Аллаһ Тәғәлә һәм вирус
Ғәләмдәр тәрбиәсеһе, донъяны юҡтан бар ҡылыусы, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләргә ризығын биреп тороусы Ҡиәмәт көнөндә мөьмин мосолмандарҙы үҙенең йәннәтенә индереп рәхим ҡылыусы, бөтә халыҡтарҙың ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәрен, тәүбәләрен ҡабул ҡылыусы, гонаһтарын ярлыҡаусы, донъяны Әҙәм балаларына гөл-баҡса итеп яратыусы, бәндәләр аҙашҡанда тура юлға өндәүсе, пәйғәмбәрҙәр ебәреүсе, донъяның һәм ахирәттең хужаһы Аллаһ Тәғәләгә ихлас йөрәгебеҙҙән булған хәмде-ҫәнәләребеҙ, маҡтау һәм данлауҙарыбыҙ булһа ине.
Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙендән генә һорайбыҙ һәм Үҙендән генә ҡылған гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүҙе һорайбыҙ. Йә, Раббым, һорағандарыбыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡаһаң ине, шулар өсөн ғаҙапламаһаң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхаммәд саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләмгә, уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм уның артынан эйәргән өммәтенә салауат-шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине.
Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр бөгөнгө көн хәленән барығыҙҙа таныш. Аллаһ Тәғәлә беҙгә мосолмандарға ла һәм башҡа бар донъя халҡына ҙур һынау – короновирус тигән ауырыуын ебәрҙе. Тик быға мосолман кешеһе һәр саҡ әҙер, сөнки тәҡдиренә ышана һәм һәр нәмә был Аллаһтан икәнен белә. Шөкөр, беҙҙе үткән быуаттағы кеүек тиҫтәләрсә милионлаған кешеләрҙе алып киткән ҡаты һуғыштар, ваба (чума), холера, тиф һымаҡ ауырыу-бәләләр менән әле һынамай. Бәлки был ауырыуҙың сығыу сәбәбе кешеләрҙең Аллаһтың тәбиғәтенә ҡыҫылыуына һәм зыян һалыуынандыр. Әммә был ауырыуҙың төп сәбәбе халыҡтың Аллаһ Тәғәләне танымауындалыр.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтә:
وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
«Үә ләнәблүүәннәкүм бишәй'им-минәл-хауфи үәл-джүүғи үә наҡсыим-минәл-әмүәәли үәл-әңфүси үәҫ-ҫәмәраати үә бәшширис-саабириин».
“Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа тапшырылып, беҙ Аллаһының ҡоло, кире Аллаһ Тәғәләгә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора. (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар).
Беҙ, мосолмандар ышанабыҙ, беҙҙе юҡтан бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Аллаһынан килдек, тағын кире Аллаһыҡа ҡайтасаҡбыҙ. Мосолман кеше һәр һынауға әҙер һәм үлемдән ҡурҡмай.
Ә ни эшләп Аллаһ Тәғәлә был ауырыуҙарҙы ебәрә һуң? Бөгөнгө көндә беҙ әллә ниндәй, төрлө-төрлө элек булмаған үлемесле сирҙәр менән ауырыйбыҙ. Медицина өлкәһендә ниндәй генә аппараттар, дарыуҙар уйлап тапһалар ҙа, яңы сығып торған сирҙәр артынан өлгөрә алмайҙар. Ҡайҙан сыға икән был сирҙәр, ишетмәгән һәм белмәгән сирҙәр. Ә сирҙәрҙең сығыуҙары беҙҙең рухыбыҙ сирле булғандан сыға. Аллаһҡа шөкөр ҡылмауҙан.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм: «Кеше оятын юғалтһа, тейешле ерҙәрен ҡаплап йөрөмәһә, зинаны асыҡтан-асыҡ ҡылһа, Аллаһ уларға әлегәсә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ауырыуҙар ебәрер», — тип беҙҙе киҫәткән.
Бөгөн беҙ ашығабыҙ, донъя ҡыуабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең мосолман булғаныбыҙға оялабыҙ. Телебеҙҙе онотабыҙ, түбәтәй кеймәйбеҙ, яулыҡты башҡа япмайбыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ярым яланғас йөрөй. Беҙ үҙебеҙ иҫерешеп, зина ҡылып, сусҡа ите ашап, урлашып, алдашып йөрөйбөҙ. Намаҙ уҡырға, дини белем алырға ваҡытыбыҙ юҡ. Ураҙаларҙы тотмайбыҙ, зәкәттәребеҙҙе түләмәйбеҙ, изгелек ҡылыу һәм саҙаҡа биреү тигән нәмә онотолған. Ашарға юҡмы беҙҙең, кейенергә юҡмы, торорға өй юҡмы? Барыһы ла бар, тик ҡәнәғәтлелек юҡ, сөнки кемдекелер минекенән күберәк, артығыраҡ. Көнсөллөгөбөҙҙән беҙ кешелә булған байлыҡҡа сыҙай алмайбыҙ. Кемдәндер уҙырға, кемдәндер арттырырға тырышып хәсрәтләнәбеҙ, ҡабаланабыҙ. Ҡайҙа инде ашығабыҙ?! Һис шикһеҙ, ҡәбергә. Аҡыллы кеше мәңгелек йортон ҡайғырта. Ләкин көнсөллөк беҙҙе, кешелә булған донъя зиннәттәренә ҡыҙыҡтырып, Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәргә ваҡытыбыҙҙы ҡалдырмай, харамға этәрә, шулай итеп, беҙҙе дөрөҫ диндән яҙҙыра. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе ғазаплай. Теге донъяла ла ғазаптары бик ҡаты, бик ныҡ ҡурҡыныс булыр. Шулай булғас беҙҙе Аллаһ Тәғәлә әхирәттә ғазапламаҫ өсөн, ошо фани донъяла ғазаплай. Кемде ғәйепләргә һуң, үҙебеҙҙе үҙебеҙ ғәйепләйек. Ошо йәшәү рәүешен үҙгәртергә теләйбеҙ икән, иң беренсе үҙебеҙҙе үҙгәртәйек, иманға киләйек.
Сирҙәребеҙ бар икән, үҙебеҙҙең йәшәйешебеҙгә ҡарайыҡ. Дөрөҫ йәшәйбеҙме икән? Бәхетле булаһыбыҙ килә икән, ауырыуҙарға бирешмәйбеҙ тиһәк, Ҡөръәнгә һәм Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәттәренә таянып йәшәйек. Дөрөҫ йәшәмәһәк, беҙгә бер ниндәй ҙә табип, бер ниндәй ҙә имләүсе ярҙам итә алмаҫ.
Бөгөнгө көн беҙҙең иманды, сабырлыҡты, Аллаһҡа тәҡүәлекте һынай. Аллаһ Тәғәләгә нығыраҡ һыйынырға, Уға ҡарата ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе күбәйтергә һәм доғаларҙа булыу кәрәк. Илебеҙгә именлек, йәнебеҙгә тыныслыҡ, тәнебеҙгә сәләмәтлек һорар кәрәк. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ваҡыт бирҙе уйланырға, йәшәү рәүешен үҙгәртергә, ғәиләгә иғтибар бирергә. Хөрмәтте һәм ихтирамды башҡаларға күрһәтергә, уларҙы ҡайғыртырға, хәстәрле булып ярҙам итеүҙе, изгелекле һәм игелекле булыуҙы, хәйерле ғәмәлдәрҙе күбәйтеүҙе артырыр кәрәктер.
Был короновирус ауырыуынан ҡурҡыу кәрәкмәй, ә Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡыу кәрәктер. Вирус бит Аллаһтың һынауы.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән аяттарында:
وَمَن يَتَّقِ اللَّهَ يَجْعَل لَّهُ مَخْرَجًا
«…үә мәй-йәттәҡилләәһә йәджғәл ләһү махраджәә».
«Кем Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡа, Аллаһ шуға уйҙамаған ерҙән сара (ярҙам) бирер – тигән». 65/2
وَيَرْزُقْهُ مِنْ حَيْثُ لَا يَحْتَسِبُ وَمَن يَتَوَكَّلْ عَلَى اللَّهِ فَهُوَ حَسْبُهُ
«Үә йарзүҡһү мин хәйҫү ләә йәхтәсибү үә мәй-йәтәүәккәл ғәлә-ллаһи фәһүүә хәсбүһүү…».
Һәм дауам итеп «Аллаһҡа инанған кешегә көтмәгән ерҙән ризыҡ бирер» – тигән.
Аллаһ ризалығы өсөн көсһөҙҙәргә ярҙам иткән, саҙаҡаларын биргән, зәкәттәрен түләгәндәр ҡурҡмаһындар. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә ризығын көнөнә биреп тора, кем иртәгә ашарға ризығым юҡ тип ҡайғырһа ул Аллаһҡа ышанмаусы кеше була.
Бөгөн ни күрәбеҙ, иблис кешенең күңеленә ҡотҡо һалып кешенең нәфсеһен аҙыра. Әҙәм балалары талаша-талаша мәгәзиндәргә ябырылған. Ҡараңғы күңеле кешеләр шунан файҙаланып ризыҡ-тауар хаҡтарын артыра. Был халыҡтың ғәмһеҙлеген, ғафил булыуын, рәхимһеҙлеген күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: «Һеҙҙең иманығыҙ теүәл булмаҫ, әгәр үҙегеҙҙә булғанды башҡаларға теләмәһәгеҙ», — тигән.
Шуға ла бөгөн беҙ бер-бербеҙгә ярҙам итергә, яҡын булырға тейешбеҙ, берҙәм булып Аллаһтан шифа биреүен теләп ялбарырға кәрәктер. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең күҙгә күренмәгән бәләкәй генә бер вирусы менән Үҙенең Бөйөклөгөн, Хакимлеген күрһәтә. Беҙ вирустан түгел, Аллаһтан ҡурҡыр кәрәк. Шуға ла беҙгә Аллаһты танып, Уны тыңларға, тәүбәгә килергә, истиғфарҙа булырға кәрәк.
Әлегә тәүбә ишектәре асыҡ, бер мәле уныһы ла ябылып, Аллаһ беҙҙән Ҡөръәнде алһа ни эшләрбеҙ. Ҡиәмәт көнөнөң бер ғәләмәте – Аллаһ Ҡөръәнде Үҙенә кире алыр. Бөгөн мәсеттәребеҙ бар, әммә уға барырға ишектәребеҙ ябыҡ, хажға барабыҙ тиһәк сиктәр ябыҡ. Бына Аллаһ үҙенең Бөйөклөгөн күрһәтеп беҙҙе өйҙәребеҙгә бикләп ҡуйҙы. Әммә ул үҙенең Рәхимлеген күрһәтеп шифаны Минең аяттарымдан эҙләгеҙ ти.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә, Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әгәр ҡолом бәлә килгәндә Минән ярҙам һораһа, Мин уға ул һорағанса ярҙам итермен, уның доғаһына ул һүҙҙең әйткәнсә үк яуап бирермен. Әгәр ҡолом бәлә килгәндә Минән ярҙам һорамайынса мәхлүктәремдән, кешеләрҙән ярҙам һораһа Мин уға күк ҡапҡаларын ябырмын».
Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдең «Исра» сүрәһенең 82-се аятында әйтә:
وَنُنَزِّلُ مِنَ الْقُرْآنِ مَا هُوَ شِفَاء وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ وَلاَ يَزِيدُ الظَّالِمِينَ إَلاَّ خَسَاراً
«Үә нүнәззилү минәл-Ҡур'әәни мәә һүүә шифәә'үү-үә рахмәтүл-лил-мүьминиинә үә ләә йәзиидүҙ-ҙаалимиинә илләә хасәәраа».
"Беҙ мөьминдәрҙең күңелдәренә шифалы аяттарҙы һәм Ҡөръәндән рәхмәтле хөкөмдәрҙе иңдерәбеҙ, әммә Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмаған залимдәргә Ҡөръән аяттар хәсрәтте үә һәләкәтте генә арттырыр".
Шулай уҡ «Йунус» сүрәһенең 57-се аятында, әйткән:
يَا أَيُّهَا النَّاسُ قَدْ جَاءتْكُم مَّوْعِظَةٌ مِّن رَّبِّكُمْ وَشِفَاء لِّمَا فِي الصُّدُورِ وَهُدًى وَرَحْمَةٌ لِّلْمُؤْمِنِينَ
«Йәә әййүһән-нәәсү ҡад джәә'әткүм мәүғиҙатүм-мир-раббикүм үә шифәә'үллимәә фис-судүүри үә һүдәү-үә рахмәтүллил-мүьминиин».
“Әй кешеләр! Раббығыҙҙан һеҙгә өгөт булып Ҡөръән килде, ул күңелдәге иманһыҙлыҡ, наҙанлыҡ ауырыуҙарына дауа, күңелен уның менән шифалаған кешеләргә һиҙәйәт һәм мөьминдәргә рәхмәт".
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Дарыуҙарҙың изгерәге Ҡөръәндер, шуға ла ауырыуҙарығыҙҙы Ҡөръән менән дауалағыҙ» – тигән. Ләкин Ҡөръән Кәримдең һәм Пәйғәмбәребеҙ доғалары шифаһын һәм файҙаһына ирешер өсөн ихлас камил һәм тулы иман булыуы шартыр. Шул рәүештә булғанда файҙаларына ирешеүгә шөбһә юҡтыр.
Имандың яртыһын тәшкил иткән сабырлыҡ иһә кешенең даими иманлы булыуын тәьмин итәлер. Сөнки пәйғәмбәребеҙ: «Сабырлыҡ – имандың яртыһылыр» тип әйткән. Ҡөръән Кәримдең күп аяттарында сабырлыҡ тураһында иҫкә алына. «Эй, иман килтереп инаныусылар! Сабырлыҡ һәм намаҙ менән ярҙам һорағыҙ. Ысынында, Аллаһ сабыр итеүселәр менән бергәлер». Баҡара сүрәһе, 153 аят.
Рәсүлүллаһи ғәләйһиссәләм: «Кем бер тәүлек ауырыһа һәм сабырлыҡ ҡылып Аллаһ Тәғәләнән риза булһа, Аллаһ Тәғәлә уның гонаһтарын юйыр һәм ул әсәһенән яңы тыуған бала кеүек сафланыр». Шуға күрә ауырыу килеүгә үк шифа һорамағыҙ, сабыр итегеҙ.
Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Әгәр мөьмин бәндәгә ауырыу кеүек һынау килһә, Аллаһ Тәғәлә һул яҡтағы фәрештәгә: «Туҡта, яҙмай тор», тип әйтә. Ә уң яҡ фәрештәгә: «Минең ҡолома уның иң яҡшы ғәмәлдәрен яҙ», тип бойора.
Һәм тағы бер хәҙистә: «Әгәр кеше ауырыһа, Аллаһ Тәғәлә уның эргәһенә ике фәрештәһен ебәрә һәм бойора: «Тыңлағыҙ, ҡолом нимәләр әйтә. Ауырыу «Әлхәмдүлилләһ» тиһә, фәрештәләр быны Аллаһ Тәғәләгә тапшыралар һәм ул әйтә: «Минең ҡолом рәхмәтемә лайыҡ булды, әгәр вафат ҡылһам Мин уны йәннәтемә индерәм, әгәр шифа бирһәм Мин уға яңы яҡшы ҡан бирәм һәм гонаһларың ярлыҡайым».
Беҙ Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәрендә бөтөн сирҙәрҙән дә дауа барлығына шикләнергә һәм ғәжәпләнергә тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә биргән ҡара тмин (әнис) орлоғондә бөтә сирҙәрҙән дауа булыуына шикләнмәгән шикелле, Ҡөръәнгә лә шикләнергә тейеш түгелбеҙ. Әлбиттә, кешенең тышҡы һәм эске сирҙәренә, тән һәм йән сирҙәренә Ҡөръәндең дауа булыуына шик-шөбәһеҙ ышанырға тейешбеҙ.
Әгәр ҙә беребеҙ Ҡөръәндең бәхет, именлек, дауа сараһы булыуына шикләнә икән, уны Аллаһ тарафынан «Исра» сүрәһенең 82 аятында әйтелгән хаҡиҡәтте: «Беҙ мөьминдәрҙең күңеленә шифалы аяттарҙы һәм Ҡөръәндәң рәхмәтле хөкөмдәрҙе индерәбеҙ», тигән изге һүҙҙәрҙе кире ҡағыусы тип танырға тейеш булабыҙ.
Ибн әл- Ҡайүм әйтеүенсә: «Ҡөръән ул – йөрәк (рух) һәм тән ауырыуҙарынан, был донъя һәм ахирәт сирҙәренән хәҙерге заман дауаһы. Һауығыуҙы Ҡөръәндән эҙләгән, уны дөрөҫ ҡулланған һәм уның дөрөҫлөгөнә һәм дауа көсөнә һис шикһеҙ ышанған кешенең бер сире лә ҡалмаҫ».
Дөрөҫ хәҙистә әйтелә: «Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Минем хөкөмдәремә риза булмаған һәм Минең ниғмәттәремә шөкөр ҡылмаған кеше үҙенә Минән башҡа Раббы, тәрбиәсе эҙләһен!».
Кем үҙенә килгән ауырыуҙарға, бәлә-ҡазаларға түҙеп сабырлыҡ ҡылһа, ризаһыҙлыҡ белдермәһә, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә уны 700 дәрәжә юғары күтәрер. Һәр бер дәрәжәһе ер менән Көрси араһы ҡәҙәр булыр.
Мосолман ҡәрҙәштәрем, ошо замана әфәттәренән, бөгөнгө көн ауырыуҙарынан ҡотолоу сараһын тик Аллаһтан ғына һорайыҡ, тәүбә үә истиғфәрҙә булайыҡ. Аллаһтың Хакимлеген, Бөйөклөгөн, Берҙән Бер булыуын таныйыҡ. ИншаАллаһ, Аллаһ беҙгә ярҙам итәр.
Йә, Раббым, бары Һиңә ялбарып доға ҡылабыҙ, беҙгә лә шундай иман, тәҡүәлек һәм сабырлыҡ бир. Ҡальбебеҙҙе донъяға йүнәлтмә, Үҙеңә мөхәббәткә юнәлт, һиҙийәтеңдән, рәхмәтеңдән ташлама, аҙашыу-һаташыуҙарҙан, шайтан үәсүәсеүәһенән һәм ҡотортоуынан һаҡла, халҡыбыҙҙы ҡаты сирҙәргә дусар итмә, бар көс ҡеүәт Һиндә генә, Үҙ шифанды беҙгә бир, йәнебеҙҙе тыныслыҡ, тәнебеҙгә сәләмәтлек бир. Әмин.