Кемдән ҡурҡырға?
     Ҡурҡыу — кешенең йәшәйешендә ниндәйҙер ҡурҡыныстан һаҡланып ҡалыр өсөн барлыҡҡа килгән хис-тойғо, эске психик кисереш. Был кисереш нимәгә лә булһа нигеҙләнеп барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, кемдер Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡҡа, шул арҡала боҙоҡ эштәрҙән тыйыла, ата-әсәһенән ҡурҡҡан кеше уларҙы рәнйетеүҙән һаҡлана, аслыҡтан ҡурҡҡан кеше ас ҡалмаҫ өсөн үҙенең ашарын хәстәрләй башлай. Кеше шулай уҡ йәшен йәшнәүенән, көслө ел иҫеүенән, бейеклектән, һыуҙан, ҡараңғылыҡтан, хәҙерге донъяның хәүеф-хәтәрҙәренән, күңелендәге борсолоуҙарҙан һәм киләсәктәге билгеһеҙлектән шомлана.

     Әҙәм балаһы тыуған мәлдә әсәнән айырылып, ҡурҡынысынан илап ебәрә һәм шул һаҡланып ҡалған хис менән үҫә. Аҡылана килә был ғүмерҙең бәлә-ҡазаһы, фажиғәләре, боҙоҡлоҡтары, тәртипһеҙлектәре, ғаилә һәм балалар өсөн борсолоуҙары, шулай уҡ үлемдең ваҡытһыҙ килеүе уны оҙата башлай. Шуға күрә бер кемдә берәй ҡурҡыуҙан ҡотолоп, арына алмаясаҡ, хатта ҡайһы бер ҡурҡыу һәләте беҙҙе ғүмер буйы ла оҙата бара. Ул беҙгә кәрәк тә, был беҙҙең тәбиғи инстикт. Әгәр күңелендә ҡурҡыу булмаһа, кеше ахмаҡлыҡтар ҡыла башлар ине: йыртҡыс хайуандан ҡурҡмаһа уларҙың табышы булыр ине, уттан ҡурҡмаһа яныр ине; һыуҙан ҡурҡмаһа шунда батыр ине, өшөүҙән, ағыуланыуҙан, зарарлы нәмәләрҙән ҡурҡмаһа сәләмәтлегенә зыян килтерер ине; Тимәк, беҙҙе һаҡлар өсөн кәрәк был тойғо.
     Ҡурҡыу ул – үҙенә йә иһә яҡындарыңа янаған хәүеф-хәтәрҙән үҙ-үҙеңде һәм башҡаларҙы яҡлау өсөн ҡулайлаштырылған һаҡланыу алымы, аҡылыбыҙ ярҙамында тәнебеҙгә, йәнебеҙгә, әҙәп үә әхләҡ һәләтенә зарар килтермәү ысулы. Был Бөйөк Ҡөҙрәт эйәһе тарафынан бирелгән тәбиғи һәләт һәм йәшәү тәжрибәһе арҡаһында үҫешкән һаҡланыу сараһы. Кешеләр ҡурҡыу хисе ярҙамында үҙҙәрен яҡлай ала. Ҡурҡыуы булмаған кеше, хәүеф-хәтәр алдында юғалып ҡала, унан үҙен ҡотҡара алмай.
     Ҡурҡыу хисе бөтә йән эйәләрендә лә бар. Был йән эйәләренән айырмалы Ислам динебеҙ беҙгә нимәләрҙән ҡурҡырға һәм нимәнән ҡурҡмаҫҡа кәрәген өйрәтә. Иманы булмаған кеше ҡурҡыу төрҙәрен айыра алмай, ул уларҙың барыһынан да ҡурҡа башлай. Шуның нәтижәһендә иҫ-аҡылында ҡурҡыу ауырыуҙары барлыҡҡа килә.
     Ҡурҡыу арҡаһында, бигерәктә ҙур ҡурҡыныс янағанда кешенең физик ҡеүәте арта, нимәнәндер ҡасып йүгереү буйынса рекордтар ҡуя. Көсө тиҫтәләрсә артып, миҫалға, тарихта: бер ҡатын икенсе донъя һуғышы ваҡытында йөк машинаһын күтәреп аҫтынан тапалған балаһын тартып ала. Үҙем менән булған иҫ-аң ҡурҡыу реакцияһы осрағы шундай ҡыҙыҡ һөҙөмтә бирҙе. Корабельдә хеҙмәт иткән йылдарҙа егеттәр шаярып, мине өҫтәлгә һалып эсемә һалҡын утюг менән баҫып тәнемде яндырҙылар, һыуыҡ тимер тейгән урында тире шунда уҡ күпсеп сыҡты. Унан алда шул эҫе үтек ҡулланып кейемдәрен һыйпағандарын күргәйнем. Шуға тәнемә үтек теймәҫ элек мин уны эҫе тип уйлап ҡурҡтым һәм шул ышаныуым арҡаһында еңелсә ҡағылған һап-һалҡын үтектән бештем. Аҙаҡ бер аҙна эренле яраларҙы майлап, бинт бәйләп йөрөнөм, командирҙы өҫтөмә ҡайнар аш түктем тип, алдарға тура килде.
     Шуныһы ысынлыҡ, кешегә Аллаһы тарафынан бирелгән 95 процент аҡылдан 5 процентын ғына ҡулланабыҙ. Ә йәшерен, иҫ киткес мөмкинлектәребеҙҙе белмәйбеҙ. Ә белһәк, был донъяла йәшәү бик еңел булыр ине.
     Аллаһ Тәғәлә хикмәте менән бирелгән ҡурҡыу тойғоһо кеше өсөн файҙалы. Тик шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк: был тойғо кешене төрлө ауыр хәлдәргә лә төшөрә ала, ғауға, фетнә, болаларға сәбәп һәм ошо күренештәрҙең пәйҙә булыуын бөгөнгө көндәрҙә күрәбеҙ. Бөгөн бар халыҡтың ҡатнашлығында кәүгә (паника) бара. Әҙәм балаларын коронавирус ауырыуынан ҡурҡытып бар халыҡтың ҡотон алдылар. Халыҡтың күпселегендә шөрләү, өркөү бара, кемдәрҙер стрессҡа, депрессиягә бирелгән, ауыҙ асырға ла ҡурҡалар, хаҡлыҡты аңларға баштары етмәй, сөнки пропаганда ярҙамында улар бахырға әйләнгән. Көнө-төнө телевизорҙан алып барылған ялған мәғлүмәт шауҡымы бик көслө һәм ул психикаға ағыулы йоғонто яһай. Алдаҡ тип шуға әйтәм, сөнки ил башында торған кешенең һәр саҡ алдашыуы, уның ҡулы аҫтында булғандарҙың һайлауҙарҙа шашыуҙары һәм башҡаһы уға ышанысты юғалта һәм шул арҡала илебеҙҙең рәсми мәғлүмәт сығанаҡтары ла ышанысһыҙға әйләнә. Һәр ауыҙҙан бер-береһенә тура килмәгән ялған бик күп мәғлүмәт, алдаҡ, ғәйбәт халыҡтың күңелендә ныҡ ҡурҡыу хисе, борсолоу барлыҡҡа килтерә.
     Ысынлап та, иртә менән дә, кисен дә унда янғын, бында һыу баҫҡан, шунса кеше коронавирустан үлгән, бында өйҙән сығарға ярамай тигән һәм башҡа тиҫкәре яңылыҡтарҙың паника хисе һәр кемде оҙатып йөрөй. Унан башҡа эшкә йоҡлап һуңлау ҡурҡынысы, барыр еренә өлгөрмәҫкә ҡурҡмаған кеше бармы икән ул? Кемдәрҙәрҙең ҡурҡыуы арҡаһында әллә күпме хыялдары тормошҡа ашмай ҡала, күпме мөмкинселектәре ҡулдан ысҡына. Яратҡан кешеләренә «яратам» тип әйтергә ҡурҡалар, һөймәгән йәрҙәрен рәнйетеүҙән ҡурҡып, улар янында ҡала бирәләр. Ана шулай уҡ ҡурҡыуыбыҙ арҡаһында илебеҙҙә барған боҙоҡ сәйәсәт менән ризалашҡанбыҙ, барған ғәҙелһеҙләктәрҙе күреп уларға ҡаршы сығырға шөрләйбеҙ.
     Белгестәр фекеренсә, ҡурҡыу – ул ысын барлыҡта булған йә иһә күңелдә тыуҙырылған ҡурҡыныс арҡаһында барлыҡҡа килгән көслө кире тойғо, тиҫкәре хис, кешенең сәләмәтлегенә эмоциональ проблема тыуҙыра, борсоуҙарҙы артыра, ғаилә мөхитен тарҡата. Ул үҙ уйҙарына бикләнеп, үҙ-үҙенә хәуеф тыуҙыра, ә уйҙар һәр ваҡыт та дөрөҫ булмаҫҡа ла мөмкин. Төрлө ваҡиғаларға ҡарата беҙ күп нәмәне башыбыҙҙа үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Борсоуы артҡан кеше икенсе әҙәм менән аралашып үҙҙәренең һәләттәрен, борсоу хисен башҡаларға ла күсерә. Ҡурҡыу беҙҙең менән идара итергә тырыша, теләмәгән ғәмәлдәрҙе ҡылырға мәжбүр итә йә иһә киреһенсә, теләгәнде эшләргә бирмәй. Әгәр һеҙҙә борсоу бар икән, был проблемаға айыҡ аҡыл аша ҡараған кешеләр менән аралашырға кәрәк. Әйләнә-тирәгеҙҙе айыҡ аҡыллы, көслө рухлы кешеләр менән байытырға тырышығыҙ, тәҡүәле әҙәмдәрҙең йөрәгендә донъя ғәләмәттәренән ҡурҡыу юҡ.
     Ә бөгөн донъяны яулап алған, бар халыҡты ҡаңғыртып, ауырыуҙар, эпедимиялар, пандемиялар менән ҡурҡытыу алып барыусы пропаганда үткән быуаттан уҡ килә. Уларҙың маҡсаты Ер шарындағы бар халыҡты баҫып алып, улар менән бер урындан идара итеп, халыҡты ҡырып, иҫәбен кәметергә (бөгөнгө 8 миллиардан ике миллиардҡа ҡалдырып). Мәҫәлән ультраглобалистар төркөмө планы буйынса Ҡушма Штаттарҙа 2026 йылға ҡарай кешеләрҙең 70 процентҡа тиклем кәметеү ҡаралған. Көсләп вакцинация алып барыуҙа, QR-кодтар индереүҙә шул пландарҙың береһе, һәр кемде иҫәбкә алыр өсөн киләсәктә чипизация алып барыласаҡ. Әгәр инде чипизация индерелһә кешенең һәр бер аҙымы билгеле буласаҡ. Йәшәйеш-үлемебеҙ, аҡыл-сәләмәтлегебеҙ, ризығыбыҙ, белем-эшебеҙ менән идара итәсәктәр. Был ғәләмәт ҙур бер фашистик лагерь буласаҡ. Бөгөн бер-нисә тин бурыс йә иһә ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйткәнең өсөн штраф һалып, судҡа биреп, төрмәгә тығып барһалар, был киләһе стройҙа һине иҫәптән һыҙып ҡына ташлаясаҡтар һәм барыр ерен, эшләр урының, ашар ризығын, йәшәргә аяҡ баҫыр урының булмаясаҡ. Һине тере көйө мәйет итәсәктәр.
     Киләһе айҙарҙа, йылдарҙа ковид бының менән генә бәлә бөтмәйәсәк, ишетеп тораһығыҙ: халыҡтың ҡотон алыр өсөн аҙна һайын яңы ауырыуҙар, вирустар хаҡында ялған һүҙ бара, хатта бына ҡайҙалыр ике ампула «черная оспа» табылды тиҙәр, һәм был хәлдең киләсәктә нимә менән бөтәсәген беләһегеҙ, сценарийҙар әҙер. Ошондай кире мәғлүмәттәр кеше аңына һеңә, уларҙы ҡурҡыуға төшөрә һәм был арҡала иммунитет ҡаҡшай, ауырыуға тиҙ бирешәсәк. Кешеләрҙең йөрәгенә ҡурҡытыу һалыр өсөн һуғыштарҙа, аслыҡтарҙа, кризистарҙа, эшһеҙлектә буласаҡ. Әлбиттә Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙө менән идара итергә теләүсе ҡәбәхәт байҙарҙың был эштәрен олоға ебәрмәҫ, язаһында алырҙар. Шуға ла Аллаһ Тәғәләгә итәғәт итәйек, йәшәр көнөбөҙ, ризығыбыҙ тик Унан бит.
     Әйе, бөгөн кеше иртәнге көндән ҡурҡа, иртәгәһенә эшһеҙ ҡалырмын, үҙем, балаларым ас ҡалыр ти, хөкүмәттән алған кредит-бурыстарын, ипотекаһын түләй алмаҫмын тей. Йәмғиәтебеҙ ошо стресс хәлендә. Чиновниктәргә ҙур эш хаҡтары биреп, уларҙы әүрәтеп ябай халыҡҡа һөсләттеләр. Кешеләр араһында паника таратып, уларҙы изоляцияға яптылар, бер ниндәй файҙаһы булмаған маска, перчаткалар кейгеҙҙеләр. Штрафтар һалып, урамға сығыуҙы-йыйылыуҙы ла тыйҙылар. Халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙылар. Хөкүмәткә ҡаршы һүҙ әйтһәң — сит ил агенты йә экстремисһын.
     Ана шулай барған донъя сәйәсәте ҡурҡыу һалып кешене баҫа, йөрәген өшөтә, уны меҫкенгә әйләндерә, ә бахыр кеше бер нимәгә өлгәшә алмай һәм беркемгә лә кәрәкмәй. Оҙаҡ ҡурҡыуҙа булыу кешенең сәләмәтлегенә ҙур зыян һала. Хатта үҙ тарихыбыҙҙан да ҡурҡа башланыҡ, был иһә — бөгөнгөнән һәм киләсәктән беҙҙе мәхрүм итеп ҡурҡыуға алып барасаҡ.
     Әлбиттә тәбиғи ҡурҡыуҙың хәйерле яғыла бар – ул беҙҙе киҫәтә, иҫән ҡалырға ярҙам итә, көс һәм рухыбыҙҙы бер урынға тупларға булыша торған тәбиғи инстинкт, йәғни иҫән-һау ҡалыу тактикаһы, кешенең рухи һәм физик үҫеше өсөн мөһим шарт. Шуға күрә уны инҡар итеү мөмкин эш түгел, ә бына уның менән идара итергә, йомшартырға өйрәнергә кәрәк. Ә бөгөн халыҡта ҡурҡыу арҡаһында йыйыла килгән асыу, ярһыу, әрнеү, арыу хистәре, кемдәлерҙе депрессия хәленә еткергән шом тойғолары менән бергә ҡушылып нимәгә килтерер? – быны Ҡаҙаҡстан халҡы сыуалышында күрәһегеҙ. Кризис, стресс, апатия хәле үҙенекен эшләйәсәк.
     Ә ысынын да беҙгә ошо фани донъя буталсығынан ҡурҡырғамы, әллә Раббыбыҙ булған Аллаһ Тәғәләнәнме? Динебеҙҙә ҡурҡыу хисе тураһында нимә әйтелә һуң? Ҡөръән Кәримдә: «Беҙ һеҙҙе ҡурҡыу менән һынаясаҡбыҙ», – тиелә. Ҡурҡыу, тимәк, шул уҡ һынау – беҙгә бирелгән ошо донъя имтиханы. Ҡурҡыу арҡаһында кеше үҙен был ваҡытта нисек тотар? Ул үҙен ҡулға ала алырмы, әллә паникаға бирелерме? Аллаһы Тәғәлә биргән ғилемде, аҡылын эшкә егерме, әллә хистәренә бирелеп, аффект хәленә төшәрме? Ә ҡурҡыу кешене шул һәләткә индереп ярһыуын барлыҡҡа килтерер. Ундай ваҡытта, иң мөһиме – барыһы да Аллаһы Тәғәләгә, уның иркенә тапшырыу.
     Динебеҙҙә иң юғары ҡурҡыу хисе, кешене донъяла һәм ахирәттә бәхетле итә торған ҡурҡыу – Аллаһтан ҡурҡыу булып һанала. Аллаһы Тәғәлә китабында был хаҡта:
                                                وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
     «Беҙ һеҙҙе ысынлап та ҡурҡыу, аслыҡ, байлыҡтың, кешеләрҙең һәм емештәрҙең кәмеүе менән һынаясаҡбыҙ. Һәм һин һынау ваҡытында сабыр булыусыларҙы шатландыр», (Баҡара, 155).
                                                                                                 وَأَمَّا مَنْ خَافَ مَقَامَ رَبِّهِ وَنَهَى النَّفْسَ عَنِ الْهَوَى
                                                                                                                              فَإِنَّ الْجَنَّةَ هِيَ الْمَأْوَى
     "Раббыһы Аллаһ ҡаршыһында барасағына ҡурҡып, нәфсеһен файҙаһыҙ, зарарлы, зарарлы, буш эштәрҙән тыйған кешенең урыны йәннәт булыр", — тип әйткән. (Нәзиғәт сүрәһе, 40-41 аяттар).
     Ҡөрьәндең бик күп аяттарында Аллаһы Тәғәлә мосолмандарҙы Үҙенән ҡурҡырға саҡырған. Кешенең Аллаһтан ҡурҡыу хисе Уның сикһеҙ оло рәхмәтенән, ризалығынан өлөшһөҙ ҡалыуға нигеҙләнгән. Аллаһ Үҙе әйтә бит: «Миңә шөкөр итегеҙ, иртәгәһенә ризыҡһыҙ ҡалырмын тип ҡурҡмағыҙ, һәр кемдең өлөшө яҙылған бит».
     Мосолман һәр ваҡыт былай тип уйларға тейеш: «Әгәр ҙә мин Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ рәхмәтенән өлөшһөҙ ҡалһам һәм уның асыуына дусар булһам, миңә донъяла һәм әхирәттә бәхет юҡтыр». Тап ошо фекерҙәр кешене насар эштәрҙән тыйып, изге эштәргә стимул буласаҡ.
     Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу беҙгә нимә бирә? Ул беҙгә был ҡатмарлы донъяла үҙебеҙҙе дөрөҫ итеп тоторға ярҙам итә. Аллаһы Тәғәлә – иң көслө Зат, бөтөн нәмә лә унан ғына тора. Ул беҙҙе ризыҡландырыусы, ғүмерҙе биреүсе һәм ҡабул итеүсе, балаларҙы биреүсе һәм ҡабул итеүсе, бәхет биреүсе, бәхетһеҙ итеүсе... Аллаһынан ҡурҡһаң, әле һанап киткән әйберҙәргә унан башҡа бер кем дә зыян килтерә алмағанды аңлайһың. Кеше, мәҫәлән, кемдер мине бәхетһеҙ итер тип тә, хәйерселектән дә, яңғыҙ ҡалыуҙан, балаһыҙлыҡтан да ҡурҡмаясаҡ, сөнки бәхет тә, ризыҡ та, яҙмыш тәҡдирҙә, бала ла – бар нәмә лә Аллаһынан.
     Аллаһтың асыуынан ҡурҡыу − йөрәгеңдең шәме, уның ярҙамында һин үҙеңдәге яҡшы һәм насар яҡтарыңды күрәсәкһең. Һин, үҙең дә һиҙмәҫтән алданып ҡуймаҫ өсөн, һәр ваҡыт Аллаһтың асыуынан ҡурҡыу һәм Уның мәрхәмәтенә өмөт итеү хәлендә булырға тейешһең.
     Пәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәд, ﷺ әйткән: “Аллаһтан ҡурҡып илаған кеше тамуҡҡа инмәҫ, хатта һөт кире елененә ҡайтҡан хәлдә лә”.
     Ҡөрьәндең бик күп аяттарында Аллаһы Тәғәлә мосолмандарҙы үҙенән ҡурҡырға саҡыра:
                                                                          إِنَّمَا ذَلِكُمُ الشَّيْطَانُ يُخَوِّفُ أَوْلِيَاءَهُ فَلَا تَخَافُوهُمْ وَخَافُونِ إِن كُنتُم مُّؤْمِنِينَ
     "Тик шайтан ғына һеҙгә үҙ дуҫтарын ҡурҡыныс итеп күрһәтә. Әгәр иман килтереп инанған булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, Минән ҡурҡығыҙ". (Ғимран сүрәһе, 175 аят).
     Әйе, был донъябыҙ Иблис ярҙамында кешеләрҙең күңеле һалынған ҡурҡыу ҙа сәбәпсе булырға мөмкин: Ул яуызлыҡҡа, һаранлыҡҡа, мәрхәмәтһеҙлеккә һәм башҡа боҙоҡ эштәргә саҡыра бит. Ҡағиҙә булараҡ, ул беҙҙе шул ҡурҡыуҙар менән ғазаплай. Кеше бик ҡаты ҡурҡҡан ваҡытта эмоциональ яҡтан тотороҡһоҙға әйләнә. Бына шул ваҡытта уның ен эсенә инергә лә мөмкин. Бындай ҡурҡыу арҡаһында кешеләрҙең аҡылдары зәғифләнә, төрлө тауыштар, ҡыланыштар барлыҡҡа килә, үҙҙәренә паралич ҡағылыуы ла мөмкин. Былар – шайтан ғәләмәте. Бына шундай ҡурҡыуҙарға бик бирелгән кеше бар икән, уларҙы өшкөрөп дауаларға кәрәк.
     Аллаһы Тәғәлә изге китабында: «Әй иман килтереүселәр! Аллаһы Тәғәләгә тәҡүә булығыҙ», йәғни Аллаһынан ҡурҡығыҙ һәм «Һәр бер кеше иртәгәһе көн өсөн нимә әҙерләгәнен күрһен», йәғни Ҡиәмәт көнөнә нимә әҙерләгәнен яҡшылап ҡараһын, тоғро булһын, изгелек ҡылһын.
                                                      يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا اللَّهَ وَلْتَنظُرْ نَفْسٌ مَّا قَدَّمَتْ لِغَدٍ وَاتَّقُوا اللَّهَ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا تَعْمَلُونَ
     "Аллаһынан ҡурҡығыҙ! Ысынлында Аллаһы Тәғәлә эштәрегеҙҙән хәбәрҙарҙыр", йәғни яҡшыларын да, насарҙарын да белеп тороусы, (Хәшер сүрәһе, 59/18 аят).
     Иң беренсе сиратта, әлбиттә, Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡырға кәрәк. Ләкин ул ниндәйҙер яман, насар, ҡурҡыныс бер нәмә булғанға түгел, ә уның ҡаршына яуап баҫып бирәһе булыуҙан, ул беҙгә йөкләгән вазифаны үтәмәйсә килеүҙән. Аллаһы Тәғәләнең яратыуын, иғтибарын, рәхмәтен юғалтыуҙан.
     Аллаһы Тәғәлә шул тиклем ҡурҡынысмы, унан ни эшләп ҡурҡырға кәрәк? Аллаһы Тәғәлә ҡурҡыныс Зат түгел, киреһенсә, оло мәрхәмәт һәм рәхмәт эйәһе. Аллаһы Тәғәлә үҙе тураһында: «Минең рәхмәтем асыуымдан күберәк һәм өҫтөнөрәктер», – тип еткерә. 
     Ҡурҡыу хистәре күпселек осраҡта кешене борсоһа ла, йыш ҡына насар эштәрҙән тыйып, яҡшы ғәмәлдәр эшләргә этәрә.
     Тарих китаптарын ҡараһаҡ, Пәйғәмбәрҙәр тормошо һәм, ғөмүмән, кешелек доньяһының тарихы менән танышһаҡ, йәшәгән дәүерендә оло дәрәжәләргә ирешкән, күп хөрмәткә лайыҡ булған кешеләрҙең барыһының ла Аллаһтан ҡурҡыусы кешеләр икәнлеген күрәбеҙ. Уларҙа: «Мин Аллаһтан ҡурҡам», — тигән һүҙҙәре булыр. Мәҫәлән, Әҙәм ғәләйһиссәләмдең беренсе улдары Ҡабил һәм Хабил араларында булған хәлде иҫкә төшөрәйек. Хабил туғаны Ҡабелға: “Һин мине үлтерер өсөн ҡулыңды һуҙһаң да, мин һине үлтерергә ҡулымды һуҙмаясаҡбыҙ. Сөнки мин ғаләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһтан ҡурҡам", — тип әйткән.
     Ҡурҡыуҙан ҡотолоуҙың юлы иманлы булыу, Аллаһыға ышаныу, ғилем аша килә. Ҡурҡыуға бирелмәйем тиһәң, беренсенән, уны еңергә беҙгә тәҡдиргә ышаныу ярҙам итә. Икенсенән, ҡурҡыуға бирелмәҫ өсөн, уны дөрөҫ итеп айырырға өйрәнергә кәрәк, ә быға рухи яҡтан белемебеҙҙе арттырып, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм хәҙистәре, Ҡөръән аяттары аша ғына ирешеп була. Кеше тәбиғи булған әйберҙәрҙән ҡурҡа икән, быға борсолорға кәрәкмәй. Ә инде ул үлемдән, хәйерселектән, яңғыҙлыҡтан, йәғни билдәһеҙлектән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа башлай икән, был бит зыянлы. Тимәк, уның иманында зәғифлек бар, ул Аллаһыға ла ышанмай. Тәҡдиргә лә ышанмай!
     Ә иманлы булыу Раббыбыҙҙы таныуҙа һәм Ул Аллаһ ҡушҡан ғибәҙәттәрҙе ҡылыу һәм тыйылғандарынан тыйылыуҙалыр. Бел, һәр нәмәнең үҙ матурлығы бар, ә ғибәҙәттең матурлығы − Аллаһтан ҡурҡыу. Иблис, Аллаһ тарафынан ләғнәтләнеп, Уның мәрхәмәтенән мәхрүм ителгәс, Джәбраил менән Микаил фәрештәләр илай башлай. Шунда Аллаһ Тәғәлә уларға: “Һеҙгә нимә булды, ни өсөн шул тиклем ныҡ илайһығыҙ?”. Тегеләр яуап бирә: “Йә Раббыбыҙ, беҙҙә, “Һинең һынауыңдан именлектәбеҙ, тигән ышаныс юҡ.” Шунда Аллаһ: “Ошондай һәләттә ҡалығыҙ һәм, Минең һынауым һеҙгә ҡағылмаҫ, тип тынысланмағыҙ”, − тигән һүҙҙәрҙе еткерә. Ысынлап та, Раббы ниндәй генә юғары дәрәжәгә күтәрмәһен, рухи камиллыҡҡа ирешкән кеше, Аллаһтың һынауҙарынан именмен, тигән ышаныста булмай. Һәм, хатта Аллаһ уға: “Мин һинең менән бик ризамын!”, − тип әйтһә лә, ундай кешене Аллаһтың һынауынан ҡурҡыу тойғоһо ташламаҫ ине. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
     “Һәм ул мөъминдәр, йөрәктәре ҡурҡҡан хәлдә, үҙҙәренә бирелгән малдан саҙаҡа тарата...”, (“Әл-мөьмин” сүрәһе, 6-сы аят).
     Был аяттың мәғәнәһен ошолай аңлаталар: бында һүҙ зәкәт түләүсе, саҙаҡа биреүсе һәм күңеленән, быларҙы Аллаһ ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡыу кисергән мөьминдәр тураһында бара. Сөнки улар, зәкәтте дөрөҫ итеп, еренә еткереп түләнемме, яңылышлыҡ ебәрмәнемме, тип ҡурҡа. Был Ҡөръән аяттын асыҡлар өсөн сәхәбәләр Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һорау биргән: “Йә Рәсүлуллаһ, “Йөрәктәре ҡурҡҡан хәлдә” − ул урлашҡан, зина ҡылған йәки хәмер ҡулланған кешеме?”. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: “Юҡ, бында һүҙ ураҙа тотҡан, намаҙҙа булған, саҙаҡа биргән һәм, был ғәмәлдәрҙе Аллаһ Тәғәлә ҡабул итмәҫ, тип ҡурҡҡан кеше хаҡында.”
     Аллаһ Тәғәләнән ҡала килә йәмғиәтебеҙ тарафынан уйланып сығарылған буш ҡурҡыуҙарыбыҙҙы еңергә ынтылырға кәрәк. Кешеләр иманға килһен өсөн Аллаһ һеҙгә боҙоҡ түрәләр ебәрермен, бәлә-ҡаза, ауырыуҙарын бирермен тигән бит. Иманһыҙҙарҙы иманға ыңлайлатыр өсөн, иманлыларҙың сабырлығын һынар өсөн бара был көрәш. Ислам дине беҙҙе ошо ҡурҡыуҙан азат итәр өсөн үлемдән ҡурҡмаҫҡа өйрәтә. Динебеҙ буйынса унан ҡурҡмаған кеше башҡа нәмәләрҙән, ауырыуҙарҙан да ҡурҡмай.
     Тормош бер генә бирелә бит ул, «ҡурҡыу» тигән нәмәне ситкә ҡуйып, үҙ теләк-маҡсаттарыбыҙға табан барайыҡ, үҙебеҙҙә ышаныс булдырайыҡ. Тейешле ғилем алып иманлы булайыҡ, Аллаһ Тәғәләне таныйыҡ. Аҡмулла әйтмешләй:
          Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
          Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
          Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
          Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
      Йә Раббым, илдәребеҙгә-көндәребеҙгә именлек-тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ-татыулыҡ, ил башлыҡтарыбыҙға ғәҙеллек һәм сабырлыҡ, ғаиләләребеҙгә ҡот-ырыҫ, бәхет-сәғәҙәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ-һидәйәт, диндә булмағандарға тура юл, ауырыуҙарға шифа-сихәт итһәң ине. Әмин.

     Аллаһтан ҡурҡыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alla%D2%BBtan-%D2%A1ur%D2%A1yu.html

     Ҡурҡыу һәм өмөт: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/%D2%A1ur%D2%A1yu-%D2%BB%D3%99m-%D3%A9m%D3%A9t.html

     Ҡурҡыуҙан доғалар: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/%D2%A1ur%D2%A1yu%D2%99an-do%D2%93alar.html

     Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу: https://nazir1965.com/%D2%93ibr%D3%99tle-%D2%A1issalar-xik%D3%99j%D3%99tt%D3%99r-v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alla%D2%BBy-t%D3%99%D2%93%D3%99l%D3%99n%D3%99n-%D2%A1ur%D2%A1yu.html

      Аллаһ Тәғәлә һәм вирус: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/alla%D2%BB-t%D3%99%D2%93%D3%99l%D3%99-%D2%BB%D3%99m-virus.html

      Рухи үлемдән ҡурҡ!: https://nazir1965.com/bez-rubriki/ruxi-%D2%AFlemd%D3%99n-%D2%A1ur%D2%A1.html