Табындағы ризыҡты ябырғамы?
     Һәр кем ҡунаҡты тәмле ризыҡ менән һыйларға тырыша. Бынан тыш табындың матур ҡоролоуы ла мөһим. Шуға күрә табынды асыҡ ҡалдыралар. Ризыҡланырға башлар алдынан һәр кем табындың күрке менән Һоҡланыуы әһәмиәтле.
     Ҡайһы берәүҙәр: «Ҡөрьән уҡыған мәлдә табындағы ризыҡ ябылған булырға тейеш! тип талап итә. Икенселәр иһә, ризыҡты ябыу кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Өсөнсөләре ғәжәпкә ҡала: кемдең хаҡлы, кемдең яңылышыуын белә алмай аптырай.
     Ризыҡланыр алдынан ғәҙәттә Ҡөрьән уҡыйҙар. Ҡөръән уҡығанда ризыҡты ҡапларғамы?

    Тәү ҡарашҡа әһәмиәте юҡ кеүек был һорауҙың. Әммә Ҡөръән аяттары уҡытыу өсөн махсус табын ойоштороу ғәҙәте беҙҙә борон-бороңдан килә. Әле был ғәҙәт буйынса табын ҡороу айырыуса йыш үткәрелә. Шул саҡта әлеге мәсьәлә тағы күтәрелә: «Ризыҡты ябырғамы, әллә асыҡ ҡалдырырғамы?»
     Был һорау ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң?
     Бынан 20 йыл самаһы элек, ураҙа йәйге эҫе көндәргә, көндәрҙең оҙон мәленә тап килгәйне. Оҙон көн буйы ризыҡтан тыйылып торған кешеләргә Ҡөрьән уҡыған саҡта тәмле ризыҡҡа ҡарап ултырыуы ауыр булыр, тигән уйҙан мөфтиәтебеҙ фәтүә биргән: «Табындағы ризыҡты ябып торорға кәрәк!»
     Был фәтүә фәҡәт йәйге оҙон көндәрҙәге ураҙаһы ваҡытын иҫәпкә алып бирелгән. Уны ишеткән кешеләр иһә һәр ваҡыт ураҙа айында ла, бүтән саҡта ла — табындағы ризыҡ ябылған булырға тейеш, тип аңлаған.
     Әлбиттә, әле иҫкә алған фәтүә (аңлатма) динебеҙгә һис кенә лә яҙыҡлыҡ килтермәй. Бер үк ваҡытта шуны ла әйтергә кәрәк: табындағы ризыҡты ҡаплау динебеҙҙә мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәл түгел. Әйе, йәйге оҙон көндәрҙәге ураҙала ауыҙ асырға килгән кешеләр алдындағы ризыҡты ҡаплау — кәрәкле ғәмәл. Ә бүтән саҡта, ураҙанан тыш башҡа айҙарҙа табынды ҡапламау һис кенә лә хата түгел.
                                                                  Йәркәй Яҡшыдәүләтов хажи. Башҡортса дини календарь. 2004 йыл.
     Сайт авторынан: Әлбиттә өҫтәлгә әҙерләнгән ризыҡты ултыртып ҡуйыу мәжлес алып барылған хужабикәләр өсөн уңайлы. Әҙерләнгән тәм-томды ултыртып ҡуйырға әлбиттә урын кәрәк.
     Ләкин беҙҙең яҡта, Әбйәлилдә, иң башта алдырҙар менән итле-һалмалы эҫе бишбармаҡ өҫтәлгә ултыртыла. Икмәк менән кәсә-ҡалағы таратыла. Шуға тиклем өҫтәлдәр буш була.
     Ә инде Ҡөръән уҡыған ваҡытта ризыҡ ултыртылған өҫтәлде ҡаплауға килгәндә, — япҡанығыҙ хәйерле. Сөнки кеше Ҡөръән уҡыуҙы тыңламай, ризыҡҡа һоҡланып, уны тәмләп, ашау яғын уйлап ултырһа – әжер-сауап алмаҫ. Уның ниәте тиҙерәк Ҡөръән уҡыу тамамланһын да, тиҙерәк ашауға керешеү. Шайтан кешенең ашау нәфсеһен ҡотортасаҡ.

     Ҡөръән ашы тәртибе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ashy-t%D3%99rtibe.html

     Аш-һыу мәжлестәрендә уҡыу өсөн: https://nazir1965.com/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r/ash-%D2%BByu-m%D3%99zhlest%D3%99rend%D3%99.html

     Хәмерле мәжлескә барырғамы?: https://nazir1965.com/din/x%D3%99merle-erg%D3%99-rizaly%D2%A1.html 

     Өҫтәл янында: https://nazir1965.com/din/%D3%A9%D2%ABt%D3%99l-yanynda.html 

     Аш доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/ash-do%D2%93a%D2%BBy.html

     Мәжлестәге әҙәп-доғалар: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/m%D3%99zhlest%D3%99ge-%D3%99%D2%99%D3%99p-do%D2%93alar.html