Рәжәб айы хаҡында
Рәжәб айы боронго ғәрәптәрҙә «Мөнфәсыйл» тип атала. Был һүҙҙә с хәрефе артынан ы һәм й хәрефтәренең яҙылыу сәбәбе шунда: ғәрәп телендә нәҙек (йомшаҡ с хәрефе) өнө бар. Ул син хәрефе (өс тешле һәм нөктәһеҙ) менән бирелә. Шулай уҡ ҡалын (ҡаты) с өнө бар. Уныһы инде бүтән төрлө яҙыла һәм сад тип атала. Мөнфәсыйл һүҙендә тап шул ҡаты с яҙыла. Уның артынан и уҡылмай, ә ҡаты сы «ы» өнө ҡушып әйтелә.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең, ғәләйһис-сәләм, Һашим исемле бабаһы, Византиянан ҡайтып килешләй, бер тау янында ялға туҡтай. Тауҙан аҡҡан шишмәнең матурлығына һоҡлана ул. Юлдаштарының байтағының эсе ауыртҡан була. Ошо шишмәнең һыуын эскәс, сирлеләр һауығып китә. Был хәл Һашимды бик ғәжәпләндерә. Һашим күккә баға. Унда яңы тыуған айҙы күрә. Шунан инде, ҡулдарын күтәреп: «Был ни ғәжәп олуғ үә ҡәҙерле дауа? Шифа табыуыбыҙ был шишмәнәнме әллә яңы тыуған айҙанмы?» — ти. Читать далее
Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр
Ҡайғырма...
Ҡайғырма... Ҡайғырма...
Һәр төшөнкөлөккә бирелеүсегә...
Һәр ҡайғы кисереүсегә...
Һәр фәҡирғә...
Һәр ауырыуға...
Һәр һыналыусыға...
Ҡәҙерле туғаным! Ысын йөрәктән һиңә матур һүҙҙәремде әйтәйем. Бәлки Аллаһ һинең ҡайғыңды еңеләйтер, борсоулы хистәреңде таратыр. Ҡыйынлыҡтарҙан һуң еңеллек, йән ғазаптарынан һуң йыуаныс, ҡурҡыуҙан һуң именлек бирер. Ул — Ишетеүсе һәм доғаларға Яуап биреүсе. Читать далее
Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу
Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Бер мөьминдең күҙенән Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, себен башы ҡәҙәр генә йәше сыҡһа ла, Аллаһы Тәғәлә уның өсөн йәһәннәмде хәрам ҡылды». Тағы ла Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр мөьминдең ҡәльбе (күңел ихласлығы) Аллаһынан ҡурҡып тетрәһә, уның хаталары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор». Читать далее
Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре (дауамы)
Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре (дауамы)
Бишәрле баб. (бүлек)
Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
"Кем биш нәмәне хурлай, шул биш нәмәнән мәхрүм була:
Ғалимдарҙы хурлаған — диненән;
Әмирҙәрҙе хурлаған — донъяһынан;
Күршеләрен хурлаған — табыштарынан;
Яҡындарын хурлаған — мөхәббәттән;
Ғаиләһен хурлаған — матур тормоштан мәхрүм ҡалған".
Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
"Килер өммәтемә шундай бер заман ти, шул саҡ улар биш нәмәне генә яратып, биш нәмәне онотҡан булырҙар:
Донъяны яратырҙар, әммә аҙағын оноторҙар;
Һарайҙарын яратырҙар, әммә ҡәберҙәрен оноторҙар;
Мал-мөлкәт яратырҙар, әммә хисап барлығын оноторҙар;
Балаларын яратырҙар, тик хурҙарҙы оноторҙар;
Үҙҙәрен яратырҙар, тик Алланы оноторҙар; улар минән азат, мин дә уларҙан азат". Читать далее
Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре
Боронғоларҙың хикмәтле һүҙҙәре
Икешәрле баб (бүлек)
Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын, күсерелгән һүҙҙәр.
Ул әйткән ине: Ошо ике нәмәнән артығыраҡ һис нәмә юҡ — ышаныу һәм мосолмандарға файҙа итеү; ошо ике нәмәнән яманыраҡ һис ни юҡ—берләмәү (Аллаһ Тәғәләне— И.Ғ.) һәм мосолмандарға зарар килтереү".
Бәйғәмбәребеҙҙән, уға Аллаһ рәхмәте һәм сәләме булһын:
"Һеҙгә ғалимдар менән бергә бер мәжлестә ултырыу һәм хикмәтле һүҙҙәр тыңлау тейешле, сөнки Аллаһ Тәғәлә үле ер ямғыр яуҙырып, нисек йәшәртһә, мәйеттәр йәнен дә хикмәт нуры менән шулай йәшәтер".
Әбүбәкер әс-Ситдиҡтан, Аллаһ унан риза булһын:
"Берәү ғәмәл күрһәтмәй тороп ҡәбергә инһә, шул кәмәгә ултырмай ғына диңгеҙгә инеп киткән кеүек".
Ғөмәр, Аллаһ унан риза булһын:
"Донъя йәме мал менән, әхирәт йәме изге ғәмәл менән". Читать далее
Тәүбә һәм күҙ йәштәре
Тәүбә һәм күҙ йәштәре
«Үкенес ялҡыны ялмаған күңел, йәшле күҙҙәр менән тәүбә ит. Сәскәләр ҙә бит ҡояшлы һәм дымлы урындарҙа таждарын аса!» (Мәүләнә Йәләлетдин Руми)
Тәүбә һәм күҙ йәштәре
Тәҡүәле әҙәмгә бер тегенсе һорау биргән: — Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең, хәҙисендә әйтелә: «Аллаһү Сүбхәнәһү үә Тәғәлә үлем сәғәте еткәнгә ҡәҙәр кешеләрҙең тәүбәләрен ҡабул итә» (Тирмиҙи, Дәғүәт, 98). Һин был турала нимә уйлайһың?
Тәҡүәле әҙәм әйткән:
- Эйе, был хаҡ. Һин үҙең нимә менән көн итәһең?
- Мин тегенсе, кейем тегәм.
- Тегенсе эшендә нимә бик еңел?
- Ҡайсы менән туҡыма бесеү.
- Тегенселек менән нисә йыл шөғөлләнәһең?
- 30 йыл самаһы.
- Үлем килгәндә туҡыма бесә алырһыңмы?
- Юҡ, булдыра алмам.
- Тыңла әле, тегенсе! Үлем күҙеңә ҡарап торғанда, 30 йыл тырышлыҡ һалып, оҫтарып бөткән нәмәңде лә эшләй алмағас, ғүмерҙә лә әйтеп ҡарамаған тәүбә һүҙҙәрен нисек әйтә алырһың? Хәҙер, көсөң барҙа тәүбә ит! Юғиһә һуңғы мәлеңдә яҡшыға өмөт бағлап тәүбә итер өсөн көсөң етмәүе бик мөмкин... «Үлем килгәнсегә ҡәҙәр тәүбә итеп ҡалығыҙ!» — тигән һүҙҙәрҙе ишетмәнеңме ни? (Мүснәүи, Фәиз-үл-Ҡадир, V, 65). Читать далее
Йәннәт һәм йәһәннәм әһелдәре
Йәннәт һәм йәһәннәм әһелдәре
Йәннәт һәм йәһәннәм. Йәннәт һәм йәһәннәм әһелдәре кем?
«Бер ваҡыт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, йәннәт менән йәһәннәм араһында булған бер бәхәс тураһы хәбәр бирҙе», — тип хәтерләр булған Әбү Сәғид Әл-Худри. «Кешеләрҙең ҡаты бәғерле, тәкәббер, һауалы һәм эреләнеп йөрөгәндәре миндә булыр», — тигән йәһәннәм. «Ә миндә, — тигән йәннәт, — зәғифтәр, фәҡирҙәр, күндәм кешеләр йыйылыр». Был бәхәс тыңлап тора ла Аллаһ: «Һин, йәннәт, кешеләргә ҡарата Минең мәрхәмәт-шәфҡәтем булырһың, Мин уны үҙем теләгән кешеләргә күрһәтермен; ә һин, йәһәннәм, Минең яза урыным булырһың. Язаны Мин үҙем теләгән кешеләргә генә бирермен. Һеҙҙең икегеҙҙе Мин тултырып ҡына торасаҡмын», — тигән, ти».
«Белегеҙ, — тип нәсихәт бирә Ҡөрьән, — Аллаһы Тәғәлә бәндәнең үҙе менән күңеле араһында ғына тора. Шуға ла үҙе нисек теләй, күңел менән дә шулай идара итә. Ҡөрьән тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған күңел— мәйет. Күңеленең мәйеткә әйләнеүен теләмәгән кеше Ҡөрьән менән тәрбиәләнһен, уның өйрәтеүҙәренә нигеҙләнеп тормошон ҡорһон». « Әл-Әнбиә» (Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе, 24-се аят
Берәү килеп пәйғәмбәребеҙҙән: «Эй, Аллаһ илсеһе, йәннәт әһелдәрен ут әһелдәренән айыра белеп буламы?» — тип һорай. «Була, — ти пәйғәмбәр, — әгәр ҙә һеҙ кем дә булһа берәүҙең яҡшылығын күреп, маҡтап ҡына тораһығыҙ икән, уға — йәннәт, кемдең әшәке булыуы күренеп тора икән, уға — йәһәннәм, һеҙ бит — Аллаһы Тәғәләнең ер йөҙөндәге шаһиттары. Мосолмандарҙың да, мосолман булмағандарҙың да һәр бер эшенә Үҙе шаһит булған өсөн дә ғәҙеллектән айырылмағыҙ, — ти ул. — Аҡыл менән уйлап ҡара — халыҡтарҙың бөтәһе лә бер тигеҙ. Артыҡлығы булһа ла тәҡүәлеге, боҙоҡ эштәрҙән тыйыла белеүе менән генә артыҡ». Читать далее
Үлергәме, йәшәргәме?
Үлергәме, йәшәргәме?
Иң тәүҙә Бәдиүзаман Нури һүҙен килтерәйек: «Мәшәҡәтһеҙ-ҡайғыһыҙ тормош камил була алмай. Бәхетһеҙлектәр уны сафландыра». Шулай булғас, үтеп киткән йәки киләсәктә булыуы ихтимал хәсрәт үә ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, төшөнкөлөккә бирелеп, хаяттан (йәшәүҙән) бер үк биҙмәгеҙ. Сөнки был фани ер йөҙөндә һеҙ кисергән бөтә ҡайғы-хәсрәттәр, бер ҡарағанда, һеҙҙең өсөн ожмах ҡапҡаһын аса. Ниндәй генә оло булмаһын, ҡайғылы хәлдәргә сабырлыҡ итегеҙ, тормошоғоҙ ҙа шуға ҡарап камиллектең үрҙәрен яулар.
Ауыр тормошта йәшәүҙе дауам итәргәме, әллә бөтә мәшәҡәттән-ҡайғынан аптырап-йөҙәп: «Ни эшләп кенә үлмәйем икән?» — тип зарланырғамы? Бының кеүек һорауҙарға Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип яуап биргән: «Үлемде теләмәгеҙ бер ҡасанда, йәшәргә ынтылығыҙ, йәшәүҙе үлемдән өҫтөн күрегеҙ». Әлбиттә, тормошоғыҙ ғибәҙәт һәм Ислам диненә хеҙмәт менән үтһен. Читать далее
Ҡәбер ғазабы
Ҡәбер ғазабы
Ҡәбер ғазабы тураһында онотмайыҡ
Был донъяла йәшәгәндә һәр кем ләззәттәр теләй. Аллаһы Тәғәлә: «Кешеләргә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, балаларҙан, аттарҙан, мал-тыуарҙарҙан булған шәһеүәттәр (нәфселәр) зиннәтләнде һәм биҙәлде», — ти. Кеше шул нимәләргә ҡыҙыға, уның теләге шул нәмәләрҙән булып тора.
Ошо шәһеүәтлектә йөҙләгән таныштарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы күрәбеҙ. Ислам юлына уларҙы саҡыра башлаһаң, күптәре тыңлай кеүек. Күптәре ауыҙыбыҙҙан сыҡҡан хаҡ һүҙҙәргә ҡолаҡ һала, ләкин әле ишетергә теләмәйҙәр. «Аллаһыға ғибәҙәт ҡыл, ҡәрҙәшем. Ниғмәттәре өсөн Уға шөкөр ит, гонаһ ҡылаһың бит», — тигәс, уларҙың күңелдәренә был һүҙҙәр бер ҙә май булып ятмай. Уларға шул шәһеүәтәре тураһында һөйләһәң, ир заттарына ҡатын-ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙарға алтын-көмөштәр, машина тураһында һөйләһәң, күптәренең күңелдәренә был ләззәтлерәк була. Ләззәттәрҙе яратһалар ла, һуңғы теләктәре изге ғәмәл буласаҡ. Читать далее
“Беҙ ниңә йәшәйбеҙ?”
“Беҙ ниңә йәшәйбеҙ?”
Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Үлгәс һәр кеше бер нәмәгә генә үкенер: фәҡәт әжер-сауаптарҙы әҙ ҡылғанына. Күп ҡылғаны әҙерәк ҡылғанмын тип, әҙ ҡылғаны тамам ныҡ үкенер.” Башҡа нәмә мәрхүмгә мөһим булмаҫ, хатта балалар, байлыҡ, машина... Ошо хәҙистән күренә: мәрхүмгә иң ҡәҙерле нәмә — әжер- сауап.
Ләззәттәрҙе өҙөүсе — әжәл.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла юҡтан бар итте һәм бар иткәндән Һуң да беҙҙәрҙе ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Бәлки һәр ваҡыт ризыҡландырып, ниғмәтләндереп торалыр. Раббыбыҙ Аллаһ беҙгә ошо донъяла йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтарын тыуҙырған. Һуларға һауа, күрергә күҙ, ишетергә ҡолаҡ, аралашырға тел һәм башҡа күп-күп ниғмәттәр биргән. Күктәге ҡояш, ай үә йондоҙҙар, һауалағы болоттар, ерҙәге диңгеҙ-һыуҙар, бейек-бейек тауҙар, төрлөнән-төрлө үҫемлектәр, хисаплап бөтөргөһөҙ хайуандар, һауалағы ҡоштар һәм һыуҙарҙағы балыҡтар беҙҙең өсөн. Раббыбыҙ Аллаһ кешене бар мәхлүктәрҙән дә өҫтөн ҡылған һәм был донъяға әмир итеп билгеләгән. Читать далее
