Намаҙ
Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иҫкәртә: «Намаҙҙы уҡымау бәндәнен иман һәм көфөрлек уртаһында икәнен белдерә. Шулай булғас, намаҙҙан баш тартыу көфөрлеккә инеү. Намаҙ уҡымау иманһыҙлыҡ юлына илтә».
Аллаһ Тәғәләне ысын күнелдән танығандан һуң уға шөкөр итер кәрәк. Шөкөрҙен мәғәнәһе рәхмәт тейеүҙә. Ошо бар донъяға, ғаиләгә, балаларға, биргән һыуына, еренә, малына һәм башҡа ниғмәттәргә. Аллаһы Тәғәлә барын биргән беҙгә; шундай матур тәбиғәт, таҙа һауа, бөтмәҫ һыу, тамаҡ, бөтөн донъя, байлыҡ, икешәр-өсәр машина һәм башҡа. Әфәттәр, һуғыштар юҡ, аслыҡ юҡ – ожмаҡта йәшәйбеҙ түгелме? Сит илдәрҙәге һымаҡ аслыҡтан, һыуһауҙан үләбеҙме, сүлдә йәшәйбеҙме, бысраҡ һыу эсәбеҙме? Юҡ шул, шуға ла ҡоторабыҙ. Читать далее