Нимә ул яҙмыш?

                                                             Нимә ул яҙмыш?

     Аллаһы Тәғәлә, мин кешене юҡтан бар ҡылдым, тигән.
     Тыуыу менән кеше үлемгә табан атлай. Кешенең ауыр тормош юлыңда тура юлдан тайпылып, аҙашыуы мөмкин, шуға Аллаһы Тәғәлә ғүмер юлын яҡтыртыусы нур итеп Әҙәм балаһына Ҡөрьән биргән. «Был — минең тура юлым: ошо юлдан барығыҙ, һеҙҙе Уның юлынан айырмаһындар өсөн, башҡа юлдарҙан китмәгеҙ». Ләкин тормошта көтөлмәгән ауырлыҡтар, һынауҙар килеп осрай. Мәҫәлән, бер кеше юлда дала буйлап бара, уның юлында йылға осрай, йылғаны аша сығырға кәрәк. Юлда йылғаның осрауы — тәҡдир, теләйме ул, теләмәйме, йылғаны аша сығырға тейеш. Эргәлә ярҙа кәмә тора, ләкин кәмәнең хужаһы бар. Һорарғамы — һорамаҫҡамы хужанан? Был ваҡытта кеше ирекле: һорала- һорамаһа ла — үҙ ихтыяры, яҙмышын үҙе яҙа, үҙе хәл итә. Ул ваҡытың бер ни тиклем тотҡарлап, кәмәнең хужаһынан рөхсәт һорап, йылға аша сыҡһа, ул инде артабанғы юлын тыныс күңел менән дауам итә. Ә инде һорамаһа, урлаһа, юлың гонаһ йөкмәп дауам итә, тимәк, ул тура юлдан тайпылды. Боронғолар әйтеүеңсе, кешенең уң яғында — фәрештә, һул яғында шайтан ултыра. Фәрештә кешегә йөрәк, күңел аша өндәшә, шайтан — нәфсе арҡылы. Нәфсе ҡоло булыу күңелде һүндерә, күңел һүнһә, кешенең өмөтһөҙлөккә бирелеүе бар. Өмөтһөҙ шайтан булыр, ти халыҡ. Өмөт һүнеү — ҡурҡыныс күренеш.
     Урал батыр эпосында Урал менән Шүлгән ике юл сатында түҡтап, үҙҙәреңең тормоштағы буласаҡ юлын — яҙмыштарын һайлай. Урал — изгелек, Шүлгән яуызлыҡ юлынан китә. Был юл саттары башҡа халыҡ әкиәттәрендә лә осрай, Әкиәттәрҙәге ошо ике юл саты Ҡөрьәндә иһә ике бейеклек менән сағыштырыла, «Һәм Беҙ уны ике бейеклеккә алып барҙыҡ, ә ул текәлектән ҡыйыу ынтылманы. Һәм ул текәлектең ни икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡолдо иреккә ебәреү йәки аслыҡ көнөндә туйҙырыу, яҡындарҙан булған етемде йәки бер нәмәһе лә булмаған ярлыны. Шунан һуң ул иман килтергәндәрҙән һәм сабырлыҡты ҡушыусыларҙан һәм мәрхәмәтлекте ҡушыусыларҙан булыр. Былар — уң яҡ эйәләре. Улар өҫтөндә ут көмбәҙ кеүек булыр» (90-сы сүрә).
     Тыумыштан кешенең күпме йәшәүе билдәле була, сөнки үлем һәм тыуыу икеһе бер ваҡытта барлыҡҡа килә. Тыуыу — үлемһеҙ, үлем тыуыуһыҙ йәшәй алмай. Аналыҡ һәм аталыҡ орлоғо ҡушылыу менән үлем — тыуыу барлыҡҡа килә, икенсе яҡтан, бер үк ваҡытта тәҡдир һәм аҡыл хасил була. Яралғының артабанғы кәүҙәһенең үҫеше тәҡдир аша башҡарыла. Ярлылыҡтан ҡурҡып балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ, ти Аллаһ. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына аборт тыйыла, ғөмүмән, ҙур гонаһ, кеше үлтереүгә тиң һанала. Аборт эшләткән ҡатын баланы үлтереп, Аллаһтың тәҡдир-пландарын юҡҡа сығара, Аллаһҡа ҡаршы китә, шайтан тирмәненә һыу ҡойоусыға әйләнә.
     Кеше үҙ яҙмышын үҙе яҙырға һәләтле, тик тәҡдирҙе генә үҙгәртеп булмай. Уны фәҡәт Аллаһы Тәғәлә үҙе генә үҙгәртә ала.
     «Кемгә оҙон ғүмер бирелгән, мин уның ғүмерен ҡыҫҡартырмын, кемгә ҡыҫҡа ғүмер бирелгән, уның ғүмерен оҙонайтырмын», — ти Раббыбыҙ. Тимәк, үҙебеҙҙең яҡшылыҡ йәиһә яманлыҡ ҡылыуыбыҙ менән беҙ үҙ тәҡдиребеҙҙе үҙгәртергә лә һәләтле. Ҡайһы ваҡыт беҙгә яманлыҡ ҡағылһа ла, яҡшылыҡ ҡағылһа тәҡдиргә япһарабыҙ. «Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Аллаһ йәнгә йөкләмәй: нимә ҡаҙанған булһа — уға, уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны». Ошолай иҫкәртә беҙҙе Бөйөк Яралтыусыбыҙ. Аллаһы Тәғәләгә кешене яралтыуы ауыр түгел, ти Ҡөрьән, Әммә кешене ысын кеше итеп тәрбиәләү бик үк еңелдән түгелдер. Ул беҙҙе ҡулыбыҙҙан тотоп һәр нәмәне эшләтә ала, тик ул ваҡытта кеше программа һалынған роботҡа оҡшап ҡалыр ине. Кешене кеше итеү өсөн, Ул беҙгә Ҡояшты, Айҙы, Ерҙе, йондоҙҙарҙы буйһондорған. «Мин һеҙҙе хаҡлыҡ менән яралттым», — ти Ғаләмдәр Тәрбиәсәһе. Әҙәм балаһы көн һайын аҙ ғына булһа ла донъя, уның яралтылышы тураһында уйланырға, хаҡлыҡ эҙләргә тейеш. Ысынлап та, күктәрҙе һәм Ерҙе барлыҡҡа килтереүҙә лә, төн менән көндөң алмашыуында ла аҡылдары булғандарға аяттар бар. Аяҡ өҫтөндә, ултырғанда һәм ятҡанда Аллаһты иҫкә алыусы, күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылыуын уйлап: (Раббыбыҙ, һин быларҙы бушҡа ғына бар ҡылманың бит. Данлайбыҙ һине! Беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!» — тиеүселәргә Аллаһ икенсе бер сүрәһендә: «Мин кешене үҙемә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн яралттым», — ти. Беҙ Аллаһты иҫтә тотоп, уға ғибәҙәт ҡылырға, намаҙ уҡырға тейешбеҙ, ошолай итмәгәндә аҙашып китеүебеҙ ихтимал, бысраҡ халыҡҡа әйләнеүебеҙ бар...
                                                          Марсель Хөрмәтуллин, Салауат районы («Ағиҙел», 2004 йыл)