Яулыҡ хаҡында

                                                                 Яулыҡ хаҡында

   Башта иманды күңелеңә индер, шунан иһә яулыҡ ябынырһың

   Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә ислам динен ҡабул итеп, шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейенгән ҡыҙҙарҙы йыш осратырға мөмкин. Шулай уҡ һижәб кейгән ҡыҙҙарҙың эшкә урынлашҡанда йә уҡыған урында төрлө аңлашылмаусанлыҡтар менән осрашыуы ла билдәле. «Мәктәп директорына мосолманса кейенеү оҡшамай, яулығыңды һалмаһаң, эштән китергә тура килер, тип янай», — тигән шылтыратыуҙар ҙа булғыланы ҡайһы бер райондарҙан. Ысынлап та, йәмғиәтебеҙ бөгөн мосолман кейемендәге ҡыҙ-ҡатындарҙы ҡабул итергә әҙер түгел. Шул уҡ ваҡытта һижәбте тыйған йәки яҡлаған закон да юҡ. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эргәһендәге Ҡатын-ҡыҙҙар, балалыҡ һәм атайлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия үткәргән «Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме тураһында» тип аталған ҡорҙа ошо турала фәһемле генә һөйләшеү уҙҙы. Гәзит уҡыусыларға ошо ҡорҙа яңғыраған фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

   Сәғит Исмәғилев, эшҡыуар: Аллаһҡа иман килтергән кеше аҙымлап алға бара, иманы нығынған һайын ул Аллаһы Тәғәләнең бойороҡтарын да еренә еткереп үтәй. Беҙ бер нисек тә Ҡөрьәндә яҙылғанды үҙгәртеп, Бәйғәмбәребеҙ ҡушҡанды үтәмәйенсә булдыра алмайбыҙ. Исламдың һулы ла, уңы ла юҡ, ислам тик бер генә, шулай булғас, беҙ уның ҡанундарын тулыһынса ҡабул итергә тейешбеҙ. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, дингә килгәс, ундағы кейенеү рәүешен ҡабул итергә бурыслы. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ исламда ҙур урын биләй. Дин тарихына күҙ һалһаҡ, Бәйғәм-бәребеҙҙән иң беренсе ислам ҡабул итеүсе лә, ислам юлында беренсе шаһит та ҡатын кеше булған. Мин ҡәтғи рәүештә ҡатын-ҡыҙ дин ҡабул иткәс тә, мотлаҡ яулыҡ ябынырға тейеш, тимәйем, сөнки һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, бөтәһе лә яйлап, аҙым-аҙымлап барырға тейеш. Бындай аҙымды яһар алдынан һәр кемдең Аллаһы Тәғәләгә иманы, етерлек ғилеме, үҙ-үҙенә ышынысы булырға тейеш. Үҙем ислам динен 14 йыл өйрәнәм, шулай ҙа был өлкәлә әле һаман бер нәмә лә белмәгәнемде аңлайым. Көн һайын ғилемемде камиллаштырыу йәһәтенән динебеҙҙе өйрәнеүҙе дауам итәм. Ә яулыҡ мәсьәләһенә килгәндә, беҙ был йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итергә тейеш түгелбеҙ, бары тик мосолман ҡыҙҙарын яҡлай ғына алабыҙ. Ә инде яҡларлыҡ мөмкинлегебеҙ булмаһа, уларҙы яулыҡ ябыныуҙан тыйырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Әгәр тыябыҙ икән, был көфөрлөк, ҙур гонаһ булыр.

   Мәхмүзә Ғәйнуллина медицина фәндәре докторы, профессор: Шундай бер хикәйәт бар. Бер дин әһеленән: «Бөгөнгө тормошта динебеҙ ҡушҡанса йәшәүе ауыр, йәштәрҙе нисек тәрбиәләү яҡшыраҡ булыр? Уртаҡ фекергә килеп, ҡайһы бер дин әмерҙәрен үҙгәртеп булмаҫмы?» — тип һорағандар. «Бәр дәүерҙең ниндәйҙер үҙенсәлектәре, ауырлыҡтары булыр. Әгәр уртаҡ юл табабыҙ, тип динебеҙҙе һәр ваҡыт үҙгәртеп торһаҡ, ул диндән ни ҡалыр?» — тип яуап биргән теге дин әһеле. Сәғит хажи әйткәнсә, ысынлап та, һәр ваҡыт үҙгәрештәр индерһәк, дин — дин булып ҡалмаҫ. Дин ҙур бер тәғлимәт, Аллаһы Тәғәләнең һүҙе икән, беҙ уға эйәрергә тейешбеҙ. Шулай ҙа бөгөн күп ҡатын-ҡыҙ эшләргә, аҡса табырға, үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр. Минең йәшемдә эш урынында яулыҡ ябынып йөрөһәм дә, миңә бер кем бәйләнә алмаҫ. Ә бына яулыҡ ябынған йәшерәк ҡыҙҙарҙан һәм ҡатындарҙан ишетеүемсә, был йәһәттән улар бер аҙ ҡаршылыҡтарға осрай. Әгәр мосолман ҡыҙына етәксеһе эш урынында яулыҡта йөрөргә рөхсәт итмәй икән, бәлки, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү үтенеп, нисектер эшләргә, йәшәргә тырышырға кәрәктер? Иң мөһиме, күңелдең паклығы, ниәттең изгелеге түгелме һуң? Бер ваҡыт Башҡортостанға Ҡөрьәнде тәржемә иткән ханым Балерия Порохова килгәйне. Осрашыуҙа ул: «Ислам тигән һүҙҙә ҙур мәғәнә ята, ундағы фәлсәфәне аңлап бөтөп булмай. Ә ябай ғына итеп әйткәндә, ислам ул — күңелдең, уйҙарҙың, ниәттәрҙең, ғәмәлдәрҙең таҙалығы», -тине. Етмеш йылдан артыҡ атеизмда тәрбиәләнгән халыҡты ҡапыл ғына үҙгәртеп тә булмайҙыр. Шул уҡ ваҡытта етәкселәрҙе лә тәнҡитләй алмайбыҙ.
Рәсәй күп милләтле һәм күп конфессиялы ил тип аталһа ла, беҙҙә дәүләт тарафынан диндәр яҡлау тапҡаны юҡ. Бөгөн мосолмандарҙан ғәйеп эҙләп, уларға ниндәй ҙә булһа нахаҡ тағырға ғына торалар. Бәлки, Рәсәй дәүләте тарафынан етәкселәргә, эш урынында ҡыҙҙарға яулыҡ ябынып йөрөүҙе тыйығыҙ, тигән күрһәтмә бирелмәйҙер, ләкин бөгөн һәр кем үҙ эш урыны өсөн ҡурҡа, үҙенә һүҙ теймәһен өсөн алданыраҡ ҡарар ҡабул итеп ҡуя. Ә бына Рәсәй дәүләте етәкселәре христиан байрамдары ваҡытында сиркәүгә бара, иң алғы сафҡа баҫып суҡына. Улар үҙҙәренең был ҡылығы менән ошо диндә булыуҙарын һәм уны яҡлаясағын аңғарта. Ә милли республика етәкселәренең мәсеттәргә барып намаҙ уҡығанын быға тиклем күргәнебеҙ юҡ әле. Тимәк, уларҙың был динде яҡлап сығыуы ла икеле.

   Гөлфиә Янбаева, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире: Валерия Порохова Башҡортостанға 90-сы йылдар башында килгәйне, уның менән осрашыуҙа миңә лә ҡатнашырға насип булды. Әлбиттә, беҙ уға мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының һижәбе тураһында ла һорау биргәйнек. Валерия Порохованың әйткәндәрен хәтерләйем: «Беҙ ғәрәп ҡатын-ҡыҙҙарының пәрәнжә кеүек кейемдәрен туранан-тура үҙегеҙгә күсермәгеҙ, -тигәйне ул. — Ул илдәрҙәге кейем тәбиғәт шарттарынан сығып, йәғни ҡояштан, йыш булып торған ҡом бурандарынан ышыҡланыу өсөн яраҡлаштырылған. Рәсәйҙә бит тәбиғәт шарттары бөтөнләй икенсе, яулыҡ менән бөркәнеп, йөҙөңдө ҡаплап йөрөү мотлаҡ түгел. Бына минеке кеүек баш кейеме тегеп алһағыҙ, бик еткән». Валерия Порохова алғы яҡтан матур итеп сигелгән шапкаға оҡшаш баш кейеме кейеп алғайны. Тимәк, мосолман кейемен барыбер ҙә үҙебеҙҙең шарттарға, хатта үҙебеҙҙең милли стилгә яраҡлаштырыу кәрәк. Юҡһа, беҙҙең урамдарҙа пәрәнжә кейгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күренгеләй, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар Төркиәнән йә башҡа мосолман илдәренән ҡайтарылған тоҡ һымаҡ күлдәктәрҙә йөрөй. Улар шунда уҡ әйләнә-тирәләгеләрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Беҙҙең өләсәйҙәр ҙә динле булды, әммә килешле генә балитәкле күлдәк кейер, яулыҡтарын да килешле генә итеп ябынып йөрөр ине. Диндә лә үҙебеҙ булып ҡалайыҡ, тип әйтмәксемен...

   Римма Сөләймәнова, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, медицина фәндәре кандидаты: Быға тиклем Ҡырғыҙстанда йәшәнем, ҡайтыуыма быйыл дүрт йыл тула. Бөтә дин ғәмәлдәрен үтәйем, тик бына Өфөгә ҡайтҡас, миңә яулығымды сисергә ҡуштылар. Ислам ҡанундарын яҡшы белгәнгә, бының ҙур гонаһ икәнлеген аңлаһам да, тыңларға тура килде, сөнки миңә бөгөн нисектер аҡса табырға, өс баланы тәрбиәләргә кәрәк. Башҡа дин ғәмәлдәрен үтәүҙән туҡтамайым: намаҙҙарҙы ваҡытында уҡыйым, йыл һайын ураҙа тотам. Аллаһы Тәғәләнән көн дә, яулыҡ ябынырға мөмкинлек бирһәң ине, тип һорайым. Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙҙың бындай теләге барҙыр, сөнки оҙон итәк, яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы күркәмләтә, уға нәзәкәтлек өҫтәй. Иншаллаһ, ваҡыты еткәс, һәр беребеҙгә динебеҙ ҡушҡанса кейенергә насип булыр.

   Морат Лоҡманов, тележурналист: Бер бик аҡыллы кеше йәшәгән. Бер ваҡыт уның янына зинасы, боҙоҡ ҡатын килгән дә: «Һин шул ҡәҙәре аҡыллы! Һөйләйһең, ләкин артыңдан эйәреүселәр күп түгел, ә бына мин бер ҙә аҡыллы һүҙ әйтмәйем, зина ҡылам, фәхишәмен, шулай ҙа артымдан ярты ҡала эйәрә. Быны нисек аңлатырһың?» — тигән. Аҡыл эйәһе уға: «Мин бит тауға менеп барам, халыҡты ла юғарыға этәрәм. Тауға менер өсөн көс һалырға кәрәк, ә түбән тәгәрәр өсөн бер ниндәй ҙә көс кәрәкмәй, үҙеңдән-үҙең тәгәрәйһең», -тип яуап биргән. Яулыҡ ябынып йөрөү, бәлки, ауырҙыр ул, ләкин бөгөнгө ҡорҙа ошо турала һөйләшеү башлау — үҙе үк яҡшы күренеш. Башта нимәлер тураһында уйлана башларға кәрәк. Күбебеҙ донъяның яралтыусыһы барлығына, Аллаһтың берлегенә ышана. Ә бына ышаныу ғына етә микән? Аллаһы Тәғәләнең кешеләр өсөн ебәргән тәғәйен күрһәтмәләре бар. Уларҙы һәр беребеҙ өйрәнергә, аңларға, ҡабул итергә тейешбеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарға ғәүрәттәрен ҡаплап йөрөү йәһәтенән дә динебеҙҙә айырым талаптар бар. Был турала Ҡөрьәндә лә яҙылған, ләкин был аят өлөшләтә өс тапҡыр төшөрөлгән. Унда иң тәүҙә тик Бәйғәмбәрҙең ҡатындарына, ә инде бер аҙ ваҡыт үткәс, башҡа мөьмин ҡатындарға ла ғәүрәттәрен ҡапларға әмер ителә. Бында ла бер хикмәт барҙыр. Әгәр кемдеңдер иман тураһында мәғлүмәте бар икән, ул динде үҙгәртеү тураһында һүҙ ҙә алып бармаясаҡ. Бында беҙҙең маҡсатыбыҙ икенсе. Халыҡ дингә үҙенән-үҙе килер тигән һүҙ дөрөҫ түгел, әгәр кеше хәрәкәт итмәһә, сәбәп ҡылмаһа, үҙенән-үҙе халыҡ түбән тәгәрәйәсәк. Диндең яҡшы икәнлегенә бер кем дә ҡаршы килмәй. Ә бына бөгөнгө юлдар дөрөҫмө, юҡмы, беҙ шул турала уйланырға тейешбеҙ.

   Гөлфиә Янбаева, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире: Беҙ дин тәғлимәтен белмәйбеҙ, уны өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Хәтеремдә ҡалған бер хикәйәт тураһында һөйләп уҙғым килә. Бер ауылға мулла килә. Ауылда матур мәсет бар, ләкин унда халыҡ йөрөмәй. Мулла ауыл буйлап йөрөп, халыҡты мәсеткә йөрөргә өгөтләй. «Унда йөрөр өсөн тәһәрәт алырға кәрәк бит», — тигән һылтау таба ауыл халҡы. Мулла аптыраған дың көнөнән: «Ярай, улайһа, тәһәрәтһеҙ йөрөгөҙ», — ти. Бөтә ауыл халҡы мәсеткә тәһәрәтһеҙ йөрөй башлай. Бер саҡ был муллаға ауылдан күсеп китергә тура килә, уның урынына икенсеһе килә һәм күп тә үтмәй, яңы мулла элеккеһенә килеп дәғүә белдерә: «Һин бөтә ауыл мәсеткә йөрөй, тинең, ә улар бит хатта тәһәрәт тә ала белмәй!» «Мин уларҙы мәсеткә йөрөргә өйрәттем, ә һин хәҙер уларҙы тәһәрәт алырға өйрәт», -тип яуап бирә уға элекке мулла. Минеңсә, төрлө шарттарға ҡарап, ҡайһы бер урындарҙа иманыңа зәғифлек килтермәйенсә, ниндәйҙер ташламаларға барыу ғәйеп түгелдер...

   Морат Лоҡманов, тележурналист: Ислам ҡанундарына килгәндә, ысынлап та, мотлаҡ Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаһы өсөн генә тәғәйенләнгән шәриғәт ҡанундары бар. Беҙҙә лә уларҙы ҡабул итеү ғилемһеҙлектән килә. Шулай уҡ милли йолаларҙы боҙмай, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап йәшәргә була, ләкин шуныһын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: Аллаһы Тәғәлә шул тиклем ғәҙел, әгәр халыҡ милли ҡиммәттәрен генә алға ҡуйып, динде һанға һуҡмаһа, ул был халыҡты юҡҡа сығара ла ҡуя, ә дин ҡанундарын иҫтә тотоп, һәр ваҡыт иман менән эш итһә, ул шул милләтте күтәрә. Тарихтан быға күп миҫалдар килтерергә була.

   Ассият Ғиззәтуллина, врач: Медицина өлкәһендә дин ҡабул итеп, яулыҡ ябынған ҡыҙҙар менән бер ниндәй ҙә проблемалар булғаны юҡ, сөнки талаптар буйынса дауаханала былай ҙа баш ҡапланған булырға тейеш. Бөгөн ҡайһы бер эш урындарында дресс-код, йәғни кейенеү ҡағиҙәләре бар. Был осраҡта, әлбиттә, яулыҡлы ҡыҙға эшкә урынлашҡанда ҡаршылыҡтарға осрарға тура килә. Ике-өс юғары уҡыу йортон тамамлап та, алған һөнәре буйынса эшкә урынлаша алмаған мосолман ҡыҙҙары ла бар Өфөлә.

   Зөлфиә Ханнанова, шағирә: Урамда йәберләмәһәләр ҙә, һине өйҙә йәберләүселәр ҙә булыуы мөмкин бит әле. Хәҙрәттәрҙең ҡатындары бәхетле, улар дин ғәмәлдәрен ирҙәренә эйәреп үтәй. Ләкин шундай миҫалдар ҙа бар: күп ирҙәр ҡатынының намаҙ уҡығанын, мәсеттәргә йөрөгәнен үҙ итмәй. Әгәр ошондай ҡаршылыҡтар булмаһа, беҙ рәхәтләнеп яулыҡта йөрөр инек. Шулай ҙа бындай ғына ҡаршылыҡтарға ҡарап, йәш ҡыҙҙар дингә бөтөнләй килмәй, ситләшеп ҡуймаһын ине. Яулыҡ беренсе шарт түгел, ислам ғилемен үҙләштерһендәр, доғалар өйрәнһендәр, намаҙға баҫһындар. Беҙ, мәҫәлән, һижәбтә йөрөмәһәк тә эргә-тирәләге кешеләребеҙгә дин тураһында һөйләйбеҙ, аңлатабыҙ. Хатта беҙ һүҙ башламаһаҡ та, улар үҙҙәре килеп ҡыҙыҡһына, һораша. Шуға күрә, иншаллаһ, динебеҙ илебеҙҙә ныҡлап урынлашһа, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең йөрәген асһа, беҙ тулыһынса дин ҡанундары буйынса йәшәй башларбыҙ, тип өмөтләнәм.

   Фәнзил Әхмәтшин, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары: Дин ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан беҙгә һынау булараҡ ебәрелгән. Кеше бер һынауһыҙ ғына ожмахҡа инергә теләй. Әлбиттә, һижәб тә ҡатын-ҡыҙ өсөн бирелгән һынауҙыр. Әгәр кеше Аллаһҡа ышанмай, уны яратмай икән, ул уның әмерҙәрен дә үтәй алмаясаҡ. Һижәб мәсьәләһендә лә шулай уҡ. Иң башта йөрәктә Аллаһы Тәғәләне урынлаштырырға, унан һуң Ул әйткәнде үтәйем, тип яулыҡ ябынырға кәрәк. Ир-ат тураһында һүҙ алып барғанда, ысынлап та, уларҙың күптәре бөгөн үҙҙәре намаҙға баҫып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән, ҡатындарынан яулыҡ ябыныуҙы талап итә, ҡаты ҡылана башлай. Бәйғәмбәребеҙ: «Йомшаҡлыҡ менән мөғәмәлә итегеҙ», — тигән. Беҙ шул йомшаҡлыҡты онотоп ебәрәбеҙ. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙарға дингә килеүе ысынлап та ҡыйын, шуға күрә уларға миһырбанлы һәм йомшаҡ булырға кәрәк. Әммә яулыҡ ябыныуҙың мотлаҡ шарт икәнен бөтәбеҙ ҙә аңларға тейеш, был һатыулаша торған нәмә түгел.

   Фәниә Йәнбирҙина, эшҡыуар: Беҙ бала саҡта Бөрйән районындағы ауылдарҙа бар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яулыҡ ябына ине, беҙ, балалар ҙа, баштан яулыҡ төшөрмәнек. Мәктәпте тамамлап, төрлө ерҙәргә уҡырға таралыштыҡ. Ҡалаларҙа беҙҙе әрләй-әрләй яулыҡ ябыныу ғәҙәтенән баш тартырға мәжбүр иттеләр. Хәҙер иһә беҙгә яңынан үҙ асылыбыҙға ҡайтып, яулыҡ ябынырға өйрәнергә кәрәк. Бөгөн яулыҡ ябынған мосолман ҡыҙҙарын мин батыр тип иҫәпләйем. Мин, әлхәмдулиллаһ, биш йыл намаҙҙамын, ураҙамды ла ҡалдырғаным юҡ, шулай ҙа урамға, йәмәғәтселек алдына яулыҡ ябынып сығырға ҡыйыулығым етмәй. Сәғүд Ғәрәбстанына Халыҡ-ара форумға барғанда, делегациялағы бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һижәб кейҙерҙеләр. Ул кейемдә мин үҙемде шул тиклем уңайлы тойҙом. Хатта урыҫ ирҙәре ҡыҙыҡһынып, был кейемдәрҙең ҡайҙа һатылыуы тураһында һорашты, ҡатындарыбыҙға ошондай ғына кейемдәр кейҙереп йөрөтөр инек, тип әйтеүселәре лә булды. Һижәб унда, ғәрәп илендә, әлбиттә, шулай ихлас ҡабул ителә. Ә беҙҙең йәмәғәтселек һижәбте, ысынлап та, ҡабул итергә әҙер түгел. Шуға ла күңелдә ниәт булып та, иң мөһиме, иман булып та, тышҡы ҡағиҙәне үтәй алмайбыҙ икән, моғайын, Хоҙай беҙҙе ярлыҡар, тип уйлайым.

   Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге белгесе: Дәүләт учреждениеһында эшләгән хеҙмәткәрҙең тышҡы йөҙө, ҡиәфәте, йәғни дресс-код тураһында, шулай уҡ мәктәп, мәғариф системаһындағы локаль акттарҙа уҡытыусының да, уҡыусының да мәктәп формаһы тураһында айырым пункттар бар. Беҙ теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, уларҙы үтәргә бурыслыбыҙ. Ә мосолман кейемендәге уҡытыусыларҙы эштән ебәреүгә килгәндә, Хеҙмәт кодексында кешене тышҡы ҡиәфәте буйынса эштән ебәреүгә ҡағылышлы бер ниндәй статья ла юҡ. Тимәк, был осраҡта яулыҡ ябынып йөрөгән өсөн генә уҡытыусыһына эштән ебәреү менән янаған етәксе дөрөҫ эшләмәй, һәм уҡытыусы үҙен-үҙе яҡлай ала.

                                                   Шулай итеп...
   Ҡорҙағы һөйләшеүҙе ҡорҙа ҡатнаша алмаған, әммә был мәсьәлә буйынса фекерҙәрен яҙып ебәргән яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың һүҙҙәре менән тамамлайбыҙ: «Беҙгә заман шарттарын иҫәпкә алмау мөмкин түгел. Шуға күрә бөгөн эске һәм тышҡы һижәб тураһында һүҙ алып барыу урынлы булыр. Беҙ шундай шарттабыҙ — ҡатын-ҡыҙ эшләргә мәжбүр. Эшләй икән, эш биреүсеһе ҡушҡанса кейенмәй булдыра алмай. Дәүләт хеҙмәтендә яҙылмаған дресс-код, йәғни кейенеү ҡағиҙәләре бар. Әлеге заманда ир-ат беҙҙе ҡурсаламай, ҡурсаларға хәленән килмәй, шулай икән, ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн хәүефһеҙерәк юлды һайлай (нисек кенә сәйер тойолмаһын), уны яулыҡ ябынғанға ҡарағанда яулыҡ ябынмауы яҡлаулыраҡ итә. Мин ураҙа тотоу менән бәйле миҫал килтерер инем -дәһрилек хаттин ашҡан замандарҙа ураҙа тотоусыларҙы ирекһеҙләп ашатыу күренеше булған. Әммә дәһриҙәр шуны белмәгән — был осраҡта ураҙа боҙолмай, Аллаһ кешенең күңелендәген күрә, ихласлығын белә. Яулыҡ ябыныу менән дә шул уҡ хәлдер. Әгәр ҡатын-ҡыҙ яулыҡһыҙ йөрөргә мәжбүр булғанлығы өсөн бар күңеле менән Аллаһ алдында оялыу, ҡурҡыу кисерә икән, был уның ихтыярынан тыш икән, Уның ярлыҡауына өмөт тота алабыҙҙыр, иншалла. Ә беҙҙең йәш мосолмандар әлегә тышҡы ҡиәфәткә эске һижәбкә ҡарағанда нығыраҡ иғтибар бирә. Ғаиләлә ҡатыны, балалары өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу, итәғәтле, ипле булыу, мосолманға хас күркәм сифаттарҙы үҙләштереү юҡ — һаҡал ебәрә лә ҡатынынан да тупаҫ рәүештә һижәб талап итә. Шуның менән, йәнәһе, тәҡүә мосолман рәүешенә инә. Был бит бары тик театр! Ә Раббыбыҙға театр түгел, ысын инанғанлыҡ, хәләл менән харамды теүәл айыра белеүебеҙ, шуларҙы үтәүебеҙ зарур.
   Әлбиттә, мосолман ҡыҙҙарына кейемен мөмкин тиклем дингә ярашлы итергә тырышырға кәрәк. Хәҙер заманса, шул уҡ ваҡытта Ислам ҡанундарына тап килгән кейем һайлау мөмкинлеге киңәйгәндән-киңәйә. Салбар өҫтөнән тубыҡҡа етеп торған блузон, жакеттар кейеү хатта модаға ла инде. Артыҡ һылашып торған, үтә күренмәле кейем килешмәй мөслимәләргә. Мотлаҡ ғәрәп ҡатындарына оҡшатып кейенергә лә тимәгән, уларҙың үҙ йолаһы, үҙ ҡағиҙәһе. Башҡорт ҡатындары элек-электән сағыу ғына кейенгән, ҡыҙыл төҫ өҫтөнлөк иткән, ә һаҡал-селтәрҙәр ниндәй бай! Шулай булғас, алтын урталыҡты һайлай беләйек, заманса матур, күркәм кейенәйек. Ә яулыҡ ябыныу әле иманлылыҡты аңлатмай, ул яулыҡ аҫтындағы баш нисек уйлай, нисек фекер йөрөтә — бына шуныһы мөһим.»
                                             Киске Өфө 2011 йыл №45, Зәкирә Абдуллина яҙып алды.
                                             Ссылка: //kitaptar.bashkort.org/files/kiske_ofo_2011_ (45).pdf