Хәмерле мәжлескә барырғамы?
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабы аша, Рәсүле Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аша беҙгә аяттар ебәреп хәрәм булған нәмәләрҙән тыйҙы: Һеҙгә күп нәмәләрҙе хәрәм ҡылдым, тыйҙым. Ул эштәргә яҡын бармағыҙ, һаҡланығыҙ – тыйылығыҙ, донъяла ла һәм Ахирәттә лә һәләк булмаҫ өсөн, — тигән.
Гонаһларның иң ҙурыһы булып хәмер — араҡы эсеү, спиртлы ағыуҙар эсеп, үҙебеҙҙең бар хайуандар өҫтөнән өҫтөн булыуыбыҙ дәрәжәһен төшөрөп, донья һәм Ахирәт бәхетенән мәхрүм булыуҙыр. Аллаһы тарафынан ихсан ителгән иң ҡәҙерле ниғмәт – аҡылдарҙы юғалтҡан, имандарҙы бөтөргән, әҙәмде дуңғыҙ хәленә еткергән, нәжес, бысраҡ урындарҙа аунатҡан, үҙҙәренең ҡоҫҡолоғо, аҫтындағы бәүеленә буялып, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырған, бөтөн айыҡ кешеләр уның ҡиәффәтенән ерәнгән хәлгә төшөргән нәмә — хәмерҙер. Бар аҡыл эйәләре, медицина ғалимдары тарафынан хәмерҙең зарарҙары хаҡында өҙлөкһөҙ радиоларҙан ҡысҡырып һөйләп торалар. Газета-журналдарҙа, телевизор-кинотеатрҙарҙа иҫеректәрҙән килгән аяныс, ҡыҙғаныс хәлдәрҙе уҡып һәм күҙҙәребеҙ менән күреп торабыҙ.
Шулай булһа ла, йәмәғәт, ошо ағыу-дошманға шул ҡәҙәр бирелгәнбеҙ, күрәләтә ошо яуыз дошмандың тырнағына барып эләгәбеҙ, үҙебеҙҙең ғазапланып, тир түгеп тапҡан хәләл аҡсаларыбыҙҙы хәрәмгә әйләндереп, был донъяла ла һәм Аллаһ тарафынан вәғәҙә ителгән йәнәттән дә харап булабыҙ. Был бәләнән килгән аяныс, ҡыҙғаныс хәлдәрҙе һөйләп бөтөрлөк түгел. Йәштәребеҙ генә түгел, хатта оло йәштәге, үҙҙәрен иман әһеле, мосолман тип йөрөгән кешеләребеҙ ҙә ошо ҡәбәхәт дошмандан һаҡлана алмай.
Ҡайһы бер әҙәмдәр шул мулланан ишетем: Ҡөръәндә: бер аҙ эсергә була тип яҙылған тип, әйтте. Әстәғфируллаһи, был хәмер эсергә ярай , йәки сусҡа ите ашарға ярай тип әйтһәң – һин ҡафырһын, иманһыҙһың, урының мәңге тамуҡта. Ары-бире уҡып, Ҡөръәндә булмағанды бар, тип әйтеүселәргә Аллаһ ләғнәте.
Ҡөръән ул теләгән һәр кеше аша үҙенең шәхси фекерен белдерә торған китап түгел.
Ҡөръән аяттарының мәғәнәһе пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм аша, дин ғалимдары ярҙамында аңлатмалар, хәҙистәр менән асыҡланған.
Эскелектән, хәмерҙән тыйыу аяттары ун йыл ғына тирәһе эсендә инеп, мосолманлыҡ ҡабул иткән ғәрәптәрҙе тамам хәмерҙән тыя. Был Ислам дине яңы тарала башлаған мосолман иле тип, аталмаған ерҙә: ғәрәптәр үҙ-ара ыҙғышып, шулай уҡ Ислам диненә ҡаршы булғандарға ҡаршы һуғыш алып барғанда. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙ араһында эскелекә ҡаршы тип һүҙ сығарһаң, быға өйөрө менән ҡаршы сығалар. Беҙ мосолман илендә йәшәмәйбеҙ тиҙәр, наҙандар — мосолман илдәрендә эскелекте тыйырға — эскелек бармы ни? Хәмер эсеү һәм сусҡа ите ашау иудийҙәрҙә (еврей) һәм христиандарҙыңда китабында тыйылған. Башҡорттарҙа ла борондан булмаған хәмергә ябышыу. Шуға һорау һеҙгә: Әй әҙәмдәр һеҙ кемдәр? Ниндәй диндәһегеҙ? Килмешәктәрме? Ата-бабағыҙ мосолман түгел инеме? Кем ерендә, ҡайһы илдә йәшәйһегеҙ?
Эскелек Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына тарала башланы бит. Шул тамырҙы ҡырҡып ташлау ҡыйынмы? Һәр кем быға битараф булмаһа хәл ыңғай булыр ине шул. Ә хәҙер эскелекә ҡаршы көрәште кемдәрҙер быуаттарға һуҙып маташалар.
Хәмер тураһында аяттарға килгәндә Ҡөръәндә һәм хәҙистәрҙә ғәмәлдән сыҡҡандары бар. Ҡөръән бит пәйғәмбәребеҙгә 23 йыл инеп, халыҡты яйлап ыңғайлатып, шунан тәүге ингән аяттарын ғәмәлдән сығарҙы. Хәмер хаҡында ла тәүге аяттар ғәмәлдән сыҡҡан, улар менән эш итеү тыйылған һәм һуңғы аят менән эскелекте ҡәтғи тыя.
Тәүге аяттарҙың береһе — Әл-Баҡара сүрәһендә:
219. Йәс'әлүүнәкә ғәнил-хамри үәл-мәй- сири ҡуль фии-һимәә иҫмүн кәбиируу-үә мәнәәфиғү линнәәси үә иҫмүһүмәә әкбәру мин нәфғиһимәә үә йәс'әлүү-нәкә мәәҙәә йүңфиҡуунә ҡулил-ғәфүә кәҙәәликә йүбәй- йинү-ллааһу ләкүмүл-әәйәәти ләғәлләкүм тәтәфәккәруун.
219. Улар һинән хәмер менән мәйсир (ҡомарлы уйын) тураһында һорай. Әйт: «Бының икеһе лә — оло гонаһ һәм кешегә ниндәйҙер файҙа, ләкин гонаһы файҙаһынан ҙур», — тиен.
Бынан һуң Ән-Нисә сүрәһендә булған ошо аят төшөрөлөп, улда һуңынан ҡулланыу ғәмәленән сыға. Быларҙы аңлатҡан үҙ тарихтары бар әлбиттә.
43. Эй һеҙ, иманлы кешеләр! Иҫерек көйө, үҙегеҙ әйткәнде аңлар хәлгә еткәнгә ҡәҙәр, йәки ғөсөлөгөҙ боҙолған көйө, алыҫ юл йөрөгән сағығыҙ ғына булмаһа, ғөсөл алғанға ҡәҙәр намаҙға яҡын килмәгеҙ.
Һәм һуңғы Ҡөръән аяттары «ҡырағай» ғәрәптәргә еткерелеп, уларҙы бер тиҫтә йылда эскелектән тыя. Ә беҙ «культурныйҙар һәм цивилизованныйҙар» эскелектән тыйылыр өсөн һылтауҙар табабыҙ, ҡаныбыҙға шайтан үткән бит, шуның ҡотҡоһона бирелгәнбеҙ. Имеш, йәмғиәтебеҙ йәшәү рәүеше һүнәсәк, әгәр таяҡты ҡапыл һындырһаң. Халыҡтың хәмер эсеү культураһына зыян киләсәк тиҙәр. Уларҙы, халыҡҡа бәлә, зыян, ҡайғы, үлем килеү ҡайғыртмай, ә дуҫ-туғандарҙы аралаштыра торған хәмер бөтмәһен, тигән һорау борсой.
Әл-Мәидә сүрәһе. Хәмерҙе тыйған һуңғы сүрә
90. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү ин- нәмәл-хамру үәл-мәйсиру үәл-әңсаабү үәл- әзләәмү риджсүм-мин ғәмәли-шшәйтаани фәджтәнибүүһү ләғәлләкүм түфлихүүн.
91. Иннәмәә йүриидү-шшәйтаанү әй- йүүҡиғә бәйнәкүмүл-ғәдәәүәтә үәл-бағдаа'ә фил-хамри үәл-мәйсири үә йәсуддәкүм ғән ҙикри-лләәһи үә ғәни-ссаләәти фәһәл әңтүм мүңтәһүүн
90. Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, ҡомарлы уйын, ботҡа табыныу, уҡ (отош уйнай торған) — бөтәһе лә шайтандан килгән шаҡшылыҡ. Уларҙан һаҡланығыҙ! Бәлки, бәхетле булырһығыҙ!
91. Хәмер һәм ҡомарлы уйын менән шайтан һеҙҙең араға дошманлыҡ, нәфрәт һалырға, Алланы иҫкә алыуҙан, намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға тырыша. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?!
Халҡыбыҙҙы был хәмерҙән тыйыу урынына күбебеҙ уларҙы хуплап шуларҙың эскелек мәжлестәренә йөрөүселәр бөгөн аҙмы? Ошо меҫкендәрҙең шатланып айыҡ көйө байрам итәһе урынына, көнө буйы эсеп, төнө буйы эсеп, был мәжлестәрҙә шул тиклем әшәкелек-әҙәпһеҙлектәр ҡылып, ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәр аралышып, оялмай ни ҡылғандарын күрергә, шуларҙы хуплап, көлөшөп, ҡыуаныусыларға Аллаһ ләғнәте. Байрам үткәс, ҡиәффәттәрен күрһәң, — төҫтәре киткән, күҙҙәренең нуры бөткән, ауыҙҙарында тәм юҡ, аштан күңелдәре ҡайтҡан, ҡайһының күҙе, ҡайһының ауыҙы шешкән була, әллә кемдәр менән һуғышып-талашып бөткәндәр, етмәһә, меҫкендәр, ошо хәлдәргә үкенеп, ҡайғыраһы урынына, ошо насарлыҡтарын хуплап: шул эскәнемде, ҡайҙа йөрөгәнемде, ҡайҙа барғанымды, ҡайҙа йоҡлағанымды белмәгәнмен, ти. Ҡатынын илатҡан, балаларын ҡурҡытҡан, йә бынан да яманы уларҙы тышҡа ҡыуып сығарып, һыуыҡта туңдырған, йә атып үлтергән... Ошомо ҡыуаныслы хәмер байрам көндәре?
Ошондай ҙур гонаһ эшләнә торған ергә үҙҙәрен мосолман тип һанаған кешеләр аяҡ баҫырға тейеш түгел. Пәйғәмбәребеҙҙең:
«Иҫерткес эскән ергә аяҡ баҫмағыҙ», — тигән хәҙисе бар. Унда барыу ҙур оло гонаһ.
Ризаитдин бин Фәхретдиндең «Һайланма хәҙистәр аңлатмаһы» китабында:
«Ҡиәммәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында иң яман урында булыусы кеше шул – башҡа бер кешенең донъяһы өсөн үҙенең ахирәтен һатып ебәрер». Сөнән Ибне Мәджә: 2к,245 бит. Шунан дауам иттә:
«Иптәштәргә ярауҙы күрһәтеү һәм бер кешенең хәтерен табыу һәм ризалығын алыу өсөн гонаһ ҡылыусылар, ялған шәһәҙәт биреүселәр, ышанысһыҙ фәтүә биреүселәрҙең һәр береһе был хәҙискә тура килә».
Шуға ла бөгөн туғандары саҡырыуы һылтауы менән туғанлыҡ ептәрен өҙөү гонаһ, шул арҡала хәрәм мәжлестәрҙә ҡатнашам тип әйтеүселәргә ни әйтергә? Ул гонаһ ҡылып хәмер хәрәм мәжлесе ойошторған туғаның һине йәннәткә индерәме әллә, әллә һин уны ошонан тыймағаның өсөн йәннәт өмөт итәһеңме? Уны бынан тыймағаның өсөн дә язаһы ла бар әле. Әллә туғанығыҙҙың, йә иптәштәрегеҙҙең холҡо шул тиклем насармы? Әҙәп үә әхләге юҡмы? Эске ҡотҡоһона саҡырып, бармағаның өсөн һеҙҙе ҡарғарға, түбән төшөрөргә, кәмһетергә әҙерме? Ул Аллаһ ҡоло, әллә шайтан дуҫымы? Һеҙҙе ул шул тиклем түбәнгә төшөрә икән, тимәк һеҙ быны «заслужили» — туғанығыҙға етәрлек ҡарашта булмағанһығыҙ.
Асыҡтан-асыҡ гонаһ ҡылып, халыҡты боҙған кешеләргә артынан эйәргәндәрҙең дә гонаһ яҙылыр. Шуға хәрәм урындарҙа ҡатнашырға Ҡөръәндә берәй тишек юҡмы икән, тип эҙләмәгеҙ. Беҙҙең заман, беҙҙең ихтисадҡа Ҡөръән аяттары үә пәйғәмбәр хәҙистәре урынһыҙ тигәндәргә, Аллаһ ҡарғышы.
Хәмер булған өҫтәлдән ризыҡ ашау хаҡында бер хәҙис:
Аллаһ Рәсүле (Аллаһ унан риза булһын) әйтте: «Хәмер эселгән өҫтәл артында ултырыусыға Аллаһ ләғнәте була». (Васаил)
Йәнә: Пәйғәмбәр Мөхәммәд (Аллаһ унан риза булһын) әйтте:
«Кем Аллаһҡа һәм Ҡиәммәт көнөнә ышана, ул хәмер эселгән ерҙә булырға тейеш түгел». (Масалик, Шахид Сани)
Бындай хәҙистәр бик күп, әле һеҙгә икеһен тенә күрһәттем. Эске мәжлесендә айырым өҫтәлдә һеҙҙе Аллаһ ләғнәтенән ҡотҡармаҫ. Туғандарығыҙҙы һеҙ генә хәрәмдән тыйып тамуҡтан һаҡлап ҡала алаһығыҙ. Шуныһы мәғлүм булһын Ҡиәммәт көнөндә ата-әсәгеҙ, туғандарығыҙ, балаларығыҙ һәм башҡалар менән бергә яуапҡа саҡырыласаҡһығыҙ. Шул көндө туғандарынды Аллаһ рәхмәтенән мәхрүм иткәнең өсөн, уларға нимә яуап бирәсәкһең, һеҙҙән бит була иң беренсе ҡаты һорау. Әлеге көндә туғандарҙың (семьяларҙың) һәр икенсеһе ата-әсә ере-йорто өсөн талашып туғанлыҡтан айырылыша.
Ризаитдин бин Фәхретдиндең «Һайланма хәҙистәр аңлатмаһы» китабынан:
«Йәшерен рәүештә ҡылынған гонаһ (хата) эштәрҙең зарары, бары үҙ эйәһенә генә була, әммә әгәр шул гонаһлар асыҡ сүрәттә ҡылынып та, ҡөҙрәттәре бар кешеләр тарафынан тыйылмаһа, был ваҡытта уның зарары эйәһенә түгел, башҡаларға була».
Гонаһ эштәр донъяға таралған ваҡытта ҡөҙрәтле бар кешеләр башҡаларҙы шунан тыйырға тейештәр. Әгәр ҡөҙрәттәре бар кешеләр шул гонаһның бөтөүө һәм аҙайыуы хаҡында тырышмайынса, һалҡын ҡан менән ситтә торһалар, шуға риза булған һәм шул гонаһ эште эшләгәнгә һаналып, шул йәһәттән һәр береһе гонаһ була.
Салих пәйғәмбәрҙең дөйәһен бер йәки ике генә кеше үлтергән булһа ла Аллаһ Тәғәлә ни өсөн бөтөн ҡәүемде һәләк иткән – тип һораусыларға, хәҙрәт Хәсән Басри: «Сөнки башҡалар шуға риза булып торғандар» — тип яуап биргән.
Бына шулай: халыҡты эскелектән тыймай, мосолманлыҡты ситкә ҡуйып, үҙ абруйыбыҙҙы уйлап, төрлө аҡланыуҙар табып эскән мәжлестәрҙә ҡатнашып, унда бик күп хәрәм, гонаһлы, оятһыҙ булған нәмәләрҙе күреп, ҡатнашыуың менән оло гонаһлы булып үҙеңде лә һәм халҡыбыҙҙы ла һәләкәткә алып бараһың. Халҡыбыҙ, милләтебеҙ юҡҡа сығып бара түгелме?
Күпме халыҡ ҡырылды? Күпмеһе ағыуланып, йә һуңынан шуның зыянынан үлде? Һәр кем тиерлек туғанын шул эскелектән үлгәнен күреп тора. Күпме айырылған ғәиләләр һәм етем балалар... Ә беҙҙә ғафиллыҡ хөкөм һөрә.
Аллаһ Тәғәлә: Уларҙың күңелдәре, ҡалебтәре (йөрәктәре) менән Хаҡты белмәҫтәр, белергә тырышмаҫтар, күҙҙәре булһа ла, Хаҡты күрмәҫтәр, иғтибар итмәҫтәр, ҡолаҡтары булһа ла, Хаҡты ишетмәҫтәр, йәғни вәғәз-нәсихәтне ишетмәҫтәр, был сифаттағы әҙәмдәр. Хайуандар бәлки уларҙан күпкә аҡылыраҡ, сөнки хайуандарҙа үҙҙәренә зарарлы булған нәмәләрҙән һаҡланыр өсөн күңелдәре, күҙҙәре, ҡолаҡтарын сарыф итеп, үҙҙәренә зарарлы нәмәләрҙән һаҡланалар. Бына былар ғафил әҙәмдәр, ти.
Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфик, һиҙийәт биреп, ошо ҡурҡыныслы ағыуҙан халҡыбыҙҙы һаҡлаһын.
Туй һәм шәриғәт:https://nazir1965.com/din/tuj-%D2%BB%D3%99m-sh%D3%99ri%D2%93%D3%99t.html#more-7245
Хәмерле туйға барырғамы?:https://nazir1965.com/%D2%BBorau%D2%99ar-%D2%BB%D3%99m-yauaptar/x%D3%99merle-tuj%D2%93a-baryr%D2%93amy.html#more-6550
Аллаһ Тәғәләнен араҡы эсеүселәргә язаһы:https://nazir1965.com/din/alla%D2%BB-t%D3%99%D2%93%D3%99l%D3%99nen-ara%D2%A1y-ese%D2%AFsel%D3%99rg%D3%99-yaza%D2%BBy.html