Мосолман ҡатын-ҡыҙ кейеме

   Мосолман ҡатын-ҡыҙ, кейер кейем һайлағанда, төрлө факттарҙы күҙҙә тоторға тейеш: йәшәгән иленең климаты ниндәй, илдең ғөрөф-ғәҙәте, традициялары, шәхси зауығың ниндәй, бөгөнгө көндә ниндәй мода өҫтөнлөк итә... Мода, тигәндә, ҡатын-ҡыҙ кейеменең ниндәйҙәре Ислам талаптарына яуап бирмәгәнлеген аныҡ ҡына белеү кәрәк.
                               Исламда ҡатын-ҡыҙ кейеменә шундай талап ҡуйыла:
   1. Яулыҡ, баш кейеме ҡатын-ҡыҙҙың сәстәрен тулыһынса ҡапларға тейеш. Сөнки сәс — ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл биҙәге. Ә ҡатын-ҡыҙ үҙенең гүзәллеген теләһә кемгә күрһәтеүҙән тыйылырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө асыҡ була ала, шулай уҡ ҡулы яурындан алып беләҙегенә тиклем ҡапланырға тейеш. Фәҡәт ҡул һырты, устары күренеп тороуы еткән.
Ҡатын-ҡыҙ ҡолаҡтарын, ҡолағындағы һырғаларын, муйынын, яурындарын, иҙеүен ҡаплап, ят күҙгә күрһәтмәҫкә бурыслы.
   Күлдәктәренең (юбкаларының) итәге оҙон булырға һәм аяҡтарының шайтан ашығына ҡәҙәр төшөп торорлоҡ булыуы шарт.


   2. Кейемдең үтә сағыулығы, үтә затлылығы менән ирҙәрҙең иғтибарын шул кейемдең эйәһе булған ҡатын-ҡыҙға йәлеп итеүҙән һаҡланырға кәрәк. Баҙыҡ төҫлө, сағыу биҙәкле күлдәкте кейеү бөтөнләй ярамай тигән талап юҡ. Ундай матур, сағыу кейемде өйҙә кейергә, иренең иғтибарын йәлеп итер, уны һоҡландырыр өсөн, әлбиттә, бик тә ярай.
   3. Кейем беше туҡыманан тегелергә һәм үтә күренеүҙән азат булырға тейеш.
   4. Кейем тәнгә һылашып тормаҫҡа тейеш. Тәнгә һылашҡан кейем ҡатын-ҡыҙҙың тәненең (кәүҙәһенең) күркәмлеген ят күҙгә күрһәтеп торасаҡ. Ят ир-атты ҡыҙыҡтырасаҡ. Был иһә динебеҙ ҡанундарына тап килмәй.
   5. Кейемгә парфюмерия еҫе һеңгән булмаһын.
   6. Ҡатын-ҡыҙҙың кейемен ир-аттыҡына оҡшашлыҡтан һаҡлау кәрәк.
   7. Тегелеше буйынса ла, биҙәлеше, төҫө менән дә иғтибарҙы йәлеп итерлек булмаҫҡа тейеш мосолман ҡатын-ҡыҙының кейеме. Был йәһәттән ҡарағанда, Европа илдәрендәге (шул иҫәптән Рәсәйҙәге) мосолман ҡатын-ҡыҙҙар мосолман илдәрендәге ҡатын-ҡыҙҙың «экзотик» кейемен кейеп, бүтәндәрҙән айырылып, иғтибарҙы йәлеп итеүҙән һаҡ булырға тейеш.
   Мосолман ҡатын-ҡыҙ, ниндәй кейем тектерергә, нисек кейенергә тигән мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, йәшәү рәүешен дә иҫтә тоторға бурыслы. Ғәрәп илдәрендәге мосолман ҡатын-ҡыҙ кейгән кейем, әйтәйек, Рәсәйҙәге мосолман ҡатын-ҡыҙға ҡулай түгел. Ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙары йорт мәшәҡәттәре, балалар тәрбиәләү хәстәрҙәре менән мәшғүл. Ә инде Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары йортто, ғаиләне ҡарау менән бергә ҡайҙалыр эшләй. Уның кейеме, әлбиттә, ғәүрәтен ҡапларға тейеш. Әммә, бүтәндәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, хатта тирә-йүндәгеләрҙе ғәжәпләндереп, биҙҙереп торорлоҡ булмауы хәйерле.
   Мосолман ҡатын-ҡыҙ мосолман түгел йәки динһеҙ ҡатын-ҡыҙ менән бер төрлө кейенергә тейеш түгел. Мосолман ҡатын-ҡыҙ иң беренсе нәүбәттә тәртибе, донъяға, йәмғиәткә, ғаиләгә күркәм мөнәсәбәте менән мосолманлығын, иманлылығын күрһәтергә тейеш. Йөҙөн бөркәп, бүтән ҡатын-ҡыҙҙы биҙҙерерлек яһанып-төҙәнгән, ә күңелендә иманлылығы самалы ҡатын-ҡыҙ мосолман ҡатын-ҡыҙға ихтирам, хөрмәтләү тойғоһон түгел, ә йәлләү, меҫкен тип күреү хистәрен генә уята. Был иһә шул ҡатын-ҡыҙҙың үҙенә лә, тотош динебеҙгә лә зыян ғына килтерә. Кейем һайлағанда, нисек кейенеү мәсьәләһе хаҡында уйланғанда, ҡатын-ҡыҙ ошоға ла иғтибар итергә тейеш.
   Дин ғалимдары әле булһа бер нәмә хаҡында бәхәсләшә. Мосолман ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһен ни кимәлдә ҡапларға тейеш? Шәфиғи менән Хәнбәли мәҙһәбенә ҡараған ғалимдар: «Ҡатын-ҡыҙ йөҙөн тотошлай йәшерергә, ят күҙҙәрҙән һаҡларға тейеш», — тип иҫәпләй. Мәлики мәҙһәбе ғалимдары иһә йөҙҙө, ҡулдың ҡул суғын (ҡулдың усын, һыртын, йоҙроҡлау мөмкин) өлөшөн ҡаплау кәрәкмәй, тип иҫәпләй. Беҙҙең мәҙһәб тап ошо ҡарашты яҡлай.
   Ҡайһы бер илдәрҙә ғәжәпләнеп шулай тиҙәр: «Мосолманса кейенгән ҡатын-ҡыҙ юрист, врач, администратор, журналист булып эшләй аламы ни?» Әммә мосолманса кейенгән (ғәүрәтен ҡаплаған) ҡатын-ҡыҙ эшлекле кеше, эш кешеһе, етәксе лә, бүтән төр вазифа атҡарыусы ла була ала.
   Иҙеүен асып, муйынын яланғасландырып, ҡыҫҡа итәкле кейем кейеп тәненең матурлығын сәсен йөрөгән ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда, баҫалҡы, әҙәпле ҡатын-ҡыҙға хөрмәт тә, ихтирам да ҙурыраҡ, бындай ҡатын-ҡыҙ абруйлыраҡ та күренә.
   Ныҡлап уйлап ҡараһаң, мосолманса кейенеү ҡатын-ҡыҙҙы һис кенә лә кәмһетмәй, киреһенсә, уны ҙурлай, ундай ҡатын-ҡыҙға ышаныс арта. Әҙәплелек, тыйнаҡлылыҡ, саманы белеү һис ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙы түбәнһеткәне йәки түбәнәйткәне юҡ.

                                                                    Башҡортса дини календарь. 2004 йыл