Зәүәл ваҡыты
Зәүәл ваҡыты нимә ул? Ҡояштың көн үҙәгендә күк йөҙөндә иң юғары нөктәгә (зениткә) еткән мәлен зәүәл ваҡыты тиҙәр.
Зәүәл ваҡытында йоҡола булыу — кешенең сәләмәтлеге өсөн зарарлы. Шуға күрә лә мосолмандарға был ваҡытта йоҡламаҫҡа кәңәш ителә.
Намаҙ уҡыуҙан тыя торған өс ваҡыт бар:
1. Ҡояш ҡалҡып килгән саҡта.
2. Зәүәл ваҡытында.
3. Ҡояш байып барған мәлдә.
Борон беҙҙә ата-бабаларыбыҙ, ҡояш нуры тәҙрәнән төшкәнгә ихтибар итеп, зәүәл ваҡытын тәҙрә күләгәһе ситендә бәке менән билдәләр булған.
Зәүәл ваҡытын нисек билдәләргә? Обсерваториялар быны бик еңел билдәләй. Ә инде һәр кемдең үҙе билдәләй алһын өсөн махсус алым бар:
Мәҫәлән, былтыр, 20 сентябрҙә ҡояш 8 сәғәт 13 минутта ҡалҡты. 19 сәғәт 59 минутта байыны, көндөң оҙонлоғо 11 сәғәт 41 минут тәшкил итә. Шуны (көн оҙонлоғон) икегә бүлһәк, 5 сәғәт 50 минут була. Был иһә — көндөң ҡап уртаһы тигән һүҙ.
Ҡояш 8 сәғәт 13 минутта ҡалҡты, тигәйнек. Тимәк сәғәт, 8 сәғәт 13 минут плюс 5 сәғәт 50 минут = 14 сәғәт 03 минут килеп сыға. (был ваҡыт элекке сәғәт шылдырыу ваҡыты менән иҫәпләнгән ахырыһы)
Был мәғлүмәт — тотош республика өсөн. 1) Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә ул ваҡыт — төрлөсә. Аныҡ мәғлүмәткә эйә булыу өсөн, ҡояштың ҡалҡҡан һәм байыған мәлен үҙегеҙ йәшәгән ҡалала (ауылда) аныҡ билдәләгеҙ ҙә шул ваҡытты (көн оҙонлоғо ваҡытын) ҡап уртаға бүлегеҙ. Шунда килеп сыҡҡан һанды ҡояш ҡалҡҡан мәлдәге ваҡытҡа ҡушығыҙ. Шул рәүешле зәүәл ваҡытын табырһығыҙ.
Иҫкә төшөрәйек: өйлә намаҙы ваҡыты зәүәл ваҡыты етеп, ҡояш бер аҙ байыуға табан ауышҡас инә. Өфөлә, мәҫәлән, өйлә ваҡыты ҡышҡы осорҙа (ҡышҡы ваҡыт буйынса) 13 сәғәт 30 минутта инә тип һанала, йәйге ваҡытҡа күсеү сәбәпле, йәйге, көҙгө осорҙа (ҡышҡы ваҡытҡа күскәнгә тиклем) 14 сәғәт 30 минутта инә, тип иҫәпләнә.
Төрлө төбәктә был ваҡыттың төрлөсә икәненә шундай миҫалды килтерергә мөмкин. Учалы ҡалаһында, мәҫәлән, намаҙ ваҡыттары, Өфө менән сағыштырғанда, 10 минутҡа иртәрәк инә. Ә Ағиҙел ҡалаһында — 15 минутҡа һуңғараҡ.
Йәркәй Яҡшыдәүләтов хажи.
Ғәбделхаҡ Самматов үҙенең «Шәриғәт» китабында: көн оҙонлоғон икегә бүләһең дә суммаһын ҡояш сыҡҡанға ҡушаһың. Зәүәл ваҡыты шул була. Зәүәл ваҡытынан 10-15 минутҡа көн ауыша икән, рәхим итеп өйлә намаҙҙынды уҡы. «Шәриғәт», 1 том.
Бөгөн мәҫәлән 24 март 2020 йыл Өфөлә ҡояш 07 сәғәт 08 минутта ҡалҡа, байый 19 сәғәт 38 минутта. Көн оҙонлоғо 12 сәғәт 30 минут. Көн оҙонлоғон уртаға бүлһәк – 06 сәғәт 15 минут. Иртәнге ҡояш сығыу ваҡытына ошо ваҡытты ҡушһаҡ – 07. 08 + 06. 15 = 13.23 был зәүәл ваҡыты. Ошо ссылка буйынса ( https://voshod-solnca.ru/sun/%D1%83%D1%84%D0%B0 ) Өфөләге зәүәл ваҡытын дөрөҫ ҡарай алаһығыҙ. Намаҙҙы ошо өйлә намаҙы ваҡыты инеү менән уҡыу кәрәкмәҫ, сөнки зәүәл ваҡытына тура килеүе мөмкин, әҙерәҡ көтөп, 5-10 минутҡа һуңлабыраҡ уҡығыҙ.
Иртәнсәк, ҡояш горизонтан сыға башлағандан алып 40-45 минут үтмәйенсә намаҙ уҡырға ярамай, икенсе төрлө әйткәндә ҡояш горизонтан бер һөңгө буйы күтәрелгәнгә тиклем арала намаҙ уҡылмай.
Ҡайһы бер китаптарҙа ошондай мәғлүмәт: төшкөһөн намаҙ уҡырға тыйылған ваҡыт — йәйгеһен 40-45 һәм ҡышҡыһын 2-30 минут өйлә намаҙы уҡыу ваҡыты башланғанға тиклем. Мәҫәлән өйлә намаҙы уҡыу ваҡыты 13.30 икән, 12 сәғәт 45 минуттан (ун биш минуттан бер тула) алып икенсе яртыға тиклем намаҙ уҡылмай.
Кискеһен ҡояш байыған ваҡытта 40-45 минут алданыраҡ ахшам намаҙы ваҡытына тиклем намаҙ уҡыла. Мәҫәлән 24 март ахшам намаҙы башлана 19.38 минутта Өфө ваҡыты менән. Ошо ваҡыттан 40 минутты алһаҡ – 19.38 – 00.40 = 18.58 минутҡа тиклем икенде намаҙы тамамланырға тейеш, иң хәйерлеһе ҡояш байырға 10 – 15 минут ваҡыт ҡалғанға тиклем икенде намаҙын тамамлар кәрәк.