Мөхәррәм айының фазиләте

                                                        Мөхәррәм айының фазиләте
     Ислам динендә Мөхәррәм бик бәрәкәтле һәм оло ай булып һанала. Ул — һижри йылдың беренсе айы һәм һуғыш харам ҡылынған дүрт айҙың береһе. Аллаһ Тәғәлә был турала шулай тип әйтә:
إِنَّ عِدَّةَ الشُّهُورِ عِنْدَ اللَّهِ اثْنَا عَشَرَ شَهْرًا فِي كِتَابِ اللَّهِ يَوْمَ خَلَقَ السَّمَوَاتِ وَالْأَرْضَ مِنْهَا أَرْبَعَةٌ حُرُمٌ ذَلِكَ الدِّينُ الْقَيِّمُ فَلَا تَظْلِمُوا فِيهِنَّ أَنْفُسَكُمْ
     «Ысынлапта, Аллаһ ҡаршыһында айҙарҙың һаны ун ике. Был күктәрҙе һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән ваҡытта Аллаһтың китабында (Ләүхүл-мәхфүздә) шулай яҙылды. Улар араһында дүртеһе һуғыш башлау харам ҡылынған ай. Был — хаҡ дин хөкөмө. Шуға күрә ул айҙарҙа үҙегеҙгә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылмағыҙ» (Тәүбә – 36).

     Аяттағы «Аллаһтың китабында» тигән һүҙ, күктәр һәм ер барлыҡҡа килтерелгәнсе 50 мең йылдар элек, донъяла буласаҡ бөтә нәмә яҙылған «Ләүхүл-мәхфүз» китабын аңлата.
     Бер хәҙистә Мөхәммәт ﷺ (салаллааһу ғәләйһи үәс-сәләм) харам айҙарҙы аңлатып шулай тип әйткән: «Йыл ун ике айҙан тора. Шулар араһында дүртеһе харам айҙар. Уларҙың өсөһө: Зөлҡағиҙә, Зөлхизә, Мөхәррәм бер-бер артлы килә, ә Рәжәб айы Йомадиәл әүәл менән Шәғбән айҙары араһында» (Бохари, №2958).
     Аллаһ Тәғәлә «Тәүбә»сүрәһендә был дүрт айҙың дәрәжәһен күрһәтеп: «Ул айҙарҙа үҙегеҙгә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылмағыҙ», — тип әйтә. Ҡатәдә исемле тәфсир ғалимы был аятты аңлатып шулай тип әйтә: «Ысынында, харам айҙарҙа ғәҙелһеҙлек ҡылыу, хатаһы һәм гонаһаһы яғынан, башҡа айҙарға ҡарағанда ҙурыраҡ. Ғәҙелһеҙлек ҡылыу һәр саҡта ла гонаһ булыуына ҡарамаҫтан, Аллаһ Тәғәлә Үҙе теләгәнсә ҡайһы бер нәмәләрҙе ҙурлай. Мәҫәлән, Ул Үҙенең мәхлүҡтар араһынан ҡайһы берҙәрен һайлап алды. Фәрештәләрҙән һәм кешеләрҙән илселәрҙе, Үҙенең бөтөн әйткән һүҙенән Ҡөръәнде, Ер шарындағы урындарҙан мәсеттәрҙе, айҙарҙан Рамаҙан айын һәм харам айҙарҙы, көндәрҙән Йома көнөн, төндәрҙән Ҡәҙер кисәһен һайланы. Шуға күрә Аллаһ ҙурлаған нәмәләрҙе һеҙҙә ҙурлағыҙ».
     Ислам шәриғәте буйынса Мөхәррәм айында нәфел ураҙаларын тотоу сауаблы ғәмәл булып һанала. Бер хәҙистә Мөхәммәт ﷺ шулай тип әйткән:
     «Рамаҙандан һуң иң яҡшы ураҙа — Аллаһтың айы булған Мөхәррәм айында тотҡан ураҙа. Фарыз намаҙҙан һуң иң яҡшы намаҙ — төндә уҡылған тәһәжжүд намаҙы» (Мөслим, № 2812).
     Күпселек ғалимдар әйтеүенсә, төнгө нәфел намаҙ көндөҙгө нәфел намаҙҙарға ҡарағанда өҫтөнөрәк булып тора.
     Был айҙа Ғәшүрә көнө бар. Ул Мөхәррәм айының унынсы көнөнә тура килә. Шуға күрә ул ғәрәп телендә «унынсы»тигән мәғәнәне аңлата. Был көндөң фазиләте тураһында күп хәҙис китаптарында әйтелгән. Шулар араһында Бухари, Мөслим, Әхмәд исемле ғалимдәрҙең хәҙис китаптары.
     Ғәшүрә көнөндә Мөхәммәд ﷺ — дең сөннәте буйынса нәфел ураҙаһын тотоу хәйерле ғәмәл булып һанала. Ғабдулла ибн Ғәббәс (р.г) шулай тип әйткән: «Мөхәммәд ﷺ Мәҙинә шәһәренә килгәс, йәһүдтәрҙең Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоуҙарын күрҙе. Ул уларҙан: «Һеҙ ураҙа тота торған көн ниндәй көн ул?»- тип һораны. Улар әйтте: «Был — бик олоғ көн. Аллаһ Тәғәлә был көндө Муса пәйғәмбәрҙе һәм уның халҡын ҡотҡарҙы, Фирғәүенде һәм уның халҡын диңгеҙгә батырҙы. Бына шунан һуң Муса пәйғәмбәр Аллаһҡа шөкөр итеү йөҙөнән был көндө ураҙа тотто. Шуға күрә беҙ ҙә был көндө ураҙа тотабыҙ». Мөхәммәд ﷺ шулай тине: «Беҙ һеҙгә ҡарағанда ла Муса пәйғәмбәргә яҡыныраҡ һәм уға эйәрергә лайыҡлыраҡ». Шунан һуң Аллаһтың илсеһе был көндө ураҙа тотто һәм башҡаларға ла ураҙа тоторға әмер итте» (Мөслим).
     Әбү Муса әл-Әшғари шулай тине: «Ғәшүрә көнөн йәһүдтәр ҙурлайҙар һәм байрам итеп һанайҙар ине. Мөхәммәд ﷺ был хәлде күргәс: «Ул көндө ураҙа тотоғоҙ», — тип әйтте» (Бохари).
     Ошо хәҙистәрҙән сығып, Ғәшүрә көнө мосолмандар ғына түгел, ә йәһүд динендә лә ҙур урын алып тора.
     Ибн Ғәббәс (р.г) шулай тип әйткән:
     «Мин Мөхәммәд ﷺ — дең Ғәшүрә көнөндәге ураҙанан һәм был ай (Рамаҙан) ураҙаһынан ҡала башҡа ураҙаны тырышып тотҡанын күрмәнем» (Бохари, №1867).
     Был көндә ураҙа гонаһтарҙың кисерелеүенә сәбәп булып тора. Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйткән:
«Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡан өсөн Аллаһ Тәғәләнән үткән йылдың гонаһтарын ғәфү итеүен өмөтләнәм» (Тирмизи).
     Имам ән-Навауи был хәҙисте түбәндәге мәғәнәлә аңлата: «Был көндә ураҙа тотоу — ҙур булмаған бөтә гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә сәбәп. Әгәр ҙә кешенең ҙур гонаһтары булып, бәләкәй гонаһтары булмаһа, был көндә ураҙа тотоу ҙур гонаһтарының язаһын еңеләйтә. Әгәр кешенең кескенә һәм ҙур гонаһтары булмаһа ла, уға әжер-сауап яҙыла һәм дәрәжәһе күтәрелә».
     Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоу рәүеше:
     1.Мөхәррәм айының 9-10-сы көндәрендә ураҙа тотоу. Был ураҙаның иң яҡшыһы.
     2.Мөхәррәм айының 10-11-се көндәрендә ураҙа тотоу. Мөхәммәд ﷺ: «Йәһүдтәргә оҡшамағыҙ, Ғәшүрәгә хәтле һәм шулай уҡ Ғәшүрәнән һуң ураҙа тотоғоҙ», — тип әйтте (Әхмәт, Ибн Хәҙем).
     3.Мөхәррәм айының 9-10-11-се көндәрендә ураҙа тотоу.
     4.Мөхәррәм айының 10-сы көнөндә генә ураҙа тотоу.
     Ғалимдар әйтеүенсә, мосолмандарға бары тик унынсы көн ураҙаһы менән генә сикләнмәйсә, Мөхәррәм айының туғыҙынсы көнөндә лә ураҙа тотоу сөннәт һанала. Ибн Ғәббәс (р.г) шулай тип әйткән: «Аллаһтың илсеһе ﷺ Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотҡас һәм башҡаларға ла ураҙа тоторға әмер иткәс, кешеләр әйтте: «Әй Аллаһтың илсеһе! Ысынында, был көндө йәһүдтәр һәм насаралар ҙа ҙурлай». Мөхәммәд ﷺ уларға: «Әгәр ҙә киләһе йыл етһә, Аллаһ теләһә, туғыҙынсы көндө лә ураҙа тотасаҡбыҙ», — тип яуап бирҙе. Ибн Ғәббәс (р.г) әйтте: «Икенсе йыл килгәнсегә хәтле Аллаһтың илсеһе ﷺ вафат булды» (Мөслим, №1916).
     Ошо хәҙистән сығып, Имам әш-Шафиғи, имам Әхмәд, Исхаҡ исемле ғалимдар Мөхәррәм айының туғыҙынсы һәм унынсы көндәрендә ураҙа тотоуҙы хупланылар. Сөнки Мөхәммәд ﷺ киләһе йылда был айҙың туғыҙынсы көнөндә лә ураҙа тоторға ниәтләнде.
     Имам ән-Навауи был хәҙисте аңлатып шулай тип әйткән: «Ғалимдар Мөхәррәмдең туғыҙынсы көнөндә ураҙа тотоуҙың хикмәтен түбәндәге сәбәптәр менән аңлаталар:
     1. Йәһүдтәргә оҡшамаҫ өсөн;
     Был хаҡта Ибн Ғәббәс (р.г) шулай тип әйтте: «Мөхәммәд ﷺ:«Туғыҙынсы һәм унынсы көндө ураҙа тотоғоҙ, йәһүдтәргә оҡшамағыҙ», — тине» (Байһаҡы).
     2. Икенсе бер хәҙистә Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйткән:
     «Ғәшүрә көнөндә ураҙа тотоғоҙ һәм йәһүдтәргә оҡшамағыҙ. Шуға күрә уға ҡәҙәр йәки унан һуң бер көн ураҙа тотоғоҙ» (Әхмәд, ат-Тахауи, Байһаҡы).
     3. Айҙы дөрөҫ иҫәпләмәйенсә яңылышыуҙан һаҡланыу өсөн кешеләр Мөхәррәм айының унынсы көнө тип иҫәпләр, ә ул ысынлыҡта туғыҙынсы йәки ун беренсе көнө булып сығарға мөмкин».
     Рамаҙан ураҙаһын тотоп бөтөрмәгән кешеләргә нәфел ураҙаһы тотоу хөкөмө?
     Был мәсьәлә буйынса фикыһ ғалимдары төрлө ҡарашта. Әбү Хәнифә мәҙһәбендә Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылып бөтөргәнсе инде нәфел ураҙалар тотоу рөхсәт ителә. Был мәҙһәб хөкөмө буйынса, Рамаҙан айында тотолмаған ураҙаны ҡаза ҡылыу шул уҡ ваҡытта важиб түгел. Иң мөһиме, кеше уны үлгәнсегә хәтле инде тотоп бөтөрөргә тейеш. Мәлики һәм Шәфиғи мәҙһәбтәрендә Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылғансыға хәтле нәфел ураҙаларын тоторға ярай, ләкин улай эшләү мәкруһ, сөнки ул фарыз ураҙаны кисектереүгә сәбәпсе булып тора. Хәнбәли мәҙһәбендә Рамаҙан ураҙаһын ҡаза ҡылғансыға хәтле нәфел ураҙаларын тоторға ярамай. Сөнки кеше, иң беренсе сиратта, Аллаһ ҡаршыһында бурысын үтергә тейеш, унан һуң ғына ул нәфел ураҙаларын тота ала.
     Ошо фәтүәләрҙән сығып, иң яҡшыһы мосолман кешеһе өсөн Ғәрәфә, Ғәшүрә көндәре килеп еткәнсегә хәтле Рамаҙан айында тотоп бөтөрмәгән ураҙаларын тотоп бөтөрөү.
                                    «Ометлелэр» сайтынан тәржемә.

     Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө:  https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/%d2%93%d3%99sh%d2%afr%d3%99-k%d3%a9n%d3%a9.html#more-1481