Шәғбан айы

                                                                      Шәғбан айы

     Боронғо ғәрәптәрҙә шәғбан айы ғәҙел тип аталған. Риүәйәттәрҙә күренеүенсә был айҙың исеме үҙгәртелеүгә Бәни Тәмим ҡәбиләһе башлығы Нәүфел бин Вәрәҡә сәбәпсе. Бер мәл ул Жәржән ҡәлғәһенә килә. Жәржән батшаһы менән һөйләшкәндә, һүҙ уңайы менән үҙенең сире — бүҫерҙән ыҙаланыуы хаҡында әйтә. Жәржән батшаһы бер тауҙы күрһәтә, шул тауҙан ете шишмә ағып төшә икән. Шул шишмәләрҙең береһенең һыуын эсергә тәҡдим итә ул Вәрәҡәгә, ҡарынынан хуш еҫле бер матдә айырылып сыға. Уны ғәнбәр тиҙәр. Ана шул ғәнбәр еҫе килгән һыуҙы эсә Нәүфил бин Вәрәҡә.
     Нәфил бин Вәрәҡә сиренән арындырыр дарыуҙы таба. Был һыу бик килешә уға. Шунан яңы тыуған айға ҡарап Нәфил бин Вәрәҡә доға уҡый: «Аллаһүммәжғәл һәәҙәә шәһрә мүбәрәкә инни шәфикәмин һәәҙәә шәғбә» (мәғәнәһе: эй, Раббым! Был айҙа бәндәләреңдең бөтәһенә лә мөбәрәк итһәң ине. Мин был етегән шишмәнән шифа таптым») — тип доға ҡылған.

     Шунан бирле был айҙың исеме Шәғбан тип атала.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Рәжәб айы менән Рамаҙан айы араһындағы Шәғбан айының фазыйләтенән кешеләр ғафил (йәғни шәғбан айының әһәмиәтен белмәй). Шәғбан айының ун бишенсе кисендә бәндәләрҙең бөтәһенең дә ғәмәлдәре Аллаһҡа мәғлүм ителә.
     Шунлыҡтан шәғбан айында ураҙа тотоп, шул ураҙам менән бергә бүтән ғәмәлдәремдең баһаһы артыр, ин шәәъ Аллаһ, шуға күрә лә шәғбән айында ураҙа тотасаҡмын, ин шәәъ Аллаһ».
     Әгәр кеше ошо айҙа (шәғбанда) бер көн генә булһа ла ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешенең тәненә тамуҡ утын тейҙертмәҫ. Йосоп, Әйүп пәйғәмбәрҙәргә бирелгән сауапты шул бәндәһенә (шәғбан айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотҡан бәндәһенә) насип итеп, ул бәндәһен ожмах әһеле итә, ин шәәъ Аллаһ.
     Әгәр кеше шәғбан айының бөтә көндәрендә лә ураҙа тотһа, уға ожмах важиб булыр. Ундай бәндә үлем иҫереклеген татымаҫ, ҡәбер ҡараңғылығын да күрмәҫ һәм Мөнкир менән Нәкир (үлгәндәрҙән һорау ала торған фәрештәләр) ҡурҡыуын күрмәҫ.
     Аллаһ Тәғәлә ул кешенең ғәйептәрен һәм гонаһтарын ҡиәмәт көнөндә иҫкә алмаҫ, халыҡ араһында уның ғәйептәрен рисуай ҡылмаҫ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхоммәд, ғәләйһис-сәләм, шәғбан айы ингәс, шулай ти торған булған: «Гонаһтарығыҙҙың бөтәһенән дә тәүбәгә килегеҙ, истиғфәр итегеҙ. Рамаҙан айына гонаһтарығыҙҙан пакланып инегеҙ!».
     Шәғбан айының 15-се кисе тыуған бер мәлдә Ябраил фәрештә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, эргәһенә килә һәм шулай ти: «Эй, Мөхәммәд! Ғафил булма! Рәхмәт ишектәре асыла торған кис был! Тор һәм, ҡулдарыңды күтәреп, доға ҡыл! Изгелектәр телә!»
     Шунан Мөхәммәд, ғәләйһис-соләм, һорай:
     «Эй, Ябраил! Был кистең фазыйләте нимәлә?»
     Ябраил фәрештә: «Эй, Мөхәммәд! Был кистә рәхмәт ишектәренең өс йөҙө асылыр (300 ишек) Аллаһ Тәғәлә мосолман булған кешенең һәр ҡайһыһының гонаһтарын ярлыҡай. Әммә ун төрлө төркөмдөң гонаһын ярлыҡамаҫ: сихырсыны, күрәҙәсене, берәй мосолман менән үпкәләшеп, һөйләшмәй йөрөүсене (йәғни, кинә тотоусыны), иҫерткес эсемлек әсеүсене, зина ҡылыусыны, риба ашаусыны (йәғни, кешеләргә аҡса биреп тороп, процентлап арттырып ҡайтарыуҙы талап иткән кешене), ата-әсәһен рәнйетеүсене, нахаҡҡа кешене үлтереүсене, туғаны менән араны өҙгән кешене. Әгәр ҙә ихлас күңелдән тәүбәгә килһәләр, һәм насар эштәрен бөтөнләй ташлаһалар, ундай кешене Аллаһ Тәғәлә ғәфү итәсәк.
                                                                  Риүәйәт
     Рух, ғәләйһис-сәләм (Ғайса пәйғәмбәр) сәфәрҙә саҡта бер тауға менә. Шул тауҙың башында ятҡан бер ташты күрә. Рух, ғәләйһис-сәләм, ғәжәпләнеп ҡарай ташҡа. Шул саҡта Аллаһ уға шулай ти: «Эй, Рухуллаһ! Бынан да ғәжәберәкте күрһәтәйемме һиңә?» Шул мәлдә таш уртаға ярыла. Уның эсенән аҡ һаҡаллы бер ҡарт сыға. Өҫтөнә йөндәй эшләнгән кейем кейгән. Алдында — бер нисә бөртөк йөҙөм була.
     Рухуллаһ һорай: «Эй, шәйех! Был емеш бөртөктәре һиңә ҡайҙан бирелде?» Шәйех шулай ти: «Аллаһ Тәғәлә биргән ризыҡ ул. Рухуллаһ шулай тип һорай: «Эй, шәйех! Был таш эсендә нисә йыл ғибәҙәт ҡылыуың?» Шәйех: «400 йыл буйы ғибәҙәт ҡылам».
     Рухуллаһ бик ғәжәпләнә: «Эй, Аллаһ! Ошо ҡарттан да хәйерлерәк берәй кеше бармы?» — тип һорай. Аллаһ әйтә: «Эй, Рухуллаһ! Әгәр Мөхәммәд өммәтенән берәү шәғбан айының ун бишенсе кисендә уяу тороп, булған гонаһтарының бөтәһенән дә тәүбә итһә, көндөҙөндә ураҙа тотһа, ул кеше Минең алдымда был шәйехтән ун тапҡырға ҡәҙерлерәк һәм уға сауап та күберәк биреләсәк», — тип яуап бир».
     Әгәр кеше шәғбан айының, 15-се кисендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһа (нәфел намаҙы), һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» сүрәһен һәм уға ҡушып, «Ихлас» сүрәһен ун тапкыр уҡыһа, һәм көндөҙгөлөктә (15-се шәғбандә) ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене изгеләрҙән ҡылыр.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шулай тигән: «Мин был кистә (шәғбандың 15-се кисендә) уяу тора инем. Ошо кистең дүрттән бер өлөшө үткәс, әргәмә Ябраил фәрештә килде һәм шулай тине: «Эй, Мөхәммәд, башыңды юғары күтәр!» Мин башымды күтәрҙем. Күк ишектәре асыҡ ине. Тәүге ишегендә бер фәрештә бар ине. Ул шулай тип ҡабатлай ине: «Шундай бәндәгә һөйөнөс килһен: ошо кистә Аллаһты олуғлап һәм уға һөйөү менән исемен зекер итеүсегә! Икенсе ишегеңдәге фәрештә: «Шундай бәндәгә һөйөнөс килһен, ошо кистә рөҡуғ ҡылыусыға!» Өсөнсө ишектә тағы бер фәрештә тора ине: «Һөйөнөс булһын шундай бәндәгә, Аллаһтан ҡурҡып, һәм түбәнселек күрһәтеп, намаҙ укыусыға!» тип ҡабатлай ине. Дүртенсе ишектәге фәрештә: «Шундай бәндәгә һөйөнөс булһын, Аллаһ Тәғәләнең ғазаб биреүенән ҡурҡып, был кистә ихлас күңелдән илағанға!» Бишенсе ишектәге фәрештә: «Шундай бәндәг ә һөйөнөс килһен, әгәр бәндә Аллаһ ризалығы өсөн намаҙ уҡыһа!» Алтынсы ишектәге фәрештә: «Шундай бәндәгә һөйөнөс булһын, әгәр ул бәндә был кистә Ҡөрьән уҡыһа!» — тип ҡабатлай ине. Етенсе ишектәге фәрештә: «Берәй хәжәтен һораусы кеше бармы? Әгәр булһа, уның һорағанын Аллаһ Тәғәлә бирер!» ти ине. — Йә, бармы доға ҡылыусы? Булһа, ул бәндәнең доғаһы ҡабул булыр! Йә, бармы тәүбә итеүсе? Булһа, шул тәүбә иткән кешенең тәүбәһе һис шикһеҙ ҡабул булыр! Йә, бармы: «Әстәғфируллаһ!» — тип әйтеүсе? Булһа, ул кешенең бөтә гонаһы ярлыҡаныр!»
     Бына ни өсөн пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, шәғбан айының 15-се кисендә һәм төнөндә һәр саҡ уяу булған (йоҡламай үткәргән).
     Беҙгә лә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, был кистә уяу торорға ҡушҡан, төндө ғибәҙәт ҡылып үткәрергә бойорған. Был кәңәште үтәүебеҙ бәрәкәтендә, гонаһтарыбыҙҙан ҡотолорбоҙ, тәүфиҡ истиҡамәтебеҙ артыр, һәм аҙаҡҡы һулышыбыҙға ҡәҙәр иманыбыҙ — ныҡ, инаныуыбыҙ — хаҡ, ғәмәлебеҙ пак булыр, ин шәәъ Аллаһ!
     Шәғбан айының ун бишенсе кисе бәра'әт кисе. Был кистә мөьмин ҡолдарының йыллыҡ ғәмәл дәфтәрҙәре Аллаһ Тәғәләгә тапшырылып, яңыһы бирелә.
     Шуға күрә лә был кистә тәүбә итеп истиғфар ҡылып гонаһтарҙың ярлыҡаныуын һорау тейешле.
Бәра'әт кисендә бәра'әт намаҙы уҡыу ҙа тейешле. Бәра’әт намаҙы Йәстү һәм Витр намаҙынан һуң ун ике рәҡәғәт итеп уҡыла, һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» сүрәһе — бер тапҡыр «Ихлас» сүрәһе өс мәртәбә уҡыла. Аллаһ сөбхәнә үә Тәғәлә шул бәра'әт кисендә уҡылған намаҙҙа Ҡөрьәндең аяттары һанынса — сауап бирә һәм хәбәр итә: «Һиңә тамуҡ уты хәрәм ҡылынды», — ти.
     Хөсәйен ибн Әбү Талиб, разыйаллаһи ғәнһү, әйткән: «Кем дә булһа берәү, Бәра'әт кисендә ике рәҡәғәт намаҙ ҡылһа, һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» сүрәһен, «Ихлас» сүрәһен, «Фәләҡ» сүрәһен һәм «Нәс» сүрәһен уҡыһа, ул кеше үҙен йәннәттә тип күрмәйенсә, йән бирмәҫ».
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм шулай тигән: «Әгәр кеше Бәра’әт кисендә ике рәҡәғәт намаҙ үтәһә, һәр рәҡәғәтендә «Кәфирун» сүрәһен бер тапҡыр уҡыһа, Хаҡ Тәғәлә ул ҡолона әҙәмдән, ғәләйһис-сәләм, алып, шул көнгәсә булған мөьминдәр һанынса сауап бирәсәк». Әгәр кем дә булһа берәү шәғбан айының ун бишенсе кисендә һәм төнөндә 20 рәҡәғәт намаҙ ҡылһа, намаҙын ун сәләм менән үтәһә (йәғни икешәр рәҡәғәт итеп ун намаҙ уҡыһа ), һәр рәҡәғәтендә «Фатиха» сүрәһен, шулай уҡ «Кәфирун» сүрәһен, йә «Ихлас» сүрәһен, йә «Фәләҡ» сүрәһен, йә «Нәс» сүрәһен уҡыһа һәм һуңынан: «Ләә иләәһә илләл-лааһү үәхдәһү ләә шәриикә ләһ. Ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәләә күлли шәй ин ҡадир», — тип доға ҡылһа, ул кеше хәжәттәренең бөтәһенә лә өлгәшер, ин шәәъ Аллаһ, ураҙаһы ҡабул булыр, бынан тыш ул кешенең үлем иҫереклеге һәм ҡәбер ғазабы еңел булыр, уға йәннәттә бер кескенә бина насип итер. Һәр бер бинаның иркенлеге был донъяның иркенлегенән ҙурыраҡ булыр. Әмин».
      Шәғбан айының ун бишенсе кисендә һәм көнөндә, аҡшам намаҙынан һуң ғүмер оҙонлоғон теләп, ихлас күңел менән Йәсин сүрәһен һәм бер мәртәбә Бәра’әт доғаһын уҡыу тейешле.
                                                                                           Башҡортса дини календарь, 2004 йыл.

Шәғбан — ошо биттә: https://nazir1965.com/din/sh%D3%99%D2%93ban.html#more-5867

Бәра'әт кисәһе намаҙыhttps://nazir1965.com/do%D2%93alar/b%D3%99ra%D3%99t-kis%D3%99%D2%BBe-nama%D2%99y.html