Доғалар хаҡында хөкөмдәр

                                                Доғалар хаҡында хөкөмдәр

   Доға ул — Аллаһты, Аллаһтың үҙенән килгән хөкөмдәрҙе — бойороу һәм тыйыуҙарҙы — аңлатып торған пәйғәмбәрҙе таныу, тигән һүҙ.
   Кешелә иман тигән нәмә булмай икән, тимәк, ул Аллаһтың иғтибарына ла лайыҡ түгел. Ундай кешене Аллаһ үҙ ихтыярына ҡуя.
   ”Тормошта нимәгә өҫтөнлөк бирергә: даими рәүештә көйләп Ҡөрьән уҡып ҡына тороуғамы, әллә доғанан айырылмауғамы? ” — тип һорағандар имам Садыҡтан. «Доғанан айырылмау яҡшыраҡ”, — тигән ул. Һәм:”... Әгәр ҙә доғаларығыҙ булмаһа, Аллаһ һеҙгә иғтибар ҙа итеп тормаҫ ине”, — тигән аятты уҡып күрһәткән.
   Доға ҡылыуҙың, әлбиттә, айырым шарттары бар:
   - Кемгә мөрәжәғәт итеп доға ҡылыуыңды белеү,
   - Доға ҡылыр алдынан күңелеңде лә, йәнеңде лә паклап, рухи яҡтан уға әҙер булыу,
   - Күндәмлегең, диндарлығың, игелекле, кешелекле һәм кеселекле була белеүең менән Аллаһ ризалығына лайыҡ булыу. Башҡаса булғанда доғаларҙың ҡабул булыуына өмөт ҡалмай
   ”Намаҙ, доға — мосолмандың таянысы”, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ауыр хәлдәрҙә ҡалғанда ул кешенең теләктәренә ҡанат, йәненә тынғылыҡ бирә. Тормошонда именлеккә сәбәп була.
   ”Әгәр ҙә бәндәләр ниндәй ҙә булһа бер үтенес менән бергәләп доға ҡылһалар, үҙҙәре таралып киткәнсе үк доғалары ҡабул буласаҡ”, — тигән имам Садыҡ.
   ” Намаҙ уҡы, — тигән ул, — Намаҙ — әллә-ниндәй ауырыуҙарҙан да дауа”.
   ” Кешенең ғәҙәттә төнгө, иртәңге, өйлә һәм икенде намаҙҙарынан, никах уҡығандан, туй мәжлесенән һуң,       Кәғбәтулланың ишек төбөнә барып баҫҡанда, йәнә ата-әсәң ҡаршыңда торғанда, ямғыр яуғанда, Ҡөрьән уҡығанда ҡылған доғалары ҡабул булмай ҡалмаҫ”, — тигән ул.
   ”Доғаларҙы ҡабул итмәһә лә, Аллаһ уны насар холоҡло, ҡаты бәғерле кешеләрҙән генә ҡабул итмәҫ”.
   ”Аллаһ һинең нимәгә мохтажлыҡтарыңды ла, төрлө ихтыяждарыңды ла, Үҙенән нәмә көткәнеңде, нәмәгә өмөт иткәнеңде — бөтәһен дә белә һәм был хаҡта һинең ҡабатлап ҡына тороуыңды ла теләй”.
   Ғәли хәҙрәттең ул:
   ”Әҙәм балаһының ер йөҙөндә эшләп кенә торған бөтә ғәмәлдәренән бигерәктә Аллаһы Тәғәләгә һинең доғаларың нығыраҡ оҡшай; ҡылған ғибәҙәттәреңдең иң яҡшыһы — һинең баҫалҡы, ғиффәт, инсаф эйәһе булыуың”, — тигән һүҙҙәре яҙыу менән теркәлеп ҡалған.
   ”Аллаһ алдында бәндәнең ғәжәп тә оло дәрәжәһе бар. Намаҙ уҡымаһа, доға ҡылмаһа, үҙенә кәрәк булғанды һорар урынға ирендәрен йомоп торһа, бер нәмәне лә ул ала ла алмай.
   Шулай икән, Аллаһтан һорап ҡына ла тор, теләгәнеңде алып та торорһоң”.
   ”Доғалары кире ҡағылмай, улар алдында күк ҡапҡалары ябылмай торған дүрт төрлө халыҡ бар, — тип өйрәтә дин, — Улар — үҙенең балалары өсөн доға ҡылып ҡына торған ата-әсә, йәбер-золом күргәндә ҡыйырһытылыуҙарҙан ҡотҡарыуҙы һорап, хаж ҡылып йөрөгәндә һәм ураҙа тотҡанда ифтар мәжлесен көтөп торған кешеләр”.
   ”Аллаһтан һорар өсөн ниндәйҙер ихтыяжы булған һәр кем үҙенең доғаларын пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеп йәғни: ”Аллаһүммә салли ғәлә мүхәммәдин үә ғәлә әли мүхәммәд”, — тип башлаһын да, үҙенең теләктәрен әйтеп бирһен һәм доғаларын шул уҡ һүҙҙәр менән тамамлап та ҡуйһын. Аллаһтың күңеле шундай ҙа киң — доғаларҙың Ул алдағы һәм һуңғы өлөшөн ҡабул иткәндә һинең үҙеңә ҡарата булған урталағы өлөшөн дә яуапһыҙ ҡалдырмаҫ”, — тип өйрәткән.
   »Күктәрҙән төшөрөлгән, тәҡдирендә яҙылған булыуына ҡарамаҫтан, бәндә ҡылған доғалар уның яҙмышында ла эҙһеҙ ҡалмаҫ”.
   Доға.
— Эй, Аллаһ! Доғаларыбыҙ алдында ҡапҡаларың ябыҡ тормаһын, ҡылған доғаларыбыҙ Үҙ ризалығыңа лайыҡ булһын. Ахирәттә лә үҙ ҡолдарың араһында булырға мөмкинлек бир!”.
               Әҙәби мираҫтан бер сәхифә. Киҫекбаш менән Ғайса.
   Ҡул күтәреп Ғайса шунда Аллаға Ялынып һәм ялбарып ҡылды доға:
            — Йә Хоҙа! Булһын ҡабул тип был доғам, —
            Инһә ине был серегән тәнгә йән!
            Таң ҡалырлыҡ Аллаһтың ҡөҙрәтенә, —
            Баш терелде һәм кеше булды йәнә.
   Доға һүҙҙәре — хикмәт. Хикмәтле фекер, хикмәтле тел, хикмәт менән тулы күңел — мосолмандың ғүмер буйы бергә йөрөр юлдашы.
   Үҙенең хаҡ илсеһенә нәсихәт биреп тә бит Аллаһ әйтә:
   "Аллаһ юлына саҡырғанда хикмәт һәм яҡшы вәғәз менән саҡыр. Улар — иманға килмәгәндәр — менән бәхәс алып барырға тура килһә лә, уны күркәмлек менән алып бар. Үҙ юлынан тайып төшкәндәрҙе лә, туп-тура барғандарҙы ла Раббың үҙе яҡшыраҡ белә”.
                                                                                    ”Ән-Нәхл”,”Бал ҡорттары” сүрәһе, 125 — нсе аят
                                                                                                 Сәләх Суҡбаев «Дин ул — нәсихәт» китабынан