Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

 башкирка

                    Яулыҡ? Хиджап? Әллә баш кейемеме?

   Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына ҡағылышлы яулыҡ һәм хиджап тураһында бәхәстәр халҡыбыҙ араһында әленән-әле ҡалҡып сығып тора. Бер яҡтан, башҡорт булараҡ, беҙгә хиджап нимәгә кәрәк ул, үҙебеҙсә яулыҡ ябынайыҡ, тиҙәр, икенселәре хиджап яҡлы, өсөнсөләре яланбаш йөрөйөк, тиҙәр. Хиджап — ул ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарының баш һәм өҫ кейеме, Көнбайыш Европала уны баш ябыуы тиҙәр. Яулыҡ тип беҙҙең яҡта әйтәләр. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙын башы ла, кәүҙәһе лә, битенән һәм ҡул суҡтарын тыш, ябыҡ булырға тейеш.

   Ислам динендә генә баш һәм тән ҡаплаулы булырға тейеш, тип уйламағыҙ, шул уҡ талап христиан һәм иврит диндәрендә лә бар. Өҫ-баштағы кейемдәргә килгәндә, улар сусҡа тиреһенән булыуы тыйыла, шул ғына. Төҫтәренә килгәндә, ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшатып ҡыҙыл төҫтән йә ебәктән кейергә ярамай. Шулай уҡ һүрәтле кейемдәрҙә йөрөү ҙә гонаһлы. Яланбаш йөрөйһөгөҙ икән – үҙегеҙгә ҙур гонаһ алағыҙ, иманығыҙ кимәле түбән икәнен күрһәтә. Иман – Аллаһ Тәғәләгә ышаныу булғас, ни эшләп ҡушҡандарына бармаҡ аша ҡарарға?

   Ғәрәптәргә оҡшатып кейенеү кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: ғәрәп халҡының башҡа халыҡтарҙан өҫтөнлөгө юҡ тип. Кейенегеҙ һәм ябынығыҙ хәҙерге стилдә, тик шәриғәт ҡушҡан сиктән сыҡмағыҙ. Шәриғәт сиге — Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан сик. Сиктән сығаһығыҙ икән, гонаһ һеҙҙеке – үҙегеҙгә ошо ғүмерҙә лә һәм әхирәттә лә яза килеүен көтөгөҙ.

Ҡатын-ҡыҙ кейеменә ниндәй шарттар бар?
1. Ҡул һәм биттән башҡа ерҙе ҡапларға тейеш.
2. Ул кейем күҙҙәрҙе йәлеп итә торған зиннәтле кейем булмаһын.
3. Йоҡа ғына булып, үтә күренә торған булмаһын.
4. Иркен һәм киң булһын, тәнгә һылашып тормаһын.
5. Кейемде хушбуйҙар менән хушландырмағыҙ.
6. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙын кейеме ирҙәр кейеменә һәм кафыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә оҡшарға тейеш түгел.
8. Шөһрәт кейеме булырға тейеш түгел.

   Бына ошондай шарттар. Ә инде кем дә кем ошо сиктәрҙән сығып, үҙенсә ҡылана икән, хушбуйҙар һөртөнөп, ирҙәр күҙенә салына икән, шул зинасы ҡатын менән бер тиң тип әйтелә.

   Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығына түгел, уның эске донъяһының гүзәллегенә һәм камиллығына әһәмиәт бирелә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың асылы — әхлаҡи сафлыҡта, оялыу хисендә һәм динле, ғиффәтле булыуындалыр. Ғиффәтле ҡатын-ҡыҙҙың башы өҫтөндә таж булһа, ғиффәтһеҙе аяҡ аҫтындағы сепрәккә әйләнә түгелме?
   Ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығы тураһында тик йәннәткә инәсәк ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ғына һүҙ бара: “Әгәр әлеге донъялағы кешеләр хур ҡыҙҙарын күрһә, уларһың матурлығынан күҙҙәре ҡояштан сағылғандай иреп төшөр ине. Әммә уларҙан артыҡ иң һөйкөмлөһө, иң матуры һәм иң гүзәле үҙҙәренең был донъялағы никахланған ҡатындары булыр".

   Мосолман динебеҙ ҡатын-ҡыҙҙың тыумыштан килеүсе йөҙ-ҡиәфәтен, тәбиғи сафлығын һаҡлауҙы талап итә, ысын матурлыҡты әхлаҡта, ғаилә тоғролоғонда күрә. Буяныу-биҙәнеү иһә рия, ике йөҙлөлөк ғәләмәте һанала.

   Бер хәҙистә әйтелгән: “ Аллаһ һеҙҙең йөҙөгөҙгә, тышҡы ҡиәфәтегеҙгә ҡарамаҫ. Эске донъяғыҙға, йәғни йөрәгегеҙгә һәм ғәмәлдәрегеҙгә ҡарар. Шулай булғас, иң элек йөрәгеҙҙе, күңелегеҙҙе паклағыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе матурлағыҙ, тышҡы матурлыҡҡа артыҡ иғтибар итмәгеҙ”.

   Имам Ғәли әфәндебеҙ һүҙҙәренән:
— Кейем-һалым, матди мөмкинлек һәм тышҡы гүзәллек менән барлыҡҡа килгән матурлыҡ матурлыҡ түгел. Ысын матурлыҡ – әхлаҡ һәм ғәмәл матурлығылыр.

   Әхлаҡ, тыйнаҡлыҡ, үҙ-үҙенде әҙәпле тотоу кеүек сифаттар менән биҙәлгән кешеләрҙең матурлығы ололайғас та бөтмәй. Улар беҙгә үрнәк.

   Уйлап ҡарағыҙ: йәш ваҡытта төҫ-ҡиәфәт ниндәй генә матур һәм һоҡландырғыс булмаһын, ғүмер уҙыу менән, ул юҡҡа сыға. Әгәр кеше үҙенең баһаһын бары тик сибәрлектә генә күрә икән, ҡартайғас, ул үҙен ҡәҙерһеҙ бер кеше итеп һанай башлай, шул рәүешле рухи ҡәнәғәтһеҙлек кисерә.

   Әле, беҙҙең йәмғиәттә, ике-өс бөртөк ала-сыбар сәстәрен һары-ҡыҙыл төҫкә буяп, тар салбарҙар кейеп йөрөгән инәйҙәребеҙ әхлаҡлымы? Шул уҡ ғәмәлһеҙ аҡ инәйҙәр әҙәплеме? Йәки, күҙ уйнатып, һәр бер иргә ҡараған ҡатын йүнлеме?

   Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Ярым яланғас кеше иғтибарын йәлеп итергә теләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға йәннәт булмаҫ, тормошо бәхет-уңышһыҙ булыр...”.

   Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ беҙҙең балаларыбыҙҙың әсәләре булараҡ, уларҙың тәрбиәсе булараҡ ошо мосолман дине әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәһә ине. Балаларыбыҙға ни үрнәк? Насар ғәҙәттәр күрһәтеп, әҙәпле балалар булырын көтәйекме?

   Улар хәҙер, ана беҙҙең халыҡ элек яланбаш йөрөгән тип яр һала. Аптырап китәһең хатта. Беҙҙең өләсәйҙәрҙең, әсәйҙәрҙең башынан яулыҡ төшмәй торғайны. Былары, беҙҙең тарихта башҡорттар яланбаш булған, тип оран һалалар. Беҙҙең бер оло йәштәге бер остаз дәрестә атаһы хаҡында һөйләгәйне: башындағы түбәтәйен алмаштырғанда, бер түбәтәйен бер ҡулы менән шылдыра барып, артынан икенсеһен икенсе ҡулы менән шылдырып, башындағы түбәһен күрһәтмәй кейә торғайны тип. Бына ҡайҙа ул иман!

   Түбәтәйгә килгәндә: ул баш кейеме генә, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәткә ингән, теләһәң төлкө тиреһенән ҡамсат бүрек кейеп намаҙ уҡы. Яланбаш дин ғәмәлдәрен башҡарабыҙ икән (ирҙәр) – сөннәтте үтәмәйбеҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейеменә килгәндә: ирҙәрҙең күңелен, тәртипле кейенеп, ябынып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар тарта. Бәлки, был уларҙың ошо ҡатын-ҡыҙҙарҙа әҙәп, иман сафлығы, тыйнаҡлыҡ һәм ғаилә именлеге күреүендәлер. Ә яланбаш, яланғас, буянып алғандарҙа әхлағы түбән төшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ғына күрәбеҙ. Улар, меҫкендәр, ошо социаль йәмғиәткә яраҡлашып йәшәргә тейешбеҙ, тип уйлайҙарҙыр. Сөнки халҡыбыҙҙың күңеленә ялған тормош программаһы һалынған тиергә була. Был нәфсе артынан ҡыуыу, көнсөллөк, донъялыҡта ярышыу һәм башҡаһы.

   Аллаһ Тәғәлә ир кешегә бер нәфсе, ә ҡатын-ҡыҙҙарға туғыҙ нәфсе биргән бит. Нәфсе шайтандан. Нәфсегә бирелгән – оятын юғалтҡан.
   Иман менән оятһыҙлыҡ йәнәшә булмаҫ. Донъя баҫыуына бирелеп, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарынан, тыйылғандарынан тайпылыу ҙур гонаһ булыр. Динебеҙ әҙәбе әлеге шул кейемдән башлана.

   Динебеҙ буйынса ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме тураһындағы әһәмиәтте пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд һәм уның ҡатыны Хәҙисә араһындағы булған тарихтан беләбеҙ. Тәүге Ҡөръән аяттары Джәбраил фәрештә аша пәйғәмбәребеҙгә төшкәс, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ашығып өйөнә ҡайта ла ҡатынына: “ Миңә күктән аяттар төштө, Аллаһынанмы, әллә Иблистәнме? Мин белмәйем, әле бына бер зат эргәбеҙҙә тора” тигән. Ҡатыны Хәҙисә: “Хәҙер беләбеҙ, кем икәнен: мин баш япмамды сисәм, әгәр фәрештә булһа, сығып китер, әгәр шайтан булһа, ҡалыр. Башынан яулығын сискәс, фәрештә сығып китә. Бына ошо миҫалдан ниндәй ғәләмәт: динебеҙгә тоғро кешеләрҙе һаҡсы фәрештәләр уратып алыр, улар иманлы кешегә маҡтау, тәсбих, доға ҡылып торорҙар. Ә яланбаш йөрөгәндәрҙең юлдашы шайтан, күңеленә гел ҡотҡо һалыр.

   «Эй әҙәм балалары! — ти Ҡөрьән. — Кешеләргә күрһәтеп бармаған, күрһәтергә тейеш булмаған ерҙәрегеҙҙе ҡаплар өсөн, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөү өсөн дә Беҙ һеҙгә кейемдәр бирҙек. Кейемдең иң яҡшыһы — тәҡүәлек һәм әҙәп кейеме...»

   «Эй, әҙәм балалары! Ата-әсәгеҙҙе йәннәттән ҡыуҙырыу өсөн бына ошо тәҡүәлек, күндәмлек кейемдәрен һалдырып, шайтан уларға үҙҙәренең яланғас булыуын күрһәтеп бирҙе, һеҙҙе лә ул шулай алдамаһын. Шайтан да, уның дуҫтары ла һеҙҙе күреп тора, һеҙ генә уларҙы күрмәйһегеҙ. Иблисте Беҙ иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек».
                                                                                                  “Әл – Әғраф” (Кәртәләр) сүрәһе, 26—27-се аяттар.

   Аллаһ Тәғәлә әйткән бит: “Кем тура юлдан яҙырға теләй, яҙҙырырмын; кем тура юлдан барырға теләй тура юлға баҫтырырмын”- тип. Иманлы булырға теләһәгеҙ – һеҙҙең ихтыярығыҙҙа. Ошо донъяға һынау үтәргә килгәнебеҙҙе онотмайыҡ. Шөкөр итәйек.

   Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим китабындағы аятында: «Эй, пәйғәмбәр! Үҙ ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм иман килтергән кешеләрҙең ҡатын-ҡыҙҙарына әйт: улар бөркәнсектәрен өҫтәренә япһын. Был уларҙы танымауға һәм кәмһетелмәүгә яҡшыраҡ. Аллаһ — Ярлыҡаусы, Шәфҡәтле!». («Фирҡәләр» сүрәһе, 33:59 аят).

   Аллаһының ошо изге аяттары кемгә ҡарата әйтелгән? Әй, ҡатын-ҡыҙҙар!

   Шулай уҡ Ҡөрьән китабында: «Һәм иман килтергән ҡатындарға әйт: улар күҙҙәрен йомһондар, һәм оят ерҙәрен һаҡлаһындар, һәм күренеп торғандарынан башҡа үҙҙәренең биҙәктәрен күрһәтмәһендәр, түштәрендәге уйымдарына бөркәнсектәрен ҡаплаһындар, һәм үҙҙәренең ирҙәренән, йәки аталарынан, йәки ҡайныларынан, йәки улдарынан, йәки ирҙәренең улдарынан, йәки ир туғандарынан, йәки ир туғандарының улдарынан, йәки ҡыҙ туғандарының улдарынан, йәки үҙ тирәһендәге ҡатындарынан, йәки үҙҙәренең уң ҡулдары биләгәндән, йәки енси теләге булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, йәки ҡатындарҙың шәрәлеген аңламаған ир сабыйҙарҙан башҡаларға биҙәктәрен күрһәтмәһендәр! Һәм ниндәй биҙәктәрен йәшергәнен белдереү өсөн аяҡтары менән типмәһендәр! Әй, иман килтереп инаныусылар! Барығыҙ, Аллаһҡа тәүбә ҡылығыҙ! Ҡурҡыныстарҙан ҡотолоп, мораҙығыҙға (йәннәткә) ирешерһегеҙ» — тиелгән. («Нур» 24 сүрә, 24:31 аят).

   Нәсихәт биреп, тағы ла әйтә Ул: «Эҫенән һаҡлар өсөн дә, нәфсе аҙғынлығынан һәм бер-берегеҙҙең яуызлығынан һаҡлар өсөн дә Беҙ һеҙгә кейемдәр бирҙек», — ти.
                                                                                                             «Ән-Нәхл» (Бал ҡорттары) сүрәһе, 81-се аят.

   Яланбаш һәм яланғас ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙен нәфсеһен ярһыта түгелме? Хәҙерге йәмғиәттә аҙғынлыҡтын артыуына нимә сәбәп?

   Бер көн пәйғәмбәребеҙ янына Әбү Бәкр ҡыҙы Әсмә килеп инде һәм ул өҫтөнә йоҡа ғына әйбер кейгән ине. Пәйғәмбәребеҙ башын ситкә борҙо ла: «Эй, Әсмә! Әгәр ҡыҙ күремгә тиклем үҫеп етһә, уның ошо һәм ошо ерҙәренән (пәйғәмбәр йөҙө менән беләҙек һөйәктәренә ишара итте) башҡаһы күренергә тейеш түгел», — тине. (ӘбүДәүд, Әл-Бәйһәҡи риүәйәт иттеләр).

   Тимәк, пәйғәмбәрҙең ошо әйтеүенән сығып, бәлиғ булған ҡыҙҙар йөҙҙәре менән устарынан башҡа тәндәрен күрһәтергә тейеш түгел. Был — диндең өҫтәмә, хуп күрелгән генә төшөнсәһе түгел, ә фарыз, йәғни мотлаҡ эшләнә һәм үтәлергә тейешле ғәмәле. Шулай булғас, баш кейеме ябынмаған ҡатын-ҡыҙ гонаһҡа керә.

   Тағын бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Әгәр ҡатын үҙ иренең өйөнән башҡа берәй ерҙә кейемен һалһа, ул Аллаһ Тәғәлә менән уҙ араһында булған пәрҙәне йыртыр». (Имам Әхмәт, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Йәғни, был ҡатын үҙ намыҫын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр һәм Аллаһ Тәғәләнең һаҡлауынан мәхрүм ҡалыр.

   «Раббыңды олола, кейемеңде бөхтә итеп тот, нәжестәрҙән һаҡлан», — ти ул үҙенең илсеһенә.
                                                                                                   «Әл-Мудәссир» (Бөркәнгән кеше) сүрәһе, 3-4-се аяттар.

   Ибн Ғаббастан ҡалған бер риүәйәттә уның ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшап кейенгән ирҙәргә, ирҙәргә оҡшатып кейенгән ҡатындарға бик тә асыулы булыуы тураһында һүҙ бара. Ундайҙарҙы өйҙәрегеҙгә индермәгеҙ, ҡыуып ебәрегеҙ, тигән ул. Шуның өсөн дә мосолман илдәрендә ирҙәрсә кейенеп йөрөү ҙә, ярым шәрә ҡалыу ҙа булмаған. Был әҙәпһеҙлектең дә әҙәпһеҙлеге булып һаналған.

   Аятта әйтелә: «Эй, Мөхәммәд! Мосолман ирҙәрҙе кешенең күрергә ярамаған ерҙәренә ҡарамаҫҡа өйрәт, намыҫ паклығын һаҡларға кәрәклеге тураһында аңлат. Шулай эшләү — әҙәп. Уларҙың нишләп йөрөгәнен Аллаһ белеп тора. Был — хаҡ.

   Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла әйт: ярамаған ерҙәргә ҡарауҙан тыйылһындар, ғиффәтле булыуҙарын һаҡлаһындар, бит менән ҡулдарҙан башҡа ерҙәрен күрһәтмәһендәр. Ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалып йөрөмәһендәр. Был уларҙың үҙҙәре өсөн файҙалы», — ти.

   «Бер ваҡыт Аллаһ илсеһе менән бергә өйҙә ултыра инек, — тип хәтерләр булған Өммө Сәләмә. — Арабыҙҙа пәйғәмбәрҙең икенсе ҡатыны Мәймүнә лә бар ине, ике күҙе лә бөтөнләй күрмәгән Өммө Мәктүм тигән ирҙең килгәнен күреп ҡалдыҡ. Пәйғәмбәребеҙ шул ваҡыт бөтә ғаилә ағзаларына шаршау артына инеп торорға ҡушты.

   — Эй, Аллаһ илсеһе! Ул бит тома һуҡыр — беҙҙе бөтөнләй күрмәй, — тиҙәр ҡатындар.

   — Әллә һеҙ үҙегеҙ ҙә һуҡырмы, уны үҙегеҙ күрмәйһегеҙме? — тине пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, Аллаһ бойорғандарҙы үтәүҙә бер ниндәй сиктәр булмауын белдереп.

   Аңлашыламы? Сит ирҙәр күҙенә салынып бармағыҙ тигән мәғәнәлә бит. Элек ҡатын-ҡыҙҙар сит ирҙәрҙән ситләшә торғайны, хәҙер ауыҙҙарына инеп баралар. Әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен боҙоп, түбәнәйәбеҙ түгелме?
Аллаһ Тәғәлә боҙоҡлоҡтарҙан һаҡланып, тәҡүәле булыуҙы, яманлыҡтан ҡурсалаусы тәҡүәлек кейемен дә лә булығыҙ, тип өйрәтә Ҡөрьән аяттарында.

   «Кем дә булһа берәү, донъя кейемдәренең иң яҡшыларын ғына кейеп йөрөргә мөмкинлеге була тороп та, Аллаһ алдында күндәмлек күрһәтеү өсөн тип, үҙенең ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәренән баш тарта белһә, Аллаһ уға үҙенең бөтә яралтылмыштары алдында иман күлдәгенең үҙе теләгәнен һайлап алыу мөмкинлеге бирер», — тигән пәйғәмбәр.

   «Тәҡүәлектең мәғәнәһе — тәрән, — тип өйрәткән беҙҙең бабайҙар. — Ислам алып килгән бөтә нәмә — иман һәм уның бик күп төрлө тармаҡтары, ғибәҙәт, бәндәләр араһындағы игелекле мөнәсәбәт менән әҙәп, әхлаҡ — бөтәһе лә — тәҡүәлек».

   «Тәҡүәлек ул йөҙҙәрегеҙҙе Көнсығышҡа йәки Көнбайышҡа ҡаратып ғибәҙәт ҡылыу ғына түгел. Юҡ. Тәҡүәлек — ул Аллаһуға, Ахирәт көнөнә, Аллаһтың фәрештәләренә, Китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә инаныу. Малға булған һөйөүең ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, яҡындарыңа, ҡәрҙәштәреңә, етемдәргә, фәҡирҙәргә, юлда йөрөгән мосафирҙарға, хәйер һорап йөрөр хәлгә төшкәндәргә һәм ҡолдарға ҡәҙерле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ уҡыу, зәкәт түләү, вәғәҙәлә тороу, мохтажлыҡтар, хәүеф-хәтәрҙәр килгәндә сабыр итә белеү — ана шундайҙар тәҡүә, шундайҙар ғәҙел кешеләр».
                                                                                     « Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 177-се аят.

   Ошо өҫтәге хәҙистәр һәм Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән Кәрим аяттарынан сығып беҙ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ошо әйтелгән баш һәм тән өлөштәрен кейем менән ҡапларға тигәнде аңланыҡ. Шулаймы? Тимәк, яулыҡ һәм өҫ кейеме тураһында бәхәстәр булырға тейешме? Юҡ! Кем ошо Аллаһының аяттарына ҡаршы? Кемдең үҙенсә фекер йөрөтөп, унда ярамай, бында ярамай, беҙҙекеләр шәриғәткә ярашлы кейенмәгән тип әйтә ала? Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығып халыҡ араһында боҙоҡлоҡ индерергә, фетнә эшләргә кемдең көсө етер? Кем Аллаһ аяттарынан кәмселек тапты? Кем Аллаһ Тәғәлә әйткәндәрҙе төҙәтергә теләй? Көфөрлөккә төшөп, кафыр булып кем тамуҡты теләй? Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡығыҙ, телегеҙҙе һәм йәнегеҙҙе тамуҡ утынан һаҡлағыҙ.

   Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала тәүфиҡ-һиҙәйәт бирһен, иманыбыҙҙы нығытып, тәүбәбеҙҙе ҡабул итеп, тоғро юлдан яҙҙырмаһын. Әлеге донъябыҙҙа беҙ Аллаһ Тәғәләнең 100 проценттан бер процентын айырып алып, шуны тағы ла йөҙгә бүленгәндән ҡалған бер өлөшө рәхмәтендә йәшәйбеҙ бит. Йәннәттә, Инша Аллаһ бар булған рәхмәтендә йәшәргә насип итһен.