Зина – ҙур гонаһ

                                                                    Зина – ҙур гонаһ

     Исламда иң ҙур гонаһтарҙың береһе булып зина тора. Был гонаһлы ғәмәл әҙәм балаларын бик түбән дәрәжәгә төшөрә. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә былай ти: “Зина ҡылыу кеүек фәхеш эштәрҙең асыҡ эшләнә торғандарына ла, йәшерен эшләнә торғандарына ла яҡын бармағыҙ...” (“Әл-Исра” сүрәһе, 17:32)
     Был аятта оло һәм кесе зина тураһында һүҙ бара. Икеһенән дә йыраҡ булыу кәрәк (үбеү, ҡарау кеүек зиналарға яҡын килмәү).
    Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтеүенсә, ҡулдар, аяҡтар һәм күҙҙәр зина ҡыла алалар. Шуға күрә ҡарарға ярамай торған нәмәләргә күҙҙе йомоу, күрһәтергә ярамаған ағзаларҙы йәшереү кәрәк.
     Аллаһы Тәғәлә ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға хәрәм әйберҙәргә ҡарауҙан тыйған, ғәүрәттәребеҙҙе зинанан һаҡларға ҡушҡан.

     Юғары дәрәжәле бер сәхәбә былай тигән: “Зинанан йыраҡ булығыҙ, сөнки зина үҙе менән алты афәт алып килә: өсәүһе – был донъяла, һәм өсәүһе – әхирәттә. Донъялағы афәттәргә килгәндә, ризыҡтың тар булыуы, ғүмерҙең ҡыҫҡарыуы, йөҙҙөң ҡарайыуы. Әхирәт афәттәре ошолар: Аллаһтың асыуы, ҡаты һорау алыныуы һәм ахыр сиктә тамуҡҡа эләгеүе.
     Көндәрҙән бер көндө Муса ғәләйһиссәләм Аллаһынан һораған: “Йә Раббым, зина ҡылыусыға ниндәй яза булыр?” Шунда Аллаһы Тәғәлә әйткән: “Беҙ ҡиәмәт көнөндә зина ҡылыусыға махсус уттан яһалған күлдәк кейҙерербеҙ, шул күлдәктән хатта ҙур тауҙар ҙа туҙанға әйләнер”. Иблискә бер боҙоҡ фәхеш ҡатын-ҡыҙ мең боҙоҡ иргә ҡарағанда күпкә һөйкөмлөрәк. Сөнки бер боҙоҡ ҡатын меңдән артыҡ ирҙе аҙҙырырға мөмкин.
     Мөхәммәт салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Зина таралһа, афәттәр күбәйер һәм дауалай алмаҫлыҡ ауырыуҙар барлыҡҡа килер. Бөгөнгө көндә дауаһы булмаған ауырыуҙар арта бара. Бының төп сәбәбе фәхеш кеүек насар ғәмәлдәр икәнен күптәр аңламай. Аллаһ ғазаплаһа ҡаты ғазаплай, тик Раббыбыҙ сабыр итә: “Ҡолдарым тәүбәгә килмәҫме икән”, — ти.
     Йәнә, Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) былай тигән: “Кем дә булһа зина ҡылһа – уның иманы сығыр һәм күләгә һымаҡ башы өҫтөндә булыр, ә шул ғәмәлен (йәғни зинаны) тамамлағас, иманы кире ҡайтыр.” Уйланырға урын күп. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр кеше зина ваҡытында үлһә, донъянан иманһыҙ киткән булып һаналыр.
     Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Лут ғәләйһиссәләм заманында ирҙәр бер-береһе менән яҡынлыҡ ҡылған. Ике ирҙең енси мөнәсәбәткә инеүе – зинан да ҙурыраҡ гонаһ. Әнәс ибн Мәлик (Аллаһ унан раҙый булһын) риүәйәт итә, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм әйткән:
     “Әгәр бер ир кеше икенсе бер ир менән зина ҡылһа – йәннәттең еҫен дә һиҙмәҫ, уның еҫе 500 йыллыҡ сәфәр йыраҡлығында ғына һиҙелер”.
     Шулай уҡ тағы бер риүәйәт килә: “Әгәр берәй ҡатын енси теләк менән берәр егетте үпһә, был ҡатынды Аллаһ 500 йыл буйы ыҙа сиктерер, әгәр бер егет берәй ҡыҙҙы (никахһыҙ көйө) енси теләк менән үпһә – ул етмеш саф ҡыҙ менән зина ҡылған кеүек булыр, ә кем саф, йәғни бер кем дә теймәгән ҡыҙ менән зина ҡылһа – етмеш мең ҡатын-ҡыҙ менән зина ҡылған кеүек гонаһлы булыр”.
     Уйлаған уйҙарыбыҙға ла иғтибар итеү бик мөһим. Сөнки кешенең башында ниндәй генә уйҙар йөрөмәй. Берәр ҡатын-ҡыҙ менән зина ҡылыу тураһында уй булырға мөмкин. Был осраҡта зина ҡылмаһаң да, ҡылған кеүек гонаһ яҙыла. Бысраҡ уйҙарҙан арынырға кәрәк. Ни тиклем уйҙар саф, таҙа, тирә-яҡ донъя ла шул тиклем яҡтыраҡ булыр.
     Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән һорағандар: “Кешене йәһәннәм әһелдәре рәтенә эләгеүенә нимә этәрә?” Аллаһ рәсүле былай тип яуап биргән: “Тәндең ике өлөшө: ауыҙ (тел) һәм бот араһындағы ағза”.
     Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) бер сәхих хәҙисендә әйтә: “Кем яңаҡ араһындағыһын (йәғни телен) һәм аяҡ араһындағыһын хәрәмдән һаҡлай, мин уға ожмах вәғәҙә итәм”.
    Мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәр! Аллаһ беҙгә динебеҙҙе юҡтан ғына бирмәне. Кешеләр фани донъяла ла, мәңгелек йортобоҙ – әхирәттә лә бәхетле булһындар өсөн Раббыбыҙ Ислам динен яралтты. Әҙәм балалары дөрөҫ йәшәһендәр, Хаҡ Тәғәләнең бойороғон үтәһендәр, тыйғанынан тыйылһындар, гонаһ-хаталарҙан, айырыуса, зина кеүек әшәке ғәмәлдәрҙән йыраҡ булһындар һәм бәхеткә ирешһендәр, тине. Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе, фәрештәләрҙе, изге китаптарҙы танымаған кеше бәхетле була алмай. Диндән йөҙ сөйөргән әҙәм заты үҙ үҙенә зыян килтерә. Аллаһ бит бәндәһенә тик яҡшылыҡ ҡына теләй.
     Шайтан үәсүәсәһенә бирешмәйек, йәмәғәт. Нәфсебеҙҙе тәрбиәләйек. Аллаһтың рәхмәтенә ирешкәндәрҙән булырбыҙ, иншәәАллаһ!
                                                                                                       Айгиз БУРАНҒОЛОВ