ҠЫҘ БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТ

                                                         ҠЫҘ БАЛАЛАР ӨСӨН НӘСИХӘТ
    БИСМИЛЛӘһИР-РАХМӘНИР-РАХИМ
    Хөрмәтле ҡыҙҙар! Һеҙгә мәғлүмдер ки, гүзәл холоҡло ҡыҙ бала бөтөн ғаиләһе өсөн олуғ байлыҡ һәм сәғәҙәт, ҡарындаштары өсөн ҡиммәтле хазиналыр. Үҫкәндән һуң бер иргә ихлас ярҙамсы һәм иптәштер. Гүзәл холоҡло ҡыҙ балалар менән иң ябай кешеләрҙән алып иң бөйөк әҙәмдәргә ҡәҙәр барыһы ла маҡтанырҙар.
    Уҡыған үә холҡон тәрбиәләгән ҡыҙ алтындан баһалы, ынйынан ҡәҙерле байлыҡтыр. Бындай ҡыҙҙарҙың һәйбәт сифаттарына ҡарап халыҡ уларҙың иң йыраҡ ҡарындаш һәм белештәре тураһында ла яҡшы фекерҙә була. Холоҡло һәм гүзәл тәрбиәле кешеләр менән ҡәбилә, ҡарындаштары ғына түгел, ә бөтә милләт һәм донъя халҡы ғорурлана.

    Әҙәпле кешеләрҙе Йәнәб-и Аллаһ һөйә, халҡы ла һөйә, исемдәре онотолмай, донъяла хөрмәтле һәм әхирәттә бәхетле булыр. Һәр кем уларҙы үрнәк итер, һәр кем хәйер-доға менән иҫкә алыр, һағыныр.
    Әҙәпһеҙ кешеләр иһә уларҙың киреһе, Алаһы Тәғәлә ҡаршыһында хөрмәтһеҙ, халыҡ күҙендә дошман күренә, исемдәре һөйләнмәй, донъянан үткәндәренә һәр кем рәхәтләнер, бер-ике сәғәт үткәс тә тулыһынса оноторҙар һәм гүйә донъяға килмәгән кеүек иҫәпләрҙәр.
    Әгәр ҙә әҙәпле булырға теләһәгеҙ, гүзәл холоҡтарҙы өйрәнегеҙ һәм гүзәл холоҡло булығыҙ, гүзәл холоҡтарға ғәҙәт итегеҙ. Кеше булам тигән кеше өсөн гүзәл холоҡло булыу еңел.
    НӘСИХӘТТӘР
    Беҙҙең был урында яҙасаҡ нәсихәттәребеҙ гүзәл холоҡ өсөн иң кәрәкле булғанылыр. Уҡып ҡарағыҙ һәм урыны килгәндә ҡулланығыҙ. һиммәтле һәм бәхетле кешеләр һәр кемдең нәсихәттәренә ҡолаҡ һала һәм нәсихәт итеүселәрҙең кәмселектәренә күҙ йома.
    АТА-ӘСӘ
    1. Хөрмәтле ҡыҙҙар! Атағыҙҙы хөрмәт итегеҙ. Алдында һәм артында уның өйрәткәндәрен ризалыҡ менән тулыһынса ҡабул итегеҙ. Ата-әсәгеҙҙе ихлас һөйөгөҙ, васыяттарын үтәгеҙ, теләктәренә ҡаршы килмәгеҙ, ҡаты күңелле булмағыҙ. Уларҙы хәсрәтләндермәгеҙ. Бар тырышлығығыҙ менән уларҙы ризаландырығыҙ. Ата-әсәһенәитәғәтле һәм белемле ҡыҙҙарҙың ғәҙәттәре көндән-көн гүзәлләнер. Дуҫ-иштәре араһында исемдәре хөрмәт менән телгә алыныр. Әммәата-әсәләрен хөрмәт итмәгән, уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған ҡыҙҙар мөхәббәтһеҙ була, ата-әсәләре лә уларҙы һөймәй, сит кешеләр күҙендә насар күренәләр. Донъяла матур йәшәй алмайҙар.
    2. Атағыҙ алдында ултырғанда әҙәпле булығыҙ, күп көлмәгеҙ, кейемегеҙ менән уйнамағыҙ, уның тауышынан юғары тауыш менән һөйләмәгеҙ.
    3. Атағыҙҙан башҡа кешенән, яҡын кешегеҙ булһа ла, һис бер нәмә һорамағыҙ. Сөнки тура килгән һәр кешенән нәмә һорау ҡыҙҙарҙың күңелдәренең боҙолоуына сәбәп була. Атағыҙҙан, сит кешеләр юҡ ваҡытта ғына, әҙәпле генә һорағыҙ һәм бирмәһә, ҡабатламағыҙ.
    4. Атағыҙ юғалһа йәки вафат булһа, уның урынында ҡалған туғандарығыҙҙы уның кеүек ҡабул итегеҙ.
    5. Аҡса йәки башҡа ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе атағыҙға һаҡларға бирегеҙ. әсәгеҙ рөхсәтенән башҡа ашамлыҡ һәм эсемлектәргә ҡул һуҙмағыҙ. Көсөгөҙ етһә, йорт һәм өй эштәрендә әсәгеҙгә ярҙамсы булығыҙ. Уның эргәһендә йөрөгөҙ, өй эштәрен башҡарырға өйрәнегеҙ. Тик тормағыҙ. Сәбәпһеҙ ятмағыҙ, өҫ-башығыҙҙы бысраҡ йөрөтмәгеҙ
    ТУҒАНДАР
    6. Бер туғандарығыҙҙы хөрмәтләгеҙ. Улар менән әҙәпле булығыҙ. Сөнки ата-әсәгеҙҙән һуң иң яҡын кешеләрегеҙ бер туғандарығыҙҙыр.
    7. Үҙегеҙҙән оло булған туғандарығыҙҙы ата-әсәгеҙ кеүек иҫәпләгеҙ. Уларға тауыш күтәрмәгеҙ. Улар менән низағлашмағыҙ. Уларҙың һүҙҙәренә ҡаршы сыҡмағыҙ. Уларҙы һөйөгөҙ.
    8. Кесе туғандарығыҙға шәфҡәтле булығыҙ, рәнйетмәгеҙ. Уларҙың ҡулдарында булған әйберҙәрҙе ҡысҡыртып алмағыҙ. Сөнки был уларҙың күңел бойоғоуына һәм ата-әсәгеҙҙең асыуланыуына сәбәп, ҡыҙҙарҙың әҙәпһеҙ булыуына ишара була.
    9. Ҡулығыҙҙа булған әйбер менән туғандарығыҙҙы ҡыҙыҡтырып ҡаратып ҡуймағыҙ, уларға ла өлөш сығарығыҙ. Һәр ваҡыт уларға шәфҡәтле булығыҙ.
    10. Туғандарығыҙҙың әҙәпһеҙ эштәрен күрһәгеҙ, йомшаҡ ҡына итеп: «Былай эшләмә, оят була!» тип хәтеренә төшөрөгөҙ. Дөрөҫ юлды күрһәтегеҙ.
    11. Туғандарығыҙҙы ата-әсәгеҙгә яманлап һөйләмәгеҙ. Телегеҙҙе кеше яманлауға ғәҙәтләндермәгеҙ.
    ҠАРЫНДАШТАР
    12. Ата-әсәгеҙ, бер туғандар, уларҙың балаларын, башҡа ҡарындаштарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ. Уларҙы яҡын күрегеҙ, ғәйептәренһөйләмәгеҙ. Уларҙың хөрмәтле кешеләр булыуын һис онотмағыҙ
    13. Ата-әсәгеҙ рөхсәт иткән ваҡытта барып күрегеҙ. Ауырыһалар, хәлдәрен һорарға барығыҙ, ситтә булғандарын да белешеп тороғоҙ. Уларҙың шатлыҡтарына шатланығыҙ, ҡайғыларын уртаҡлашығыҙ. Уларҙың эштәрен эшләшегеҙ
    14. Ҡарындаштарҙың ололарын атағыҙҙы хөрмәт иткән кеүек хөрмәт итегеҙ. Кесе туғандарығыҙҙы шәфҡәт иткән кеүек шәфҡәт итегеҙ.
    КҮРШЕЛӘР
    15. Яҡын күршеләрҙең хаҡын ихтирам итегеҙ. Уларҙы ҡарындаштарығыҙ кеүек күрегеҙ. Уларҙың хәлдәрен белеп тороғоҙ. Йомоштарын үтәгеҙ, ауырыуҙарының хәлдәрен һорағыҙ, ҡайғы һәм шатлыҡтарын уртаҡлашығыҙ. Ситкә киткәндәрендә хәлдәрен белешеп, һорашып тороғоҙ. Кәрәккәндә ярҙам итегеҙ, уларға изгелектеләгеҙ һәм мөмкин булғансы изгелекле булығыҙ
    ӨЙ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    16. Өй эсендәгеләр менән гүзәл тороғоҙ. Уларға асыҡ йөҙлө булығыҙ. өй эсендәгеләрҙе, хатта хеҙмәтселәрҙе лә, рәнйетмәгеҙ. Хәтерҙәрен ҡалдырырлыҡ һүҙ әйтмәгеҙ. Сөнки был аҡылһыҙ булыуҙы күрһәтә.
    17. Хеҙмәтселәр менән уйнамағыҙ. Әсәләрегеҙ рөхсәтенән башҡа уларға йомош ҡушмағыҙ, улар менән күп аралашмағыҙ, улар менән күп һөйләшмәгеҙ. Сөнки былай итеү хеҙмәтселәр күҙендә хөрмәтһеҙ булыуға, ярамаған һүҙҙәр ишетеүгә, ахырҙа хәйерһеҙ эштәргә төшөүгә сәбәп була.
    18. Берәй нәмә йәки ярҙам һорағанда хеҙмәтсенән булһа ла:«Шулай ит! Былай ҡыл!» тип түгел, ә «Шулай итә күрегеҙ! Былай итһәгеҙ ине!» кеүек йомшаҡ мөрәжәғәт итегеҙ.
    19. Өйҙөң ишек, тәҙрә кеүек нәмәләре менән уйнамағыҙ. Юғары урындарға менмәгеҙ, бейек ерҙән һикереп төшмәгеҙ. ҡояшта эшһеҙ оҙаҡ йөрөмәгеҙ. Урам һәм юлдарға быяла, сынаяҡ ватыҡтары, перәник һәм ҡыяр ҡапсығы ташламағыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, йөрөүселәрҙең аяҡтарын йәрәхәтләндерәсәк йәки аяҡтары тайып йығылыуҙарына сәбәп буласаҡ, паҡлыҡ, тәһәрәткә ҡаршы киләсәкәйберҙәрҙе эшләмәгеҙ.
    20. Хәжәт үтәргә сыҡҡанда кейемдәрегеҙҙе яҡшы кейегеҙ. Ситек, ойоҡ кеүек нәмәләр менән генә (калуш һәм башмаҡтан башҡа) хәжәтханаға кермәгеҙ. Кергән ваҡытта һул аяҡ менән кереп, сыҡҡанда уң аяҡ менән сығығыҙ. Зарурат булмағанда унда һөйләшмәгеҙ. Доғалыҡ һәм яҙыулы ҡағыҙҙарҙы янығыҙҙа булдырмағыҙ, гәзит һәм журнал ҡағыҙҙарын ҡулланмағыҙ (туалет ҡағыҙы һәм һыу менән пакланығыҙ).
    21. Һәр эштең үҙ ваҡыты, һәр ваҡыттың үҙ эше була. Ваҡыт үткәндән һуң, әҙәм балаһы иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе өйрәнеүҙән дә мәхрүм ҡала. Шуның өсөн өй эсендә буласаҡ, эшләнәсәк эштәрҙең барыһын йәш саҡта өйрәнегеҙ.
    22. Өй эсендә маһир аш бешереүсе булһа, унан дәрес алығыҙ. Уның кеүек бешерә белергә өйрәнегеҙ. Иң ҡулай, ләкин ләззәтле аштар әҙерләргә белегеҙ.
    23. Утындарҙың ҡайһыныһы гүзәл һәм ҡайһыныһы боҙоҡ икәнен, сей утындарҙы нисек киптерергә һәм нисек әҙерләргә тейеш икәнде, һөт һәм ҡаймаҡты әсеүҙән һәм ит менән емеш-еләкте боҙолоуҙан нисек һаҡларға белегеҙ. Шырпы һәм бысаҡ, балта һәм беҙ, ураҡ һәм салғы, ҡайнар аш һәм самауыр кеүек ҡурҡыныс нәмәләрҙе, спирт, йод һәм мышъяк кеүек ағыулы һәм зәһәрле һыуҙарҙы балаларҙан һәм балаларҙы уларҙан һаҡлау юлдарын яҡшы аңлағыҙ.
    24. Яңылыш ҡулланылмаһын йәки кәрәк ваҡытта табылмай тормаһын өсөн он, һыу, борсаҡ рәүешендәге дарыу һәм ағыуҙарҙың ҡағыҙҙарына һәм шешәләренә исемдәрен яҙып ҡуйырға ғәҙәтләнегеҙ.
    25. Башҡа еҫ тейгәндә йәки һауа боҙолоп тын бөткәндә, ағыу менән ағыуланғанда, йәрәхәттән артыҡ ҡан аҡҡанда, танау ҡанағанда, ағзалар өшөгәндә, хуш киткәндә иң беренсе зарарһыҙ ярҙам нимә булыуын күңелегеҙгә алығыҙ һәм белегеҙ.
    26. Кейемдәрегеҙҙәге йыртыҡтарҙы, һүтектәрҙе күргәс тә үҙегеҙ ямағыҙ, үҙегеҙ тегегеҙ. Керҙәрегеҙҙе йыуығыҙ. Керҙе нисек киптерергә, нисек үтекләргә, һабынды ни рәүештә һәм ни ҡәҙәр ҡулланырға кәрәк икәнде энәһенән ебенә ҡәҙәр ентекләп белегеҙ.
    27. Кейемдәрегеҙҙе үҙегеҙ бесеп, үҙегеҙ тегегеҙ. Иҙәндәрҙе һеперегеҙ һәм йыуығыҙ, баҡыр һәм еҙ һауыттарҙы һәм самауырҙы ағартығыҙ. Һәр сәй эскәндән һуң сынаяҡтарҙы йыуып ҡуйығыҙ. Шкаф, өҫтәл һәм башҡа урындарҙағы туҙандарҙы һөртөгөҙ. Үрмәксе ояларын бөтөрөгөҙ. Өйҙөң һауаһын саф тоторға өйрәнегеҙ.
    28. Өй эсендәге әйберҙәрҙең иң ҙурынан иң бәләкәй һәм иң ваҡ-төйәгенә ҡәҙәре лә донъяла йәшәүҙең нигеҙелер. Уларҙы урынлы ҡулланыу өйҙө төҙәтер. Әгәр улар урынһыҙ ҡулланылһа, өй харап булыр. Шуның өсөн өй эсендәге әйберҙәрҙе, хатта иң бәләкәйенә ҡәҙәр белеп, ни рәүештә тәртипләргә, ни рәүештә ҡулланырға кәрәк икәнде белегеҙ.
    29. Бөйөк ғалимдар: «әҙәм балалары араһында осраған яҡшы һәм яман эштәрҙең барыһының төп сәбәбе ҡатындыр, байлыҡтан фәҡирлеккә төшөүҙең сәбәбен дә өйҙәге ҡатындарҙан һорағыҙ!»тигәндәр. Шуның өсөн киләсәк тулыһынса һеҙҙең ҡулығыҙҙа, һәм ни ҡәҙәр оло булһа ла, өй эштәре һеҙгә аманат ителәсәктер. Шуға күрә шул көндәрҙә гүзәл идара һәм тәрбиә итеү өсөн был сәғәттән әҙерләнегеҙ, юлбашсы булып алып барған ҡаруанды сүлдә аҙаштырмаҫлыҡ һәм кәмәне ҡомға ултыртмаҫлыҡ ғәмәлдәрҙе бөгөндән өйрәнегеҙ.
    МӘКТӘП ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    30. Иртә йоҡонан торғас та, тәһәрәт алығыҙ. Биттәр, ҡулдар һәм аяҡтарығыҙҙы яҡшылап һөртөгөҙ. Сәстәрегеҙҙе тарағыҙ. Көндөҙгө кейемегеҙҙе кейегеҙ. Сәй эскәндән һуң дәрестәрегеҙҙе ҡабатлағыҙ.
    31. Мәктәпкә мөмкин тиклем иртә барығыҙ. Ваҡыт еткәс, башҡаларҙың әйтеүҙәрен көтмәйенсә, үҙегеҙ белеп әҙерләнегеҙ һәм кеше әйтеүенән алда сығып китегеҙ.
    32. Мәктәпкә барғас, әҙәпле генә урынығыҙға ултырығыҙ. Дәрес ваҡытында һөйләшмәгеҙ. Белем алыр өсөн ихлас тырышығыҙ, әҙәпле булырға өйрәнегеҙ. Күркәм холоҡло булыуҙы оло бәхет тип иҫәпләгеҙ. Йәшлек бер генә мәртәбә килгәнен һәм был ваҡыт үтеп киткәндән һуң кире ҡайтмаясағын, йәш ваҡытта тәрбиә алмаған кеше һуңынан һис тәрбиә алмаясағын, белем һәм тәрбиә юлында һис бер нәмә ҡыҙғанырға ярамағанын онотмағыҙ.
    33. Китап, ҡағыҙ һәм башҡа яҙыу әсбаптарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ ҡәләмегеҙҙе кейемегеҙгә һәм сәстәрегеҙгә һөртмәгеҙ һәм ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ. Бындай нәмәләр, беренсенән, әҙәпкә ҡаршы, исенсенәнауырыуға сәбәп. Бармаҡтарығыҙҙы бысратмағыҙ. Көтмәгәндә бысранһа, һыу һәм һабын менән яҡшылап йыуығыҙ.
    34. Мәктәптә уйнарға рөхсәт бирелһә, әҙәпле булығыҙ. Уйнар өсөн яҡшы һауалы урындарҙы эҙләгеҙ. Бысраҡ урындарҙа, туҙан һәм балсыҡ араһында уйнамағыҙ. Сөнки бындай нәмәләрҙән әҙәм балаһына ауырыу йоға.
    35. Мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда тәрбиәһеҙ ҡыҙҙар менән йөрөмәгеҙ. Кибет алдында һәм башҡа ҡыҙыҡлы урындарҙа ҡарап тормағыҙ. Оло кешеләр кеүек төп-төҙ йөрөгөҙ.
    36. Өйгә ҡайтып кергәс, ата-әсәләрегеҙ менән иҫәнләшегеҙ. Ҡулдарын үбегеҙ. Бынан һуң китап һәм яҙыу әйберҙәрегеҙҙе билдәле урынға ҡуйығыҙ. Кейемдәрегеҙҙе урынына урынлаштырығыҙ.
    37. Әгәр атайығыҙ йәки башҡа ололар һәм хөрмәтле ҡунаҡтар дәрестәрегеҙҙе уҡытып ҡарамаҡсы булһалар, һис наҙланмағыҙ, ҡарышмағыҙ, ҡушҡандарын һәм теләктәрен рәхәтләнеп үтәгеҙ.
    МӨҒӘЛЛИМӘЛӘР ӨСӨН ҠАҒИҘӘ
    38. Һеҙҙе гүзәл һәм аҡыллы кешеләр булһын тип тәрбиә итеүсе мәғәллимәләрегеҙҙе ололағыҙ. Нәсихәттәрен еренә еткереп үтәргә тырышығыҙ, һүҙҙәренә ҡаршы килмәгеҙ. Уларҙы әсәләрегеҙ кеүек күрегеҙ. әсәләрегеҙ дәрәжәһендә һөйөгөҙ. Улар алдында әҙәпле булығыҙ. Һәр әйткәндәрен ихлас тыңлағыҙ.
    39. Дәрес ваҡытында ҡул һәм аяҡтарығыҙ менән уйнамағыҙ. Сит яҡҡа ҡарап ултырмағыҙ. Янығыҙҙа булғандар менән уйнамағыҙ, һөйләшмәгеҙ. Дәрестә кәрәкмәгән китаптарҙы аҡтармағыҙ.
    40. Мөғәллимәгеҙ һорау бирһә, тура ҡарап тороғоҙ, ҡулдарығыҙҙы күкрәгегеҙгә ҡуйығыҙ, нимә хаҡында һорағанын яҡшы аңлағыҙ һәм белгән яуапты асыҡ тауыш менән әйтегеҙ. Иғтибар менән һөйләгеҙ.
    41. Белмәгән һүҙҙәр һәм аңлашылмай ҡалған дәрестәр булһа, мөғәллимәнән әҙәпле генә һорағыҙ. Дәрес ваҡытында башҡа нәмәләргә ҡарап зиһенегеҙҙе ебәрмәгеҙ.
    42. Мөғәллимәләр менән әрләшмәгеҙ. Уларҙың файҙалы нәсихәттәре менән ғәмәл итегеҙ. Тәрбиәләрен байлыҡ тип белегеҙ. Тәрбиәле һәм гүзәл холоҡло кеше булырға тырышығыҙ.
    ИПТӘШТӘР ҠАҒИҘӘҺЕ
    43. Мәктәптәге иптәштәрегеҙ менән инсафлы булығыҙ. Уларҙы туғандарығыҙ кеүек күрегеҙ, әҙәпле һөйләшегеҙ. Уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршылағыҙ. Хәсрәттәрен һәм шатлыҡтарын уртаҡлашығыҙ. Кәмселектәренә күҙ йомоғоҙ
    44. Әҙәпһеҙ һәм боҙоҡ холоҡтары күренә башлаған иптәштәрегеҙҙән сафлыҡ менән айырылығыҙ һәм башҡа уларға ҡушылмағыҙ
    45. Иптәштәрегеҙгә үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ. Уларға тәкәбберләнмәгеҙ. Уларҙы мәсхәрәләмәгеҙ, көлмәгеҙ. Тел һәм ҡулығыҙ менән ҡурҡытмағыҙ, хәсрәтле хәбәрҙәр һөйләмәгеҙ. Улар менән ғәҙәттән тыш уйнамағыҙ, әҙәпкә һыймаған эштәр эшләмәгеҙ.
    46. Тәрбиәһеҙ ҡыҙҙар менән һөйләшмәгеҙ. Улар менән дуҫ булыу, ҡатнашып йөрөү холоҡто боҙоу өсөн иң көслө сәбәп икәнен онотмағыҙ.
    47. Иптәштәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ. Тәрбиәле ҡыҙҙар менән һөйләшеүҙе файҙа тип белегеҙ. Уларҙың холоҡ һәм фиғелдәренән үрнәк алығыҙ. Арағыҙҙы ваҡыт айырһа ла бер-берегеҙҙе онотмай, хәлдәрегеҙҙе белешеп, мөмкин булғанда хат яҙышып тороғоҙ.
    48. Әҙәм балаһының дәрәжәһен белдереп тороусы нәмә бер-ике генә юл булһа ла яҙылған хаттыр. Ике-өс юллыҡ хатынан яҙыусының мәртәбәһен асыҡ белерҙәр. Шуның өсөн хаттарығыҙҙы иғтибарменән уйлап яҙығыҙ.
    49. Үҙ исемегеҙгә булмаған хатты асмағыҙ. Имзаһыҙ йәки ваҡ-төйәк ҡағыҙға, китап һәм дәфтәрҙән йыртып алынған ҡағыҙ киҫәгенә һис бер ваҡыт хат яҙмағыҙ. Хатты конвертһыҙ ебәрмәгеҙ. Маркаһыҙ почтаға бирмәгеҙ.
    ЙӨҘ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    50. Йөҙ күңелдең көҙгөһө, кешеләрҙең шәфҡәтле һәм ҡаты булыуының билдәһелер. Шуның өсөн һәр ваҡыт йөҙөгөҙгә иғтибарлы булығыҙ, һәр кем менән һөйләшкәндә ситкә ҡарап тормағыҙ. Үҙегеҙгә ҡарамаған кеше менән һөйләшмәгеҙ, ҡайғылы кешеләр алдында көлмәгеҙ, шатлыҡлы әҙәмдәрҙең йөҙөнә хәсрәт менән ҡарамағыҙ. Хәсрәтленең хәсрәттәрен еңеләйтерлек рәүештә булығыҙ.
    51. Иптәштәрегеҙ менән бергә булғанда уларға хуш йөҙлө булығыҙ. Уларҙың күңелен ебәрерлек рәүештә ҡара йөҙ менән тормағыҙ. Мәжлес һәм туйҙа булғанда һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтегеҙ,ләкин артыҡ көлмәгеҙ, етди һәм сабырлы булығыҙ.
    52. Күҙегеҙгә зарар булмаһын өсөн артыҡ яҡты һәм нескә нәмәләргә, аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәргә оҙаҡ ҡарап тормағыҙ. Күҙ өсөн зарарһыҙ төҫтәр йәшел һәм күк төҫтәр.
    53. Йөҙөгөҙҙө саф һәм һабынлы һалҡын һыу менән һәр ваҡыт йыуығыҙ. Ләкин матурланыу өсөн биҙәнгес, ирендәргә ҡыҙыл, ҡаштарға ҡара һөртмәгеҙ. Аллаһы Тәғәлә яратҡан ағзаларағыҙҙы шәриғәт бойормаған рәүештә боҙмағыҙ. Улар иһә тәрбиәһеҙлек һәм түбән холоҡлолоҡто күрһәтә.
    54. Биттәрен һәм ҡулдарын буяған ҡатындарҙы күрһәгеҙ, ни ҡәҙәр ҡыҙыҡлы һәм көлкөлө булһа ла сабыр итегеҙ, көлмәгеҙ. Тәрбиәһеҙлектәре өсөн үкенегеҙ, ҡайғырығыҙ.
    АУЫҘ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    55. Тештәрегеҙ менән тырнаҡтарығыҙҙы өҙмәгеҙ, телегеҙ менән ирендәрегеҙҙе яламағыҙ, һөйләшкәндә ауыҙығыҙҙан төкөрөк сәсмәгеҙ. Халыҡ алдында иҫнәмәгеҙ, кикермәгеҙ, сөскөрмәгеҙ. Иҫнәгәндә һәм йүтәлләгәндә һөйләшмәгеҙ, яулыҡ менән ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ һәм сит яҡҡа башығыҙҙы бороғоҙ. Йүтәл һәм иҫнәү ҡат-ҡат булһа, халыҡтың күңелен боҙмаҫ өсөн мәжлестән сығып тороғоҙ.
    56. Бер кеше һүҙ башлаһа, зарур булмайынса шул хәлдә ташлап китмәгеҙ. Оло кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡаршы һөйләйәсәк һүҙҙәрегеҙбулһа, уңайлы ваҡытты көтөп, әҙәпле генә һөйләгеҙ.
    57. Оло кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡатнашмағыҙ, үҙегеҙҙән берәй нәмә һорамаһалар, улар алдында һөйләшмәгеҙ. Һөйләшкәндә артыҡ яй йәки ҡысҡырып һөйләмәгеҙ. Бер һүҙҙе күп мәртәбә ҡабатламағыҙ.
    58. Һөйләшкәндә аҡыллы кешеләр кеүек аҙ һәм аҡрын һөйләгеҙ. Һөйләшер өсөн иптәштәрегеҙгә һәм мәжлестә булғандарға ваҡыт ҡалдырығыҙ. Һөйләүсе булһа, тыңлағыҙ, тыңлаусы булғанда яҡшы һөйләгеҙ. Кеше һүҙен аҙағына тиклем сабыр итеп тыңлағыҙ.
    59. Аңларға кәрәккән һүҙҙе тулыһынса аңламаған хәлдә:«Аңламаным, тағы һөйлә!» тип тәрбиәһеҙлек күрһәтмәйенсә:«Аңлап етә алманым, тағы һөйләргә мөмкин булмаҫмы? Рәхим итеп һөйләһәгеҙ, бәлки аңлар инем», рәүешендә инсафлы үтенегеҙ.
    60. Һөйләшкәндә ҡысҡырмағыҙ, асыуланып һәм ҡыҙып китмәгеҙ. Тауышығыҙҙы боҙмағыҙ. Аңламаҫлыҡ һүҙҙәрҙе ҡатнаштырып һөйләмәгеҙ. һис кемгә яман һүҙ әйтмәгеҙ. Бигерәк тә: «Белмәйһең, ялған һөйләйһең, аңламайһың!» тимәгеҙ. Бындай һүҙҙәр иң тәрбиәһеҙ кешеләргә хас.
    61. Һүҙегеҙгә ҡаршы килеүсе булһа, асыуланмағыҙ. Бәлки:«Ихтимал һеҙҙең һүҙегеҙ ҙә дөрөҫтөр, ләкин мин былай тип беләм», тигән кеүек әҙәпле һәм мөләйем яуаптар ҡайтарығыҙ.
    62. «Белмәйһең, яман һөйләйһең», тейеүсе кешегә һис асыуланмағыҙ һәм ахмаҡтар кеүек ҡыҙмағыҙ. Үҙ һүҙегеҙҙең дөрөҫлөгөнә матур итеп дәлил күрһәтегеҙ. Ләкин ахмаҡ әҙәмдәргә яуап бирәм тип тырышмағыҙ. өндәшмәгеҙ һәм яндарынан ситкә китегеҙ. Уларға өндәшмәүгә ҡәҙәр шифалы яуап юҡ.
    63. Көләмәс һөйләмәксе булһағыҙ һүҙегеҙҙе әйтмәҫ борон көлмәгеҙ, һүҙегеҙҙе әйткәндән һуң да көлмәҫкә тырышығыҙ.
    64. Һөйләгәндә ялған һөйләмәгеҙ, ғәйбәткә кермәгеҙ, һүҙ йөрөтмәгеҙ, кеше һүҙен арттырып һөйләмәгеҙ, ялған һөйләүҙән үлемдеартыҡ күрегеҙ. Дөрөҫ һүҙле ҡатындар иң хөрмәтле ҡатындар, иң хөрмәтле кешеләр икәндәрен онотмағыҙ. Яңылыш һөйләгәнегеҙҙе белһәгеҙ, хатағыҙҙы танығыҙ.
    65. Һөйләгәндә ант итмәгеҙ. Дөрөҫ һөйләйем, тимәгеҙ, былай итеп гонаһ эшләмәйенсә, үҙ инсафлығығыҙ менән дөрөҫ һөйләгеҙ. Ант итеү һәм «ысын һәм дөрөҫ һөйләйем» тип әйтеү ялғансыларҙың ғәләмәтелер.
    66. Һәр ишеткәнегеҙҙе һөйләмәгеҙ, һүҙегеҙҙе артыҡ оҙон итмәгеҙ. Зарур булмаһа, ҡайғылы һүҙҙәр һөйләмәгеҙ һәм һис кемгә урынһыҙ ҡаршы һөйләмәгеҙ. Үҙегеҙҙән һәм башҡаларҙан шикәйәт итеп ултырмағыҙ. Асыуланырға ашыҡмағыҙ.
    67. Үҙ-үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ, үҙегеҙгә кәрәкмәгән һүҙгә ҡатнашмағыҙ. Сит кешеләрҙең серҙәрен тикшереп йөрөмәгеҙ. Ике кеше һөйләшкәндә араларына барып кермәгеҙ. Үҙегеҙгә аманат ителгән серҙәрҙе шәриғәт рөхсәтенән башҡа ерҙә һис фаш итмәгеҙ.
    68. Ергә һәм диуарларға (стеналарға) төкөрмәгеҙ. Бының өсөн янығыҙҙа аҡ, кескенә һәм ғәйәт таҙа ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ. Яҙған, теккән йәки ҡайсы менән бер нәмә киҫкән ваҡытта телегеҙҙе тирбәтмәгеҙ, ирендәрегеҙҙе борғоламағыҙ. Башығыҙҙы бер яҡҡа ауыштырмағыҙ.
    69. Тәһәрәт алғандан һәм ашағандан һуң һәр ваҡыт ауыҙығыҙҙы яҡшылап таҙартығыҙ һәм мисваклағыҙ. Ауыҙ эсендә һәм теш араларында бер нәмә лә ҡалдырмағыҙ. Мисвак – теш таҙартыу өсөн ҡыуаҡ тамырынан эшләнгән щетка.
    ТАНАУ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    70. Ҡулдарығыҙ менән танауығыҙҙы тотоп ултырмағыҙ. Бармаҡтарығыҙ менән соҡомағыҙ. Яланғас ҡул менән йәки кейемегеҙҙең бер урыны менән танауығыҙҙы һемгермәгеҙ. Танау һемгереү өсөн янығыҙҙа ҡулъяулыҡ йөрөтөгөҙ. Кеше ҡулъяулығын тотонмағыҙ.
    71. Ашаған ваҡытта танау һемгерергә кәрәк булһа, башығыҙҙыбер яҡ ситкә бороғоҙ. Тауышһыҙ ғына һемгерегеҙ. Ҡулъяулығығыҙҙы әҙәм күҙе алдында тотмағыҙ. Сөскөргәндә лә ошолай эшләгеҙ.
    72. Һауала осоп йөрөгән микробтар кереп урынлашмаһын өсөн тәһәрәт алғанда, бигерәк тә ғөсөл ҡылғанда танауығыҙҙы яҡшы йыуығыҙ һәм ялҡауланмай таҙартығыҙ.
    ҠОЛАҠ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    73. Ҡолаҡтарығыҙҙы яман һүҙҙәр ишетеүҙән һаҡлағыҙ. Ғәйбәт һәм яла яғыу кеүек шәриғәттә харам булған һүҙҙәрҙе тыңламағыҙ. Әгәр ҙә уларҙы һөйләүсе оло кеше булһа, риза түгеллегегеҙҙе йөҙөгөҙ менән белдереп ултырығыҙ. Зарар булмаҫлығын белһәгеҙ, бер яҡ ситкә китеп һәм мәжлестән сығып тороғоҙ. Әгәр ҙә иптәшегеҙ булһа, әҙәпле генә түбәндәге кеүек нәсихәт әйтегеҙ: «Һәр кемдә бер төрлө кәмселек булыр, беҙҙең кәмселегебеҙ, бәлки, тағы ла артыҡтыр». Әгәр кесе булһа, шәфҡәтле генә ҡаршы килегеҙ.
    74. Ҡолаҡтарығыҙҙы, бигерәк тә йоҡонан торғас, таҙа һыу менән йыуығыҙ. Туҙан оялатып һәм бысраҡ йөрөтөүҙән һаҡлағыҙ.
    75. Ҙур һәм ауыр алҡалар аҫып, ҡолаҡтарығыҙҙы боҙмағыҙ йәки бөтөнләй таҡмағыҙ. Кәрәкмәгән ваҡытта ҡолаҡтарығыҙҙы һауа инмәҫлек итеп ҡалын шәлдәр менән урап ултырмағыҙ.
    76. Ҡолаҡҡа зарарлы булған өсөн мөмкин тиклем көслө тауыштарҙан йыраҡ тороғоҙ. Зарур булмағанда йәки табип ҡушмағанда ҡолаҡтарығыҙға мамыҡ тултырып йөрөмәгеҙ.
    ҠУЛ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    77. Халыҡ алдында ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ һәм урынһыҙҡул сапмағыҙ. Һүҙ һөйләгәндә ҡулығыҙҙы болғамағыҙ, шыртлатмағыҙ, йөҙөгөҙгә ҡуймағыҙ. Сәс һәм башҡа урындарығыҙ менән уйнамағыҙ.
    78. Бысраҡ һәм майлы нәмәләр тотҡандан һуң, ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ. Һөлгө менән яҡшылып һөртөгөҙ. Еүеш саҡта кейем, китап йәки башҡа әйберҙәр тотмағыҙ.
    79. Тырнаҡтарығыҙҙы кеше күҙе алдында киҫмәгеҙ. Тырнаҡтарығыҙ аҫтына йыйылған керҙәрҙе таҙартығыҙ. Тырнаҡтарығыҙҙы үҫтереп йөрөмәгеҙ. Киҫкәндән һуң тура килгәнергә ташламағыҙ. Тәндән айырылған тырнаҡ һәм төктәрҙе бер ергә йыйып тороғоҙ ҙа, һуңынан тупраҡ аҫтына күмегеҙ.
    80. Бармаҡтарығыҙға йөҙөк һәм балдаҡтар тултырмағыҙ. Бер йәки ике дана менән риза булығыҙ. Шулай уҡ беләктәрегеҙгә ҡат ҡат беләҙектәр кеймәгеҙ.
    СӘС ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    81. Сәстәрегеҙҙе кер, туҙан һәм башҡа нәмәләрҙән саф һәм паҡ йөрөтөгөҙ һәм һәр көн тарағыҙ. Көйҙөрмәгеҙ һәм бөҙөрәләтмәгеҙ. Тәбиғи хәлен боҙмағыҙ.
    82. Сәсегеҙҙе тәрбиәләп үрмәйенсә һис кем менән осрашырға бармағыҙ, ҡунаҡтар алдына сыҡмағыҙ. Һәр хәлдә шәриғәт рөхсәт итмәгән кешеләргә күрһәтмәгеҙ.
    83. Ныҡ тығыҙ итеп үрмәгеҙ. Башҡаларҙың сәстәрен ҡушып аҫмағыҙ, сәс осона ҙур тәңкә йәки ауыр нәмә таҡмағыҙ.
    БАШ ӨСӨН ҠАҒИҘӘЛӘР
    84. Башығыҙҙы ғәҙәттән тыш түбән йәки бер яҡ ситкә һалмағыҙ, ҡулығыҙ менән башығыҙға таянмағыҙ. Халыҡ алдында тырнанмағыҙ.
    85. Ҡышҡыһын йылы һәм йәйгеһен бер аҙ һалҡын һыу менән кәмендә аҙнаһына бер мәртәбә һабынлап йыуығыҙ. Йыуғандан һуң шунда уҡ һалҡын һауаға сыҡмағыҙ.
    86. Ашағандан һуң өс сәғәт ваҡыт үтмәйенсә йыуынмағыҙ һәм ҡойонмағыҙ. Йыуынғандан һуң һөртөнөгөҙ һәм тиҙерәк кейемегеҙҙе кейегеҙ. Эҫе көндәрҙә йөҙ, ҡул һәм аяҡтарығыҙҙы йыш йыуығыҙ.
    УЛТЫРЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    87. Ултырғанда кәрәк булмаһа, таянмағыҙ һәм бөгөлмәгеҙ. Төптөҙ ултырығыҙ.
    88. Һөйләшкән кешегә ҡулығыҙҙы ҡуйып һөйләмәгеҙ. Бер аяғығыҙҙы икенсеһе өҫтөнә һалмағыҙ. Аяҡ-ҡулығыҙ менән уйнамағыҙ.
    89. Уҡыған һәм яҙған ваҡытта күҙҙәрегеҙ менән китап һәм ҡағыҙ араһы бер ҡарыштан да аҙ булмаһын. Күкрәгегеҙ менән өҫтәлгә таянмағыҙ. Ағзаларығыҙға зарар килтермәҫ рәүештә ултырырға ғәҙәтләнегеҙ.
    ЙӨРӨҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    90. Йөрөгәндә бик ашыҡмағыҙ, йүгермәгеҙ һәм бик аҡрын йөрөмәгеҙ. Юлда булған кешеләрҙе этеп-төртмәгеҙ. Тәнегеҙҙе һелкетмәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы болғамағыҙ, ғәҙәттән тыш ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ. «Ҡәһ! Ҡәһ! Кә! Кә! Кә!» тип көлмәгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы кеҫәләрегеҙгә тығып йөрөмәгеҙ.
    91. Аяҡтарығыҙҙы һөйрәмәгеҙ. Тирә-яҡҡа ҡарамағыҙ. Кешеләрҙән көлөп ҡалмағыҙ. Бер кешене мәсхәрәләп, уның кеүек ҡыланып күрһәтеүсе булмағыҙ.
    ЙОҠО ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    92. Ятасаҡ урынығыҙҙы үҙегеҙ йәйегеҙ. Туҙан һәм еүешлектән таҙа тотоғоҙ. Торғас, урынығыҙҙы үҙегеҙ йыйып ҡуйығыҙ.
    93. Мөмкин булһа, тәртип буйынса йоҡлағыҙ. Иртә ятып, иртә тороғоҙ. Йәғни туғыҙ сәғәттән дә һуңламай йоҡлағыҙ һәм алты сәғәттән һуңламай тороғоҙ. Йоҡоно тейешле ваҡыттан ҡалдырыу сәләмәтһеҙлеккә сәбәп буласаҡ өсөн ғәҙәтләнгән ваҡыттан һуңламаҫҡа тырышығыҙ. «Тәүге ярты төндә булған йоҡоноң бер сәғәте икенсе ярты төндөң ике сәғәтенә тиң», тигән һүҙҙе онотмағыҙ.
    94. Салҡан ятыу яман төштәр күреүгә һәм баҫтырылыуға, йөҙ түбән ятыу насар һулауға сәбәп булған өсөн ян тарафҡа ятығыҙ.
    95. Зарур булмаһа, бер бүлмәгә күмәкләшеп ятмағыҙ. Һалҡындан һаҡланыу өсөн өҫтөгөҙгә бер нәмә ябынығыҙ. Йоҡо ваҡытындатәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ.
    96. Йоҡлағанда иҙеү бауҙарығыҙҙы сисегеҙ. Тығыҙ балдаҡтарығыҙ булһа, һалығыҙ. Ҡан йөрөүен тотҡарлаған ҡыҫтау кейемегеҙҙе кейеп ятмағыҙ.
    97. Йоҡо бүлмәһендә хушбый, сәскә һәм гөлдәр булдырмағыҙ. Ятмаҫ элек һәм торғас (йәй көнө булһа), тәҙрәләрҙе асып, һауаһын яңыртығыҙ. Йоҡо бүлмәһендә яңы һәм саф һауа булырға тейеш.
    98. Хәсрәтле һәм ҡайғылы ваҡыттарҙа, йоҡлау алдынан бер аҙ ваҡыт күңелегеҙҙең тынысланғанын сабыр итеп көтөгөҙ. Ҡарынығыҙ тулы саҡта йоҡламағыҙ. Ашығыҙ һеңгәнсе сабыр итегеҙ.
    АШАУ ҺӘМ ЭСЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    99. Тәрбиәле ҡыҙҙар менән тәрбиәһеҙ ҡыҙҙар аш янында билдәле булыуын белеп ашаған ваҡытта әҙәпле булыуға иғтибар итегеҙ.
    100. Аш янына бөтә кешеләр ултырғандан һуң тейешле урынға инсафлы ғына ултырығыҙ.
    101. Ашарға ултырғас, аш әйберҙәре менән уйнамағыҙ. Тәнегеҙҙе тырнамағыҙ. Ашъяулыҡҡа бик яҡын һәм бик йыраҡ булмағыҙ. Ҡулығыҙ менән таянмағыҙ. Тура ултырығыҙ һәм ашағанда бер аҙ башығыҙҙы түбән эйегеҙ. Уң ҡулығыҙ менән ашағыҙ.
    102. Таҫтамалды тубығығыҙға ҡуйығыҙ. Был таҫтамалға тир һөртмәгеҙ. Танау һемгермәгеҙ. Иң элек «Бисмилла» уҡығыҙ һәм ошонан һуң ашай башлағыҙ.
    103. Ашаған ваҡытта ҡомһоҙланмағыҙ. Береһен яҡшылап сәйнәп йотмаҫтан элек икенсеһен ауыҙығыҙға алмағыҙ. Ауыҙ тултырып ҡапмағыҙ, ҡашығығыҙҙы табаҡтың һәр тарафына йөрөтмәгеҙ.
    104. Ашамлыҡтарҙы аҡтармағыҙ, береһен ҡуйып, икенсеһен һайламағыҙ. Янығыҙҙағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уңайһыҙламағыҙ.
    105. Ололар мәжлесе булмаһа, иптәштәрегеҙ менән әҙәп һәм сабырлыҡ менән һөйләшегеҙ, һүҙ ярыштырмағыҙ. Хәсрәтле һүҙҙәр һөйләшмәгеҙ. Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың ашауы тураһында һүҙ сығармағыҙ.
    106. Ҡунаҡта булғанда өй хужаһы ашарға йәки эсергә үтенһә, ваҡытығыҙ булһа, тәҡдимен ҡабул итегеҙ, ваҡытығыҙ булмаһа, үҙегеҙҙе көсләмәгеҙ: «Рәхмәт», кеүек мөләйем һүҙҙәр менән яуап ҡайтарығыҙ.
    107. Башҡа береһе һорап алған һыуҙы һеҙ алып эсмәгеҙ. Һыу эскәндә тауышһыҙ һәм әҙәпле генә ауыҙығыҙҙа бер нәмә лә юҡ саҡта эсегеҙ. Һуңынан таҫтамал менән ауыҙығыҙҙы һөртөгөҙ.
    108. Ҡунаҡта булғанда: «Быны яратмайым», тигән һүҙҙәр һөйләмәгеҙ. «Теләгем юҡ» кеүек һүҙҙәр, матур һылтау күрһәтегеҙ һәм ниғмәттәрҙең хуш икәнен аңлатығыҙ.
    109. Башҡаларҙы саҡырғанда ризыҡтарығыҙҙы маҡтамағыҙ. «Ашағыҙ, эсегеҙ», тип ҡыҫтамағыҙ. Кешенең, оялып, артыҡ ашамауына сәбәп булмағыҙ. Ҡунаҡтарҙы ҡыҫтау уларҙың күңелен ебәреү икәнде онотмағыҙ.
    110. Ашағанда ҡаҡрыҡ, маңҡа, төкөрөк һәм күңел болғатыуға, ҡоҫҡо килеүгә сәбәп буласаҡ ерәнес нәмәләр тураһында һис һөйләмәгеҙ.
    111. Ҡул һөртөү өсөн махсус паҡ һәм яҡшы таҫтамал әҙерләгеҙ. Күлдәк һәм башҡа кейемдәрҙән алынған сепрәк киҫәктәрен, зинһар,ҡунаҡтар һәм аш алдына сығармағыҙ.
    112. Ҡаҙ, өйрәк, күркә һәм күмәс кеүек нәмәләрҙең барыһын ҡунаҡтар алдына турап, ваҡлап сығарығыҙ. Ҡунаҡтар алдында уларҙы турап ҡиммәтле ғүмерҙәрен (ваҡыттарын) исраф иттермәгеҙ, мәжлестә булғандарҙы биҙерлек итеп көттөрмәгеҙ.
    113. Ҡулығыҙҙа бетсә, ҡысыу һәм йәрәхәт эҙҙәре булһа, ит турамағыҙ һәм мәжлес менән идара итмәгеҙ (табынсы булмағыҙ).
    114. Ашағандан һуң ҡулдарығыҙҙы һәм ауыҙҙарығыҙҙы һыу һәм һабын менән яҡшы йыуығыҙ һәм таҫтамал менән һөртөгөҙ. Теш араларында нәмә ҡалдырмағыҙ. Йыуыныу өсөн башҡалар менән төртөшмәгеҙ. Уларҙың бушағандарын көтөп тороғоҙ.
    115. Бешмәгән емештәрҙе, бигерәк тә эҫе көндәрҙә, майлы аштарҙы күп ашамағыҙ. Бер ваҡытта ла өҫтө-өҫтөнә һәм ваҡытһыҙ ашарға ғәҙәтләнмәгеҙ. Ауыҙға алған нәмәләрҙе тулыһынса сәйнәгеҙ.
    116. Ныҡлап асыҡмайынса, шулай уҡ ныҡ шатлыҡлы һәм хәсрәтле ваҡыттарҙа ашамағыҙ. Ашағанда өҫтөгөҙҙә тар һәм ҡыҫтау кейемдәр булмаһын. Аслыҡ ауырыуы бөткәс, туҡталығыҙ. Эсегеҙтулғанын, аппетитығыҙ бөткәнен көтмәгеҙ. Был сәләмәтлек өсөн ҙур сәбәп икәнен һис бер ваҡытта ла онотмағыҙ.
    117. Ашағанда бик ашыҡмағыҙ һәм бик әкрен дә булмағыҙ. Ашағандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәнгә тиклем һыу эсмәгеҙ.
    118. Эскегеҙ килгәндә балсыҡлы, ҡомло, күләүек һәм күл, боҙло һыуҙар эсмәгеҙ, саф һыу эсегеҙ.
    СӘЙ ЭСЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    119. Ҡунаҡ алдына сығарыласаҡ сәй әсбаптарың керһеҙ, туҙанһыҙ, ғәйәт саф һәм пак булыуына иғтибар итегеҙ. Самауырығыҙҙы көлдән һәм күмерҙән таҙартығыҙ.
    120. Күгәргән һәм тутыҡҡан бысаҡтар менән лимон киҫмәгеҙ. Лимонды ҡалын һәм эре турамағыҙ. Ҡунаҡҡа барғанда хужалар ихлас итеп әйтмәһә, сәй янында булған әфлисүн, алма һәм башҡа емештәрҙе кеҫәгеҙгә һалып китмәгеҙ.
    121. Эскәндә сәйҙең бөртөктәрен сынаяҡ табағына һалмайынса, кәсә һәм стакан төбөндә һөҙөп ҡалдырығыҙ. Сәйегеҙҙе тауыш сығармай эсегеҙ. Ололар алдында уларҙан алда эсергә башламағыҙ. Сынаяҡ аҫтын ике ҡулығыҙ менән тотмағыҙ. Зарур булмаһа, һул ҡулығыҙ менән эсмәгеҙ.
    122. Сәй бөртөктәрен сәйгүнгә һалмаҫтан элек ҡайнаған һыу менән сәйгүнде сайҡап түгегеҙ. Сәй бөртөктәрен һалғандан һуң, ҡайнап торған һыуҙы эҫе сәйгүнгә һалығыҙ. Сәй эскәндә булған шарттарҙың иң олуғтарын ошо ике нәмә булғаны өсөн быларҙы башҡарыу өсөн һис ялҡауланмағыҙ.
    123. Сәйҙең иң файҙалы өлөшө һыуынғандан һуң бөтә. Шуның өсөн сынаяҡҡа һалғандан һуң өс-дүрт минуттан да артыҡ тотмай эсегеҙ, тулыһынса һыуынғанын көтмәгеҙ. Бик ҡайнар сағында ла эсергә башламағыҙ.
    124. Ҡунаҡта булһағыҙ, сәй янындағы бал менән ҡайнатманы ҡатыҡ ашаған шикелле ашамағыҙ, ҡалаҡ тултырып алмағыҙ. Ашъяулыҡҡа тамыҙмағыҙ, әҙерләнгән булһа, ваҡ һауыттарға бүлеп алығыҙ. әҙерләнмәһә, ҡалаҡ менән тамыҙмаҫлыҡ итеп кенә алығыҙ.
    125. Сәй янына күбеһе матурлыҡ өсөн ҡуйылған нәмәләрҙе ҡунаҡҡа барған ваҡытта икмәк урынына ашамағыҙ. Махсус ашар өсөн генә ҡуйылғандарын ашағыҙ һәм башҡаларын һаҡлыҡ менән алығыҙ.
    126. Сәй янында ҡаймаҡ һәм майлы аштар булһа, кейемдәрегеҙгә тамыҙмағыҙ, ҡулдарығыҙҙы майламағыҙ. Майлы ҡулдарығыҙҙы кейемдәрегеҙгә һәм ситектәрегеҙгә һөртмәгеҙ. Һәр ваҡыт таҙа һәм саф булығыҙ.
    КЕЙЕМ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    127. Тәрбиәһеҙлеккә һәм исраф итеүселеккә хас булған кейемдәрҙе кеймәгеҙ. Халыҡ алдында әйбәт сифатлы, ят һәм көлкөлө булмаған, оҙон ғүмерле кейемдәрҙе кейергә һайлағыҙ. Кейем өсөн берәү менән дә ярышмағыҙ. Кейем өсөн кеше менән ярышыу оло бәлә икәнен белеп тороғоҙ.
    128. Кейемдәрегеҙҙе керле йөрөтмәгеҙ. Халыҡ һөйләй тип мода тураһында һөйләшмәгеҙ һәм модаға әсир булмағыҙ. Һәр кем хуш күргән ғәҙәти кейемдәрҙе кейеп, моданы үҙегеҙгә әсир итегеҙ.
    129. Үҙегеҙгә, хәл һәм дәрәжәгеҙгә тура килмәгән кейемдәрҙе, хатта ҡөҙрәтегеҙ етһә лә, кеймәгеҙ. Бөйөк ғаиләләр һәм байҙар ғәҙәтенсә кейенергә көсәнмәгеҙ һәм ҡыҙыҡмағыҙ. Ҡыҙҙарҙың иң һөйкөмлө булғандары, ғәҙәти кейемдәрҙе саф һәм таҙа итеп кейгәндәрелер.
    130. Башҡаларҙың кейемдәрен кеймәгеҙ. Мөмкин булһа, үҙ кейемдәрегеҙҙе башҡаларға кейҙермәгеҙ. Башҡаларҙың саф һәм таҙа кейемдәренә ҡыҙыҡмағыҙ. Үҙ кейемдәрегеҙҙе саф һәм таҙа йөрөтөгөҙ.
    131. Муйындарығыҙға көмөш тәңкәләр теҙелгән ҡамыт кеймәгеҙ. Сәстәрегеҙгә ауыр сулпы һәм тәңкәләр таҡмағыҙ. Ашағанда ҡышҡы һәм тышҡы кейемдәрегеҙҙе һалып ултырығыҙ.
    132. Өҫтөгөҙҙән һалғандан һуң, бигерәк тә еүеш һәм бысранған кейемдәрегеҙҙе унда-бында ташламағыҙ. Тәртипләп һәм киптереп, билдәле урындарына ҡуйығыҙ.
    БИҘӘНЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    133. Ҡыҙҙарға биҙәнергә кәрәк, тип ғүмерегеҙҙе биҙәнеп үткәрмәгеҙ. Боттарға табыныусылар кеүек, тик көҙгө янында йөрөмәгеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөхәббәтлеләре иң ябай һәм тәрбиәле булғандары икәнен белегеҙ.
    134. Сәләмәтлеккә зарары, дин һәм аҡылға хилаф булған биҙәнеүҙәрҙән йыраҡ тороғоҙ. Үҙегеҙҙе етди һәм халыҡ араһында иғтибарлы итәсәк рәүештә мөләйем итеп биҙәнегеҙ.
    135. Әҙәпһеҙ ҡатындар кеүек, йөҙҙәрегеҙгә аҡ һәм ҡыҙыл буяуҙар һөртмәгеҙ, ҡаштарығыҙҙы йолҡмағыҙ. Ҡаштарығыҙ һәм тештәрегеҙҙе ҡараға буямағыҙ.
    136. Беләктәрегеҙҙе, муйындарығыҙҙы һәм күкрәгегеҙҙе асыҡ йөрөтмәгеҙ. Сәстәрегеҙҙе һәм яланғас аяҡтарығыҙҙы ситтәргә күрһәтмәгеҙ. Бындай нәмәләргә мөбәрәк динебеҙҙең рөхсәте юҡ икәнен онотмағыҙ.
    137. Тар һәм ҡыҫҡан кейемдәр ҡан йөрөүенә зарар иткән өсөн бер аҙ иркен кейемдәр кейегеҙ. Иркен кейенәм тип ғәҙәттән тыш иркендәрҙе кейеп, сүмәлә кеүек булып йөрөмәгеҙ. Һәр нәмәнең ғәҙәттәгесә булыуы яҡшы икәненән дә шөбһәләнмәгеҙ. Алъяпҡыс бауҙарын һәм башҡа бының кеүек нәмәләрҙе артыҡ ҡыҫып бәйләмәгеҙ. Зинһар, корсет кеймәгеҙ.
    138. Мөмкин булһа, тән өҫтөндәге (эске) кейемдәрегеҙҙе аҡ киндерҙән яһағыҙ. Әгәр үҙегеҙ һуғып, киндер яһап кейер булһағыҙ, бигерәк гүзәл булыр.
    139. Кәрәкмәгәндә башығыҙға бүрек кеймәгеҙ. Башығыҙҙы эҫе итеп йөрөтмәгеҙ. Йөҙөгөҙгә пәрҙә ҡуйһағыҙ, тын йөрөй алмаҫлыҡ дәрәжәлә ҡалын йәки ап-асыҡ күрһәтеп торғанын түгел, уртаса булғандарынан ҡуйығыҙ. Аяҡтарығыҙҙы һыуыҡтан һаҡлағыҙ. Мөмкин тиклем йылы йөрөтөгөҙ, өшөтмәгеҙ.
    ГИМНАСТИКА ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    140. Гимнастика һеңер һәм иттәрҙе хәрәкәтләндерә, ҡандыйөрөтә, аппетитты ҡеүәтләндерә, ашты үҙләштереүҙе еңеләйтә. Шуның өсөн яраҡлы ваҡыттарҙа әҙәпле генә гимнастика эшләгеҙ. Йәйәү йөрөү, тәнде хәрәкәтләндереү Йәнәб-и Аллаһтың фарыз иткән намаҙҙарҙы уҡыуҙа гимнастиканың файҙалары бар.
    141. Уйнағанда үҙегеҙгә яраған һәм әҙәпкә ҡаршы булмаған рәүештә уйнағыҙ. Шәриғәт алдында боҙоҡ тип һаналған мәжлестәргә бармағыҙ.
    142. Уйындарҙы тик бер аҙ күңел асыр өсөн генә уйнағыҙ, һуңынан шөғөлдәрегеҙгә керешегеҙ. Бөтә ваҡытығыҙҙы уйынға фиҙа итмәгеҙ. Уйын ваҡытында тәрбиәһеҙ ҡыҙҙар кеүек ҡысҡырышмағыҙ. Көләмәс һөйләшмәгеҙ. Бер-берегеҙҙе мәсхәрә итешмәгеҙ. Асыуланышмағыҙ һәм уйын ваҡытында булған һүҙҙәрҙе һәм хәлдәрҙе һуңынан шикәйәт итеп һөйләп йөрөмәгеҙ.
    143. Тәрбиәһеҙ һәм аҡылһыҙ ҡыҙҙар менән уйнамағыҙ. Улар менән дуҫ һәм иптәш булмағыҙ. Йөрөргә кәрәк булған уйындарҙы уйнар өсөн ашығыҙ һеңгәнде көтөгөҙ. Уйнап, тәндәрегеҙ ҡыҙғас, һалҡын эсемлектәр эсмәгеҙ һәм һалҡын урындарҙа тормағыҙ.
    ОСРАШЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    144. Яҡындарығыҙ менән осрашырға теләһәгеҙ, артыҡ зарур йәки айырым дуҫлығығыҙ булмаһа, уларҙың эшһеҙерәк ваҡыттарын һайлағыҙ. Сөнки кешенең эшен ҡалдырыу әҙәпкә ҡаршы.
    145. Керле һәм эш кейеме менән осрашыуға бармағыҙ, ҡунаҡтар янына ла сыҡмағыҙ. Бындай эштәрҙең саф һәм нәзиф һүрәттә булыуына иғтибар итегеҙ. Ҡапыл көтмәгәндә береһе килеп керһә, матур һүҙҙәр менән ғәфү үтенегеҙ. Шулай уҡ мосафирығыҙҙан артыҡ итеп кейенмәгеҙ.
    146. Мәжлескә барып кергәс тә, тышҡы кейемегеҙҙе һалығыҙ. Мәжлескә йыйылған кешеләрҙең иң ололарынан башлап иң кеселәренә тиклем тәртибенсә күрешегеҙ һәм иҫәнләшегеҙ. Кеше күп булһа, бер баштан башлап күрешә барыу ярай. Ололар алдында бик әҙәпле ултырығыҙ.
    147. Ҡунаҡ килгәндә асыҡ йөҙ менән ҡаршы алығыҙ һәм тейешле урынға ултыртығыҙ. Әгәр ул бөйөк кеше иһә, килгәне өсөн рәхмәт әйтегеҙ һәм, мөмкин булһа, уларға ла барығыҙ.
    148. Осрашыуға барған йортта өй әсбаптары менән уйнамағыҙ, китаптарҙы аҡтармағыҙ, әйберҙәрҙе тотмағыҙ. Аулаҡ урындарға, бигерәк тә йоҡо бүлмәләренә үҙегеҙ кереп йөрөмәгеҙ.
    149. Осрашырға барған кеше яҙыу йәки уҡыу менән шөғөлләнһә, нимә уҡыуы һәм яҙыуы тураһында һорамағыҙ.
    150. Кәрәкле бер нәмә уҡыған һәм яҙған ваҡытта береһе осрашырға килһә: «һеҙгә ауыр булмаһа, эшемде тамамлар инем!»тип үтенегеҙ.
    151. Ауырыуҙың хәлен һорарға барһағыҙ, янында оҙаҡ тормағыҙ, ҡайғылы һүрәт менән аҙ һөйләшегеҙ. Ауырыуҙы көйҙөрәсәк әйберҙәр һөйләүҙән һаҡланығыҙ һәм һис шелтәләмәгеҙ. Хәтерен ҡырмағыҙ.
    152. Шикәйәттәре булһа, тыңлағыҙ. Йомшаҡ һүҙҙәр менән хәсрәт-ҡайғыһын һүндерергә тырышығыҙ. Мөмкин тиклем ҡурҡыуҙарын бөтөрөгөҙ. Сәләмәтләнеүҙәре өсөн тырышығыҙ, күңелегеҙменән ихлас доға ҡылығыҙ.
    153. Ҡайғы уртаҡлашыу өсөн барһағыҙ, өҫтөгөҙҙө биҙәмәйенсә, ғәҙәти рәүештә барығыҙ. Хәсрәтле сифатта булығыҙ. Көлмәгеҙ, көләмәстәр һөйләмәгеҙ (уйнамағыҙ, шаярмағыҙ).
    154. Өйҙәренә ҡайтып киткәндә, ҡунаҡтарҙы шул ваҡыт һәм ерҙең ғөрөф-ғәҙәтенсә оҙатып ҡалығыҙ.
    АУЫРЫУҘАРҘЫ ҠАРАУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    155. Бөтөн ғүмерегеҙ ҡыҙ, ҡатын, әсә исемле өс хәлдән торған һәм ауырыуҙарҙы ҡарау хеҙмәте ошо кешеләрҙең хеҙмәте булған өсөн был хеҙмәтте иғтибар менән өйрәнегеҙ.
    156. Ауырыуҙарҙың яндарында һәр ваҡыт әмерҙәрен көтөгөҙ һәм йомоштарына әҙер булығыҙ. Аҙ ғына һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалығыҙ, теләктәрен шунда уҡ үтәгеҙ. Һис ауырһынмай оҙон кисәләрҙе уларға хеҙмәт итеп үткәрегеҙ.
    157. Ауырыуҙарға һүҙҙәрҙе балаларға һөйләгән кеүек һөйләгеҙ. Улар тарафынан ҡаты һүҙ һәм шелтәләр ишетһәгеҙ, сабыр итегеҙ. Эргәләрендә тауышланмағыҙ. Күңелдәрен боҙорлоҡ һүҙҙәр һәм хәсрәтле хәбәрҙәр һөйләмәгеҙ.
    158. Ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем саф һәм пак тоторға тырышығыҙ. Табип ҡаршы булмаһа, күлдәктәрен йыш алмаштырығыҙ. Күлдәктәрен һалҡын килеш түгел, мөмкин булһа, йылытып кейҙерегеҙ. Ятҡан бүлмәнең һауаһын саф хәлдә тоторға тырышығыҙ.
    ДИН ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
    159. Бөтөн ғәләмде яралтҡан Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенең әмерҙәрен һәр нәмәнән артыҡ күреп һөйөгөҙ. Рөхсәт итмәгән нәмәләренән тыйылығыҙ. Донъя һәм әхирәт, бигерәк тә ҡиәмәт көнөндә һыйынасаҡ еребеҙ тик Аллаһы Тәғәлә хәҙрәтенең мәрхәмәте икәнен белегеҙ.
    160. Пәйғәмбәрҙәрҙең (ғәләйһимүс-сәләм) һәр береһен ысын күңелдән һөйөгөҙ, улар Йәнәб-и Аллаһының гонаһһыҙ бәндәләреһәм хөрмәтле бөйөк илселәре икәнен яҡшы белегеҙ.
    161. Хәләл һәм харамды бәйән иткән, әхирәт ғәләменә барасаҡ йондоҙ булған ислам диненә камил һәм ихлас мөхәббәтегеҙ менән йәбешегеҙ. Һәр яҡшылыҡ дин бинаһы эсендә булып, дин һәр хәсрәтебеҙҙә ярҙамсы, һәр тарлыҡтарҙа күңелдәребеҙҙе күтәреүсе икәнен белегеҙ.
    162. Йәнәб-и Аллаһ хозурында етешһеҙ хеҙмәттә тороуығыҙҙы хәтерләп, ғибәҙәт ваҡыттарында әҙәпле һәм инсафлы булығыҙ. Һәрваҡыт күңелегеҙ менән тәүбә итегеҙ. Зәғиф ҡолдар икәнебеҙҙе онотмағыҙ.
    163. Һәр кеше менән матур йәшәгеҙ. Һәр кешегә мәрхәмәтле һәм һәр кемгә изгелек теләүсе булығыҙ. Әйбер өсөн үҙ-үҙегеҙҙе белмәгән дәрәжәлә ҡайғырмағыҙ һәм асыуланмағыҙ. Һәр нәмәнең гүзәл тарафын (яғын) алға сығарығыҙ. Һәр кемгә хуш күренергәтырышығыҙ. Һәр ваҡыт көләс йөҙлө булығыҙ. Нәсихәт итеүсе кем булһа ла ҡолаҡ һалығыҙ. «Яҡшы кеше, кеше һүҙенән ғибрәт алыр», тиелгән һүҙгә иғтибар итегеҙ.
    164. Ата-әсәләрегеҙ, ҡартатай-ҡартәсәйҙәрегеҙ, туған һәм ҡәрҙәштерегеҙ ҡиәмәт көнөнә тиклем донъяға киләсәк бала һәм тармаҡтарығыҙ өсөн ислам дине менән донъянан үтеү насип булыуы өсөн, бигерәк тә күңел күтәренке саҡтарҙа, Йәнәб-и Аллаһҡа доға итегеҙ. Ислам дине менән әхирәткә китеүсе кеше иң бәхетле һәм иң игелекле кеше икәнен һәр ваҡыт хәтерләгеҙ. Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәре бындай бөйөк дәүләт менән барыбыҙҙы бәхтиәр итһә ине
    ИҢ ҠИММӘТЛЕ ҺӘМ ИҢ ҺУҢҒЫ НӘСИХӘТ
    165. Мөбәрәк динебеҙгә зарар килтермәҫлек һәм әхләгегеҙҙе боҙмаҫлыҡ, шулай уҡ ҡыҙ, ҡатын, әсә вазифаларына кәмселек итмәҫлек һәм белгәндәрегеҙ менән тәкәбберләнмәҫлек шарт менән нимә генә булһа ла уҡығыҙ, нимә генә булһа ла өйрәнегеҙ һәм ни булһа ла белегеҙ. Былар өсөн һис кем алдында ғәйепле булмаҫһығыҙ һәм бер ваҡытта ла үкенмәҫһегеҙ. Бәлки һеҙ ата-әсә, бөтә ҡарындаштар һәм ҡәбилә, ҡәүем һәм милләт өсөн олуғ шәрәф эшләгән һәм бөйөк ядкәр ҡалдырған кеше булырһығыҙ.
            Ләснә үә ин кәрүмәт әүәи’лүнә
            Йәүмән ғәләл-әхсәби нәттәкилү
            Нәбни кәмә кәнәт әүәи’лүнә
            Тәбни үә нәфғәлү миҫлә мә фәғәлү
    Тәржемәһе:
            Хөрмәт эйәләре булһа ла бабайҙар,
            Улар кеүек була алмайбыҙ
            Нәҫел-нәсәп менән ғорурланып,
            Улар кеүек эшләй алмайбыҙ.
                                           Фәхретдинов Ризаитдин, Нәсихәттәр. Автор-төҙөүсеһе һәм тәржемәсеһе Әхәт Сәлихов

    Килен булған ҡыҙға бирелгән өгөт: https://nazir1965.com/din/kilen-bul%D2%93an-%D2%A1y%D2%99%D2%93a-birelg%D3%99n-%D3%A9g%D3%A9t.html

    Фәхретдинов Ризаитдин. Нәсихәттәр: https://nazir1965.com/tarix/f%D3%99xretdinov-rizaitdin-n%D3%99six%D3%99tt%D3%99r.html