Доға

                                                                             Доға

     Доғаны ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ул мөьминдең йөрәгенә уйыла, холҡон үҙгәртә, уның сифаттарының береһенә әйләнә.

     Кешелеккә Аллаһтың рәхмәте булып килгән пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр ҡазаға тарыһалар ҙа, уңышҡа ирешһәләр ҙә, ыҙала ла, шатлыҡта ла доғала булып, һәр саҡ Аллаһҡа өмөт бағлай. Улар, теләһә ниндәй шарттарҙа ла Раббыбыҙға яҡынайырға тырышыу өлгөһөн күрһәтә, барса барлыҡҡа ҡотолоу юлын асыусы юлбашсыларға әйләнә.
     Аллаһҡа һыйыныу – тормош ҡануны, Раббыбыҙға буйһоноуыбыҙҙың асылы. Ерҙә һәм күктә булғандарҙың һәммәһе Аллаһ ихтыярына буйһона, үҙенә бирелгән тел менән доғала була. Яҡшы дини тәрбиәһе булған мөьминдең эске халәте уны доғаға этәрә, сөнки доға – Аллаһҡа илтеүсе ҡапҡаларҙы асыусы мөьмин йөрәгендәге асҡыс.

     Доғаны ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ул мөьминдең йөрәгенә уйыла, холҡон үҙгәртә, уның сифаттарының береһенә әйләнә. Тап шуның өсөн тәҡүәлеге юғары булғандар һәр саҡ доғала. Уларҙың доғаның мөһимлеген таныған йөрәктәре Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләнең изге аяттағы киҫәтеүенән тетрәнә:
                                                                                                                             قُلْ مَا يَعْبَأُ بِكُمْ رَبِّي لَوْلَا دُعَاؤُكُمْ
     77. Ҡуль мәә йәғбә'ү бикүм раббии ләү ләә дүғәә'үкүм
     «Әйт: «Аллаһҡа мөрәжәғәт итмәгән булһағыҙ, Аллаһ һеҙгә иғтибар итмәгән булыр ине» (Фурҡан, 25/77).
     Тап шулай даими доғала булған, Раббыһына ялбарған мөьминдең йөрәге аша Аллаһ һәм Уның ҡоло араһында күҙгә күренмәгән бәйләнеш барлыҡҡа килә. Рухи күтәренкелек, тетрәнеү мәлендә ҡылынған доғанан һуң, ҡол Раббыһының Илаһи рәхмәтен, яҡынлығын тоя.
     Доғала булып, Аллаһтың шәфҡәтен, миһырбанлылығын өмөт итәбеҙ, үҙебеҙҙең зәғифлелегебеҙҙе, ярҙамға мохтаж булыуыбыҙҙы таныйбыҙ. Ҡурҡыу һәм өмөт менән доғала булып, Аллаһтың бөйөклөгө алдында үҙебеҙҙең кес кенә, гөнаһкәр булыуыбыҙҙы аңлаған хәлдә Уға буйһоноуыбыҙҙы белдерәбеҙ.
     Әҙәм һәм Һауа, ғәләйһүмәс-сәлләм, изге аяттан күреүебеҙсә, Аллаһу Тәғәләгә шулай мөрәжәғәт итә:
     «Улар әйттеләр: «Йә, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Әгәр беҙҙе кисермәһәң, ярлыҡамаһаң, һис шикһеҙ, зарар күреүселәрҙән булырбыҙ» (Әғраф, 7/23).
     Икенсе изге аятта Юныс пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, Аллаһҡа шулай тип доға ҡылыуы хаҡында әйтелә:
     «Зүннүн (Юныс) тураһында ла онотмағыҙ. Ул (үҙенең ҡәүеменә) бик ныҡ үпкәләп, асыуланып киткән ине. Үҙенә көсөбөҙ етмәҫ тип уйлаған ине ул. Ниһайәт,ҡараңғылыҡҡа (балыҡ эсенә барып) эләккәс:
     «Һинән башҡа Һиңә тиң һис бер зат юҡ. Һине генә пак тип таныйым. Ысындан да, мин ғәҙелһеҙ булғанмын икән, -тип Аллаһҡа ялбара башланы!» (Әнбиә, 21/87).
     Икенсе бер доға, Йыһангир Солтан Морат Хан I Косово яланында ялбарған доға, Раббыңа мөрәжәғәт итеп ярҙам һорағанда, үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө аңлауҙың мөһим булыуын күрһәтә:
     «Эй Раббым! Батшалыҡ та, был ҡолоң да – Һинеке. Мин Һинең зәғиф ҡолоң ғына. Һин минең ниәттәремде һәм серҙәремде бөтәһенән дә яҡшыраҡ беләһең. Һин беләһең: мин байлыҡ та көҫәмәйем, хакимлыҡ тураһында ла уйламайым. Мин Һинең ризалығыңды ғына теләйем...
     Эй Раббым! Ислам һуғышсыларын кәферҙәр ҡулынан һәләк итмә!.. Бөтә мосолмандар өсөн байрам булырлыҡ еңеү бир уларға! Теләһәң, ҡолоң Морат был байрамдың ҡорбаны булһын!..»
     Ошо доғанан һуң, бығаса ҡоторонған дауыл тына, ике ғәскәр ҡара-ҡаршы үлемесле һуғыш башлай; һигеҙ сәғәткә һуҙылған алыштан һуң, мосолмандар өс тапҡыр ҙур булған дошманын ҡыйрата.
     Алыш тынғас, Солтан Морат Хан I ғәскәрен барлап йөрөгәндә, бер әсир серб уға хәнйәр ҡаҙай һәм ул шәһит китә – Мораттың Раббыһына ҡылған доғаһы тулыһынса ҡабул була.
     Юғары рухиәт теле һәм иң гүзәл ихлас доғалар яҡтылыҡ һәм һөйөүҙән тыуа. Улар өмөтөн юғалтҡандарға ғүмер бирә, ҡанһыраған яралы йөрәктәрҙе дауалай. Ихлас, күҙ йәштәре менән саф күңелдән әйтелгән доғалар Аллаһтың рәхмәтенә ирештерә. Раббыбыҙға буйһоноу сере йәшеренгән доға йөрәккә ял, тыныслыҡ бирә.
     Рәсүлуллаһ, салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм, беҙҙе үҙ миҫалында камил рәүештә доға ҡылырға өйрәткән. Ул намаҙҙарҙа шул ҡәҙәр оҙаҡ торған, хатта ки аяҡ табандары шешер булған, аҙаҡ ул йәшле күҙҙәре менән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә үҙенең зәғиф ҡол булыуын белдереп доға ҡылған:
     «Эй Раббым! Мин Һинең асыуыңдан Һинең мәрхәмәт-шәфҡәтеңә һыйынам, Һинең язаңдан — Һинең ярлыҡауыңа. Мин Һине Һин лайыҡ булғанса маҡтай, данлай алмайым. Һин Үҙеңде нисек маҡтаһаң, Һин шундай һәм Үҙеңде нисек данлаһаң, Һин шундай». (Мөслим, Саләт, 222)
     Доғаның әһәмиәте хаҡында ул былай тигән:
     «Доға – үҙе ғибәҙәттер, ғибәҙәттең асылылыр. Кешенең Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһындағы дәрәжәһе Уға ҡылынған доға һәм ғибәҙәте менән иҫбатлана. Доға һәм ғибәҙәте булмаған кешенең Аллаһ ҡаршыһында бер дәрәжәһе лә ҡалмай. Ауырлыҡта Аллаһтан ярҙам һораған кеше рәхәт һәм киңлек ваҡытында ла күп доға ҡылһын. Һеҙҙең Раббығыҙ – Әл-Хәйй (Мәңге Тере) һәм Әл-Кәрим — Иң Йомарт); ҡоло устарын асһа, Ул уны буш ҡалдырмай. Кемгә доға ҡапҡалары асылһа, уға хикмәт ҡапҡалары ла асылыр. Доға – рәхмәт ҡапҡалары асҡысы, мөьминдең ҡоралы, иман терәге, күк һәм ере нуры». (Рудани, Джәмғүл-Фаваид, 9219-20-21-22-25)
     Бирелгән ғүмерен ғәмһеҙ үткәреп, кешеләрҙе йәберләгән, кәмһеткәндең доғаһы түгел, өмөтөн юғалтып, мохтажлыҡта көн күргәндәргә бәхет бүләк итеүселәрҙең доғаһы ҡабул ителер. Үҙҙәрен гөнаһһыҙ һанаған тәкәбберҙәр түгел, тәүбә йәштәре менән күҙҙәрен, йөрәген йыуғандар Аллаһтың яуабын алыр.
     Мәүләнә Йәләлетдин Руми, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, был турала шулай тигән:
          «Үкенес ялҡыны һәм йәшле күҙҙәр менән тәүбә ит!
          Сәскәләр бит ҡояшлы һәм дымлы урындарҙа таждарын аса».
     Доға ишетелһен, ҡабул ителһен өсөн, уны тел менән генә әйтеү әҙ. Доға түбәнселекле рәүештә, ҡурҡыу һәм өмөт хистәренә күмелеп әйтелергә тейеш. Ул тетрәнгән яралы йөрәк менән өнһөҙ генә әйтелеүе лә ихтимал. Гөнаһтарың өсөн доғала булһаң, яҙыҡтарыңа кире ҡайтмауыңа ныҡлы ышанысың булыуы лазым.
     Риүәйәттәр буйынса, Муса, ғәләйһис-сәләм, тырышып доға ҡылған кешене күрә, һәм күңеле менән доғаларының ҡабул булыуын теләй. Шул ваҡыт Аллаһу Тәғәлә Мусаға, ғәләйһис-сәләм, вәхи индерә:
     «Мин был ҡолға һиңә ҡарағанда ла шәфҡәтлерәк. Ул теле менән Миңә һөйләй, ә йөрәге үҙе хужа булған көтөүе янында».
     Муса, ғәләйһис-сәләм, был әҙәмгә ошо һүҙҙәрҙе еткергәс, тегеһе хатаһын төҙәткән һәм саф күңел менән Раббыһына уҡталған.
     Икенсе яҡтан, яныңда булмаған диндәшең тураһындағы доға ҡабул ителә. Пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:
     «Бер мөьминдең үҙе юҡта икенсе мөьмин өсөн ҡылынған доғаһынан да яҡшырағы юҡ». (Тирмиҙи, Бирр, 50)
     Кешеләр йыш ҡына доғалары ҡабул булыр тип иҫәпләгәндәрҙән доға ҡылыуҙы үтенә. Ә доғаларҙың ҡабул булыуы өсөн тәү сиратта ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек кәрәк. Тимәк гөнаһкәр ҙә, берәү өсөн ихлас, бөтә йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәр менән доға ҡылһа, ул иң камил, ләкин хисһеҙ доғанан яҡшыраҡ буласаҡ.
     Мәүләнә Йәләлетдин Румиҙың, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, шәфҡәт тулы тәьҫирле һүҙҙәре бар:
     «Эй Раббым! Әгәр иманлылар ғына Һинең рәхмәтеңә өмөт бағлай алһа, гөнаһкәрҙәр кемгә өмөт бағларға тейеш?..»
     «Эй Раббым! Әгәр Һин һайлам ҡолдарыңды ғына ҡабул итһәң, гөнаһкәрҙәр доға менән кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш?..»
     Ҡол гөнаһ ҡылған икән, Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә уны ҡалдырҙы тигән һүҙ түгел. Кем доғаһы сәбәбендә теләктәре ҡабул булыуын әҙәм белмәй, быны Аллаһ ҡына белә. Тимәк, Аллаһ һәр кемдең ихлас ҡылынған доғаһын ҡабул итә.
     Бер заман Мәғрүф әл-Ҡәрһи, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, баҙарҙа бер һыу ташыусы менән осраша. Һыу ташыусы уға былай тип мөрәжәғәт итә:
     - Аллаһ ризалығы өсөн, эс әле минең һыуымды.
     «Аллаһ ризалығы өсөн» тигән һүҙҙе ишетеп, Мәғрүф әл-Ҡәрһи, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, нәфел ураҙаһында булһа ла һыуын һатып ала һәм эсә.
     Аҙаҡ, Мәғрүф әл-Ҡәрһи, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, үлгәндән һуң, бер әүлиә уны төшөндә бик яҡшы кәйефтә күрә һәм былай тип һорай:
     - Аллаһу Тәғәлә ниндәй ғәмәлдәрең өсөн һине шундай ҙур дәрәжәгә күтәрҙе?
     - Һыу ташыусының доғаһы арҡаһында, мин Аллаһу Тәғәләнең ризалығына ирештем.
     Мосолмандарға кәмһетелгәндәрҙең, рәнйетелгәндәрҙең доғаһын алыу ни ҡәҙәр мөһим булһа, бәддоғаларҙан һаҡланыу ҙа шул ҡәҙәр мөһим. Быны киләһе миҫал бик яҡшы раҫлап тора:
     Ҡала ҡәлғәһен төҙөп бөткәс, Сәлжүк Солтан Ғәләүетдин Кейкубад Мәүләнә Йәләлетдин Румиҙың, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, атаһы Баһаатдин Вәләдте, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, фекерен белер өсөн саҡыра. Ҡоролманы ҡарап сыҡҡас, Баһаатдин Вәләд, рәхмәтуллаһи ғәләйһи, былай ти:
     «Ҡәлғәғеҙ ғәжәп матур, дошман яуына ла, шыуғындарға ла ҡаршы торорлоҡ. Әммә ҡул аҫтындағы ғәҙелһеҙлектәрҙән ыҙа сиккәндәрҙең бәддоғаһынан үҙеңде яҡлау өсөн ниндәй сара күрҙең? Уларҙың ҡарғышы һинең ҡәлғәңде генә түгел, йөҙ мең ҡәлғәне үтә тишеп, уларҙы харабаға әйләндерергә һәләтле.
     Һин ғәҙеллектән, игелектән, тәҡүәлектән ҡәлғә төҙө, һуғышсыларыңдың доғалары яҡшылыҡҡа йүнәлһен өсөн, иманлыларҙан ғәскәр йый – былар ҡәлғә диуарҙарынан ышаныслыраҡ. Халыҡтың тыныс, имен тормошон ошо һуғышсыларыңдың доғалары тотоп тора».
     Мөьминдәрҙең бөтә уңыштары, еңеүҙәре уларҙың тырышлығына һәм доғаларының ихласлығына бәйләнгән.
     Заман ахырына ҡәҙәр алып буласаҡ юл күрһәтеүсебеҙ Ҡөрьән доға менән Аллаһҡа нисек мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында дәрес бирә.
     Аллаһу Тәғәлә изге аяттарҙа бойора:
     «Ий, Мөхәммәт, әйт һин: «Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, һеҙгә Аллаһтың язаһы килһә йәки Ҡиәмәт килеп, яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ. Ул да теләһә, Һеҙҙе бәләләрҙән ҡотҡарыр һәм һеҙ үҙегеҙҙең уйҙырма тәңреләрегеҙҙе оноторһоғоҙ» (Әнғәм, 6/40-41);
     «Эй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ)» (Әғраф, 7/55).
     Фани донъяның дауамы булған Әхирәттә ҡотолоусылар иҫәбенә инер өсөн, Аллаһтан ике донъя бәхетен һорарға кәрәк. Изге аятта Раббыбыҙ бойора:
                                                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ حَقَّ تُقَاتِهِ وَلَا تَمُوتُنَّ إِلَّا وَأَنتُم مُّسْلِمُونَ
     102. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнү-ттәкуллааһа хәҡҡа түҡаатиһи үә ләә тәмүүтүннәә илләә үә әңтүм мүслимүүн.
      «Эй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ)!» (Әлү Ғимран, 3/102).
     Һәр мөьминдең тырышлығы һуңғы һулышын яҡшы һүрәттә тамамлауға һәм киләсәк тормошон бәхетле итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Пәйғәмбәрҙәрҙән, ғәләйһимүс-сәләм, башҡа берәү ҙә киләсәге ниндәй булырын белмәй бит. Хатта Аллаһтың һайланған ҡолдары – әүлиәләр һуңғы һулышы тураһында борсола.
     Әҙәм һуңғы һулышы ниндәй булырын белмәй, әммә йәшәлгән тормошона ҡарап, ни рәүешле был донъя менән хушлашыуын күҙ алдына килтерергә тырыша. Һуңғы һулышыңды иман менән ҡаршы алыу өсөн, тура юлда, доғала, истиғфарҙа булыу кәрәк. Изге аятта әйтелгәнсә, Йософ пәйғәмбәрҙең, ғәләйһис-сәләм, шундай доғаһы булған:
                                                                                                           تَوَفَّنِي مُسْلِمًا وَأَلْحِقْنِي بِالصَّالِحِينَ
     101. ...тәүәффәнии мүслимәү-үә әлхиҡнии бис-саалихиин.
     «Йә, Раббым!.. Мосолман булған хәлемдә йәнемде ал, зинһар. Һәм мине изгеләр рәтенә ҡуй» (Йусуф, 12/101).
     Аллаһу Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә тәҡүәле ҡолдарының доғаһын килтерә, ул уларҙы хикмәт эйәләре, тип атай:
                                                                                   رَبَّنَا فَاغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَكَفِّرْ عَنَّا سَيِّئَاتِنَا وَتَوَفَّنَا مَعَ الْأَبْرَارِ
     193. ...раббәнәә фәғъфир ләнәә ҙү-нүүбәнә үә кәффир ғәннәә сәййи' әәтинәә үә тәүәффәнәә мәғәл-әбраар.
     «Йә, Раббыбыҙ! ... Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер, яманлыҡтарыбыҙҙы ярлыҡа, йәнебеҙҙе изгелек ҡылыусылар иҫәбенән ал, йә, Раббыбыҙ» (Әлү Ғимран, 3/193).
     Муса пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, мөғжизәләренән һуң, ғүмер буйы иманһыҙ булып йәшәгән сихырсыларҙың яңы динде ҡабул итеүендә, фирғәүен вәғәҙә иткән ҡаты үлем ғазаптарынан да ҡурҡып тормайынса, өмөттәрен Аллаһу Тәғәләгә бағлап, иман менән үлеүҙе хуп күреүҙәрендә беҙҙең өсөн бөйөк нәсихәттәр бар.
     Доғаларҙың ҡабул булыуында көслө тауыш, яһалма ҡыланыштар, буш һүҙҙәр, үҙәк өҙгөс аҡырып-баҡырыуҙарҙың хәжәте юҡ. Юғиһә ҡанлы йәштәр түгеп ыңғырашыусыларҙың, зәғиф кенә тауышлы ауырыуҙарҙың доғалары ишетелмәҫ тә ине.
     Рыя, яһалмалылыҡ доғаның бәҫен ебәрә, изге асылын һайығайта, хатта ки юя. Ошо рәүешле доға ҡылыусылар тураһында пәйғәмбәребеҙ, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, шулай тигән:
     «Доға ҡылыуҙа сиктән сығыусылар төркөмө килер» (Әбү Дауыт, Витр, 23).
     Икенсе изге хәҙистә әйтелә:
     «Доғаларығыҙ менән һеҙ һаңғырауға мөрәжәғәт итмәйһегеҙ.
     Доғаларығыҙ менән һеҙ Аллаһҡа мөрәжәғәт итәһегеҙ, Ул – Ишетеүсе һәм һеҙгә Яҡын тороусы» (Бохари, Йыһат, 131).
     Аллаһу Тәғәлә ихлас доғаларҙы кире ҡаҡмай, тик ихлас булһа ла, тәҡдиргә тура килмәгәндәрен ҡабул итмәй. Доғам ҡабул булманы тип, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, ҡабул булмаған икән, тимәк ул доғаға яуап беҙҙе Әхирәттә көтә.
     Доға юллап тетрәнгән йөрәк, һыйыныу урыны эҙләп, иң мөһабәт ҡапҡа янында тора. Ҡурҡыу һәм өмөт менән шәфҡәт көтөп, ҡапҡа янында ғүмер буйы торһа ла, ул арымаҫ, көтөүҙән туҡтамаҫ. Илаһи рәхмәт булған доға һәм күҙ йәштәре — ҡайғыға батҡандар күңеленә тыныслыҡ биреүсе бәхет йәншишмәһе. Уны эскәндәр, татлы Кәүҫәр һыуын эскән шикелле, Раббыбыҙға һөйөү менән янған йөрәктәр ләззәт таба.
     Кеше булам тигән кешегә гөнаһтарынан арыныу лазым. Һуңғы һулышында мәңгелеккә ғәфү ителеүен күреп, Аллаһтың сикһеҙ рәхмәтенә ирешергә теләгәндәр рухиәт баҡсаһындағы ярлыҡау сәскәләрен күҙ йәштәре менән һуғарырға, ҡурҡыу һәм өмөт доғалары менән нурландырырға тейеш. Беҙ бит Бөйөклөк Эйәһе булған Раббыбыҙға мәрхәмәт һәм ғәфү итеүҙе һорап ялбарабыҙ.
     Эй Раббым! Ихлас һөйөү тулы күҙ йәштәре менән ярлыҡау һорап, рәхмәтеңә ирешкәндәр юлынан алып бар. Һинең ризалығыңды алыу өсөн, бөтә барлығыңа сикһеҙ мөхәббәт күҙе менән ҡарарға насип ит. Ихлас ҡолдарыңдың доғаһына яуап итеп, Изге Йортобоҙ булған Ватаныбыҙға бәхет-сәғәҙәт һәм тыныслыҡ бир, халҡыбыҙға хәҡиҡәтте танып ҡабул итергә насип ит.
     Әмин
     «Һуңғы Һулыш» китабынан, Төрөксәнән тәржемәсе: Дауыт Ҡадыров, Рус теленән тәржемәсе: Әҙилә Ниғмәтуллина, Редактор: Айҙар Ғәййәр