Архив автора: Назир Сабитов

Ветеран Ирғәлин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

ветеран войны Иргалин Муждаба Габдулхакович

   Еңеү ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы

   Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғына ҡәҙерле туғаныбыҙ һуғыш ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улынын әхирәткә күсеүенә 40 көн тулыуы сәбәпле Ҡөръән мәжлесе үткәреп аят уҡыныҡ. Ошо быйылғы Еңеү көнөнә Мөждәбә апабыҙ (Әбйәлил яҡтарында апа – атай-әсәйҙән оло ир кеше. Ололап, ҡәҙерләп әйтеү) ай ярымдай ғына, килеп етмәне.

   Әбйәлил районын Әүмеш (Алсынбай) ауылында 1926 йылда тыуып үҫеп, һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡас колхозда ғүмер буйы эшләп, күп балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, 90 йылдан күберәк ғүмер кисереп, арабыҙҙан китте. Таштимер ауылы сельсоветенен һуңғы һуғыш ветераны Ғабдулхаҡ улы Мөждәбә апабыҙҙын урыны йәнәттә булһын. Читать далее

Зыяратта өмә

                             Таштимер зыяратында өмә

   Әбйәлил районы Таштимер ауылы зыяратында, май айынын башында, өмә үтте. Был изге эштә, ҡәберлек һәм уның тирә-яғы таҙартылды. Үҙебеҙҙең икенсе мәңгелек йортобоҙҙо онотмайыҡ, барып ятыр урыныбыҙ шунда. Бар мәрхүм туғандарыбыҙҙын, мәрхүм атай-әсәйҙәребеҙҙен, мәрхүм мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙен урыны — һуңғы өйө. Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.

Белем

                                             Белем

   1917 йылда большевиктәр яңы быуынды коммунистик идеяла тәрбиәләр өсөн совет белеме һәм әҙәп (культура) комиссияһы төҙөй. Ошо хөкүмәт белем комиссияһы 1918 йылда яңы декрет сығара. Был декрет менән Совет власы мәктәптәрҙе мәсет һәм сиркәүҙәрҙән айырып, үҙ алы итеп, дингә ҡаршы көрәш башлай. Ошо ҡарар менән халыҡтын аңын һәм күңелен томалау башланыла.

   Беҙҙен атай-әсәйҙәрҙе, олата-бабаларыбыҙ диндә тәрбиәләй, совет осорондағы тәртип шул арҡала һаҡлана. Әммә динһеҙ быуындар алмашына бара, әхләҡ һәм әҙәп тигән нәмәне хәҙер ниндәй кимәлдә икәнен күрәһегеҙ. Үҙ тарихен, үҙ милләтен, хатта ауыл балаларынын кәзәне һарыҡтан айырмағас, мәктәптәрҙәге белем ни кимәлдә? ЕГЭ тигән экзамендәрҙе көсләп, видео камера һәм көслө һаҡ аҫтында биреүҙәре ни тора. Ә күпме балалар ошо экзамен ҡурҡыныстарынан үҙҙәрен йәш матур тормоштарын киҫәләр? Читать далее

Сират күпере

                                                Сират күпере

     Ҡиәмәт көнө (судный день) беҙ ҡәберҙән ҡутарылып яңынан терелгәс, һорау алыу ваҡытында барыбыҙҙа тамуҡ өҫтөндәге сират күпере аша үтәсәкбеҙ. Әгәр үтә алһаҡ, беҙ йәннәтле булырбыҙ, әгәр Алла Тәғәлә насыйп итһә. Ошо һынауҙы үткәндә, кемдәр лайыҡлы — йәннәт әһеле булыр, кемдәр хурлыҡлы, тамуҡҡа ғазаб өсөн ҡолап төшәр. Ҡиәмәт көнө шуға ла иң ҡурҡынысы ошо күперҙе үтеү. Әгәр ҙә аҙ ғына гөнаһы булып та тамуҡ утынын хәүефеннән бәндәләр сафлана үә паҡлана алһалар, йәғни күперҙән уҙған саҡта йәһәннәм ялҡыны уларҙың яманлығын көйҙереп ҡалдырһа, был кешеләр аның осона барып етәр, ни хиҡмәт, йәннәтле булырҙар. Был Аллаһ Тәғәләнең сере, рәхимлеге, ҡөҙрәте. Шуға ла ысын күнелдән уға ышанайыҡ.
Читать далее

Ҡорбан байрамы 24 сентябрь 2015 йыл

Таштимер ауылы мәсете

Тамуҡ

                                                         Тамуҡ

   Аллаһ Тәғәлә изге Ҡөръән китабы менән ант итәм «Тамуҡ хаҡ, Ожмаҡ хаҡ» — тип әйтә. Аллаһ Тәғәлә хаҡлы; кемдер изгелектәр ҡыла, намаҙ уҡый, ураҙа тота, ә икенсе берәү шашып Хаҡ Тәғәләне танымай йәшәй бирә. Шуның өсөн теге әхирәт донъяла ошо был ғүмерҙә ҡылған эштәр өсөн һәр кемден үҙ урыны буласаҡ. Был темала иң ҡурҡыныс урын «тамуҡ» хаҡында яҙып китәйем. Шуныһын белеп китегеҙ, әле тамуҡта мәрхүм булған бер кеше лә юҡ. Ошо бар донъябыҙ ере менән аҫты өҫкә килгәс, барыбыҙҙа сират күперен үтеп — кемдер тегендә, ә кемдер бында инер. Ә тамуҡ әлегә әҙер, көтөп тора кемделер. Читать далее