Ҡөръән ашы тәртибе
     Йәш имамдарға һәм мәжлескә барыусыларға.
     Бисмилләһир-рахмәниир-рахиим.
     Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү!
     Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ, барығыҙғала Аллаһының сәләме, рәхмәте һәм бәрәкәте булһа ине!
     Мәрхүм-мәрхүмәләрҙе иҫкә алыр өсөн, хәлендән килгәнсә мәжлес йыйырға мөмкин. Әгәр хәлеңдән килмәһә, мәсеткә барып берәй хәҙрәттән йәки Ҡөръән сүрәләрен уҡый белгән берәй таныштарыңдан уҡытырға мөмкин. Әреуахтар рухына мәжлес йыйыу беҙҙең халыҡтағы йола ғына. Йоланы үтәһәң дә була, үтәмәһәң дә була. Ислам шәриғәтенең бер өлөшө түгел. Мәжлес үткәрмәһәң гонаһ юҡ. Барыһы ла хәлегеҙгә ҡарап.

     Әреуахтарҙы иҫкә алыу көндәре мәйетте ҡәбергә индергән көндән иҫәпләнә башлай, үлгән көнөнән түгел. Мәжлескә саҡырыу ваҡыты намаҙ ваҡытына тура килмәһен. Төшкө (өйлә) намаҙҙы 13.30 сәғәт тирәһендә уҡыйҙар, шуға һуңыраҡ йәки ике-өс сәғәт алданыраҡ саҡырыр кәрәк. Йома көндәре, йоманан һуңға саҡырыу кәрәк. Был көндө имамдар йома әҙерлеге, йома үткәреү менән бушамайҙар. Сит ауылдан берәй мулла килеп уҡыр булһа – быға урындағы имамдың рөхсәте кәрәк. Ауылығыҙға имам-хатиб ҡуйылған икән, ул ауылда үтә торған дингә бәйле бөтә сараларға хужа. Ситтән килеп ҡыҫылып, мәжлестә аят уҡып йөрөгәндәргә хөкүмәт тарафынан 50 меңгә тиклем административ штраф ҡаралған. Быны мәжлес хужаһы менән рөхсәте булмаған мулла үҙ-ара бүлешәләр инде.
     Ҡөръән ашы тәртибе нимәнәң башлана һуң?
     Саҡырылған ергә бар, тип әйтелә беҙҙең мосолмандарҙың әҙәп ҡағиҙәләрендә. Шулай уҡ мәжлескә саҡырған кешенең кәйефе саҡырылған ҡунаҡтарҙың теүәлегенән тора. Һүңламай, сәғәтенә теүәл барығыҙ. Ҡайһы бер ҙә бер кеше утыҙҙаған халыҡты оҙаҡ көттөрөп ҡуя. Һәр кемдең ваҡыты ҡәҙерле, әҙәп һаҡлағыҙ, башҡаларға хөрмәт күрһәтегеҙ. Мулланың да башҡа ергә бараһы бар, шулай башҡаларға ла алыҫҡа ҡайтырға йә эшкә китергә ваҡыттары тар ҡала.
     Барып еткәс ишек шаҡылдатып, рөхсәт һорап инәбеҙ: был пәйғәмбәрҙең ﷺ хәҙисе. Ошо хәҙисте үтәмәй кешеләрҙең өйҙәренә шым ғына инеп йөрөгән *шпиондар* һәр ерҙә бар. Үҙ өйҙәренә инәләрме ни? Ингәс сәләм биреп күрешеп, иҫәнлек-һаулыҡ һорашабыҙ. Доға ҡылабыҙ:
     «Аллааһүммә-жмәғ бәйнәнәә бил-хайри үәс-сәләәми үә әллиф бәйнәнәә би-әхсәнил-кәләәм».
     Мәғәнәһе: «Йә, Рабби, беҙҙе изгелек үә сәләмәтлектә күрештер үә күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡылдыр».
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Ике мосолман осрашып, бер-беренә ҡул бирешеп күрешһәләр, гонаһтары һарғайған япраҡтар кеүек бармаҡтары араһынан ҡойолор», — тигән. Әгәр өҫтәл артына ултырған булһалар, ҡул биреп күрешеү кәрәкмәҫ. «Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү» тиһәк, араларынан берәйһе яуап ҡайтарһа шул еткән. Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙар менән ҡул бирешеп күрешмәй, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәр менән күрешмәй. Тик яҡын туғандары, йә иһә оло инәйҙәр менән ҡул биреп күрешергә була. Ҡөръән аяттары уҡыла башланған икән, шауламай ғына күрһәтелгән урынға ултырыр кәрәк. Өҫтәл артына ирҙәр бер яҡ осона, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе яҡ осона ултыралар, йәки күрше бүлмәлә табын ҡоралар. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән аралашып ултырырға маташалар, былай ултырыу тыйыла.
     Әгәр өйҙәре эсендә йәки бүлмәләрендә эт йәшәй икән, Ҡөръән уҡылмай. Динебеҙ буйынса эт бысраҡ хайуан, шыйағы кейемгә тейһә лә ул кейемдә намаҙ уҡырға ярамай. Ауырыуҙар таратыу сығанағы булып тора. Ендәр ҡара эт рәүешенә инеп йөрөргә мөмкиндәр. Хәҙистәр буйынса фәрештәләр этле өйҙәргә яҡын да килмәйҙәр. Ә фәрештәләр бит беҙҙе төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлап, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын үтәүселәр.
     Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейемдәре ҡул суҡтарына тиклем, түштәре ябыҡ, сәстәре яулыҡ менән ҡапланған булырға тейеш. Был ҡағиҙә үтәлмәһә, Ҡөръән аяттары уҡыған һәм доға ҡылған ваҡытта был өйгә фәрештәләр инмәй һәм мәжлес хужаларының Аллаһ Тәғәләнән өмөт иткән ниәттәре ҡабул булмай, сауабтар яҙылмай. Бер ҡалаҡ дегеть бер мискә балды бысрата. Күпме сығымдар эшләп, ваҡыттарын табып, һеҙҙе ҡәҙерләп саҡырған хужаларҙың өмөтө юҡҡа сыға. Уларҙан доға өмөт иткән әреуахтар ҡайғырышып ҡәберҙәренә буш ҡайта. Әгәр Ҡөръән мәжлесе ҡағиҙәләре боҙолмаһа, хужалар шаһит сауабын ала, тип әйтәләр: Кем Ҡөръән мәжлесенә саҡыра – шул дин өсөн Аллаһ Тәғәлә юлында яуҙа һәләк булған кеше – шаһит сауабы ала. Шаһиттәр туранан хисапһыҙ йәннәткә инеүселәр.
     Өҫтәлгә Ҡөръән аҫтына аҡ таҫтамал йәки сепрәк түшәргә мөмкин, Аллаһ китабына хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән. Шулай уҡ тоҙ һалынған һауыттар ултыртыла. Берәүҙәр өҫтәлдә хайуан йә кеше һүрәттәре булһа ябыр кәрәк тиҙәр, стенала фотографиялар йәки һүрәттәр булһа ла ҡаплар кәрәк, тип ҡаңғыралар – был айырым тема – яҙырмын, иншаАллаһ. Әгәр өҫтәлгә ризыҡ ултыртылған булһа, кешеләр Ҡөръән уҡыған ваҡытта ымһынып ултырмаһындар өсөн ябыр кәрәк, бигерәктә Рамазан айында. Хужабикәләргә лә былай яҡшыраҡ.
     Барыһы ла килеп өҫтәл артына ултырышып бөткәс, имам тарафынан доға ҡылына: «Аллаһ Тәғәлә беҙгә матур ғүмер биреп, ошо хәйерле мәжлескә килеп ултырырға насип итте. Биргән ниғмәттәренә, бәрәкәттәренә, һауаһына, еренә, һыуына, малдарын, ғәиләләребеҙгә шөкөр итеп доға ҡылайыҡ».
     Берәй доға уҡыла һәм мәжлесебеҙ хәйерле булһын тип, имам хужанан был мәжлесте алып барырға рөхсәт һәм ни сәбәп менән саҡырылғандарын һорай. Рөхсәт алғас:
     «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдүлилләәһи Раббил ғәәләмиин. Үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әждмәғиин».
     «Аллаһ Тәғәлә хәмед һәм ҫәнәләр, бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хөрмәтләүҙәребеҙ булһа ине һәм уның пәйғәмбәренә Мөхәммәд Мостафа салләллаһү ғәләйһи үәссәләмгә маҡтауҙарыбыҙ һәм салауаттарыбыҙ булһын», тип башлай.
     Бер аҙ башҡортса вәғәз һөйләй ( вәғәзде самалап һөйләр, мәйет ҡуйған көндө вәғәз һөйләү кәрәкмәй, былай ҙа кешеләрҙең ваҡыты тар, кемдер юлға, кемдер эшкә, кемдер йоҡоһоҙ төндәр үткәреп, йонсоп, арыған, асыҡҡан, өшөгән). Һәм Ҡөръән Кәримдән сүрәләр уҡый.
     Әгәр яңы өйҙә Ҡөръән уҡыла икән «Аҙан» әйтергә мөмкин. Тик аҙандың мәғәнәһе: Аллаһты бөйөкләү һәм данлау, уның пәйғәмбәре Мөхәммәдте рәсүл тип таныу, намаҙға ашағығыҙ, ут ғазабынан ҡотолорға тырышығыҙ тип иҫкәртеүе ул. Аҙан ул намаҙ ваҡыты етте тигән өндәү (иҫкәртеү). Аҙан ҡысҡырған ваҡытта ен-шайтандар ҡаса һәм ул тымыу менән кире әйләнеп киләләр. Өйөгөҙгә ен-шайтан инмәһен өсөн ишектәрегеҙҙе «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим», тип асып-ябып йөрөгөҙ, «Аятүл-Көрси» уҡылған ергә 30 көн ен-шайтан инмәҫ, тигән хәҙистә бар.
     Ҡөръән уҡыр алдынан
     Мәжлестә Ҡөръән уҡыр алдынан ниәт ҡылабыҙ: «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Нәүәйтү биҡыраа әтил-Ҡурьәән, мирридааир-рахмәән, үә тәраддү шәйтаан, үә тәнәуирул-ҡубүри мин әһлил-имәән».
     Мәғәнәһе: “Ниәт ҡылдым Ҡөръән уҡырға. Раббым, үҙендең ризалығын өсөн, шайтандан алыҫ булыу өсөн, иман менән үткән ҡәбер әһелдәренең рухтарын шатландырыу өсөн”. Әмин.
     Дауам итеп ошо аят уҡыла: “Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим. Үә иҙәә ҡури*әл-Ҡуръ-әәни фәстәмиғү ләһүү үә әнңситүү ләғәлләкүм түрхәмүүн”.
     Мәғәнәһе: “Әгәр берәй урында Ҡөръән уҡылһа, ишетегеҙ уны эштәрегеҙҙе ҡуйған хәлдә, бәлки Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә ирешеүсе булырһығыҙ”. Әмин.
     Ҡөръәнде ғәрәп телендә яҙылған китаптан ҡарап уҡыу дөрөҫ булыр, сөнки былай уҡығанда хаталар булмаҫҡа мөмкин йә иһә кәмей. Оҙон сүрәләрҙе яттан уҡыу тәжвид ҡәғиҙәләрен боҙа һәм сауабы әҙәйә, һәм был бер яҡтан һауаланыу булыр (рия ғәмәл, маҡтаныу), йә иһә ғәрәпсә уҡый белмәгән яттан уҡыр. Ҡөръән уҡыусыға — бер хәрефкә 10 сауаб, тыңлаусыға бер хәрефкә — бер сауаб яҙыла. Ҡөръән уҡығанда һөйләшмәгеҙ һәм тегеләй-былай йөрөмәгеҙ, гонаһ булыр.
     Ҡөръән Кәримде «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтааниир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип башлана. Унан һуң Ҡөрьәндә күрһәтелгән тәртиптә сүрәләр, аяттар уҡыла. Иң башта «Фатиха» сүрәһе, шуңан һуң бер нисә аят, «Йәсин» сүрәһен (Пәйғәмбәребеҙ ﷺ мәрхүмдәргә «Йәсин» уҡығыҙ тигән). «Йәсин» сүрәһен бер-нисә өлөшкә бүлеп бер-нисә кешелә уҡырға мөмкин. «Йәсин» сүрәһе урынына «Табәрак» сүрәһе уҡырға мөмкин. Аҙағына «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре һәм «Саффәт» сүрәһенең һуңғы өс аят менән Ҡөръән уҡыу тамамлана. Иң башта Ҡөръәнде кем исеменә арнап был мәжлес ойошторолған, шул кешегә Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн уҡыйһың. Шунан һуң дауам итеп башҡа әреуахтарғала уҡыйың. Бер ыңғай, йәки айырым өй-йортҡа ла, хужаларға ла бәрәкәт теләйһең. Уҡыу тәртибе икенсерәк булырға мөмкин. Тик бында ла кеше ялҡытып һуҙып ултырмағыҙ. Кешеләр тора-бара ҡасан уҡып бөтә инде тип, түҙемһеҙләнә башларҙар.
     Бағышлап әреуахтарҙы иҫкә алғанда атаһының исемен белмәһәләр, Әҙәм улы (ҡыҙы) шул... тип әйтегеҙ.
     Аръяғына әреуахтарға бағышлап хәйер-саҙаҡа таратыла һәм мәрхүм-мәрхүмәләргә доға ҡылына:
     «Аллааһүммәхфәҙ сәхибә һәәҙиһис-садәҡати ғәнил әәфәәти үәл бәлиййәәти үәғфир ҙүнүүбәүү үә әккид иимәәнәһү үә әкҫир әмүәәләһүү үә үәффиҡһүү ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».
     Мәғәнәһе: Йә, Раббым! Ошо саҙаҡа биргән кешеләргә уҡылған доғаларыбыҙҙы ҡабул итеп ал, уларҙын сауабын барлыҡ көтөп ятыусы әреуахтарҙын рухтарына барып еткереп, уларҙы шатландыр. Ошо саҙаҡа биреүсе кешеләрҙе бәләләрҙән, ҡазаларҙан, әфәттәрҙән, ауырҙарҙан һаҡла, гонаһларын ғәфү ит, имандарын ҡеүәтләндереп, малдарын артыр. Йә, Аллам! Ошо кешеләргә күркәм холыҡ, йомшаҡ фиғыл, тулы иман, тыныслыҡ һәм сәләмәтлек бир. Уларға бәхетле, шатлыҡты, оҙон ғүмер, тигеҙ һәм матур таҙа тормош насыйп ит.
     Хәйер-саҙаҡаны өй хужалары иң башта тарата. Һуңынан туған-тыумасаһы таратыр теләһә. Башҡаларҙың таратмауы хәйерле. Бында мәжлескә хужаларҙы хөрмәтләп килеүегеҙ үҙе бер саҙаҡа. Ә инде хужаларҙың ашатып-эсереүе лә ҙур саҙаҡа.
     Ҡайһы берәүҙәр Ҡөръән уҡыу, саҙаҡа таратыу тамамланғас буш өҫтәлгә доға ҡылығыҙ, тип наҙанлығын күрһәтәләр. Буш өҫтәлгә доға ҡылыу?! Әллә Аллаһ өҫтәлгә әйләндеме?, Әстәғфируллаһи. Ундай нәмә юҡ! Әгәр ризыҡ ултырһа ошо доғаны уҡырға мөмкин:
     „Бисмилләәһи, Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғимнәә хайран минһү“
     Әй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бәрәкәт бир, быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ит.
     Ашар алдынан һәм ашағандан һуң ҡулды өс тапҡыр йыуыу-сайыу сөннәт ғәмәл. «Ризыҡтың бәрәкәте – ашар алдынан да, ашап бөткәс тә ҡулдарҙы йыуып алыуҙа», — тигән пәйғәмбәр. Хәҙерге ғалимдәр тикшереүе буйынса һыу менән сайғанда ҡулдың өҫтө күҙгә күренмәгән пленка менән ҡаплана һәм был пленка вирус-бактерияларҙан һаҡлай. Ҡайһы бер кемдәр ҡул сайҙырырға иренеп еүеш таҫтамал бирергә маташа, был сөннәтте һәм гигиенаны боҙоу була. Хәҙергә мәлдә йоғошло тир һәм инфекция ауырыуҙары булғанда был наҙанлыҡ, бер-береһенә ауырыу таратыу була. Икенсе яҡтан ҡайһы бер кешеләр ошо таҫтамалға ҡул һөртөргә сикәнәләр. Ә ҡул сайҙырыу беҙҙең башҡортта борондан килгән йола. Был ҡунаҡтарҙы хөрмәтләү, ҡәҙерләү йолаһы. Мәжлестә бит, балаларҙа була һәм был уларға өлгө күрһәтеү була, ололарҙы хөрмәтләргә өйрәнһендәр. Бик булмаһа ҡулды умывальникә барып йыуырға була. Хәҙерге заманда еүеш салфеткалар ҡуллана башланылар, тик уларҙы әллә ни маҡтамайҙар, зыяны күберәк тиҙәр бит, (динебеҙҙә үҙебеҙгә зарар килтереү тыйыла), икенсе яҡтан уларҙың составында спирт ҡатнашҡан булһа — был әйбер харам. Ҡулды сайғас тоҙҙо семтеп ҡабырға була. Тоҙ ҡабыу тураһында хәҙис юҡ, бәлки йолалыр. Тоҙ ашҡаҙандың эшмәкәрлеген яйға һала, ҡайҙалыр 30 ауырыуға дауа тип яҙылғайны.
     Өҫтәлгә аш ҡуйғастар өй хужаһы (ир кеше) «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» ашын тәмләгәс, ололар иң башта үҙҙәренә аш һалып алалар. Иң башта икмәкте бүлеп ҡабыу хәйерле. Йәштәр бында ҡабаланып әҙәпһеҙлек күрһәтмәһендәр ине. Мулла булһаңда ололарҙы хөрмәт ит, өйҙә ир хужа, Ҡөръән уҡыу бөттө икән мулла имам түгел, ә өй хужаһы имам, мулла ҡунаҡ ҡына була инде. Хужа ир бер яҡтан ҡунаҡ күрһәтергә бурыслы. Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙән һуң ашай башлайҙар. «Туйғансы ашағыҙ, туйғансы эсегеҙ, әммә сама тигәнде лә онотмағыҙ, сама белмәгәндәрҙе Аллаһ һөймәй. – тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Был фани донъяла даими рәүештә туйынып ҡына йөрөгән кеше Ҡиәмәт көнөндә башҡаларҙан күберәк ас торор». Сама тигәнең пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Мосолман үҙенең ашҡаҙанын ғына аш менән тултыра, иманһыҙҙар иһә бөтә эсәктәрен дә тултырып ҡалдырырға тырыша», — тигән.
     Ашағанда тик уң ҡул менән ашау сөннәт. Ике ҡул менән ашау әҙәпһеҙлекте һәм ҡомһоҙлоҡты күрһәтә. Ҡабаланмай, артығын ашамай, Аллаһ шөкөр итеп ашар кәрәк. Барыһы ла ашап бөткәс, өҫтәлдәге ризыҡты йыйғас, доға ҡылырға мөмкин. Доғаны ҡасан уҡырға: өҫтәлде һөрткәс ме? Әллә һөртмәйенсә ме? Яуап — ашап туйғас, өҫтәлдә ризыҡ ултырһа ла доға ҡылырға мөмкин, бында бәхәс булырға тейеш түгел, беҙҙең яҡта былай-тегеләй тип. Бөтәһе лә ашап бөткәнде көтөп, доға ҡылынғас сығырға мөмкин.
    Ашап-эсеп бөткәс “Әлхәмдүлилләһ” тип, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр ҡылыу сөннәт ғәмәл һәм доға ҡылына (мөстәхәб ғәмәл, был ғәмәлде ҡылған кеше сауаплы булыр, ҡылмаған кеше гонаһлы ла булмаҫ) :
     «Әлхәмдүлилләәһи, Әлхәмдүлилләәһи, Әлхәмдүлилләәһи, әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл мүслимиин».
     «Беҙҙе ашатҡан, эсерткән һәм мосолман булыуыбыҙҙы насип иткән Аллаһыға маҡтау булһын. Ошо хәләл ризыҡ тапҡан йорт хужаһына һәм аш-һыуҙы әҙерләгән ҡатын-ҡыҙҙарға Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте үә бәрәкәте булһын».
     Сәй эсеү тамамланғас, хужаларға хөрмәт өсөн рәхмәттәр белдерелә һәм доға ҡылып, барлыҡ мәжлестәге йәмәғәткә Аллаһ Тәғәләнән иҫәнлек һаулыҡ теләп, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтендә һәм бәрәкәтендә булыуҙарын теләп, һаубулашып таралалар.
     Әбү Һөрәйрәнән, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Сығып барған кешене ишеккә тиклем оҙатыу – сөннәттең бер өлөшө», — тигән.
     Мәжлестең ашау-эсеү-аралашыуы ваҡытында әсе теле кешеләр булырға мөмкин, кемдер ғәйбәт һөйләр һәм башҡаһы. Быларҙы тыйыр кәрәк. Сығыр саҡта үҙең өсөн ошо доғаны уҡыр кәрәк.
     Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм ﷺ әйткән: "Әгәр берәйһе буш һүҙ-ләстит һатҡан кешеләр араһында ултырһа, китәр алдынан «Сүбхәнәкәл-ләһүммә үә бихәмдик, әшһәдү әллә илаһи иллә әнтә, әстәғфирүкә үә әтүбү иләйкә», — «Йә, Аллаһ, Һиңә маҡтау, Һинәң башҡа илаһ юҡлығына шаһитлыҡ бирәмен, Һинең кисереүеңде үтенәмен үә тәүбә ҡыламын», тип әйтһә, уның был кешеләр менән ултырыуы ғәфү ҡылыныр, тигән.
     Әгәр Ҡөръән мәжлесе ваҡытында намаҙ уҡыу ваҡыты етһә, мөмкинселек булһа намаҙ уҡып алығыҙ, быны шул аш ултыртҡан арала үтәргә була. Мөмкинселек булмаһа һуңғараҡ, намаҙ уҡыу ваҡыты бер аҙан менән икенсе аҙан араһы. Бер ерҙә лә намаҙ ваҡыты етеү менән намаҙ уҡырға керешегеҙ, тимәгән. Бер риүәйәттә ашау ваҡыты еткән икән, иң башта ашап алығыҙ, шунан һуң намаҙ уҡығыҙ тиелгән, намаҙ ваҡытында ашау күңелгә инмәһен өсөн. Берәүҙәр намаҙҙың иң хәйерле ваҡыты ике намаҙ араһының икенсе яртыһы тиҙәр. Әгәр инде аҙан мәсеткә саҡыра икән, иң хәйерлеһе шунда барып бергәләп уҡыу.
     Аллаһ Раббыбыҙ ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙән риза булып, хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, уҡыған Ҡөръән аяттарын ҡабул ҡылып, әжер-сауаптар насип итһә ине. Үҙебеҙгә ла, балаларыбыҙға ла, яҡындарыбыҙға ла, етәкселәребеҙгә лә Ҡөръән менән ғәмәл ҡылып, сәждә әһеле булып, рәхәт йәшәүҙәребеҙҙе насип ҡылһа ине. Ошо бер миҙгел генә булған донъянан мәңгелек әхирәтебеҙгә күскәндә иманыбыҙҙы юлдаш ҡылып, Аллаһы Тәғәләнең йәннәт баҡсаларында ла осрашыуҙарыбыҙҙы насип итһен.

     Ҡөръән уҡыу тәртибе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-u%D2%A1yu-t%D3%99rtibe.html