Мифтахетдин Аҡмулла
Шиғырҙар
Нәфсе
Бай уйлар, ҡалай ярлы булмайым, тип,
Фәләнсә байҙай артҡа ҡалмайым, тип.
Бер уйлаған байына малы етһә,
Йәнә уйлар алдыма һалмайым тип.
Йөҙгә малың еткәндә, йүгерерһең,
Бер тинлек сығым булһа, йөгөнөрһөң.
Ҡәнәғәтең аҙайып, шул ваҡытта
Бер мал үлһә, йөҙ ҡайғырып, үкенерһең.
Малың меңгә еткәндә тарыларһың,
Ике меңгә етһәсе, тип зар ҡыларһың.
Эрелек һәм тәкәбберлек шомлоғонан
Шул көндә тәүбәләрең яңыларһың.
Мең ерҙән табыш алған уңмай ҡалмаҫ,
Табышһыҙ яланғастар туңмай ҡалмаҫ.
Йәне һаран яман бай таштан ҡаты —
Фәҡир түгел, Хоҙайын күңеленә алмаҫ.
Ил маҡтаһа “бай”, “бей” тип, ҡыуанабыҙ,
Әҙәмдән йөҙөбөҙ өсөн оялабыҙ.
Ғәзиз торған тәңренән оялмайбыҙ —
Шундайын бер аҡылһыҙ диуанабыҙ.