Имамдар һәм түрәләр

                                                     Имамдар һәм түрәләр
     Бөтөн ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһы Тәғәләгә барса хәмде-сәнәләребеҙ һәм маҡтау доғаларыбыҙ булһын, һәм Уның рәсүленә әйткән салауат-шәрифтәребеҙ, сәләмдәребеҙ булһын, һәм шулай уҡ әһле бәйтенә, сәхәбәләренә лә булһын.
     Бөгөнгө көндөн хәле: ни эшләп динһеҙ түрәләр мәхәллә имамдары эшенә ҡыҫылалар һәм мосолмандар араһында ыҙғыш-сыуалыш тыуҙыралар?
     Бында яуап ябай. Сит илдәрҙең Америка ярҙамы менән Россияны тарҡатырға теләүҙәре көсәйҙе һәм беҙҙең илдәге түрәләрҙең башбаштаҡлығы. Сәғүд Ғәрәбстаны менән килешеүҙе яңынан теркәлде.

     Был иң бай булған илгә ни эшләп Россия кәрәк булды һуң? Бар эш Иранда. 90-95 % шиғый мосолмандарынан торған Иран иле суннит мосолмандарынан торған Сәғүд Ғәрәбстандың иң ҙур дошманы. Ә Иран Россияның яҡын дуҫы. Россия Иранды Сәғүд иленә һөжүмдән тыя ала. Сәғүд Ғәрәбстаны Россия менән килешеүгә алдан әҙерләнә: 2018 йылда мартында Сәғүдтәрҙең принцы Мөхәммәд ибн Салмән донъялағы вахаббизмды АҠШ-тың ҡушыуы буйынса тараттыҡ тине һәм хәҙер уны туҡтаттыҡ тине. Вахаббизм таратыуҙарын һәм вахаббизм барлығын танынылар. Шулай уҡ илдәрендә әҙерәк демократия индергән булып (исем өсөн), 2016 йылдан мәүлид байрамдары үткәрә башланылар. Беҙҙәге әлеге «новоизбранный» имамдар мәүлид үткәрә тигән аҡланыуҙар, шуларға эйәреү генә. Хатта Сәғүд Ғәрәбстаны короле беҙҙең традицион дин яҡлы ЦДУМ-дың мөфтийе Таджуддин хәҙрәт менән осрашыуы ла айырым бер мәкерле аҙымдыр. Әлбиттә Мәскәү мөфтийе Рауиль Ғәйнутдинов менән осрашһа, вахаббизмға ҡараш йомшармаҫ ине.
     Бына ошонда беҙҙең ил башлыҡтарының киң күңелле булыуҙары нимә менән бөтә һуң? Турция башлығы Эрдоган арҡаһында Россия нисәнсе тапҡыр отола? Бына әле бер-береһенә һуғыш асырлыҡ дәрәжәгә барып еттеләр. Эрдоган: беҙ Россия менә 16 тапҡыр һуғыштыҡ һәм дауам итәсәкбеҙ, мин Россияны уның эсендәге мосолмандар ярҙамында тарҡатам тине. Сәғүд Ғәрәбстаны ла ошо төрөк иленән кәм түгел инде. Уларға ышаныс юҡ.
     Шунан һуң беҙҙәге Башҡортостандағы хәлгә килһәк, 2019 йылдың октябрь айында республика башы Хәбиров Валдай ҡалаһы дискуция клубына бар донъянан йыйылған 71 илдәң килгән сит ил уҙамандарына – «Башҡортостан мәсеттәрендә вахаббизм юҡ», — тине. Ошолай бар Башҡортостан исеменән әйтеп, кеше алдап әллә дан ҡаҙанырға уйланы инде. Әйткән һүҙ — атҡан уҡ. Хәҙер ауыҙ асып әйтеп ҡарағыҙ беҙҙең мәсетте вахаббиттәр баҫып алды тип. Сөнки өҫтәге түрә әйткән икән, уға ҡаршы сығырға ярамай. Ана шуға ла уларҙы яҡлап район түрәләре ҡойроҡ болғай. Ауыл имамдарына түрәләр тарафынан баҫым яһау башҡа һыймаған эш. Үҙ халҡына хеҙмәт итергә тейеш бәндәләр әле генә кешеләрҙе үлтереп, мәктәп-больницаларҙы шартлатып йөрөгән вахаббиттар яғына сығыуы халыҡты шаҡ ҡатыра, ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм был хәлдәр нимәгә килтерҙе, — мосолмандар ике төркөмгә бүленде һәм дошманлашыу барлыҡҡа килде. Ә түрәләр имам-мәсет эштәренә ҡыҫылырға тейеш түгел ине, быны эшләп маташһалар, уларға ҡаршы статьялар ҙа, прокурорҙарҙа бар.
     1917 йылда дин дәүләттән айырылғандан башлап беҙ атеистик принципҡа ҡоролған илдә йәшәйбеҙ икән, түрәләрҙән нимә көтәһең инде? Ислам динендә бер нәмә аңламаған түрәләрҙең аҙымдары халыҡ-ара, хатта үҙ ара фетнәгә алып килергә мөмкин. Түрәләрҙең араһында имандары булғандары ла һәм динһеҙ булыуы бар. Аллаһыға ышаныу-ышанмау, мәсеткә йөрөү-йөрөмәү, әлбиттә, һәр кешенең намыҫ эше. Ләкин, теләйһеңме-теләмәйһеңме, әгәр һин ошо йәмғиәттең, милләтенең бер ағзаһы икәнһең, үҙ халҡыңдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, дини йолаларын ихтирам итеп, улар менән һанашып, уларҙы хөрмәтләп йәшәргә тейешһең. Был быуаттар буйына килгән изге ғәмәлдәрҙең береһе. Асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙҙың төп шарты.
     Әгәр инде урындағы етәксе бәндә донъя малына ҡыҙығып кешеләрҙе рәнйетһә, ғәҙелһеҙлек ҡылһа, кеше хаҡына төшһә, халҡыбыҙға ҡара тап булып ята түгелме? Әгәр һинең Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҙылған талант-һәләтеңде ҙурлап, ошо дәрәжәле исемгә лайыҡ тип һанағандар икән, уны рухи-әхлағың, әҙәп-тәртибен, күркәм холҡоң менән дә аҡларға тейешһең. Үҙ аның менән эшләмәй, әмер-бойороҡтарҙы ғына үтәп халҡыңдың ҡарғыш-рәнйешен алһаң, донъяң һәм ахирәтең бөтөн булыуы икелле. Был ҡыҙғаныс хәл.
     Етәксе кешенең өҫтөндә иң беренсе бурыс — ул халҡы араһында ғәҙеллекте һаҡлау, халҡыңды ҡайғыртыу, илең алдында бурысыңды үтәү булыр. Халыҡты үҙ-ара талаштырып, юнһеҙҙәр яғын яҡлап, уларға хеҙмәт итеү – иблес юлына баҫыу булыр. Әлбиттә кемгәлер оҡшай хамелеон булып, ниндәй хужа килһә лә, ниндәй строй булһа ла шуға яраҡлашып үҙ халҡыңдың ҡанын һурып йәшәү. Бер анектодта: бер түрәнән һорағандар: «Донъяғыҙ нисек, ни хәлдә йәшәйһегеҙ? » – тип. Теге түрә: «Тауыҡ кетәгендәге шикелле», тип яуап биргән. «Нисек һуң ул? » – тигәс. «Һәр кемдең юғарыраҡ менеп ҡунаҡлағыһы килә, — тип әйткән. — Эргәләгеһен суҡығыһы, аҫтындағын нәжесләйһи килә. Бына шулай иттереп йәшәйбеҙ, тигән».
     Аллаһ Тәғәлә әйттә:
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُونُوا قَوَّامِينَ لِلَّهِ شُهَدَاءَ بِالْقِسْطِ وَلَا يَجْرِمَنَّكُمْ شَنَآنُ قَوْمٍ عَلَى أَلَّا تَعْدِلُوا اعْدِلُوا هُوَ أَقْرَبُ لِلتَّقْوَى وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ
     «Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүү күүнүү ҡауүәәмиинә лилләәһи шүһәдәә'ә билҡистыи үә ләә йәджримәннәкүм шәнә'әәнү ҡаумин ғәләә әл-ләә тәғдилү-ғдилүү һүүә әҡрабү литтәҡүәә үәттә-ҡуллааһа иннә-ллааһа хабиирум-бимәә тәғмәлүүн».
     "Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһ ҡаршыһында ныҡлы, ғәҙеллекле шаһит булығыҙ. Һәр ваҡытта ла ғәҙел булығыҙ, сөнки ул — тәҡүәлеккә иң яҡын ғәмәл. Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Ысынында, Аллаһ һеҙҙең эшләгән ғәмәлдәрегеҙ тураһында белә" (Мәидә – 5/8).
     Беҙҙең башҡорт халыҡ йырҙары һәм шиғыр-бәйеттәрендә түрәләрҙең ғәҙелһеҙлеге, яманлығы һәм һатлығы тураһында әйтелгән-йырлағандар әҙме ни? ошо юлдарын килтереү урынлы булыр:
              Һауаланма-мансылдым тип шөһрәткә,
              Эреләнмә- үрләнем тип түрәлеккә.
              Түрәлек ул- ситәндәге көршәк кенә,
              Бөгөн тора, ә иртәгә башҡа ерҙә.
     Тамуҡта иң ҙур язалар түрәләргә әҙерләнгән. Әгәр ҙә етәксе кеше халҡына ҡарата золом ҡылһа, ахирәттә уны яза көтә һәм Ҡиәмәт көнөндә ул, ҡыйырһытҡан кешеләргә хаҡтарын тулыһынса ҡайтармай тороп, йәннәткә инмәй.
     Аллаһ Тәғәлә әйтте:
                                                                                                               إِنَّ الظَّالِمِينَ لَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ
     «... иннә-ҙҙаалимиинә ләһүм ғәҙәәбүн әлиим».
     "Ысынында, ғәҙелһеҙҙәргә ауырттырыусы ҡаты ғазап була" («Ибраһим» сүрәһе, 14/22 аят).
     Эйәһенә күрә бейәһе, заманына күрә түрәһе тигәндәй, СССР тарҡалып 15 илгә бүленеп, таралып бәләкәйеп ҡалһа ла, түрә-чиновниктәрҙең һаны элекке ҙур ил менән сағыштырғанда ике тапҡырға артты! Ә түрәләр хәйер аҡсаға йәшәгәндәрҙең бер ҡатламы. Муллаларға әйтергә яраталар бит хәйер аҡсаға йәшәүселәр тип, ә был түрәләр һәм башҡалар бюджет аҡсаһына (хәйер аҡсаһына) йәшәүселәр кемдәр һуң? Улар иген үҫтерә, йә заводта тороп метал иретәме, йәки Себерҙә һыуыҡта вахтала йөрөйме? Ана шул эшләгән кешеләрҙең аҡсаларынан тотолған налог хәйерҙәренә йәшәгән класс улар. Һинең, йә минең елкәлә йәшәгән, үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйған әҙәмдәр улар. Был донъяла үҙҙәрен өҫтөн тоторға тырышһаларҙа, барыбер бер кәфенгә төрөлөп, балсыҡ аҫтында алтын табутта ятмаясаҡтар.
     Өҫтән ҡушҡанды ғына башҡарырға күнеккән был етәкселәр, халыҡ талаптарына ҡолаҡ һалмай, юғарынан бойороҡ көтөп кенә йәшәйҙәр. Етәксе вазифалар кешене үҙгәртә, ысыныда түрәлек кешене боҙа. Бигерәк тә аҡсалы түрәләр үҙгәрә, йәмғиәттә үҙенән түбәнерәк баҫҡыста торған кешеләргә кәмселек менән ҡарауҙары, эреләнеү, тәҡҡәбәрлектәре барлыҡҡа килә. Түрәлек менән маһайып көн итә. Шуға ла халҡыбыҙ бушҡа әйтмәгән: «Башҡорт түрә булһа сабатаһын түргә элә». Әшнәлек аша түрәлек креслоһына ҡунған бәндәләр әҙергә генә йәшәп өйрәнгән үҙ балаларын түрәлеккә алып йәмғиәтебеҙҙә халыҡты ике классҡа бүлә: байҙар һәм ярлылар. Ысынында халҡы өсөн хеҙмәт итергә ашыҡҡан түрә бармы?
     Йәшлек гәзитенең бер мәҡәләһенән өҙөк: Түрәлек һөнәргә әүерелгән илгә далан киләме икән? Кешене юлдағы саң ише күргән чиновниктар яҙмыш дилбегәһен ҡулда тотҡанда, беҙҙең аһ-зар ҙа, дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының фармандары ла ҡомдан ишкән арҡан кеүек. Халыҡ түрәлек һәм түрәләр хаҡында ифрат тапҡыр һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған. “Бай менән дуҫлашма, түрә менән талашма”, “Түрәнең һүҙе һүҙ, ни әйтһә, шул төҙ!” йәки “Түрәгә тел тейҙермә, телһеҙ ҡалырһың”.
     Һүҙҙе әлегә тамамлап, шуны тәҡрарларға ғына ҡала: чиновниктар, йәғни эреле-ваҡлы түрәләр, кеше хәлен аңлаусы ҡатлам түгел. Улар, мәғлүмдер, ер һөрмәй, юл һалмай, балалар уҡытмай. Юғары “хеҙмәт” хаҡы, ташламалар, премиялар, шифаханалар һәм, ахыр килеп, әҙәм аҡылы етмәҫлек ҙур пенсиялар — чиновник ғәли йәнәптәренең “әсе яҙмышы”.
     Бер тәҡҡәбер, бай, түрә әҙәм егеүле атта ултырып бара икән. Быға бар кеше сәләм бирә икән. Ислам дине буйынса, ултырып барған кеше йәйәүлегә беренсе сәләм бирергә тейеш. Бер дәрүиш быға сәләм бирмәгән. Теге түрә әҙәм: һин минең кем икәнде белмәйһеңме? – тигән. Дәрүиш әйткән: беләм мин һинең кем икәнеңде, һин оят ерҙән донъяға килдең, — тигән. – Нәжес тултырылған ҡапсыҡ һин, — тигән. Тегенең дәрәжәһен әйтеп биргән шулай итеп. Тимәк, уның нимә тип әйтәһе килгән? Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ. Донъяға килә торған урыныбыҙҙа, ашаған ризығыбыҙҙа бер, бүлеп сығара торған әйберебеҙҙә бер, эсебеҙҙәге органдарҙа бер.
     Аллаһ Тәғәлә: бер ҡәүемде — икенсе ҡәүемдән, бер кешене икенсе кешенән өҫтөн ҡуймағыҙ. Һеҙ түбәнһеткән, һеҙ кәмһеткән кешеләр, бәлки Аллаһ Тәғәләгә яҡыныраҡтыр – беҙ уны белмәйбеҙ.
     Аллаһ Тәғәлә:
                                                               جَعَلَكُمْ خَلَائِفَ الْأَرْضِ وَرَفَعَ بَعْضَكُمْ فَوْقَ بَعْضٍ دَرَجَاتٍ لِّيَبْلُوَكُمْ فِي مَا آتَاكُمْ
     «...джәғәләкүм халәә'ифәл-ардын үә рафәғә бәғдакүм фәүҡа бәғдыиң дәраджәәтил-ли-йәблүүәкүм фии мәә әәтәәкүм... ».
     «Ҡайһы берегеҙҙең дәрәжәһен күтәреп, ҡайһы берегеҙҙең төшөрөп һынармын», — тигән. Әл-Әнғәм 6/165.
     Кешеләргә яҡшылыҡ өсөн бирелгәнме был түрәлек, әллә булмаһа, Аллаһ ваҡытлыса һынап, шуның менән тамуҡҡа индерергә бирелгәнме был дәрәжә?
     Хәҙистәрҙә: «Минең өммәтемә Дәджжәлдән бигерәк, юлдан аҙҙырыусы дәджжәл етәкселәр ҡурҡынысыраҡ». Йәғни, тура юлға етәкләмәй, өммәтемдең аҙып-туҙыуҙарына сәбәбсе булған етәкселек башында тороусыларҙан Дәджжәлгә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡурҡам.
     Бөгөн дә ҡайһы бер етәкселәребеҙ мосолмандарҙы шәриғәт юлынан тамам аҙаштырып, үҙҙәре теләгән бәхетһеҙлек юлдарындағы һәләкәтлек соҡоро өҫтөнә килтереп ҡуйҙылар.
     Кешеләр өҫтөнән етәкселек итеү — ҙур вазифа, сөнки ул уларҙың хаҡтары менән бәйле. Ислам динендә кеше хаҡы Аллаһ Тәғәлә хаҡынан һуң икенсе урында. Был вазифа, дин күҙлегенән ҡарағанда, аманат булып һанала. Аманат — ул кемгә лә булһа ваҡытлыса һаҡларға тапшырылған бер ҡиммәтле әйбер йәки бер вазифа булырға мөмкин. Ә бында аманат халыҡ менән, ил менән эш итеү.
     Аллаһ Тәғәлә әйтә:
            إِنَّ اللَّهَ يَأْمُرُكُمْ أَن تُؤَدُّوا الْأَمَانَاتِ إِلَى أَهْلِهَا وَإِذَا حَكَمْتُم بَيْنَ النَّاسِ أَن تَحْكُمُوا بِالْعَدْلِ إِنَّ اللَّهَ نِعِمَّا يَعِظُكُم بِهِ إِنَّ اللَّهَ كَانَ سَمِيعًا بَصِيرًا
     «Иннә-ллааһа йәьмүрукүм әң тү'әддүл-әмәәнәәти иләә әһлиһәә үә иҙәә хәкәмтүм бәйнә-ннәәси әң тәхкүмүү билғәдли иннә-ллааһа ниғиммәә йәғиҙу-күм биһии иннә-ллааһа кәәнә сәмииғәм-басыиираа».
     "Ысынында, Аллаһ һеҙгә аманаттарҙы эйәһенә ҡайтарырға ҡуша, әгәр ҙә кешеләр араһын хөкөм итһәгеҙ, ғәҙеллекте һаҡлап хөкөм итергә әмер итә" (Ниса – 4/58).
     Етәксе кешегә бирелгән аманат — ҡул аҫтында эшләүсе кешеләргә ҡарата ғәҙел булыу, уларҙың хоҡуҡтарын үтәү. Был вазифа бик тә яуаплы булғанға күрә, етәксе кешенән Аллаһ Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә уның тураһында һораясаҡ һәм тейешле язаһын бирәсәк.
     Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ әйткән: «Һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм һәр берегеҙ үҙ көтөүе өсөн яуаплы. Ир кеше — үҙ ғаиләһендә көтөүсе һәм ул үҙ ҡарамағында булған ғәилә ағзалары өсөн хисап тота. Ҡатын-ҡыҙҙа үҙ иренең өйөндә көтөүсе һәм ул да үҙ ҡарамағында булған нәмәләр өсөн яуаплы» (Бохари, Мөслим хәҙистәр йыйынтығы).
     Яуаплылығы ҙур булғанға күрә, Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ етәксе булырға ынтылмаҫҡа ҡушты. Бер ваҡыт Әбү Зәрр исемле сәхәбә Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ: «Мине бер ҡаланың етәксеһе итеп ҡуй әле!»- тине. Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ уның елкәһенә ҡулы менән ҡағылып: «Эй, Әбү Зәрр, дөрөҫөн әйткәндә, һин был эште булдыра алмайһың. Ә был эш — ул аманат. Ҡиәмәт көнөндә аманатты үтәмәгән кешеләргә ҡайғы һәм үкенес буласаҡ...« (Мөслим, хәҙистәр йыйынтығы).
     Тағын бер хәҙистә: «Берәүгә халыҡ эшенә баш булыуға ҡарағанда, Етегән йондоҙынан ергә йығылып төшөүе артыҡ». Йәғни, халыҡ эшен башҡарыуға ҡарағанда әллә ниндәй ауырлыҡтар ҙа еңел һанала. Ғүмәр хәлифә булған ваҡытта халыҡ үҙенән һуң улын да халыҡҡа итеп етәксе итеп ҡалдырыуҙы үтенгәс, Ғүмәр хәҙрәт: «Бер өйҙән бер ҡорбан етәр», – тигән. Йәғни, халыҡҡа баш булыу, үҙ-үҙеңде һуйыу, тимәк.
     Рәхимһеҙ етәкселәргә дөрөҫ һүҙ әйтеү ихласлыҡтың бер күренеше тип уйлаһаҡ, беҙ хаҡлы булырбыҙмы? – Ошо ғәмәл кешенең ихласлығын, иман ҡеүәтен һәм ҡыйыулығын күрһәтә. Быны бөтөн кеше лә эшләй алмай. Сөнки кеше ғәҙелһеҙ, ҡаты етәксегә хаҡ, дөрөҫ һүҙҙе әйтеп, эшен юғалтырға, йәки берәр зыян күрергә мөмкин. Башҡорт халҡында шундай мәҡәл бар: «Тура әйткән туғанына ярамаған». Әгәр ҙә кеше ошо ғәмәлде ихластан, йәғни Аллаһтан әжер-сауаб өмөт итеп эшләһә, ул ысын мәғәнәһендә иманлы кеше була. Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ әйткән: «Әгәр ҙә һеҙҙең берегеҙ насар ғәмәлдәр ҡылынғанын күрһә, уны ҡулы менән туҡтатһын. Әгәр ҙә ҡулы менән туҡтата алмаһа, теле менән туҡтатһын. Әгәр ҙә ул был да эшләй алмаһа, күңеле менән шуға риза булмаһын. Был имандың зәғиф дәрәжәһе» (Мөслим хәҙистәр йыйынтығы).
     Шулай уҡ ғәҙелһеҙ етәксегә дөрөҫ һүҙҙе әйткән кеше Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә алдында оло дәрәжәгә өлгәшә. Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ әйтә: «Аллаһ юлында иң ҙур һуғыш – ул ғәҙел кешенең халҡын йәберләүсе етәксегә әйткән хаҡ һүҙе » (Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығы).
     Икенсе хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ шулай тип әйт: «Дин юлында һәләк булған кешеләрҙең Ҡиәмәт көнөндә иң абруйлыһы Хәмзә ибн Ғабдул-Мотталиб һәм рәхимһеҙ етәксе ҡаршына баҫып, уны насар ғәмәлдәрҙән туҡтарға һәм яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға өндәгән өсөн язаға тартылған бер кеше була» (Хәким хәҙистәр йыйынтығы).
     Түрә менән имам араһында ниндәй айырма бар? Өҫтән указ менән ҡуйылған түрә хөкүмәт эше менән булыша, ә имам шәриғәт – дин эше менән. Түрәнән айырмалы имам халыҡ тарафынан һайланып ҡуйыла. Мулла – уҡымышлы кеше, ғилем эйәһе тигән һүҙ, ә имам – алда тороусы, эйәртеп барыусы. Был исемдәрҙе аҡлау өсөн күп уҡырға, күп белергә кәрәк.
     Бөгөнгө көндәрҙә түрәләр дин эштәренә ҡыҫылып үҙәренең наҙанлыҡтарын күрһәтеп, имамдарҙы көсләп кемгәлер буйһынырға маташтыралар. Шәриғәт ҡанундарынан ситкә тайпылдырырға тырышҡан әҙәмдәргә башлы имамдар баш эймәҫ һәм үҙ йәмғиәтен аҙаштырмаҫ.
     Әле халыҡҡа ҡаршы сығып, үҙ имамдарын ауылдарға көсләп тығып, мәсеттәрҙе баҫып алып йөрөгәндәр беҙҙән түгел. Баҫҡынсыларҙы ябай тел менән әйткәндә бандиттар тип әйтһәңдә яңылыш булмаҫ. Ауыл халҡының – ололарҙың, әбей-бабайҙарҙың рәнйешен һәм ҡарғышын алған был әҙәмдәр иблис ярҙамсылары. Уларға булышҡан түрәләр үҙ халҡын һатҡан бәндәләр булып сыға.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәс-сәләм әйткән: «Мәң фәрриҡа фәләйсә миннә», йәғни «Бер кеше халыҡтар йәки өммәт араһын айырһа, дошманлыҡ үә бүленеү һалһа, ул кеше беҙҙән түгел».
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                                                         يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا أَطِيعُوا اللَّهَ وَأَطِيعُوا الرَّسُولَ وَأُولِي الْأَمْرِ مِنكُمْ
      «Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү әтыииғү-ллааһа үә әтыииғү—ррасүүлә үә үлиләмри миңкүм...».
     «Эй, иман килтереүселәр! Аллаһҡа, унан һуң Уның рәсүленә, һуңынан үҙегеҙҙең арағыҙҙан һайлап ҡуйылғандарға («улил әмри минкум») йәғни имамдарығыҙға итәғәт итегеҙ», — ти. Ниса 4/59.
     Беҙ был аяттан үҙебеҙгә башлыҡтарҙы һайлап ҡуйырға һәм уларға итәғәт ҡылырға кәрәклекте аңлайбыҙ. Әгәр халыҡҡа имам кәрәкмәһә, Аллаһ Үҙенең Китабы булған Ҡөрьәндә һүҙ ҡуҙғатып тормаҫ ине. Ислам ғалимдәре “Ән- Ниса” (“Ҡатындар”) сүрәһенең 59 нсы аятын имамдарҙы һайлап ҡуйыу тейешле, вәжеб икәнлеген аңлатыусы аят тип һанайҙар. Дәлил булыусы тағын башҡа аяттар ҙа Аллаһының Ҡөрьәнендә бар. Миҫал өсөн, “Әл-Маидә” сүрәһенең 49 нсы, 83 нсе аяттары.
     Ибн Хәзем тигән донъяға танылған бик мәшһүр ғалим әйткән: “Донъялағы бөтә дини ғалимдәр: “Имамдың халыҡ араһында һайланып ҡуйылыуы вәжеб”, — тигәндәр”. Ысынында, имамы булмаған халыҡ боҙола, имамһыҙ халыҡ тарҡала — йәмәғәт булып берләшә алмай. Имамы булмаған халыҡ диндән биҙә, гонаһҡа бата, улар араһында ыҙғыш-талаш һам төрлө ғауғалар, фетнәләр килеп сығып ҡан да ҡойола. Әгәр һайланған имам булһа, халыҡҡа тейешле юнәлеш биреп, матур итеп Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә өйрәтәсәк, иншаАллаһ. Имамдың халыҡ араһында кәрәклеген аңлатыусы дәлилдәр ҙә бар.
     Дәлилдәр шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәләмдең хәҙистәрендә лә етерлек.
     »Кем дә кем имамы булмаған хәлдә донъяны ҡуйһа, ул кеше жәһилийәттәге мөшриктәр шикелле үлеп китә" — тигән.
     Хәҙистәрҙә имамлыҡҡа йәки түрәлеккә ынтылған кешеләргә ошолай әйтелә:
                                                                                                            .إِنَّا لَنْ نَسْتَعْمِلَ عَلَى عَمَلِنَا مَنْ أَرَادَهُ .
     «Беҙ үҙе теләк белдергән кешене беҙҙең эштәргә баш итеп ҡуймайбыҙ».
     «Бер кешенең үҙе түрә булам тип йән талашып йөрөүе Исламда әҙәпһеҙлек һанала».
                                                                                           اَللَّهُمَّ مَنْ وَلِيَ مِنْ أَمْرِ أُمَّتِي شَيْئًا فَشَقَّ عَلَيْهِمْ فَاشْقُقْ
                                                                                         عَلَيْهِ وَ مَنْ وَلِيَ مِنْ أَمْرِ أُمَّتِي شَيْئًا فَرَفَقَ بِهِمْ فَارْفُقْ بِهِ .
     «Эй, Раббым! Өммәтемдең берәр эшенә түрә булған кеше әгәр улар менән ҡаты мөғәмәлә ҡылһа, Һин дә уға ҡарата ҡаты бул. Дәхи өммәтемдең берәр эшенә түрә булған кеше улар белән йомшаҡлыҡ менән мөғәмәлә ҡылһа, Һин дә уға ҡарата йомшаҡ бул».
     "Йә Раббым, тәүфиҡһыҙҙарға тәүфиҡ бир" тип, имамдарыбыҙҙы тура юлдан яҙҙырма, үҙ халҡына битарафлыҡ күрһәтеп яҙыҡ юлға баҫҡан түрә һәм ил башлыҡтарын ғәҙел, тура юлға күндер тип, милләтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы упҡынға илтә торған яман ғәҙәттәрҙән арындыр, үҙ халҡының ҡануни мәнфәғәттәрен бер аҙым да артҡа сигенмәй яҡларға, ирешелгән уңыштарҙы күҙ ҡаралары кеүек һаҡларға, үҙҙәренә күрһәтелгән ышанысты тулыһы менән аҡларға тейешле түрәләрҙең ҡурҡаҡлығы, ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында илебеҙҙе бөлдөрмә, әсә телебеҙҙе һәм туған еребеҙҙе яҡларға насип ит. Әмин.