Аш доғаһы

   Ашар алдынан ҡулды өс тапҡыр һыу менән йыуабыҙ һәм ашағандан һуң өс тапҡыр ауыҙ-ҡулды һыу менән сайып-йыуып ҡуйһаҡ: пәйғәмбәр өйрәткән сөннәте үтәйбеҙ. Ашты һәр ваҡыт «Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим» тип башларға, ашап туйғас, биргән ниғмәттәре өсөн «Әлхәмдү лилләһ» тип Аллаға шөкрана һәм хәмде-ҫәнә итергә кәрәк. Ашау-эсеү доғалары Аллаһҡа шөкөр, рәхмәт һәм ризалыҡты белдерергә тейеш.

 
الْحَمْدُ ِلِلَّهِ الَّزِى أَطْعَمَنَا وَ سَقَانا وَجَعَلَنَا مِنَ الْمُسْلِمِينَ. اللَّهُمَّ بَارِكْ لَنَا فِيهِ وَأَطْعِمْنَا خَيْراً مِنْهُ ، اللَّهُمَّ أَغْطِنَا رِزْقٌا حَلَا لَا وَأَنْتَ خَيْرُ الرَّازِقينَ ، اللَّهُمَّ نَوِّرْ قُلُوبَنَا وَارْحَمْنَا وَارْضَ عَنَّا ، وَأَعْطِنَا تَمَامَ نِعْمَتِكَ وَدَوَامَ نِعْمَتِكَ وَتَمَامَ تَوْفِيقِكَ

   "Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии әтғәмәнәә үә сәҡанәә үә джәғәләнәә минәл-муслимин. Аллааһүммә бәәрик ләнәә фииһи үә әтғымнә хайран минһү. Аллааһүммә әғтыйнә ризҡан хәләәлән үә әнтә хайрур-раазиҡыын. Аллааһүммә нәүүир ҡулүүбәнәә үәрхәмнәә үәрда ғәннәә. Үә әғтыйнә тәмәәмә ниғмәтикә үә дәүәәмә ниғмәтикә үә тәмәәмә тәүфииҡыҡ, бихурмәти нәбиййикә үәлхәмдү лилләәһи Раббил-ғәәләмиин. Ридааән лилләәһил-фәәтихәһ."


   (Аллаһҡа маҡтау булһын. Беҙҙе ашатҡан, эсертҡән һәм мосолман булыуыбыҙҙы насип әйләгән Аллаһҡа маҡтау булһын. Эй, Аллаһым! Аштарыбыҙға бәрәкәт бир. Быларҙан да хәйерлерәк аштарҙы ашарға насип ҡыл. Беҙгә хәләл ризыҡ бир, сөнки һин ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе, Аллаһым! Күңелдәребеҙҙе яҡтырт, беҙҙе мәрхәмәтле ит һәм беҙҙән разый бул. Беҙгә ниғмәтеңдең дауамын һәм тамамын әйлә, йә Рабби! Пәйғәмбәрең хөрмәтенә маҡтау булһын Ғаләмдәрҙең Раббыһы-Аллаһҡа. Уның ризалығы өсөн «әл-Фәтихә».)
الْحَمْدُ للَّهِ حَمْداً كَثيراً طَيِّباً مُبارَكاً فيه، غَيْرَ مَكْفِيٍّ وَلا مُوَدًعٍ وَلا مُسْتَغْنىً عَنْهُ رَبُّنا

   "Әлхәмдү лилләәһи хәмдән ҡәҫииран таййибән мүбәәрәкән фиһ, ғайра мәкфиййин үә ләә мүвәддәғин үә ләә мүстәғнәән ғәнһү Раббүнәә."
   Аллаһҡа күп, яҡшы, бәрәкәтле һәм һәр ваҡыт әйтелә торған, өҙөлөкһөҙ маҡтауҙар булһын. Беҙ Уға мохтаж булған маҡтауҙыр ул, эй Раббыбыҙ.