Аллаһҡа бирелгән гүзәл үтес
Бер нимәне онотмау мөһим: тәнебеҙ, әхүәлерухиәбеҙ һәм милкебеҙ беҙгә ваҡытлыса бирелгән, улар мәңгелек түгел. Бер көн килеп, һәммәһен уларҙың Хаҡ Хужаһына ҡалдырып, беҙ улар менән хушлашырбыҙ. Мәңгелектәге бүләктәргә ирешеү өсөн, ҡулыбыҙҙағыны Аллаһ юлында дөрөҫ сарыф итергә тейешбеҙ.
Оло Ҡеүәт Эйәһе төҙөгән һәм биҙәгән ғаләм – ваҡытлы төйәгебеҙ. Һынауҙар урыны булған донъя етдилек, һиҙгерлек һәм тәрән фекер йөрөтә белеүҙе талап итә. Ваҡытлы төйәгебеҙҙән бүләк рәүешендә беҙ гүзәллекте генә үҙебеҙ менән мәңгелек донъяға алып китә аласаҡбыҙ. Гүзәл ғәмәлдәр менән килгән ҡолдарына Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең ниндәй бүләктәр әҙерләүе хаҡында Изге Ҡөрьәндә бер тапҡыр ғына әйтелмәй.
Саҙаҡа һәм иғәнәләр ярҙамында үҙебеҙҙә игелеклелек, йомартлыҡ, киң күңеллелек тәрбиәләүгә, хис-тойғолар юғарылығына этәрә Аллаһу Тәғәлә. Шул уҡ ваҡытта, хәленән килә, байлығы бар икән, зәкәт, ғөшөр һәм ҡорбан салыу кеүек милек менән бәйле ғибәҙәттәр ҙә фарыз ҡылына. Был изге ғәмәлдәрҙән тыш миһырбанлылыҡтан, иман һоҡланыуынан тыуған ғәмәлдәр ҙә бар, уларҙы карзы-хәсән йәки гүзәл үтес тип атарға мөмкин. Читать далее →