Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыу
Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Бер мөьминдең күҙенән Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡып, себен башы ҡәҙәр генә йәше сыҡһа ла, Аллаһы Тәғәлә уның өсөн йәһәннәмде хәрам ҡылды». Тағы ла Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әгәр мөьминдең ҡәльбе (күңел ихласлығы) Аллаһынан ҡурҡып тетрәһә, уның хаталары ағастан япраҡтар ҡойолған кеүек ҡойолор».
Ғәйшә разыя — лаһү ғәнһә әйтте: «Мин Рәсүлуллаһынан: «Әй, Рәсүлүллаһ! Һинең өммәтендән йәннәткә хисапһыҙ инеүсе булырмы?» — тип һораным. Ул: «Әлбиттә, гонаһтарын зикер итеп илаусы», — тип яуап бирҙе.
Әбү Сөләймән Әд-дәрани рәхимәһүл — лаһү әйтте: «Күҙ йәшенә сыланыусы Ҡиәмәт көнөндә хурлыҡҡа төшмәҫ. Әгәр күҙ йәштәре аҡһа, Аллаһы Тәғәлә, уның беренсе тамсыһы менән, ут диңгеҙен һүндерер. Әгәр кемдер өммәте өсөн илаһа, ул өммәт ғазапланмаҫ».
Ҡәғбүл-Әхбәр әйтте: «Нәфесем, йәнем Уның хөкөмөндә булыусы Заты Джәлал менән ант итәм, күҙ йәштәре яңаҡтарҙан ағып төшкәнсе Аллаһынан ҡурҡып илау бер тау алтынды саҙаҡа итеп биреүҙән дә һәйбәтерәк».
Ғабдулла бине Ғөмәр разыя — лаһү ғәнһүмә әйтте: «Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡып илау мең алтын динарҙы саҙаҡа итеп биреүҙән хәйерлерәк».
Хәҙрәти Ханзәлә разыя — лаһү ғәнһә ошо риүәйәтте ҡылған. «Ул әйтте: Беҙ Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янында ултыра инек. Ул беҙгә өгөт-нәсихәт һөйләне, ул вәғәздән йөрәктәр тетрәне, күҙҙәребеҙҙән йәштәребеҙ аҡты, нәфестәребеҙҙе белдек. Ғәиләм янына ҡайттым, ҡатыным менән донъя хәлдәрен һөйләшеп, Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янында булыуымды оноттом, беҙ доньяға баттыҡ. Унан һуң уның янында булыуҙы иҫкә төшөрҙөм, үҙ-үҙемә, «һин ике йөҙлөлеләндең, быға тиклем ҡурҡыу һәм тетрәүҙә инең бит», тинем. Сығып, «Ханзәлә ике йөҙлө», тип ҡысҡыра башланым. Миңә Әбү Бәкер әс — Сиддиҡ разыя-лаһү ғәнһә осраны һәм: «Юҡ, Ханзәлә ике йөҙлө кеше түгел», — тине. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм янына барып һәм мин «Ханзәлә ике йөҙлө», тинем. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Юҡ Ханзәлә ике йөҙлө кеше түгел». Мин уға: «Әй Рәсүлүллаһ, беҙ һинең яныңда булдыҡ, вәғәзеңде тыңланыҡ, ул вәғәздән ҡәльбтәребеҙ тетрәнде, күҙҙәребеҙҙән йәштәр аҡты. Ғәиләм янына ҡайттым һәм донъя тураһында һөйләшеп, һинең яныңда булғанды, барыһын да оноттом», — тинем. Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Әй Ханзәлә, әгәр һеҙ һәр ваҡыт шул һәләттә булһағыҙ, юлда һәм түшәктәрегеҙҙе булғанда фәрештәләр һеҙҙең менән күрешерҙәр ине».
Фәрид хәҙрәт Сәлмән календаре, 2015 йыл.