Аллаһҡа бирелгән гүзәл үтес

                                                    Аллаһҡа бирелгән гүзәл үтес
     Бер нимәне онотмау мөһим: тәнебеҙ, әхүәлерухиәбеҙ һәм милкебеҙ беҙгә ваҡытлыса бирелгән, улар мәңгелек түгел. Бер көн килеп, һәммәһен уларҙың Хаҡ Хужаһына ҡалдырып, беҙ улар менән хушлашырбыҙ. Мәңгелектәге бүләктәргә ирешеү өсөн, ҡулыбыҙҙағыны Аллаһ юлында дөрөҫ сарыф итергә тейешбеҙ.
     Оло Ҡеүәт Эйәһе төҙөгән һәм биҙәгән ғаләм – ваҡытлы төйәгебеҙ. Һынауҙар урыны булған донъя етдилек, һиҙгерлек һәм тәрән фекер йөрөтә белеүҙе талап итә. Ваҡытлы төйәгебеҙҙән бүләк рәүешендә беҙ гүзәллекте генә үҙебеҙ менән мәңгелек донъяға алып китә аласаҡбыҙ. Гүзәл ғәмәлдәр менән килгән ҡолдарына Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең ниндәй бүләктәр әҙерләүе хаҡында Изге Ҡөрьәндә бер тапҡыр ғына әйтелмәй.
     Саҙаҡа һәм иғәнәләр ярҙамында үҙебеҙҙә игелеклелек, йомартлыҡ, киң күңеллелек тәрбиәләүгә, хис-тойғолар юғарылығына этәрә Аллаһу Тәғәлә. Шул уҡ ваҡытта, хәленән килә, байлығы бар икән, зәкәт, ғөшөр һәм ҡорбан салыу кеүек милек менән бәйле ғибәҙәттәр ҙә фарыз ҡылына. Был изге ғәмәлдәрҙән тыш миһырбанлылыҡтан, иман һоҡланыуынан тыуған ғәмәлдәр ҙә бар, уларҙы карзы-хәсән йәки гүзәл үтес тип атарға мөмкин.

     Аллаһу Тәғәлә һәр бер саҙаҡаны, иғәнәне гүзәл үтес итеп ҡабул итә һәм арттырып кире ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Изге аятта әйтелә:
     «Кем дә кем Аллаһҡа (изгелекле ғәмәлдәрен) бурысҡа биреп тора (йәғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһ уға ҡат-ҡат ниғмәт бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр!» (Хәдид. 57/11).
     Мохтаждарҙы шатландырған саҙаҡаларыбыҙ үлем ҡурҡынысы алдында йәнебеҙгә тыныслыҡ бирер, һуңғы һулышыбыҙҙы ышаныс менән ҡаршы алыуға нигеҙ булыр, шуға күрә изге ғәмәлдәр ҡылыуға тағы ла күберәк тырышлыҡ һалыу кәрәк.
     Ғүмер юлыбыҙҙа осраған ҡыйынлыҡтар, яҡшылыҡтар Аллаһ тәҡдиренә бәйле. Байлыҡ бирелгән хаҡ мөьминдәр, һис бер һауаланмайынса, ҡулындағын Аллаһ ризалығы өсөн ҡуллана, йәғни, беренсенән, мохтаждарға ярҙам итә, икенсенән, иғәнәләр эшләп, Аллаһҡа үтескә бирә...
     Изге Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, мөьминдең һәр саҙаҡаһы – Аллаһҡа бирелгән карзы-хәсән (гүзәл үтес). Аллаһ уларҙы «Үҙенә көтәсәккә бирелгән үтес» тип атай, бындай ғәмәлдәрҙе хуплап, уларҙың эҙһеҙ юғалмаясағын белдерә, лайыҡлы бүләк буласағын вәғәҙә итә. Изе аят бойора:
     «…Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ. Зәкәтте биреп барығыҙ һәм Аллаһ әжер бирһен тип, алдан уҡ изгелек ҡылығыҙ. Ҡылған изгелегегеҙ һеҙҙең өсөн тағы ла хәйерлерәк әжер буласаҡ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шик юҡ, Аллаһ – ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле» (Муззәммил, 73/20).
     Аллаһу Тәғәлә Раббыһы ризалығы өсөн иғәнәләр биргән ҡолона айырыуса мәрхәмәтле, ҡоло донъя файҙаһы, дан, шөһрәт ҡаҙаныу хаҡында уйламаһа әлбиттә. Бәс, шулай булғас, бер ғәмәлең өсөн маҡтау көтөргә кәрәкмәй, һәр ғәмәлебеҙ Аллаһ ризалығы өсөн булырға тейеш. Ҡөрьән тәүгеләрҙән булып шундай саҙаҡа биргән Али һәм Фатима, раҙыйаллаһу ғәнһүмә, хаҡында бәйән итә:
     «Үҙҙәре лә фәҡир булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ризыҡтарын мохтаждарға, етемгә, әсир кешегә бирер. Улар хәйерселәргә: «Беҙ һеҙҙе Аллаһ ризалығын алыр өсөн ашатабыҙ, һеҙҙән бер түләү ҙә, рәхмәт әйтеүегеҙҙе лә көтмәйбеҙ. Ысындан да беҙ ситен (ауыр) һәм хәтәр бер көндөң ғазабынан ҡурҡабыҙ», — тип әйтерҙәр. Бына шуның арҡаһында, Аллаһ ул көндө уларҙы афәттән ҡотҡарыр, сырайҙарына нур өҫтәр. Күңелдәренә ҡыуаныс бирер» (Инсән, 76/8-11).
     Изге аяттар түбәндәге мәлдәргә иғтибар итергә саҡыра:
     1. Иман юлындағы «туғандарыңа» өҫтөнлөк бирергә кәрәк (исар);
     2. Хәйер-саҙаҡаны фани донъя мәнфәғәте өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн бирергә;
     3. Иғәнәләр ярҙамында үҙеңде Ҡиәмәт көнө ҡатылығынан һаҡларға;
     4. Ихлас бирелгән саҙаҡаларҙы Аллаһ ҡабул итә, ҡолон юғары күтәрә. Йөҙөн нурландыра;
     5. Бындай изге ғәмәлдәр һәр мөьмин өсөн зарур.
    Хаҡ Тәғәләгә шул рәүешле бирелгән үтестәрҙең әжерҙе күп тапҡырға арттырыла. Икенсе Изге аятта Аллаһу Тәғәлә Үҙенә бирелгән үтестең дәрәжәһе тураһында былай ти:
     «…Намаҙҙы дөрөҫ уҡыһағыҙ, зәкәт бирһәгеҙ, пәйғәмбәрҙәргә инанһағыҙ, уларға ярҙамсыл булһағыҙ, Аллаһҡа булған изге вазифағыҙҙы үтәһәгеҙ, һис шикһеҙ, гөнаһтарығыҙҙы ҡаплармын, һеҙгә арыҡтарынан һыуҙар ағып торған йәннәттәргә индерермен…» (Маидә, 5/12).
     Ибн Мәсғүд, раҙыйаллаһу ғәнһү, еткереүенсә, Аллаһҡа гүзәл үтес биреү хаҡындағы был аяттар төшөрөлгәс, Әбү Дарда әл-Ансари Пәйғәмбәребеҙгә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, килә һәм һорай:
     - Ий Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм! Ысынлап та, Аллаһ беҙҙән үтескә һораймы ни?
     - Эйе, Әбү Дарда, Аллаһ беҙҙән бурысҡа һорай! — тип яуап бирә Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм. Шунда Әбү Дарда уға ҡулын һуҙа ла әйтә: — Аллаһҡа гүзәл үтес (карзы-хәсән) итеп мин баҡсамды бирәм!
     Ибн Мәсғүд һүҙҙәре буйынса, Әбү Дард баҡсаһында 600 финик пальмаһы һәм ғаиләһе менән йәшәгән йорто була. Аллаһ ризалығы өсөн баҡсаны биргәс, ул өйөнә ҡайта ла ҡатынына әйтә:
     - Ий ҡатыным! Был баҡса һәм йорттан китәйек. Мин уны Аллаһу Тәғәләгә гүзәл үтес итеп бирҙем...
Ҡатыны яуап бирә:
     - Ий Әбү Дарда! Һин бик файҙалы килешеү төҙөгәнһең! Улар балаларын һәм әйберҙәрен алып, был баҡсанан сығып китә. (Табари, Тәфсир, II, 803; Хәким, Мустадрак, II, 24)
     Ике донъя бәхетен өмөт итеп, изгелекте бер һүҙһеҙ ҡабул иткәс, ислам йәмғиәтендә именлек һәм сәғәҙәт урынлаша. Киләһе миҫал да ғәҙәти түгел.
     Әлие Кедоурия үҙ китабында бәйән итеүенсә, XIX быуат аҙағында Англия Урта Көнсығышта үҙ сәйәсәтен алып барғанда, Көнсығыш Анатолияла көслө аслыҡ башлана. Форсаттан файҙаланып, региондағы хәлде ҡаҡшатыу өсөн, инглизәр унда шпиондарын ебәрә. Әммә мәғлүмәттәр йыйылғас, ғәжәйеп һығымталар яһала. Рапортта әйтелә:
     «Бында, ысынлап та, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ, тик аслыҡ юҡ. Һәммәһе лә бер-береһенә ярҙам итергә, бәләнән йолоп ҡалырға тырыша. Шуға күрә, ризыҡ самалы булһа ла, асығыусылар юҡ – хәлде ҡырҡыулаштырыу өсөн саралар күреп булмай!..»
     Был ауыр замандарҙа мохтажлыҡ һәм аслыҡ көсәйгәс, хәйриә эштәренә иғтибар бермә-бер арта, Изге аяттар мөхитендә тәрбиәләнгән халыҡ бербереһенә терәк-таяныс була. Бына ни өсөн Аллаһу Тәғәлә хәйриә эштәренә ғафиллыҡтан һаҡланырға саҡыра:
     «Һеҙгә нимә булды, эй, кешеләр! Аллаһ юлында сығымдар тотмайһығыҙ. Гәрсә Күктәр һәм Ер – Аллаһтың мираҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп (Мәккәне) алғанға ҡәҙәр (дин юлында мал) сарыф иткән һәм һуғышҡан кеше менән еңеүҙән һуң сарыф итеп һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағыларының дәрәжәһе һуңғыларыныҡынан күпкә өҫтөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә бөйөк әжер вәғәҙә итә. Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһҡа мәғлүм» (Хәдид, 57/10).
     Ислам һәм мосолмандар өсөн ауыр заманда Аллаһ ҡолдарынан күберәк фиҙакәрлек талап итә. Ҡөрьәндә ул фиҙакәрлек «карзы-хәсән»- гүзәл үтес тип атала.
     Бер нәмәне онотмау мөһим: тәнебеҙ, әхүәле-рухиәбеҙ һәм милкебеҙ беҙгә ваҡытлыса бирелгән, улар мәңгелек түгел. Бер көн килеп, һәммәһен уларҙың Хаҡ Хужаһына ҡалдырып, беҙ улар менән хушлашырбыҙ. Мәңгелектәге бүләктәргә ирешеү өсөн, ҡулыбыҙҙағыны Аллаһ юлында дөрөҫ сарыф итергә тейешбеҙ. Булғанды уларҙың хаҡ хужаһына – Аллаһу Тәғәләгә тапшырмаһаҡ, Ул уны беҙҙән донъялыҡта уҡ йәки һуңғы һулышыбыҙҙа кире аласаҡ. Ләкин инде айырма ҙур буласаҡ. Тәүге осраҡта, фани донъяла Раббыбыҙ бүләк иткән байлыҡтан әҙәм үҙ ҡулы менән өлөш сығарһа, Аллаһ ул саҙаҡаны көтәсәккә бирелгән үтес итеп, сауаптарын бик күп тапҡырҙар арттырып, Үҙенең киң рәхмәте менән ҡабул итә. Ә икенсе осраҡта, әҙәм саҙаҡа биреүҙән, игелек эшләүҙән ситәләшһә, сауапһыҙ ҡала ғына түгел, матди байлыҡтар өсөн яуаплылыҡ та арта. Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, хәйриә эштәренән баш тартыуҙың насар эҙемтәләре тураһында киҫәтеп әйткән:
     «Әҙәм балаһы уйҙары менән үҙ милке тирәһендә йөҙә... Эй әҙәм балаһы! Ашар ризығыңдан, кейер кейемеңдән, киләсәктә сауап өмөт итеп биргән саҙаҡаларыңдан башҡа бүтән милкең бармы?!» (Мөслим, Зухд, 3-4, Тирмиҙи, Зухд, 34)
     Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, үҙенең «Мәснәүиҙәр»ендә был турала бик күркәм әйткән:
     «Үлем фәрештәһе, моңһоҙ байҙы ҡолағынан эләктереп, ғүмер йоҡоһонан уята. Хәҡиҡәттә, үҙе хужа булмаған милке өсөн уның ҡурҡып йәшәүен күреп көлөп ебәрә яҙа».
     Ғәйшәнән, раҙыйаллаһу ғәнһә, тапшырылғанса, бер тапҡыр Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, һарыҡ һуя. Иттең күп өлөшө таратылып бөткәс, ул иттең ҡалыу-ҡалмауы хаҡында һораша.
     Ғәйшә, раҙыйаллаһу ғәнһү, яуап бирә:
     - Беҙгә ҡалаҡ һөйәге генә ҡалды.
     Рәсүлуллаһ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, уны төҙәтә:
     - Ҡалаҡ һөйәгенән башҡаһы беҙгә ҡалды тиһәң, яҡшыраҡ булыр ине!.. (Тирмиҙи, Сыфатул-Ҡыйама, 35)
Шуныһы хаҡ: изге ғәмәлдәре кешенең һәр саҡ үҙе менән. Матди байлыҡтар артынан ҡыуыу зарарынан йөрәгеңде әрсәләү, әхүәле-рухиәң аһәңен емереүҙән һаҡлау, матди бәйлелектән азат булыу, йомартлыҡта һәм фиҙакәрлектә алға сығыу – былар ана шулар рәтенән.
    Аллаһу Тәғәлә бәндәнең иң үкенгәне бирелмәгән саҙаҡалары менән бәйле булыуы тураһында әйтә:
     «Әжәле килгән кеше: «Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине» (Мунафиҡун, 63/10).
     Һаранлыҡ йәки донъя байлыҡтарына бәйлелек арҡаһында, бөтәһен вариҫтарыбыҙға ҡалдырырға тырышып, һуңғы һулышыбыҙға ҡәҙәр үҙебеҙгә бурыс иҫәптәре йыйып, хәйриә, саҙаҡа таратыу эштәренән ҡасмайыҡ, Әхирәткә мәңгелек донъяның банкроты булып китмәйек, йәмәғәт!
     Ҡиәмәт көндө һәр ҡол яуап тотасаҡ һорау ана шул йыйылған һәм сарыф ителгән милкебеҙ хаҡында буласаҡ. Аллаһ Илсеһе, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:
     «Ҡиәмәт көндө ғүмерен нисек үткәреүе, ғилемен нисек файҙаланыуы, ҡулына ингәнде нисек сарыф итеүе, һаулығын һәм милкен нисек файҙаланыуы тураһындағы һорауҙарға яуап бирмәй тороп, ҡол урынынан да ҡуҙғала алмаясаҡ». (Тирмиҙи, Ҡиәмәт, 1)
     Ата-бабаларыбыҙ был хәҡиҡәтте яҡшы аңлаған һәм саҙаҡалар таратыуға ҙур өлөш индергән, «вәҡеф мәҙәниәтенә» нигеҙ һалып (вәҡеф — йәмәғәтселек файҙаһына васыят ителгән мөлкәт), тарихҡа ингән. Улар бер-береһе менән игелектә ярышҡан, мохтаждар өсөн ярҙам фондтары булдырған, мохтажлыҡҡа төшөп тә ярҙам һорарға теләмәгән кешеләрҙең күңелен аяп эш итергә тырышҡан. Иҫке Стамбулдың ҡайһы бер райондарында махсус рәүештә саҙаҡа таштары ла булдырылған.
     Бөгөн ундай ташты Усҡудар районында күрергә мөмкин. Заманында улар дин юлындағы бөйөк хеҙмәттең, яҡшылыҡ ҡылыуҙа уҙышыуҙың шаһиты булған. Пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, «саҙаҡа биргәндә, уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен» тигән нәсихәтенә эйәреп, саҙаҡа һалырға теләүселәр хәйерҙәрен төндә килеп һалып китә торған булған. Ә шунда йәшәүсе ярлылар унан үҙҙәренә кәрәк тиклемен генә алғандар, артығына оронмағандар. Мохтажлығын күрһәтергә теләмәгәндәр кәрәкле сумманы төндә барып алған. XVII быуаттағы француз сәйәхәтсеһе һүҙҙәре буйынса, ҡайһы берҙә аҡсалар аҙналар буйына тейелмәй ятҡан. Стамбулда ул таштар дүрт урынға ҡуйылған булған.
Ата-бабаларыбыҙҙың дин юлындағы ул тырышлығын яҡшы аңлайбыҙ. Һәр йәмғиәттә, һәр заманда мохтаждар булған һәм артабан да буласаҡ. Шуға күрә «байҙар милкендә ярлы-ябағаның өлөшө бар» тиелгән изге аяттарҙы етәкселек итеп алып (әҙ-Ҙәрийәт, 51/19; әл-Мәғәриж, 70/24-25), мохтаждарға ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән саҙаҡа таштары урынлаштырыу, вәҡеф фондтары булдырыу һәм шул уҡ ваҡытта ауыр хәлдә ҡалыусыларҙың тойғоларын аяп эш итеү мөһим. Күптән түгел генә берәүҙәре хәйер һалыр, икенселәре алыр өсөн саҙаҡа таштарына килгән кешеләрҙең ихласлығын, күңел сафлығын йөрәгебеҙҙә һаҡларға тейешбеҙ.
     Саҙаҡа таштары йөрәктәребеҙҙе иретергә, ауыр хәлдә ҡалғандар йән йылыбыҙҙы тойорға тейеш. Ә беҙгә, Ризыҡ биреүсебеҙгә рәхмәтле булып, Уның йомартлығына сәждәләребеҙ менән яуап биреү лазым.
Түбәндәге һүҙҙәр тормошобоҙ маяғы булһын:
     «Иң сауаплылар башҡаларға файҙалы булыусылар». (Суйути, әл-Джамиус-Сәғир, II, 8)
Изге аят бойора: «Әйт: «Раббым теләгән ҡолдарына ризыҡ бирер, теләмәгәненең ризығын кәметер. Күпме хәйер бирһәгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгә ниғмәт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хәйерлеһе – Аллаһ» (Сәба, 34/39).
     Саҙаҡалар – Хаҡ Тәғәләбеҙ бүләк итеп биргәндәрҙән өлөш сығарған гүзәл үтесебеҙ, ғибәҙәттәрҙең иң яҡшыһы. Йәғни, Раббыбыҙ беҙҙән Үҙе бүләк иткәнде артабан артып торасаҡ бәрәкәтле үтес рәүешендә ала. Киткән сығымдарыбыҙҙың тине лә юғалмай, бәрәкәт, ике донъя бәхете булып ҡайта. Асылда саҙаҡаларҙың хужаһы – Аллаһ, ә уның файҙаһын күреүсе – ҡол.

     Хөрмәтле Мәүләнә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, әйткән:
     «Ерҙәгеләр һәм күктәгеләр һәммәһен Унан һорай, сөнки йәшәйештәре менән бөтәһе Уға бурыслы».
Кеше, Хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, өммәтенә ҡарауына, Ислам шәфҡәтенә лайыҡ булыуына, бар булғандарҙың иң камилы итеп яратылыуына Үҙенең йомартлығы һәм рәхмәте менән быларҙы бүләк иткән Хаҡ Тәғәләбеҙгә бурыслы.
     Хәҡиҡәт юлына баҫыуы өсөн һәр йән мәңгелек юлындағы етәксебеҙ булған Пәйғәмбәребеҙгә, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бурыслы. Һәр йән сәхәбәләргә һәм сағыу йондоҙлоҡ кеүек беҙгә Рәсүлуллаһтан, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, мираҫ итеп алған юлды күрһәткән Исламдың бөйөк шәхестәренә бурыслы.
     Раббыбыҙҙың һәм Пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, юғары әхлағынан үҙ өлөшөбөҙҙө алып, шул мөхиттә үҫкән рауза кеүек, Раббыбыҙға яҡынайыу өсөн Ҡөрьән һәм Сөннәнең тере кәүҙәләнеше булһаҡ, был бурысты ниндәйҙер дәрәжәлә ҡайтарыу мөмкин. Аллаһҡа рәхмәтле булыу – һәр ҡолдоң бурысы.
     Хаҡ Тәғәләбеҙҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәте, мәрхәмәтенә ҡарамаҫтан, әҙәмдең нәпсе тоҙағына эләгеүе, яйлап кешелек бәҫен, хаҡ асылын юғалтыуға алып килә. Фани донъяның ығы-зығыһына бирелеп, бәндә Раббыбыҙ тыйғандарҙың сигенән сыға икән, ул кәмһетелгәндәр, юлдан яҙғандар араһында буласаҡ. Улар башҡаларға бурысҡа батҡандар рәтен тулыландырасаҡ, асылда камил итеп яратылһа ла, мохтаждар, зәғифтәр араһында буласаҡ, хаҡ байлығын юғалтасаҡ. Бындай хәлдәргә ҡалғандар хаҡында бошоноп һәм аптырап Мәүләнә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, былай ти:
     «Ғәжәп түгелме был хәл? Ҡояштың туҙандан үтескә алыуы яраған эшме? Сулпан йондоҙ нурын бәләкәй генә көршәктән аламы?»
     «Һин – барлығын бер кем дә белмәгән рух, һин – йәшерен мөйөштәрен берәү ҙә танып белмәгән йән. Һин халәттәр һәм үҙенсәлектәр донъяһы тотҡоно. Һин төйөнгә уралған ҡояш, ниндәй йәлһең һин!»
Был бәйеттәрҙә хөрмәтле Мәүләнә, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, кешене ҡояш менән сағыштыра. Бөтә донъя – ҡояш нурына күмелгән туҙан бөртөктәре. Әҙәм балаһының Аллаһ биргән муллыҡҡа күмелеп йәшәү урынына, теләктәрен, нәпсеһен ҡандырыу өсөн, үтә торған фани донъя байлыҡтары артынан ҡыуыуы ҡояштың туҙандан үтес һорауына бәрәбәр. Ҡояш туҙанға нисек мохтаж була алһын?!
     Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә әҙәмгә «Үҙ рухынан йән өрөлөүе» хаҡында әйтә (Сад, 38/72; әл-Хижр, 15/29). Әммә күп кешеләр үҙ йәненең бөйөклөгөн, әхүәле рухиәһенең ҡиммәтен аңламай, хәҡиҡи ғилемгә эйә түгел, улар бөйөк һәм изге бүләкте – Илаһи аманатты — үтә торған матди байлыҡтар һәм ваҡытлы теләктәргә алмаштырыусылар. Улар – асыу, шәһүәт, дан, ләззәттәр көҫәү һаҙлығына батыусылар. Әйтерһең рухиәт ҡояшы батҡан, яҡтыртыуҙан туҡтаған. Бәс, шулай булғас, һәр ҡол үҙ хаҡын белергә тейеш! Аллаһтың иҫәп-хисапһыҙ мәрхәмәте, рәхмәте, үҙенең барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең иң камилы булыуын кеше иҫенән сығармауы лазым. Осо-ҡырыйы күренмәгән теләктәр, ынтылыштар әсире булырға ярамай. Нәпсеһе артынан йүгереп йөрөү әҙәмгә төҫ түгел, Аллаһ биргән йәнебеҙҙән үҙебеҙгә кәрәкте эҙләргә кәрәк.
     Әхирәт донъяһына оҙатылғанға ҡәҙәр, Аллаһ ярҙамы менән мәңгелектәге сәфәргә үҙебеҙҙе әҙерләү, иманыбыҙ ярҙамында һуңғы һулышыбыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән әрсәләү мөһим.
     Эй Раббым! Һинең алдыңда баш эйеп, Сикһеҙ диңгеҙ кеүек йомартлығыңдан Һинең ризалығың өсөн Һиңә гүзәл үтес итеп иң яҡшы хәйер-саҙаҡалар биреүселәр иҫәбенән өлөш бир беҙгә. Беҙгә йөкмәткән рухи һәм матди бурыстарыңды еңеләйт! Мохтаж, яңғыҙ, зәғиф ҡолдарыңдың Һиңә өнһөҙ ялбарыуҙарын ишетә торған йөрәк бир беҙгә! Әмин!..

                                                                       «Һуңғы һулыш», рус теленән тәржемәсеһе Әҙилә Ниғмәтуллина