Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман

                                                  Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә иман

     Әлхәмдүлилләһ! Бөгөн Рабиғүл-әүүәл айының 1-се көнө. Бөгөн оло байрам, беренсенән Бөйөк Йома көнө, икенсенән Мәүлид байрамы үткәреү айы башланды. Ошо айҙа үҙҙәрен әхлү-сөннә үәл джәмәғәт , йәғни пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһиссәләмдең өммәтенән тип һанаған дин ҡәрҙәштәребеҙ Мәүлид Ән-Нәби Байрамын үткәрәләр.
                                                                                 ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺбер Хәҙис Шәрифендә әйткән:
                                                                                                      أَكْرَمُ النَّاسَ أَتْقَاهُمْ
     «Кешеләрҙең иң хөрмәтлеһе – тәҡүә булғаны».
     Беҙҙең барыбыҙға ҡарағанда ла Аллаһы Тәғәләгә иң яҡын булған һәм һәр бер эше беҙҙең өсөн үрнәк булған, шулай уҡ һәр бер һүҙе Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы менән генә һөйләнгән һәм Аллаһы Тәғәләнең илсеһе булған Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ дең дә хаҡтарын үтәү беҙгә бик оло бурыстыр. Рәсүлүллаһтың хаҡын үтәүҙә етешһеҙлек ҡылыу, Аллаһы Тәғәләнең хаҡын үтәүҙә кәмселек ҡылыу менән бер дәрәжәлә булған оло гонаһлы эштәрҙән һанала. Шуға күрә Рәсүлүллаһ хаҡында һис бер төрлө лә яман уйҙа булмаҫҡа, ул беҙгә еткергән Ислам диненең һәр бер хөкөмдәрен бер ҙә ауырһынмай, шатланып үтәргә тейешле. Шулай уҡ Рәсүлүллаһтың һәр бер ҡылған эштәрен иғтибарға алып, һәр бер ғәмәлде ул ҡылғанса ҡылырға, Рәсүлүллаһтың исеме зекер ителгәндә салауат әйтергә тейешле.

     Рәсүлүллаһтың беҙгә ҡалдырған сөннәттәрен бер ҙә иренмәйенсә үтәү һәм һәр эште ул ҡылғанса ҡылырға тырышыу уның хаҡын һәм сөннәттәрен үтәү була. Рәсүлүллаһтың әйткән һүҙҙәрендә кәмселек табыу, уның сөннәттәрен үтәргә тырышмау, уның тотҡан юлынан йыраҡ булыу, ул өйрәткән эштәрҙе һәм уның башынан үткән хәлдәрҙе белмәү, барыһы да Рәсүлүллаһтың хаҡын үтәүҙә кәмселек ҡылыу була.
     Тағы бер Хәҙисендә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
                                          طُوبَى لِمَنْ رَآنِي وَ لِمَنْ رَآى مَنْ رَأَنِي وَ لِمَنْ رَأَى مَنْ رَأَى مَنْ رَآنِي .
     «Мине күреүсегә, мине күргән кешене күреүсегә һәм мине күреүсене күргән кешене күргән кешегә һөйөнөс булһын», тигән.
     Рәсүлебеҙҙе үҙ ваҡытында уны һөймәй торған монафиҡ һәм кәферҙәр ҙә күрҙеләр, әммә уларҙың күреүҙәре дошманлыҡ күҙе менән, һөйләшеүҙәре лә дошманлыҡ менән генә булды. Рәсүлебеҙҙе ҡайһы берәүҙәр эстән яратһалар ҙа, уны Ғабделмотталиб ҡулы аҫтындағы етем бала тип, үҙҙәрендә боронғо ғөрөф-ғәҙәт булған туған-тыумаса олуғлығы менән эш иттеләр. Ғәрәптәр жәһилиәт заманында наҙанлыҡта булғанға, маҡтаныу өсөн ғалимлек дәрәжәләре булманы, шул сәбәптән нәҫелдәргә бүленеп, шул нәҫел-ырыу фәләненән оло-ҙур һаналып, шул рәүештә маҡтаныу булды. Рәсүлебеҙҙең матур холҡона, йомшаҡ тәбиғәтенә ҡарамайынса, бер етем бала тип, алтындан ҡиммәт һүҙҙәрен ҡабул итмәнеләр.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
                                                                       آكُلُ كَمَا يَأْكُلُ الْعَبْدُ وَأَجْلِسُ كَمَا يَجْلِسُ الْعَبْدُ .
     «Мин дә башҡалар кеүек үк ашайым һәм ултырам».
     Рәсүлебеҙҙең был һүҙенән маҡсат: мин ер йөҙөнә Аллаһ тарафынан әмир булараҡ килһәм дә, башҡаларҙан өҫтөнлөк дәғүәһен ҡылыусы түгелмен. Дәрәжәмдең бөйөклөгөн Аллаһыға ҡоллоҡ һәм түбәнселектә булыу менән табам һәм таптым.
     Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әхлаҡ сығанағы Ҡөръән булған. Ул Ҡөръән Кәрим менән тыйылған эштәргә асыуланған, Ҡөръән Кәримдә рөхсәт ителгән, хупланған эштәрҙән риза булған.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримендә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең маҡтап: «Хәҡиҡәттә, һин юғары әхлаҡ эйәһе», – тигән.
     Шулай уҡ бер Хәҙис Шәрифендә шулай тигән:
                                                                                  إِنَّمَا بُعِثْتُ لأُِتَمِّمَ مَكَارِمَ الْأَخْلاقِ .
     «Мин күркәм холоҡтарҙы тамам ҡылып биреү өсөн ебәрелдем».
     Рәсүлебеҙҙең холҡы ниндәй ине һуң? Был һорауға Ғәйшә әсәбеҙ: «Уның холҡо – Ҡөръән ине», – тип яуап биргән.
                                  طُوبَى لِمَنْ رَآنِي وَ آمَنَ بِي مَرَّةً وَ طُوبَى لِمَنْ لَمْ يَرَنِي وَ آمَنَ بِي سَبْعَ مَرَّاتٍ .
     «Мине күреп миңә иман килтергән кешегә бер мәртәбә һөйөнөс булһа, мине күрмәйенсә миңә иман килтергән кешегә ете мәртәбә һөйөнөс булһын», тип Пәйғәмбәребеҙ ﷺбеҙҙе һөйөндөргән.
     Был хәҙистән Рәсүлебеҙҙән һуң уға иман килтергән кешеләрҙең Рәсүлебеҙ заманында булған мөьминдәрҙән дәрәжәләре артыҡ булыуы күренә.
                                        Рәсүлебеҙгә салауат (маҡтау) әйтеү
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән:
     «Әгәр бер кеше янында минең исемем әйтелһә, ул кеше миңә салауат әйтһен. Әгәр ул миңә бер генә мәртәбә салауат әйтһә, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә рәхмәт ҡылыр».
     Был хәҙискә Ислам ғалимдары күп төрлө мәғәнә бирһәләр ҙә, барыһының да маҡсаттары салауат һүҙен әйтеү булғанда ниғмәт биреүсенең ниғмәтен, ихсанын иҫкә төшөрөп уны изгелек һәм күркәмлек менән иҫкә алыуҙан ғибәрәттер. Шул ваҡытта бер игелеккә иң кәме ун изгелек үҙебеҙгә ҡайтыр.
     Ислам динен һәм уның рухын яҡшы итеп аңлау һәм ысын мосолман булыу өсөн Мөхәммәд ﷺ сөнәттәрен белергә кәрәк. Әгәр бер кеше, мосолман булып та, Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең сөннәттәрен яҡшы белмәһә, ул кешенең динде аңлауы һәм Рәсүлебеҙҙең сөннәте менән ғәмәл ҡылыуы кәмселекле була. Рәсүлебеҙ тарафынан, кешеләр эйәрһен тигән маҡсаттан әйтелгән һәр-бер һүҙгә йәки ҡылынған эшкә сөннәт тиелә. Рәсүлебеҙҙең сөннәттәре хәҙис китаптарында төплө аңлатылған.
     Аллаһы Тәғәлә беҙгә Ҡөръән Кәрим аяттарында Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ гә итәғәт ҡылырға бойорған. Пәйғәмбәргә булған итәғәтте Үҙенә итәғәт итеүгә тиңләгән. Шуға күрә, әгәр Рәсүлебеҙ берәр эш тураһында хөкөм сығарған булһа, уны ҡабул итмәҫкә мөьминдең хаҡы юҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ беҙгә Аллаһы Тәғәләнән Ҡөръәнде еткергән. Аллаһы Тәғәлә уға Ҡөръән аяттарын һәм ҡайһы бер хөкөмдәрҙе аңлатыу хоҡуғын Үҙе биреп, уға итәғәт ҡылыуҙы Үҙенә итәғәт менән бер тигеҙ күргән:
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдең «Ниса» (4 сүрә) сүрәһенең 80-се аятында:
                                                                                     مَنْ يُطِعِ الرَّسُولَ فَقَدْ أَطَاعَ اللَّهَ
     80. Мәй-йүтыиғи-ррасүүлә фәҡад әтаағә-ллааһа...
     80. Рәсүлгә буйһонған кеше Аллаға ла инана...
     «Кем Аллаһтың Рәсүленә итәғәт ҡылһа, ул кеше Аллаһыға итәғәт ҡылды тип һанала», тигән.
     Тағыла «Әхзәб» (33 сүрә) сүрәһенең 36 аятында әйткән:
                          وَمَا كَانَ لِمُؤْمِنٍ وَلَا مُؤْمِنَةٍ إِذَا قَضَى اللَّهُ وَرَسُولُهُ أَمْرًا أَنْ يَكُونَ لَهُمُ الْخِيَرَةُ مِنْ أَمْرِهِمْ
     36. Үә мәә кәәнә лимүьминиү-үә ләә мүьминәтин иҙәә ҡада-ллааһу үә расүүлүһүү әмран әй-йәкүүнә ләһүмүл-хыийәратү мин әмриһим...
     36. Алла менән Уның рәсүле берәй эште хөкөм иткәс, мөьмин менән мөьминәгә ирек ҡалмай...
     «Әгәр Аллаһ һәм Уның Рәсүле мөьмин үә мөьминәгә берәр артлы эш хаҡында хөкөм сығарған булһа, ул хөкөмдө башҡарыу йәки үтәмәү хаҡында уларҙа бер ниндәй ихтыяр юҡ».
     "Хәшер" сүрәһенең 7-нсе аятында:
                                                                    وَمَا ءَاتَاكُمُ الرَّسُولُ فَخُذُوهُ وَمَا نَهَاكُمْ عَنْهُ فَانْتَهُوا .
     ...үә мәә әәтәәкүмү- ррасүүлү фәхуҙүүһү үә мәә нәһәәкүм ғәнһү фәң-тәһүү...
Рәсүлдең биргәнен алығыҙ, тыйғанынан тыйылығыҙ.

     «Пәйғәмбәр һеҙгә нимә килтергән булһа, шуны ҡабул итегеҙ, һеҙҙе нимәнән тыйһа, шунан тыйылығыҙ», тигән Раббыбыҙ.
     Әйтелгән аяттар бер-береһен ҡеүәтләп, Пәйғәмбәр ﷺ алып килгән ҡанундарға итәғәт ҡылыуҙың тейешлеге Аллаһ тарафынан булған ҡәтғи хөкөм икәнлеккә дәлил булып тора.
     Күп кенә ғәмәл-ғибәҙәттәрҙең тәртиптәре Ҡөръән Кәримдә аңлатмалар биреү менән күрһәтелмәгән. Уларҙың һәммәһен Пәйғәмбәр ﷺ әйтеп йәки эшләп күрһәтеп биргән, сөнки Аллаһы Тәғәлә уға Үҙенең өйрәтмәләрен аңлатыу хоҡуғын Үҙе биргән. Һәр бер мөьмин-мосолман шул аңлатылған сөннәттәргә итәғәт ҡылырға тейеш. Әгәр шулай булмаһа Ҡөръән Кәримдәге өйрәтмәләрҙә үтәү мөмкин булмаясаҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән һүҙҙәре, сығарған хөкөмдәре Аллаһы Тәғәләнең өйрәтмәләре булыуға һәм уларға эйәреү тейеш икәнлеккә бик күп Ҡөръән аяттары дәлил булып торалар.
     Рәсүлебеҙҙең беҙгә ҡалдырған сөннәттәрен бер ҙә иренмәйенсә үтәү һәм һәр бер эште Рәсүлебеҙ ҡылғанса башҡарырға тырышыу уның сөннәттәрен үтәү була. Рәсүлебеҙҙең әйткән һүҙҙәрендә етешһеҙлек табыу, уның сөннәттәрен һанға һуҡмау, уның тотҡан юлынан йыраҡ булыу, уның өйрәткән эштәрен белмәү Рәсүлебеҙҙең сөннәттәрен үтәүҙә кәмселек ҡылыу булалар.
     Әлеге көндәрҙә ишетеп тә, күреп тә торабыҙ, күп кешеләр үҙҙәрен сөннәт үтәүселәр тип йөрөтһәләрҙә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҙең сөннәттәрен үтәмәйҙәр. Ҡайһы берҙә күрәбеҙ йома намаҙына килә лә, вәғәз һөйләгән ваҡытта намаҙ уҡый башлайҙар. Шунан һуң аяҡтарын ныҡ итеп айырып баҫып, Әмин тип, ҡысҡыралар. Шунан һуң сөннәт намаҙын үтәмәйенсә, йәмәғәт менән тәсбих, тәкбир бер әйтмәйенсә, Ҡөръән аяттары уҡымайынса, сығып китәләр. Ошо буламы сөннәт ғәмәлдәрҙе үтәүселәрҙән һәм сөннәткә эйәреүселәрҙән булыу? Ошо буламы Пәйғәмбәребеҙҙе ҙурлау, уға итәғәт итеү?.
     "Ниса" сүрәһенең 80-се аятында иһә дәлил итеп әйтелгән:
                                                                                 مَنْ يُطِعِ الرَّسُولَ فَقَدْ أَطَاعَ اللَّهَ
     80. Мәй-йүтыиғи-ррасүүлә фәҡад әтаағә- ллааһа...
     «Кем Аллаһтың Рәсүленә итәғәт ҡылһа, ул кеше Аллаһыға итәғәт ҡылды тип һанала».
     Ни өсөн һуң беҙ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡушҡандарҙы үтәмәй башланыҡ? Ни өсөн һуң шундай боҙоҡлоҡтар, аҙашыуҙар таралды? Күбеһен уның сит илдәрҙән, Сәғүди Ғәрәбстандан һәм башҡа ерҙәрҙән уҡып ҡайтҡандар тарата. Шунан һуң төрлө беҙҙән булмаған китаптарҙан тарала. Шуға күрә бик һаҡ булырға кәрәк. Төрлө секталарға эйәреп таралырға кәрәкмәй. Беҙҙең һайланган Мөфтий хәҙрәтебеҙ бар, беҙҙең Мөфтий хәҙрәтебеҙгә бойһонған Ислам Университетыбыҙ, мәҙрәсәләребеҙ, мәсеттәребеҙ бар. Бер беребеҙҙән айырылмайыҡ, бергә булайыҡ.
     "Айырылғанды бүре ашар" тигән беҙҙең һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
     Ялғандан алыҫ булайыҡ. Хаҡлыҡ юлы менән барайыҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ:
     «Әгәр минән бер хәҙис күсерелеп, уны ишеткәндә һеҙҙең күңелегеҙ йомшарып, уға тартһа, ул хәҙис һеҙҙән бигерәк миңә яҡын булыр, йәғни ул хәҙис минән булыр. Әгәр бер хәҙисте ишеткәндә уны күңелегеҙ кире ҡағып, унан нәфрәтләнә, ул хәҙистән һеҙҙән бигерәк мин йыраҡ булырмын, йәғни ул хәҙис менән булмаған».
                                                             مَنْ حَدَّثَ عَنِّي بِحَدِيثٍ يَرَى أَنَّهُ كَذِبٌ فَهُوَ أَكْذَبُ الْكَاذِبِينِ .
     «Әгәр бер кеше бер хәҙистең ялған икәнлеген белә тороп, минән риүәйәт тип ҡылһа, ул кеше – ялғансыларҙың ялғансы».
                                                                         مَنْ كَذِبَ عَلَيَّ مُتَعَمِّدًا فَلْيَتَبَوَّءْ مَقْعَدَهُ مِنَ النَّارِ .
     «Әгәр бер кеше минән булмаған хәҙисте минән, минән булғанды минән түгел тип ялғанлаһа, был кеше үҙенә тамуҡта урын әҙерләһен», тигән Рәсүлебеҙ.
     Йә Раббым беҙҙе барыбыҙҙыла Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ең өммәтенән ҡылһаң ине. Беребеҙҙе лә ошо юлдан аҙаштырмаһаң ине. Боҙоҡ юлдан барған, аҙған кешеләрҙе беҙҙән алыҫ ҡылһаң ине, уларҙы ла шул юлдарынан сығарып тура, йәннәт юлына баҫтырһаң ине. Араларыбыҙҙы нығытһаң ине, бер беребеҙгә мөхәббәт уятһаң ине. Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы ла ошо тура юлға баҫтырып, йәннәт баҡсаларында ла бергә булырға насип итһәң ине, тамуҡ утынан һаҡлаһаң ине.
     Илдәребеҙҙә, ерҙәребеҙҙә, ғаиләләребеҙҙә именлек, тыныслыҡ менән йәшәргә насип итһәң ине. Ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине. Мәсеттәребеҙҙә ысын мөьмин мосолмандар менән генә тултырһаң ине. Ике доньяның да бәхетен бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине.
     Рабиғүл-әүүәл аяттарыбыҙҙы, үткәргән Мәүлит байрамдарыбыҙҙы мөбәрәк ҡылһаң ине. Ошо айҙарыбыҙҙы изге эштәр менән генә үткәрергә насип итһәң ине. Үҙеңдең Рәхмәтеңә ирешергә насип итһәң ине.
     Әмин йә Раббил ғәләмин!
                                                                                татарсанан тәржемә, авторы билдәһеҙ