Пәйғәмбәргә доға ҡылыу һәм салауат әйтеү
Ғәрәп телендә ул шулай яңғырай: ғәләйһис-саләтү-үәссәләм. Ғәрәп телендә «Саләт» намаҙ тигәнде, шулай уҡ доға тигән һүҙҙе лә аңлатырга мөмкин. Был урында ошондай һорау тыуа: «Пәйғәмбәр ﷺ өсөн нисек доға ҡылырға?»
Бының тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе хәҙистәрендә һөйләне.
Ибн Масуд еткерә: «Беҙ Сағд ибн Убаҙала ултырғанда, беҙҙең эргәгә Аллаһ илсеһе килде. Бәшир ибн Сағд уға былай тип әйте: «Аллаһ Тәғәлә беҙгә һинең өсөн доға ҡылырға ҡушты, нисек эшләргә уны?» Пәйғәмбәр ﷺ шулай тине: «Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә салләйтә ғәләә Ибраһим бәәрик үә ғәләә Мүхәммәд. Үә ғәләә әәли Мүхәммәд, кәмәә бәәрактә ғәләә Ибраһим». Ә сәләм бирә беләһеҙ инде».
Ғабдрахман ибн Әбү Ләйлә әйтә: «Миңә Ҡәғб ибн Уджра осраны ла һәм былай тине: «Мин һиңә бүләк бирәйеме? Беҙ Пәйғәмбәребеҙҙән: «Йә Аллаһ илсеһе, беҙ һине нисек сәләмләргә кәрәклеген белдек, ә һинең өсөн нисек доға ҡылырға?» — тип һорағас, ул ﷺ салауатты уҡырға ҡушты.
Ҡасан Пәйғәмбәребеҙ өсөн доға ҡылырға кәрәк?
1) Әттәхиәттең уҡығас. Пәйғәмбәребеҙҙән түбәндәге хәҙис килә: «Әгәр унда ҡыйраәт, әттәхиәт, салауат уҡылмаһа, ул намаҙ булып иҫәпләнмәй». Әлеге хәҙисте Ибн Ғүмәр еткерә. Аллаһ илсеһе, шулай уҡ, әйтә: «Һеҙҙең берәйһегеҙ доға ҡылһа, башта Аллаһыны маҡтаһын, һуңынан салауат әйтһен, аҙағынан нимә теләй, шуны һораһын».
2) Йыназа намаҙында икенсе тәкбирҙән һуң.
3) Йома һәм байрам хөтбәләре ваҡытында. Ғәли мөнбәргә менгәс, Аллаһты маҡтаны, Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтте һәм: «Пәйғәмбәрҙән һуң өммәттә иң яҡшы кеше Әбү Бәкер, ә һуңынан Ғүмәр», — тине.
4) Аҙандан һуң. Аллаһ илсеһе әйтә: «Мөәзиндең аҙан әйткәнен ишеткәс, һүҙҙәрен ҡабатлап барығыҙ, шунан һуң минең өсөн доға ҡылығыҙ, кем минең өсөн бер мәртәбә доға ҡыла, Аллаһ уға 10 тапҡырға күберәк ҡайтара, һуңынан Аллаһтан минең өсөн Вәсилде (Ҡиәммәт көнөндә мосолмандар өсөн берҙән-бер шәфәғәтсе булыусы) һорағыҙ, сөнки унда бер генә кеше инә ала, кем минең өсөн шуны һорай, ҡиәмәт көндө мин уға шәфәғәтсе булырмын».
5) Доға ҡылғанда. Бында 3 дәрәжә бар: Аллаһты иҫкә алғандан һуң, ихтыяждарығыҙҙы һорағансы, салауат әйтергә; Пәйғәмбәр ﷺ өсөн доғаның башында, уртаһында, аҙағында салауат әйтергә; Пәйғәмбәребеҙ өсөн доғаның башында һәм аҙағында салауат әйтергә кәрәк. Ғәли: «Пәйғәмбәргә салауат әйтмәйенсә, доға менән Аллаһ араһында кәртә буласаҡ, салауат әйткәс, кәртә юҡҡа сыға, доғаһы ла ҡабул булыр. Тәһәрәт намаҙҙың асҡысы булған кеүек, салауат доғаның асҡысы булып тора».
6) Мәсеткә ингәндә һәм унан сыҡҡанда. Аллаһ илсеһе әйтә: «Кем мәсеткә инә, шул Пәйғәмбәрҙе сәләмләр һәм әйтер: «Аллаһүммә-фтәх лии әбүәәбә рахмәтик», сыҡҡанда ла сәләмләһен һәм былай тип әйтһен: «Аллаһүммә әджирнә минәшшайтаннирраджим».
7) Сафа һәм Марва тауҙарында. Ғүмәр ибн әл-Хаттаб былай тине: «Кем хаж ҡылырға теләй, шул 7 мәртәбә тауаф ҡылһын, һуңынан Ибраһим маҡамы янында 2 рәкәғәт уҡыһын, һуңынан ҡара ташты сәләмләһен, 7 тәкбир әйтһен, һәр береһенән һуң Аллаһты маҡтаһын, һуңынан салауат әйтһен, һуңынан үҙе өсөн доға ҡылһын, Марва тауында ла шулай уҡ шуны эшләһен».
8) Мәжлестәр һәм осрашыуҙар ваҡытында. Аллаһ илсеһе әйтә: «Әгәр мәжлестә Аллаһ иҫкә алынмаһа, салауат әйтелмәһә, шуларға был мәкрүһ була, Аллаһ теләһә, ярлыҡай, теләһә, язалай».
9) Пәйғәмбәрҙе иҫкә алғанда. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ әйтә: «Әгәр мине иҫкә алһалар, салауат әйтегеҙ, кем бер тапҡыр салауат әйтә, Аллаһ уға 10 тапҡыр бәрәкәт бирә». Икенсе хәҙистә былай тип әйтелә: «Кем миңә салауат әйтмәй, шул һаран».
10) Иртә һәм кисен. Аллаһ илсеһе әйтә: «Кем яҡтыла һәм ҡараңғыла миңә 10 салауат әйтә, Ҡиәмәт көндө мин уға шәфәғәт итермен».
11) Аллаһ илсеһенең ҡәберенә барғас. Ғабдулла ибн Динар Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡәбере янында Ғабдулла ибн Ғүмәрҙең салауат әйткәнен күрә.
12) Баҙарға йәки динде аңлатырға барғанда. Күп кеше йыйылған ерҙә Аллаһты маҡтағандан һуң, Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтәһең.
13) Байрам намаҙҙарында. Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында һәм йома көндө Аллаһ илсеһе лә иҫкә алынырға тейеш.
14) Йома көн көндөҙҙәрен һәм кистәрен. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Йома көн көндөҙҙәрен һәм кистәрен миңә күберәк салауаттар әйтегеҙ, кем бер салауат әйтә, шуға Аллаһ 10 бәрәкәт бирә».
15) Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сыҡҡас. Мәлик ибн Әнәс Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сыҡҡас, бөтөн ғаиләһен саҡырған. Ундай мәжлестәрҙә Аллаһ илсеһен дә телгә алырға кәрәк.
16) Уҡығанда. Ғаббәс әл-Әнбари әйтә: «Хәҙис ишеткән һайын салауат әйтә инек».
17) Ауырлыҡ килгәндә. Бер кешегә ауырлыҡ килгәс, бөтә доғаһын Пәйғәмбәргә ﷺ салауат әйтеүгә бағышлай, һуңыраҡ уның ҡыйынлыҡтары ла бөтә, гонаһтары ла ярлыҡана.
18) Теләһә-ҡайҙа салауат әйтеү. Был Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ булған мөхәббәтте арттыра, ләкин ул телдә генә ҡалырға тейеш түгел, ә мосолман бәндәһенең тормошонда ла сағылырға тейеш. Аллаһҡа маҡтау, ә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат-шәрифтәребеҙ хас.
Ғәбделсабур Хәйретдинов әҙерләне: http://matbugat.ru
Салауат (маҡтау): https://nazir1965.com/do%D2%93alar/salauat-ma%D2%A1tau.html
Салауат шәрифтәр: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/salauat-sh%D3%99rift%D3%99r.html
ДӘЛӘӘ'ИЛҮЛ–ХАЙРААТ,(Изге салауаттар-зекерҙәр): https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/d%D3%99l%D3%99%D3%99il%D2%AFl-xajraat-izge-salauattar-zeker%D2%99%D3%99r.html
Салауат шәрифә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/salauat-sh%D3%99rif%D3%99.html
Салауат, сөннәт әһеле доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/salauat-s%D3%A9nn%D3%99t-%D3%99%D2%BBele-do%D2%93a%D2%BBy.html
Саләти-нәриә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/sal%D3%99ti-n%D3%99ri%D3%99-salauat.html
Саләти-фәтхиә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/sal%D3%99ti-f%D3%99txi%D3%99-salauat.html
Саләти-өммиә (салауат): https://nazir1965.com/do%D2%93alar/sal%D3%99ti-%D3%A9mmi%D3%99-salauat.html
Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/m%D3%A9x%D3%99mm%D3%99d-%D2%93%D3%99l%D3%99j%D2%BBiss%D3%99l%D3%99mg%D3%99-iman.html
Мәүлидүн-нәби айындағы ғәмәлдәр: https://nazir1965.com/din/m%D3%99%D2%AFlid%D2%AFn-n%D3%99bi-ajynda%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-k%D3%A9n%D3%A9nd%D3%99ge-%D2%93%D3%99m%D3%99ld%D3%99r.html