Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар

                         Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар
     Ахырзаман ваҡытының көндәрендә йәшәйбеҙ. Ваҡыттарҙың үтеүелә тиҙләшә. Рәсүлебеҙ бер хәҙисендә: «Ҡиәмәт көнө алдыннан ваҡыттың тиҙәйеүен һиҙерһегеҙ. Бер йыл – бер ай, бер ай – бер аҙна, бер аҙна – бер көн, бер көн сыраҡтың яныуына тиң булыр», – тигән. Ваҡыттың бәрәкәте бөтәсәк. Шул тиҙләнгән ваҡытҡа ярашлы донъялағы сәйәси хәлдәрҙә тиҙләшә һәм беҙҙең ғүмерҙәге әлеге барған ил ҡоролошоның һанаулы көндәре ҡалды. Кемдер бөгөнгө көндәрҙә ҡолоҡҡа ҡоролған йәмғиәтте оҙаҡҡа булыуын теләп теш-тырнағы менән йәбешһә лә, яҙ башында һис шикһеҙ аяҙ ҡояш сығасаҡ шиккеле, үткән тарихтан: йәбер-золомдан, геноцидтарҙан, тирандарҙан, залимдарҙан, һуғыштарҙан бер фәтүә алмай төҙөлгән боҙоҡ сәйәсәттең байышы һис шикһеҙ.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән нигеҙҙәренән ситләшеп алдашыуға, урлашыуға, талауға, ялғанға, хаҡһыҙ рәүештә кеше үлтереүгә бирелгән йәмғиәттәрҙең йәшәү рәүеше фажиғәле тамамласағы хаҡында иҫкәрте бит. Кешеләр Ҡөрьәндә бирелгән был принциптарға төкөрөп ҡарау сәбәпле, ул һәр төрлө бәлә-ҡазаларға, фетнәләргә, геноцидҡа, һуғышҡа, золом тарыясағы асыҡ билдәле ине.
    Бөйөк еңелмәҫ ил, бөйөк халыҡ, тик урыҫ тәртибе бар донъя өсөн тигән ялған инаныуҙар, илебеҙ өсөн үләйек, улар беҙҙе баҫып аласаҡ тигән ғауға тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ. Донъя тулы ваҡ бай илдәр, ни эшләптер, тәбиғәт шарттары киҫкен, хатта бигерәк ҡаты һыуыҡ, осо-ҡырыйы булмаған ил әллә кемгә кәрәк. Яратҡан һүҙҙәре — беҙҙең атай-олатайҙар ошо ил өсөн һәләк булды. Булды шул, Гитлер фашизмынан илде һаҡланылар. Ә бөгөн шул ваҡытҡа спекуляция ҡороп наҙан халыҡты аҙҙыралар. Илдәр һәм донъя яҙмышы ил баштарының ҡулында түгел, ә Аллаһының яҙылған Ләйхүл-Мәхмүз таҡтаһында! Ошо хаҡиҡҡәтте башығыҙға һеңдереп ҡуйығыҙ!
     Ҡөрьәндә фәтүә итеп үткән халыҡ тарихтары яҙылған, унан һуң булған заманаларҙа халыҡ хәтерендә. Яҡшылыҡта, ғәҙеллектә, әхлаҡи тәртипкә, Аллаһ ҡанундарын хөрмәт иткән йәмғиәт яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Ә инде ғәҙеллекте золомға, хәләлде харамға, изгелекте яуызлыҡҡа, әхлаҡты боҙоҡлоҡҡа алмаштырған йәмғиәттәр иһә туранан-тура тарҡалыуға барыр.
Беҙҙең илгә яҡшылыҡҡа, дөрөҫ йүнәлеш алырға мөмкинселек бирелде, уны етәкләгән шәхестәрҙең тормошонда күтәрелеү булды, әммә шуны файҙаға әйләндермәй, мин-минлеге арҡаһында иң түбән тәгәрәүе арҡаһында илебеҙҙә демократия бөтөрөлөп, тирания урынлаштырылды һәм уның һуңғы тыпырсыныуы ваҡыты етте.
     Һәм дә тиҙҙән власҡа талашыу, бола-фетнәләр, үҙ-ара һуғыштар китеүенә күп ҡалманы. Бер ҡатлы булмағыҙ, әгәр шул хәлдә булһағыҙ һеҙҙе төңөлөү көтә. Аллаһ тәҡдире тарафынан барыһы ла хәйерлегә булһын. Өмөтһөҙлөккә бирелмәйек, һынауҙарҙы Аллаһҡа тәүәккәләп үтәйек. Кешеләр ҡараштарын үҙгәртеп, үткән ғүмерҙән, тарихтан һабаҡ алып, насар ғәмәлдәр ҡылмай, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылһалар, донъябыҙ матур яҡҡа ынғайҙар һәм беҙгә шундай мөмкинселек бирелә ошо киләһе бер-ике-өс йылда.
     Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Ҡөрьәндә үтәй торған мәғәнәле бер аят бар: «Бер халыҡ үҙен-үҙе үҙгәртмәй тороп, Аллаһ ла уларҙың хәлен үҙгәртмәҫ».
                                                                                   رَبِنَا أَفْرِغْ عَلَيْنَا صَبْراً وَثَبِّتْ أَقْدَامَن
     «...Раббәнәә әфриғъ ғәләйнәә сабрау-үә ҫәббит әҡдәәмәнәә үәңсурнәә ғәләл –ҡаумил-кәәфириин».
     «Йә, Раббым, беҙгә сабырлыҡ бир, беҙҙең аҙымды нығыт, кафырҙарға ҡаршы һуғышырға ярҙам ит!». Әл-Баҡара сүрәһе, 250 аят.
     «...Раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙинә миң ҡаблинәә раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғ-фү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин».
     «Йә, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡҡа! Йә, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә! Йә, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәреңдән ҡалдырма! Һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир!». Әл-Баҡара сүрәһе, 286 аят.
                                                          رَبَّنَٓا اِنَّكَ مَنْ تُدْخِلِ النَّارَ فَقَدْ اَخْزَيْتَهُۜ وَمَا لِلظَّالِم۪ينَ مِنْ اَنْصَارٍ
     «Раббәнәә ин-нәкә мәң түдхыилиннәә-ра фәҡад әхъзәйтәһү үә мәә лиҙҙаалимиинә мин әңсаар».
     «Эй. Раббым! Утҡа индерер бәндәләреңде хур ҡылғанһың. Залимдарға ярҙамсы юҡ!». Әл Ғимран сүрәһе, 192 аят.
                                     رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَاِسْرَافَنَا ف۪ٓي اَمْرِنَا وَثَبِّتْ اَقْدَامَنَا وَانْصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِر۪ينَ
     «...Раббәнә-ғъфир ләнәә ҙүнүүбәнәә үә исраафәнәә фии әмринәә үә ҫәббит әк-дәәмәнә үәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин».
     «Йә, Раббым! – тине улар, — Гонаһтарыбыҙҙы, эшебеҙҙәге самаһыҙлыҡтарҙы ярлыҡа, беҙҙең аҙымды нығыт, кафырҙарға ҡаршы көрәшкәндә беҙгә ярҙам бир!». Әлү Ғимран сүрәһе, 147. аят.
                                                                                           رَبَّنَا لَا تَجْعَلْنَا مَعَ الْقَوْمِ الظَّالِم۪ينَ۟
     «...Раббәнәә ләә тәджғәлнәә мәғәл-ҡауми-ҙҙаалимиин».
     «Эй, Раббым! Беҙҙе залимдар менән урынлаштырма!». Әғрааф сүрәһе (Кәртәләр), 47 аят.
                                                                                       رَبَّنَا افْتَحْ بَيْنَنَا وَبَيْنَ قَوْمِنَا بِالْحَقِّ وَاَنْتَ خَيْرُ الْفَاتِح۪ينَ
     «...Раббәнәфтәх бәйнәнәә үә бәйнә ҡауминәә бил-хәҡҡи үә әңтә хайруль-фәәтихиин».
     «Йә Раббым!Халҡыбыҙ менән беҙҙең араны хаҡлыҡ менән хөкөм ит. Һин иң яҡшы хөкөмсө бит!». Әғрааф сүрәһе (Кәртәләр), 89 аят.
                                                                                              رَبَّنَا لاَ تَجْعَلْنَا فِتْنَةً لِّلْقَوْمِ الظَّالِمِينَ
     «...Раббәнәә ләә тәджғәлнәә фитнәтәл-лилҡауми-ҙҙаалимиин».
     «Раббым! Беҙҙе залимдар фетнәһенә бирмә,
                                                                                             وَنَجِّنَا بِرَحْمَتِكَ مِنَ الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ
     «Үә нәджжи-нәә бирахмәтикә минәл-ҡаумил-кәәфириин».
     Үҙ рәхмәтең менән беҙҙе кафырҙан ҡотҡар!». Юныс сүрәһе, 85-86 аят.
                                                                            رَبِنَا آتِنَا مِن لَدُنكَ رَحْمَةً وَهَيِّئْ لَنَا مِنْ أَمْرِنَا رَهَيِّئْ
     «Раббәнәә әәтинәә мил-ләдүңкә рәхмәтәү-үә һәййиь ләнәә мин әмринәә рашәдәә.
     «Эй, Раббым! Беҙгә рәхмәтеңде бир. Эшебеҙҙә тоғролоҡ булдыр!». Мәмерйәләр сүрәһе, 10 аят.
                                                                            رَبَّنَا آتِنَا مِن لَّدُنكَ رَحْمَةً وَهَيِّئْ لَنَا مِنْ أَمْرِنَا رَشَدًا
     «...Раббәнәә иннәнәә нәхаафү әййәфрута ғәләйнәә әү әй-йатғаа».
     «Раббым! Ул беҙҙе рәнйетер йәки ныҡ йәбер итер тип ҡурҡабыҙ бит әле». Та Һа сүрәһе, 45 аят.