Хоҙай

                                                             Хоҙай
     «Хоҙай» тип Аллаһ Тәғәләгә өндәшергә буламы? Был Хоҙай һүҙҙе телебеҙҙә киң таралған. Был турала шиғырҙарҙа ла, бәйеттәрҙә лә, мөнәжәттәрҙә лә, йырҙарҙа ла, үҙ-ара һөйләшкәндә лә, Аллаһҡа доға ҡылып, Унан һорағанда ла киң ҡулланабыҙ. Был турала элекке хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡараштырып алайыҡ. Ул бына нимә тип яуап биргән.
     Һорау — яуап
     — Халҡыбыҙ телендә, милли матбуғат баҫмаларында “Хоҙай” тигән һүҙ йыш ҡулланыла. Белеүебеҙсә, Аллаһ Тәғәләнең 99 исеме бар, әммә ундайы юҡ. “Хоҙай” һүҙен ҡулланыу дөрөҫмө? Әкрәм Ҡәйепҡолов. Баймаҡ районы.
     — Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
     “Аллаһҡа гүзәл исемдәрен әйтеп доға ҡылығыҙ”, — тиелгән “Әл-Әғраф” сүрәһендә. Рахмән (мәрхәмәтле, шәфҡәтле), Мәлик (батша), Ҡотдос (изге), Сәләм (саф, тыныслыҡ һәм бәрәкәт биреүсе), Латиф (аңлаусы, ғәфү итеүсе), Ғәфүр (тәүбә иттереүсе)... Аллаһ Тәғәләнең 99 рәсми исеме билдәле. Уларҙың араһында Үҙе генә белгән йәшерен берәүһе лә бар. Ләкин, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, исемдәр 99 менән генә тамамлана, тип әйтеү мөмкин түгел. Донъяла бихисап милләт вәкилдәре йәшәй, улар Аллаһ Тәғәләне үҙ телендә төрлөсә исемләй. Беҙҙәге “Хоҙай”тигән һүҙ ҙә — ошоға дәлил. Уны әйтеп доға ҡылғанда ниндәйҙер икенсе затҡа өндәшмәйбеҙ бит, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ. Башҡа төрлө милләттәрҙә үҙҙәренсә бүтән һүҙҙәр ҡулланылыуы ихтимал. “Ҡөрьән”дең тәржемәһендә күренеүенсә, бындай күренеш урыҫ телендә лә бар.
     “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яраттым”, — тиелгән изге китапта. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәләне һәр халыҡ үҙ һүҙе менән төрлөсә бөйөкләй икән, был яҙыҡ түгел. Киреһенсә, был беҙҙең телебеҙҙен байлығын, киңлеген, тәрән тамырлы булыуын сағылдыра. Хатта ки Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында:

                            Эй, туған тел, һиндә булған
                            Иң элек ҡылған доғам... ” —
тигән һүҙҙәр бар. Хәҡиҡәттә Аллаһ Тәғәләгә өндәшкәндә күңелдәге теләкте үҙебеҙсә, туған телебеҙ аша еткерәбеҙ бит.
     Ислам тәрбиәһенең иге-сиге юҡ. Динебеҙҙә быуаттар дауамында һаҡланып килгән ошо байлыҡты, рухи мираҫты киләсәк быуындарға түкмәй-сәсмәй еткерергә бурыслыбыҙ. “Хоҙай” тигән һүҙ халҡыбыҙҙа Аллаһ Тәғәләнең исеменә әүерелгән, телмәребеҙгә, күңелебеҙгә үтеп ингән икән, уларҙы ҡулланып доға ҡылыуҙы дауам итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ниндәйҙер шикләнеүҙәргә урын булмаһын. Хоҙай Тәғәлә рухыбыҙға, йәнебеҙгә, тәнебеҙгә рәхмәтен дауамлы ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.

     Баш ҡазый Ғәбделхаҡ Саматовтың «Шәриғәт», 2 том китабында ошондай һорау бирелгән.
     "Хоҙай", «Тәңре» һүҙҙәре ҡайҙан килгән?
     Һорау: Беҙҙең халыҡта «Хоҙай», «Хоҙайым» һүҙҙәре ҡулланышҡа ингән. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә Үҙенә күркәм исемдәр менән өндәшеүҙе һорай. Аллаһтың 99 исеме араһында «Хоҙай» һүҙе юҡ. Был Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә ҡушамат тағыу булып сыҡмаймы?
     "Тәңре" һүҙе лә тәңреселек (күп аллалыҡ) ваҡытынан инеп ҡалған бит.
     "Хоҙай" һүҙе беҙгә ҡайҙан һәм ҡасан кергән? Бына шуны аңлатып яҙа алмаҫһығыҙмы? Был һүҙ гәзит биттәрендә дә, башҡа матбуғатта ла ҡулланыла. Әгәр ҙә беҙ ҡушамат менән мөрәжәғәт итәбеҙ икән, Аллаһ Тәғәлә лә беҙҙең теләк-доғаларыбыҙға ҡолаҡ һалмаҫҡа мөмкин. Сөнки беҙ — кешеләр ҙә үҙебеҙгә ҡушамат менән өндәшеүҙе бик үк өнәп бөтөрмәйбеҙ.
     Яуап: Беренсе һорауығыҙ Аллаһ Тәғәләне бөгөнгө көндә бәғзе бер кешеләр атап йөрөй торған һүҙҙәргә ҡағылышлы. Әлбиттә, һеҙҙең фекерегеҙ дөрөҫ. «Хоҙай» һәм «Тәңре» тигән һүҙҙәр Ҡөръән Кәримдә осрамайҙар. Ләкин был һүҙҙәрҙең килеп сығышына ҡағылышлы һорауҙарҙы төрки теле белгестәренә, этимологтарына биреү кәрәк. Ҡыҫҡаса ғына әйтеп киткәндә, «Хоҙай» һүҙе фарсы теленән ингән, мәғәнәһе «Илаһи Зат» тигәнде белдерә. Шулай уҡ «Тәңре» тигән һүҙе лә беҙҙең яҡтын һәм башҡа төрки халыҡтарҙа ошо Илаһи Затты билдәләй торған исем. Ләкин шулай Илаһи Затты билдәләй торған һүҙ булыуға ҡарамаҫтан, Ҡөръән Кәримдә булмаған һәм дә хәҙистәрҙә осрамаған исемдәр менән Аллаһ Тәғәләнең затын атамаһаҡ ине. Ни өсөн тигәндә, бөгөнгө көндә урыҫ телеңдә һөйләшеүсе мосолмандар тарафынан «Аллаһ Тәғәлә» урынына «Аллаһ» һүҙен алмаштырып «Бог» тигән һүҙҙе ҡулланыу ғәҙәткә инеп китте. Был инде, әлбиттә, бер ҙә килешмәгән ғәмәлдәрҙән, күренештәрҙән хисаплана. Әммә урыҫ милләте кешеләре менән осрашып һөйләшкәндә, улар үҙҙәре әйткәнсә, «Бог» һүҙен ҡулланыу хата булмаҫ.
     Хәҙер дәлилгә ҡағылғанда, Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә: «Аллаһ Тәғәләнең яҡшы, гүзәл исемдәре бар, шуның менән һорағыҙ», — тип әйтә. Йәғни: шул исемдәр менән Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итегеҙ, тигән мәғәнә килеп сыға был һүҙҙәрҙән.

                          «Аллаһ» һәм «Тәңре» – улар араһында ниндәй айырма бар?
     Беҙҙең бабаларыбыҙ Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үк донъяны һәм кешеләрҙе яралтҡан затҡа ышанғандар. Бәлкем, уларҙың бер нисә тәңреләре лә булғандыр. Бороғо төркиҙәр «тәңре» тип «Илаһи Зат»ты атағандар. «Тәңре» һүҙе — «мәғбуд» (йәғни, үҙенә ғибәҙәт ителгән кеше) ғәрәп телендәге «илаһ», француз телендәге «дио», фарсылағы «хоҙай» һүҙенең төрки рәуеше. Ләкин «тәңре» ул «Аллаһ» һүҙенең синонимы түгел. Мосолмандар «Аллаһ» тип әйткәндә бөтөн ғәләм аталған, Халик-ы — Мотлаҡ, Маҡсуд-ы-Мотлаҡ, Раззак-ы-Мотлаҡ, Бари-и-Мотлаҡ, Джәмил-и-Мотлаҡ һәм тағы ла бик күп исем сифаттары булған «Заты-Әджәлли — Әғлә»сәғәтте (йәғни, Аллаһты) иҫтәренә төшөрәләр.
     «Аллаһ» кәлимәһендә Уныңбөтөн исемдәре туплана, шулай итеп, был һүҙ ғөмүми мәғәнәне анлата. «Аллаһ» тип әйткәндә «Мағбүд-у-Мотлаҡ», «Вәджибел-Вөджүд» (йәғни, үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, барлығы зарури зат) төшөнсәләре беренсе планға сыға. Ә бына грек кешеһе «тәңре» тип әйткәндә беренсе сиратта боронғо Зевсты күҙ алдына килтерә. Мысыр «тәңре» тип апис үгеҙенә, һинд кешеһе үҙенең «изге һыйырына» әйтә.
     Әлбиттә, мосолман кешеһе Аллаһ урынына «тәңре» тип әйтһә, дин юлынан тайпылмаҫ, юлдан яҙмаҫ, ләкин был һүҙҙе ҡулланып ысын маҡсатын анлата алмаһа, хата эшләгән булыр. Ҡабатлап әйтәбеҙ: «тәңре» һүҙе «илаһ», «хоҙай», «God», «бог» һүҙҙәрен алыштыра ала, әммә «Аллаһ» урынына әйтелә алмай. Аллаһ — Жәнәбе Хаҡтың үҙ исеме, Уға ғына хас исем. Шуның өсөн дә «лә Аллаһ илләллаһ» түгел, ә «лә иләһә илләллаһ», тиебеҙ. Йәғни: «Аллаһтан башҡа илаһтар, тәңреләр, хоҙайҙар юҡ», — тип әйтәбеҙ.
     Күренекле төрөк шағиры Сөләймән Чәләби: «Берҙер Аллаһ, унан башҡа тәңре юҡ», — тип, был ике һүҙҙең урынын бик теүәл билдәләгән.