Сайтҡа ярҙам итергә

                                             Сайтҡа ярҙам итергә
     Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү.
     Хөрмәтле уҡыусым, әгәр сайтҡа ярҙам итергә теләһәгеҙ – быны саҙаҡа аша эшләй алаһығыҙ. Был сайтты интернеттә тотор өсөн үҙенең йыл һайын түләнә торған хаҡы бар. Әлхәмдүлилләәһи, әлегә сайтты тотор өсөн минем хәлемдән килә. Тик беҙҙең ғүмерҙең аҙағы ҡайһы көндә бөтә икәнең белмәйбеҙ һәм минең менән берәй хәл була ҡалһа һәм был сайт өсөн хаҡ түләнмәһә, ул интернеттән юғала. Әммә минең почтала һәм икенсе ерҙә сайттың архивы көндә һаҡланып килә, уны яңынан интернеткә сығарырға була.  Һәр йылдың июль айында ошо сайт өсөн хаҡ алына. Һеҙҙең һалған саҙаҡаларығыҙ ошо сайтты тотор өсөн булып, шул кәрәкле сумма минең счеттан автоматик рәүештә алыныр, иншаАллаһ.

     Ул ваҡытта был сайт интернеттән юғалмай һәм халҡыбыҙға динебеҙ тураһында мәғлүмәт булып торор. Һәр мосолмандың бурысы – ғәиләһен һәм ҡәрҙәштәрен йәннәткә саҡырыу һәм быны белем аша үтәүе фарыз. Динебеҙ хаҡындағы мәғлүмәтте халыҡҡа еткерегеҙ. Быны социал селтәрҙәр аша «поделиться» тигән кнопкаларға баҫып, эшләй алаһығыҙ.
     Һуңғы ваҡытта был сайтта реклама барғанын күрәһегеҙ. Хәҙерге мәлдә бөтә СМИ (теле-инфо-матбуғат) реклама арҡаһында йәшәй. Берәйһегеҙ берәй минутҡа шул рекламаға баҫып, эсенә уҡырға инһә, минең сайтҡа 1 – 1.50 – 2 һум аҡса төшә. Быныһы минең хеҙмәт өсөн саҙаҡа булыр. Тик ҡапыл ғына барығыҙҙа ул рекламаларға баҫа башлай күрмәгеҙ, яйлап-яйлап ҡына көн аша, аҙна аша күбәйтерһегеҙ.
     Рекламаларҙың күрһәтелгән темаларына килгәндә, быға тиклем интернеттә нимә ҡарағанығыҙ һәм нимә эҙләгәнегеҙ, йәки һеҙгә тиклем шул компьютерҙә ултырған кешенең ҡараған нәмәләре автоматик рәүештә реклама блоктарында күрһәтелә. Мәҫәлән: кредит йәки банк тип, йәки как лечиться от ... (такой-то болезни) яҙһағыҙ, банктар йәки дарыу һәм башҡаһы шул реклама аша сағыла. Интернеттең хәтере бар, кешенең нимә менән ҡыҙыҡһынғанын күрһәтә башлай.
     Әгәр инде берәйһегеҙгә ошондайыраҡ сайт кәрәк булһа, эшләп бирәм, иншаАллаһ. Хаҡы һәм уны нисек алып барырға өйрәтеү килешеү буйынса. Мин үҙем, өс-дүрт йыл элек «колхозник» булараҡ, Өфөлә муллаға уҡый башлағас, ноутбук һатып алып, тәү тапҡыр кнопкаларына баҫып, ошо рекламаларҙа барған түләүле курстарҙын өсәүен үтеп, ошо сайтты эшләп алдым. Әйҙәгеҙ һеҙҙә башҡортса сайттарҙы интернет киңлегенә сығарығыҙ. Башҡорт телен күтәрегеҙ: фото – видео яҙмалар, хикәйәләр, хәтирәләр, шиғырҙар яҙығыҙ, бында бер ниндәй ҙә программист булыу кәрәкмәй, әҙерәк кенә тырышлыҡ кәрәк. Заманабыҙ бик тиҙ үҙгәрә бит, ручка тотоп, баш тырнай торған ваҡыт түгел хәҙер. Интернет мәгәзиндәр асырға була. Тик бында белеп эш итер кәрәк, һәр ялтыраған алтын түгел, ваҡытығыҙ һәм аҡсағыҙ бушҡа осмаһын. Интернет эштәр тураһында айырым темалар булыр, иншаАллаһ.
     Сайтҡа иғәнә (саҙаҡа) индерәбеҙ тиһәгеҙ, ошо беренсе биттәге (Сайтҡа ярҙам (саҙаҡа)) тигән биткә инегеҙ: https://nazir1965.com/sajt-tura%d2%bbynda

      Минең почта: xat.cep@gmail.com