Кисерһәң ине әллә кисер?
Иң мөһиме — ихласлыҡ
Бер абыстайыбыҙ миңә иҫкәртеү яһаны, доғаны дөрөҫ уҡымайһың, тине. Уның фекеренсә, «гонаһтарымды кисерһәң ине» тип ялбарыу дөрөҫ түгел; «гонаһтарымды кисер» тип әйтергә кәрәк. Хәҙрәттәребеҙ был йәһәттән фекерен еткерһен ине.
Бында телдең үҙенсәлектәре тураһында һүҙ бара. Ғәрәп телендә, татар телендәге һымаҡ, гонаһтарымды ғәфү итһәң ине, тигән мәғәнәләге һүҙ-бәйләнеш юҡ. Ғәрәп телендә әмер фиғыл йә ялбарыу, йә бойороҡ биреү мәғәнәһендә бирелә. Мәҫәлән, ифғәл — эшлә тигән һүҙ. Был фиғыл әмерҙе аңлата. Уктуб — яҙ! Икра — уҡы! Бойороу был. Ә бына уҡыһаң инде ғибарәһе йау таҡра тип әйтелә. Был — ғәрәп теленең үҙенсәлеге. Татар кешеһе, йә, Раббым, «ҡабул ит», тип тә, «ҡабул итһәң ине», тип тә һорай, өндәшә ала. Ғәрәп телендә доға ҡылһаң, ҡабул ҡылыныуға яҡыныраҡ тигән риүәйәттәр бар. Шуға күрә кеше ғәрәпсә доға ҡыла белә икән, бик яҡшы. Ғәрәпсә белмәйенсә, үҙ телендә доға ҡылһа ла бик яҡшы. Бер генә шарт бар: доғаң ихлас, ысын күңелдән булһын. Иң ҡәҙерлеһе — «кисер» йәки «кисерһәң ине» тип һорағанда кешенең Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышаныуы. Икенсенән, бер ҡасан да Аллаһы Тәғәлә ҡабул итәрме, юҡмы тип шикләнмәҫкә кәрәк. Гонаһтарыбыҙ юҡ, күҙ йәше ҡойолоуға сәбәпсе булмайбыҙ, йәтимдәр хаҡына теймәйбеҙ, башҡаларға хаҡһыҙлыҡ ҡылмайбыҙ икән, кеше бер ҙә шөбһәләнергә, Аллаһы Тәғәлә ишетерме, юҡмы тип уйларға тейеш түгел.
Татар мосолман календаре, 2014 йыл
Доға ҡылыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-t%D3%99rtibe.html
Доға ҡылыу: https://nazir1965.com/din/do%d2%93a-%d2%a1ylyu.html
Доға: https://nazir1965.com/din/do%D2%93a-3.html
Доға ҡылыу әҙәбе: https://nazir1965.com/din/do%D2%93a-%D2%A1ylyu-%D3%99%D2%99%D3%99be.html