Архив автора: Назир Сабитов

Шәғбан айы

                                                                      Шәғбан айы

     Боронғо ғәрәптәрҙә шәғбан айы ғәҙел тип аталған. Риүәйәттәрҙә күренеүенсә был айҙың исеме үҙгәртелеүгә Бәни Тәмим ҡәбиләһе башлығы Нәүфел бин Вәрәҡә сәбәпсе. Бер мәл ул Жәржән ҡәлғәһенә килә. Жәржән батшаһы менән һөйләшкәндә, һүҙ уңайы менән үҙенең сире — бүҫерҙән ыҙаланыуы хаҡында әйтә. Жәржән батшаһы бер тауҙы күрһәтә, шул тауҙан ете шишмә ағып төшә икән. Шул шишмәләрҙең береһенең һыуын эсергә тәҡдим итә ул Вәрәҡәгә, ҡарынынан хуш еҫле бер матдә айырылып сыға. Уны ғәнбәр тиҙәр. Ана шул ғәнбәр еҫе килгән һыуҙы эсә Нәүфил бин Вәрәҡә.
     Нәфил бин Вәрәҡә сиренән арындырыр дарыуҙы таба. Был һыу бик килешә уға. Шунан яңы тыуған айға ҡарап Нәфил бин Вәрәҡә доға уҡый: «Аллаһүммәжғәл һәәҙәә шәһрә мүбәрәкә инни шәфикәмин һәәҙәә шәғбә» (мәғәнәһе: эй, Раббым! Был айҙа бәндәләреңдең бөтәһенә лә мөбәрәк итһәң ине. Мин был етегән шишмәнән шифа таптым») — тип доға ҡылған. Читать далее

Дарыу үләндәрен йыйыу


                                  Дарыу үләндәрен йыйыу

     Шифалы үҫемлекте экологик яҡтан таҙа ерҙә йыйырға кәрәк. Машина күп йөрөгән юл буйҙарындағы үҫемлектәр машиналарҙан сыҡҡан зәһәрле газ матдәләре менән ағыуланған була. Шулай уҡ баҫыу ситендә үҫкәне лә йыйылмаһын, сөнки игендәге зарарлы бәшмәк-микробтарҙы ҡырыу, ҡый үләндәрен ҡоротоу маҡсатында төрлө көслө ағыу препараттары (гербицидтар, фунгицидтар һ.б.) ҡулланыла. Улар яҡында үҫкән үҫемлектәргә лә эләгә.
     Үләндәрҙең ҡайһылары бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Шуға күрә тик яҡшы белгәнең, танығаныңды ғына йыйырға кәрәк, юғиһә дарыу үләне урынына килешмәгәне, ағыулыһы эләгеүе ихтимал.
Дарыу үҫемлектәрен баҙарҙан һатып алыу ҙа хәүефле. Аҡсаға табынған берәй әҙәм шифалы үҫемлек урынына теләһә ҡайҙан йыйылған әллә ниндәй үлән һатыуы мөмкин. Читать далее

Һары умырзая

адоонисҺары умырзая

     Һары умырзая (русса: горицвет (адонис) весенний, латинса: Adonis vernalis L.) — күп йыллыҡ ағыулы үлән үҫемлек, бейеклеге 50 см-ға етә ала. Апрель — май айҙарында һары сәскә ата, июнь — июлдә орлоғо өлгөрә. Һары умырзая ҡайын һәм имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Башҡортостандың күпселек райондарында үҫемлекте күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
     Дауалау өсөн һары умырзаяның үләне (ер өҫтөндәге өлөшө) ҡулланыла. Уның составында адонотоксин, цимарин исемле йөрәк гликозидтары, сапониндар, адоникол кислотаһы һ.б. биологик актив матдәләр бар. Һары умырзая үләне сәскә атҡан мәлендә әҙерләнә: тупраҡ өҫтөнән 5-10 см өҫтәрәк өлөшө ҡайсы йәки ураҡ ярҙамында ҡырҡып алына. Тамыры менән йолҡоп алырға ярамай, юғиһә киләһе йылда был үлән үҫмәйәсәк. Читать далее

Андыҙ

девясилАндыҙ

     Андыҙ (русса: девясил (высокий), латинса: Inula helenium L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 1-2,5 м тирәһендә, июнь — сентябрь айҙарында һары сәскә ата; емеше август — октябрь айҙарында өлгөрә. Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, урман ситендә үҫә. Был шифалы үлән республикабыҙҙың күпселек райондарында осрай. Тик Урал аръяғында һирәк күҙәтелә. Читать далее

Артыш

можевильник                                 Артыш

     Артыш (русса: можжевельник обыкновенный, латинса: Juniperus communis L.) — йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған бәләкәй ылыҫлы ағас үҫемлек. Бейеклеге 1-3 м тирәһе, сәскәһе йәшкелт, емеше йылына бер өлгөрә. Артыш ҡомло һәм ташлы тупраҡта, ҡарағай һәм ҡарағай ҡатнаш урмандарҙа үҫергә ярата. Республикабыҙҙың Белорет, Бөрйән, Архангел, Ғафури, Дүртөйлө һ.б. ҡайһы бер райондарында йыш осрай.

Читать далее

Һоло

                                                                         Һоло

     Һоло (русса: овес (посевной), латинса: Avena sativa L.) — бер йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50—170 см, июнь — июль айҙарында сәскә ата, июль — сентябрҙә һоло бөртөктәре өлгөрә. Тәбиғәттә һоло осрамай. Аҙыҡ һәм малға ашатыу өсөн сәсеп үҫтерелә.
     Дауалау өсөн һоло бөртөктәре һәм үләне ҡулланыла. Бөртөктәре составында аҡһым, крахмал, май, А, В2, Е витаминдары, сапониндар, гликозидтар, минераль тоҙҙар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Һоло үләне лә төрлө шифалы матдәләргә бай. Унда бигерәк тә С витамины күп. Һоло үләне башаҡланған сағында әҙерләнә: үҫемлектең өҫкө өлөшө (15-20 см тирәһендәге) ҡырҡып алына. Ҡоро, ҡояшлы көндә күләгәлә киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә. Һоло бөртөктәре өлгөргәс йыйыла. Читать далее

Һуҡыр кесерткән

                                                                 Һуҡыр кесерткән

     Һуҡыр кесерткән (русса: яснотка белая, глухая крапива, латинса: Lamium album L.) — күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1,5 м-ға етә. Май — август айҙарында аҡһыл һары сәскә ата, емеше июнь — сентябрҙә өлгөрә, һуҡыр кесерткән — баҡсаларҙа, ҡойма тирәһендә, юл буйҙарында үҫеүсе сүп үләне. Республикабыҙҙың бөтә райондарында ла осратырға мөмкин. Читать далее

Һуған, башлы һуған

                                                        Һуған, башлы һуған

     Һуған, башлы һуған (русса: лук репчатый, латинса: Allium cera L.) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек. Июль — август айҙарында аҡһыл сәскә ата, орлоғо август — сентябрҙә өлгөрә. Тәбиғәттә башлы һуған осрамай, ул сәсеп үҫтерелә.

Читать далее

Ҡарағай

СОСНА                                           Ҡарағай

     Ҡарағай (русса: сосна обыкновенная, латинса: Pinus Silvestris L.) – ылыҫлы ағас, бейеклеге 30-40 метрға етә. Һеркәһе май-июнь айҙарында оса, орлоғо икенсе йыл ҡышҡыһын өлгөрә. Ҡарағай таулы ерҙә лә, һаҙлыҡта ла үҫеүсән. Республикабыҙҙа киң таралған ағас. Дауалау өсөн ҡарағайҙың бөрөһө, ылыҫы һәм сайыры ҡулланыла. Ҡарағай бөрөләре составында витаминдар, крахмал, фитонцидтар, микроэлементтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Унда С витамины ла күп. Ҡарағай сайыры бигерәк тә фитонцидтарға бай.
     Ҡарағай бөрөләрен, ылыҫын һәм сайырын ағас ҡырҡҡан урында әҙерләргә кәрәк. Бөрөләрҙе — ҡышҡыһын йәки яҙҙың тәүге айҙарында, ә ҡарағай ылыҫын яҙғыһын әҙерләү хәйерлерәк. Йылдың башҡа миҙгелдәрендә лә әҙерләргә мөмкин. Сайырҙы яҙҙан алып көҙгә тиклем йыйып була. Ҡарағай бөрөләре, ылыҫы ҡоро, күләгәле ерҙә киптерелә һәм ғәҙәттәгесә һаҡлана. Читать далее

Ҡайын

береза                                                  Ҡайын

     Ҡайын (русса: береза (бородавчатая), латинса: Betula verrucosa Ehrh) — бейеклеге 20 метрға етә алған ағас. Апрель — май айҙарында сәскә ата, емеше август — сентябрҙә өлгөрә. Республикабыҙҙың айырым райондарында (Балаҡатай, Салауат, Бөрйән, Йылайыр, Белорет һ.б.) күп үҫә. Дауалау өсөн ҡайындың бөрөләре һәм япрағы ҡулланыла. Уларҙың составында фитонцидтар, микроэлементтар, витаминдар, шәкәр һ.б. биологик актив матдәләр бар. Ҡайын бөрөләре апрелдең тәүге яртыһында бүртеп тулышҡан, әммә япраҡ ярырға өлгөрмәгән мәлендә өҙөлә, ә япраҡтары май айы аҙағында һәм июнь баштарында әҙерләнә. Был дауалар күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ҡәҙимгесә. Дөрөҫ һаҡлағанда яҡшы киптерелгән ҡайын бөрөләре ике йыл, ә япраҡтары бер йыл буйы шифаһын юғалтмай.
     Ҡайын бөрөләре төнәтмәһен тын алыу юлдары, үт ҡыуығы һәм үт юлдары, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә, ашҡаҙандың гастрит, сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, ревматизм, подагра кеүек сирҙәр, экзема, нейродермит һымаҡ тире ауырыуы башланғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 2 балғалаҡ кипкән ҡайын бөрөләрен 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1 аш ҡалағы эсергә. Читать далее