәбәпле бәләгә лә юлығып ҡына тора.
   Бер ваҡыт эсеп иҫергәс, тағы ла туҡмалып өйөнә ҡайтып китә.
   — Эй, Аллаһ! Был әҙәмгә ләғнәтең төшһөн! — тип ҡала шунда булған ғәрәптәрҙән берәү.
   — Улай тип әйтмәгеҙ! — ти ғәрәптең ҡарғанып ҡалғанын ишеткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Улай тип әйтеүегеҙ менән һеҙ шайтанға ярҙам итәһегеҙ. Иптәшегеҙҙең бөтөнләй юҡҡа сығыуы мөмкин.
   Ҡарғауға ҡарағанда: «Эй, Аллаһ! Уны ғәфү ит, ҡыҙғана күр! — тип әйтеү яҡшыраҡ», — ти. Кешенең хәленә инә белергә, мәрхәмәтле булырға өйрәтә»
   «Аллаһы Тәғәлә хаҡына тип тыйнаҡлыҡ күрһәтә белгән кешенең Аллаһ үҙенең дә дәрәжәһен күтәрер».
   «Уҙ хаҡыңды алғанда ла — тулыһынса йәки өлөшсә генәме ул — барыбер уны тыйнаҡлыҡ менән ал».
                                                                                                                   Сәләх Сукбаев әҙерләне