Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр

Ислам әҙәбенән өлгө

                                                                Ислам әҙәбенән өлгө

   Ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә пәйғәмбәребеҙҙең оло сәхәбәләренән булған берәү — Әбү Әд-Дарда кешеләрҙең гонаһ эшләгән бер бәндәне әрләп һәм һуҡҡылап торғанын күрә. Эргәләренә яҡыныраҡ килә.
   — Әгәр ҙә һеҙ ҡоҙоҡҡа барып төшкән берәр кеше күрһәгеҙ, нимә эшләр инегеҙ? Ҡоҙоҡтан уны тартып сығарыр инегеҙме? — ти.
   — Әлбиттә, сығарыр инек, — тиҙәр уға.
   — Улай булһа, был иптәшегеҙгә лә бик ҡаты ҡағылмағыҙ. Үҙегеҙҙе лә шундай түбәнлеккә төшөрмәгәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итегеҙ.
   — Гонаһ эшләп йөрөгәндәргә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә асыуығыҙ килмәйме ни? — тиҙәр уға.
   — Уның үҙенә түгел, ә ул эшләп йөрөгән гонаһтарға асыуым килә. Әгәр ҙә ул шул гонаһтарҙы ташлап китер булһа, үҙе лә минең дин ҡәрҙәшемә әйләнер ине, — ти пәйғәмбәребеҙ өлгөһөндә тәрбиә алған был уҙаман. Читать далее →

Доғалар хаҡында хөкөмдәр

                                                Доғалар хаҡында хөкөмдәр

   Доға ул — Аллаһты, Аллаһтың үҙенән килгән хөкөмдәрҙе — бойороу һәм тыйыуҙарҙы — аңлатып торған пәйғәмбәрҙе таныу, тигән һүҙ.
   Кешелә иман тигән нәмә булмай икән, тимәк, ул Аллаһтың иғтибарына ла лайыҡ түгел. Ундай кешене Аллаһ үҙ ихтыярына ҡуя.
   ”Тормошта нимәгә өҫтөнлөк бирергә: даими рәүештә көйләп Ҡөрьән уҡып ҡына тороуғамы, әллә доғанан айырылмауғамы? ” — тип һорағандар имам Садыҡтан. "Доғанан айырылмау яҡшыраҡ”, — тигән ул. Һәм:”... Әгәр ҙә доғаларығыҙ булмаһа, Аллаһ һеҙгә иғтибар ҙа итеп тормаҫ ине”, — тигән аятты уҡып күрһәткән.
   Доға ҡылыуҙың, әлбиттә, айырым шарттары бар: Читать далее →

Диндең төп талаптарының береһе — күркәм холоҡ

                                                              Диндә күркәм холоҡ

                                       Диндең төп талаптарының береһе — күркәм холоҡ
   Мосолманда дин күркәм холоҡ тәрбиәләй.
   Белмәгәндәргә һабаҡ, белгәндәргә ҡабатлау булһын тип, имам Хәсән менән имам Сәджәдтән ҡалған ике сәхифәне иҫкә төшөрәйек.
   Сүриә дәүләтенән килгән бер мосафир һыбай сабып барған Хәсәнде күреп, яман һүҙҙәр менән уны хурлай башлай. Был дорфалыҡҡа дорфалыҡ менән яуап ҡайтармай имам. Атын ҡарт менән йәнәшә атлатып, асыҡ йөҙ менән уға сәләм бирә:
   «Эй, оло кеше! Миңә һин сит-ят ерҙәрҙән килгән кеүек күренәһең, мине лә кем менәндер бутаның шикелле. Әгәр ҙә ғәфү үтенһәң, ғәфү итермен, атымды һораһаң, уны ла бирермен. Ас булһаң, һый-хөрмәт күрһәтермен. Кейем кәрәк булһа, уны ла алырһың, малыңды тартып алған булһалар, мал табырға ярҙам итермен, әгәр ҙә һине эҙәрлекләп йөрөһәләр, һыйыныр урын табырмын: нимәгә генә мохтажлыҡ кисерһәң дә, хәл итермен!» — ти. Читать далее →

«Нәһеж әл-Бәлағә» — «Һөйләм оҫталығы».«Нәфис һүҙ оҫталығына юл, йәки тел хикмәттәре»

                                                       Хәҙрәти Ғәли һүҙҙәренән

     «Нәһеж әл-Бәлағә» — «Һөйләм оҫталығы».«Нәфис һүҙ оҫталығына юл, йәки тел хикмәттәре»
     Хәҙрәте Ғәлиҙең хикмәтле һүҙҙәренән бер нисә өлгө. «Үҙенең ғәмәлдәрен һәм ғилемен, һөйөүен һәм нәфрәтен, тапҡанын һәм юғалтҡанын, һөйләгәнен һәм өндәшмәй тороуын, эшен һәм һүҙен — бөтәһен дә Аллаһы Тәғәлә хаҡына тип башҡара белгән кеше, бәхетле була»
                                                                   * * *
     «Намаҙ уҡыған кеше әгәр ҙә үҙенең баш өҫтөндә Аллаһ рәхмәтенең күпме урын алғанын белә ҡалһа, сәждәгә барып, ул башын да күтәрмәй намаҙ уҡып ҡына торор ине».
                                                                   * * *
     «Һиңә, улым, Аллаһ бойорғандарҙы үтәп кенә тороуҙы, Уның тураһындағы хәтергә күңелеңдә урын биреп, Уның диненә ныҡлап тотоноуҙы васыят итеп ҡалдырам. Васыятымдан айырылмаһаң, Аллаһ менән элемтәлә шунан да нығыраҡ нәмә тапмаҫһың».
     Үҙенең тарафтарҙарына мөрәжәғәт итеп, Ғәли хәҙрәт әйтә: «Күк ҡапҡалары бер нисә осраҡта ғына асыҡ була: ямғыр яуғанда, изге (ғәҙел) яу барғанда, намаҙға саҡырыр аҙан әйтелгәндә, таң атҡанда һәм ҡояш сыҡҡанда Ҡөрьән уҡыған ваҡытта», — ти.

Читать далее →

Доғалар хаҡында тағы ла бер нәсихәт

                                                          Доғалар нәсихәте

                                         Доғалар хаҡында тағы ла бер нәсихәт
     «Дөрөҫөн генә әйткәндә, хаҡы булмаған нәмәгә ҡулын һуҙып ҡына торған кешенең хажы хажға, ғөмәрә хажы ғөмәрә хажына, ҡәрҙәштәр менән игелекле мөнәсәбәте игелеккә һаналмаҫ, яҡшы исеме лә юғалып ҡалыр», —тигән имам Бәкер.
     «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Һеҙгә өлөш итеп биргән ризыҡтың яҡшыһын ғына ашағыҙ һәм әгәр ҙә Аллаһҡа иман килтергәндәрҙән булһағыҙ, Аллаһҡа шөкөр итеп кенә тороғоҙ», — тигән Ул.
                                                                                            «Әл-Бәҡара» («һыйыр») сүрәһе, 172-се аят
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә килеп, берәү: «Аллаһ беҙгә бышылдап ҡына әйткәндәрҙе лә ишетеп торор дәрәжәлә яҡындамы, әллә бөтә тауыш менән ҡысҡырып әйткәнде генә ишетер дәрәжәлә алыҫмы икән?» — тип белергә теләй. Шул ваҡыт пәйғәмбәребеҙгә:
     «Эй, Мөхәммәд! Ҡолдарым һинән Минең турала белергә теләй. Әйт, Мин һәр ваҡыт уларҙың эргәһендә генәмен. Миңә мөрәжәғәт итеп, доға ҡылған ваҡыттарында ла яуап биреп кенә торам. Улар үҙҙәре лә Миңә иғтибар итеп кенә торһондар һәм барлығыма инанһындар, Улар алдында, бәлки, хаҡ юл асылып ҡуйыр», — тигән аят индерелә.
                                                                                           «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 186-сы аят
Читать далее →

Юлбаҫарҙан — әмиргә

                                                           Юлбаҫарҙан — әмиргә
                                                             (Ғибрәтле хикәйәт)

   Джафар ибн Рабиға тигән берәү бөтә Йәмәмә халҡын тетрәтеп торған юлбаҫар ине. Бер ваҡыт юлда йәшеренеп ятҡан юлбаҫарҙар бер ҡартты эләктереп алдылар ҙа Рабиға хозурына алып килделәр:
   — Ҡайҙа китеп барыуың? — тине юлбаҫар.
   — Бынан яҡында ғына Ләйс ибн Ғәли исемле бер дәрүиш йәшәй, шуға ашарға алып барам, — тине ҡарт.
   Джафарҙа дәрүиш менән осрашыу теләге тыуҙы. Ҡарт менән бергә уның эргәһенә китте.
   — Мин һине күптән көтә инем, Джафар ибн Рабиға, — тине Ләйс юлбаҫарҙы ҡаршы алып.
   — Мине ҡайҙан беләһең?
  — Миндә һинең кеүек бер юлбаҫар инем, — тине Ләйс, хәл-әхүәлдәрен һөйләне. Читать далее →

«Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы

                                                              Сәләм биреү

                                           «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы
                                                      Аяттар һәм хәҙистәр
   Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Иман килтермәй тороп, һеҙ Йәннәткә инә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе һөйә белмәй тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөүгә алып бара торған юлды күрһәтәйемме? Үҙ-ара «сәләм» һүҙен таратығыҙ!» — тигән.
   «Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы күп. Шуға ла Ислам мөьмин- мосолманды сәләм һүҙенән айырылмаҫҡа өндәп кенә тора.
   «Әй, иман килтергән кешеләр! — тип нәсихәт бирә Ҡөрьән. Сит-ят кешеләр өйөнә ингәндә рөхсәт һорамай, сәләм бирмәй инмәгеҙ. Был — үҙегеҙ өсөн хәйерле».
                                                                                                          «Ән-Нур» (Яҡтылык) сүрәһе, 27-се аят
   «Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙең өйҙәренә ингәндә Аллаһ тарафынан бирелгән мөбәрәк һүҙҙәр менән яҡшы тормош, именлек теләп, бер-берегеҙгә сәләм биреп инегеҙ».
                                                                                                               Шул уҡ сүрә, 61-се аят
Читать далее →

Мөьминдәр әмире Ғүмәр Әл-Фәруҡ әйткәндәрҙән

                                                         Ғүмәр хәҙрәт әйткәндәре

                                     Мөьминдәр әмире Ғүмәр Әл-Фәруҡ әйткәндәрҙән
   Бер кешегә ярҙам иткәндә, тегенеһе: «Балаларыңдың файҙаһын күрергә насип итһен!» — тип доға ҡылғас, уға ҡаршы Ғүмәр: «Аллаһы Тәғәлә балаларға ҡалдырмаһын, уларға мохтаж итмәһен», — тигән.
                                                                     * * *
   Бер ваҡыт бер кеше килеп: «Арабыҙҙа мөхәббәт юҡ, ҡатынымды айырырға булдым», — тигәс, ул: «Башҡалар өйөнә лә мөхәббәтте тултырып ҡуйғандары юҡ. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итергә кәрәк. Шул ваҡыт бөтәһе лә булыр!» — тигән.
                                                                     * * *
    Читать далее →

Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан

                                                       Фәҡир – кем ул?

                                         Ғәли хәҙрәт әйтеп ҡалдырғандарҙан.
     «Дүрт төрлө халыҡ бар ваҡытта донъя туҡталып тормаҫ: улар — һаран булырға хаҡтары була тороп та һаранлана белмәгән байҙар; белгәндәре менән ғәмәл ҡылып ҡына торған ғалимдар; белмәгәндәре менән тәкәбберләнә белмәгән наҙандар; Ахирәтте донъяға алмаштырмаған фәҡирҙәр».
     «Бәндә гонаһ эшләһә, Аллаһы Тәғәлә уға дүрт нәмә менән шәфҡәт күрһәтә, — тигән Сәғид бин Билал. — Бәндәне Ул ризығынан мәхрүм итмәй, сәләмәтлеген тартып алмай, гонаһтарын үҙенә күрһәтеп, ашығып язаһын биреп бармай».
     Әбү һөрәйрә әйтеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләренә әйткән бик тапҡыр һүҙҙәре килтерелә:
     — Фәҡирҙәрҙең кем булыуын беләһегеҙме? — тигән ул.

Читать далее →

Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазали вәғәздәренән бер вәғәз

                                                          Ғазали хәҙрәт вәғәздәре

                                Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазали вәғәздәренән бер вәғәз
    Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Әҙәм балаһы! Шайтан һинең дошманың. Был — хаҡ. Һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Үҙегеҙҙең төркөм-төркөм булып мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе Аллаһ ҡаршыһында торор көнөгөҙҙө иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Уның алдында, саф булып, баҫып торғанда, һәр берегеҙ бер хәрефен дә ҡалдырмай ғәмәл дәфтәрегеҙҙе уҡырһығыҙ, һәм йәшереп та, асыҡтан-асыҡ та эшләгән бөтә эштәрегеҙ тураһында һорарһығыҙ».
   «Тәҡүә мосолмандарҙы Аллаһ ҡаршыһына, гонаһлыларҙы малдар көтөүен туплауға ҡыуған кеүек итеп йәһәннәмгә ҡыуған көн тураһында онотмағыҙ, һеҙҙең өсөп вәғәҙәләр ҙә, ҡурҡытыуҙар ҙа бар.
Дөрөҫлөктә лә Мин Аллаһ. Миңә оҡшаған зат та, Минең хакимиәтемә оҡшаған хакимиәт тә юҡ. Кем дә кем Минең хаҡыма ураҙа тота, Мин уға Үҙемдең һый-хөрмәтем менән ауыҙ асыу мөмкинлеге бирермен. Кем дә кем төндәрен Миңә ғибәҙәт менән үткәрә, шуға Үҙемдең дәрәжәмдән билдәләнгән бер дәрәжә булыр. Кем хәрәмдәргә күҙ һалмай, Мин үҙем дә уны ут ғазабынан һаҡлармын.
Читать далее →