Архив автора: Назир Сабитов

Сират күпере

                                                Сират күпере

     Ҡиәмәт көнө (судный день) беҙ ҡәберҙән ҡутарылып яңынан терелгәс, һорау алыу ваҡытында барыбыҙҙа тамуҡ өҫтөндәге сират күпере аша үтәсәкбеҙ. Әгәр үтә алһаҡ, беҙ йәннәтле булырбыҙ, әгәр Алла Тәғәлә насыйп итһә. Ошо һынауҙы үткәндә, кемдәр лайыҡлы — йәннәт әһеле булыр, кемдәр хурлыҡлы, тамуҡҡа ғазаб өсөн ҡолап төшәр. Ҡиәмәт көнө шуға ла иң ҡурҡынысы ошо күперҙе үтеү. Әгәр ҙә аҙ ғына гөнаһы булып та тамуҡ утынын хәүефеннән бәндәләр сафлана үә паҡлана алһалар, йәғни күперҙән уҙған саҡта йәһәннәм ялҡыны уларҙың яманлығын көйҙереп ҡалдырһа, был кешеләр аның осона барып етәр, ни хиҡмәт, йәннәтле булырҙар. Был Аллаһ Тәғәләнең сере, рәхимлеге, ҡөҙрәте. Шуға ла ысын күнелдән уға ышанайыҡ.
Читать далее

Ҡорбан байрамы 24 сентябрь 2015 йыл

Таштимер ауылы мәсете

Тамуҡ

                                                         Тамуҡ

   Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръән китабы менән ант итәм «Тамуҡ хаҡ, Ожмаҡ хаҡ» — тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә хаҡлы; кемдер изгелектәр ҡыла, намаҙ уҡый, ураҙа тота, ә икенсе берәү шашып Хаҡ Тәғәләне танымай йәшәй бирә. Шуның өсөн теге әхирәт донъяла ошо был ғүмерҙә ҡылған эштәр өсөн һәр кемден үҙ урыны буласаҡ. Был темала иң ҡурҡыныс урын «тамуҡ» хаҡында яҙып китәйем. Шуныһын белеп китегеҙ, әле тамуҡта мәрхүм булған бер кеше лә юҡ. Ошо бар донъябыҙ ере менән аҫты өҫкә килгәс, барыбыҙҙа сират күперен үтеп — кемдер тегендә, ә кемдер бында инер. Ә тамуҡ әлегә әҙер, көтөп тора кемделер. Читать далее

Ҡөрйән уҡыусылар ярышы — Тупаҡ ауылы

Тәһәрәт алыу тәртибе

                                                     Тәһәрәт алыу тәртибе
   

     Тәһәрәт ике төргә бүленә: беренсеһе — фарыз Аллаһы Тәғәлә ҡушҡаны, бойорғаны, русса әйтһәк приказ тип аңлағыҙ. Фарызды үтәмәһән имандан сығаһын.Ә имандан сығыу тамуҡҡа илтә. Намаҙҙа ла фарыздарға иғтибар итегеҙ. Фарызға шул намаҙ, Рамаҙан айында бер айлыҡ ураҙа, зәкәт кеүек ғәмәлдәр инә.

     Тәһәрәттен икенсе төрө — сөннәт, быны айырым яҙып үтәрмен (ошонда баҫ). Беҙҙең оло кешеләр сөннәт тәһәрәткә өйрәнгәндәр, фарыз тәһәрәтте һөйләй башлаһаң айҙан төшкән кешегә һымаҡ ҡарайҙар. Ни эшләйһен инде совет осоро наҙандарын. Күп нәмәләрҙе ишеткәндәренән, күргәндәренән алып һөйләйҙәр, ә ысынлап белем алғандары юҡ, етмәһә олатаһы мулла булған тип шапырынырға торалар. Аллаһы Тәғәлә олатаһына ғилем биргән, ә бындағы намаҙ уҡымаған балаһына түгелдәһә. Читать далее

Намаҙ

                                                                     Намаҙ
   Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иҫкәртә: «Намаҙҙы уҡымау бәндәнен иман һәм көфөрлек уртаһында икәнен белдерә. Шулай булғас, намаҙҙан баш тартыу көфөрлеккә инеү. Намаҙ уҡымау иманһыҙлыҡ юлына илтә».

   Аллаһ Тәғәләне ысын күнелдән танығандан һуң уға шөкөр итер кәрәк. Шөкөрҙен мәғәнәһе рәхмәт тейеүҙә. Ошо бар донъяға, ғаиләгә, балаларға, биргән һыуына, еренә, малына һәм башҡа ниғмәттәргә. Аллаһы Тәғәлә барын биргән беҙгә; шундай матур тәбиғәт, таҙа һауа, бөтмәҫ һыу, тамаҡ, бөтөн донъя, байлыҡ, икешәр-өсәр машина һәм башҡа. Әфәттәр, һуғыштар юҡ, аслыҡ юҡ – ожмаҡта йәшәйбеҙ түгелме? Сит илдәрҙәге һымаҡ аслыҡтан, һыуһауҙан үләбеҙме, сүлдә йәшәйбеҙме, бысраҡ һыу эсәбеҙме? Юҡ шул, шуға ла ҡоторабыҙ. Читать далее

Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы

                                 Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы
   

    Аллаһ Тәғәлә араҡы хәмер эсеүселәргә теге донъяла нимә вәғәҙә итеп һәм ниндәй яза әҙерләгән һуң. Хәмер тигән һүҙҙе ғәрәпсәнән башҡортсаға әйләндерһәк “ағыу” тигән мәғәнәлә. Хәмергә бар төрлө иҫерткес эсемлектәр инә. Спирт төрҙәренән —  барыһынан алып, һыра (пиво) һәм бал (брага) тигән бар иҫерткес нәмәләр.

   Беҙҙен халыҡ шашып “культурно” эсәбеҙ, беҙ алкаш түгел тип ҡуҡырайып араҡы эсеүҙәрен туҡтатмайҙар. Нисек инде тыуған көн, юбилейҙәр, туйҙар үткәрәһен эсмәйенсә? Бында инде ярыш, нисек булһала күршендән уҙғарып, бына шулай кәрәк тип, әхләктәрен тапап, имандарын юғалталар. Беҙҙен элекке быуындар араһында булмаған кафыр, шайтан ғәҙәттәрен индереп халҡыбыҙ алйып йәшәй. Хәҙер шуға барып етте: Беҙҙең ата-әсәләр эскәндәр бит — тип, шуға һылтаналар. Белгәндәре Аллаһ Тәғәлә ғәфү итәр тигән өмөттә йәшәп килә. Ни ҡурҡыныс һәм ниндәй ҡаты яза уларҙы көтә, әйҙәгеҙ динебеҙҙә шул хаҡта әйтелгәнен уҡып китәйек. Читать далее

Ураҙа байрам Таштимер мәсетендә 2015 йыл